RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

14.10.2019 Яңы номер

“Йәшлек” гәзитенең 41-се һаны Республика көнөнә бағышлана. Тәүге биттән башлап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бер йыл эшләү осорона күҙәтеү яһала.


“Шулай итеп, бер йыл да үтеп китте. Рәсәй Президентының беҙгә яһаған сюрпризын әйтеүебеҙ. Хәйер, яҡшы сюрприз ине ул. Владимир Путин үҙенең указы менән Рөстәм Хәмитовты ваҡытынан алда вазифаһынан бушатты ла, 11 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировты ҡуйҙы. 13 октябрҙә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килеп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа рәсми рәүештә республиканың яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Һәм беҙҙең Башҡортостаныбыҙ яңы маҡсаттар, яңы һулыш, үҙгәрештәр менән йәшәй башланы”, — тип башлана Алһыу Ишемғолованың сәйәси мәҡәләһе. Һандар һәм факттарға күҙ һалғанда, теүәл бер йылда исеме 8 йыл буйына тыйылған Мортаза Рәхимовҡа ҡабаттан хөрмәт һәм ихтирам күрһәтелә башланы, мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте, “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, автобус паркы яңыртылды, “Башҡортостан” дәүләт нәшриәте банкротлыҡтан йолоп алып ҡалынды, “Һөт кухнялары”ның эше яңынан йәйелдерелде, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программа ғәмәлгә ашырыла, “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде, 36 яңы ФАП һәм амбулатория төҙөлдө, “Алданған өлөшсөләр” проблемаһы әүҙем хәл ителә башланы һәм башҡа.

Шулай уҡ, Уҡытыусылар, Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көндәренә арналған, ауыл хужалығы, сәләмәтлек, спорт темаларына мәҡәләләр һәм даими психолог кәңәштәре, сканворд, аҙналыҡ ТВ программа урын алған.

Әҙәбиәт һәм шиғриәт һөйөүселәргә Рәйес Түләктең шиғырҙары, Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурсҡа килгән “Еңеүсе” (А. Истый), “Һәр кемдә лә була бер сер” тормошсан хикәйәләр баҫылған. Башҡорт эстрадаһын яратыусыларға Гөлнур Ҡыуатованың Ябай малай һәм Вилли исемдәре аҫтында сығыш яһаусы Йәмил Баймырҙин һәм Вилдан Шәмсетдинов менән әңгәмәһе тәҡдим ителә.

Әйткәндәй, бөгөн ташламалы хаҡҡа яҙылыуҙың һуңғы көнө, яратҡан “Йәшлек”кә осһоҙлата яҙылып ҡалығыҙ!



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)


№20 (11222)

17.05.2019 - Яңы номер №20 (11222)