«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №29 (11232)



19.07.2019 №29 (11232)

«Йәшлек» гәзитенең 29-сы һанына күҙәтеү

Гәзиттең тәүге биттәрендә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона байҡау бирелгән. Бишенсе биттә журналист Алһыу Зиннурованың "Сәйәсәт кенә түгел" рубрикаһында бирелгән мәҡәлә менән танышығыҙ.

Был һандың "Йәшлек" ҡунағы" - Сибай ҡалаһының "Сулпан" балалар театры режиссеры Борис Мәхмүтов. Уның менән әңгәмә алтынсы биттә.

"Яҡшы ғаилә - ил күрке" бүлегендә Балаҡатай районының Билән ауылында йәшәүсе Насировтар тураһында яҙылған.

"Үәт, әй!" битендә кеше тәнендәге һүрәттәрҙең зыяны тураһында танышығыҙ.

Яңауыл районының шиғыр оҫталары ижады унынсы биттә бирелгән.

Артабанғы биттәрҙә Әбйәлил районының ирекмәндәре, Борай районындағы археологик экспедиция, "Ҡош юлы" бард фестивале тураһындағы мәҡәләләр менән танышырға мөмкин.

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамынан репортаж да урын алған.

Гәзит һуңында сәләмәтлек һәм һаулыҡ һаҡлау бите, спорт яңылыҡтары, психолог кәңәше, аш-һыу рецепттары, аҙналыҡ телепрограмма бирелгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға