RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

17.05.2019 №20 (11222)

«Йәшлек» гәзитенең 20-се һанына күҙәтеү

Гәзитебеҙҙең тәүге бите Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылынан 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Факиһа менән Фирҙәүес Шәриповтарҙың ғаиләһе тураһында һүрәтләмә менән асыла.

Ҡоралдарыбыҙ – йыһанда, һауала, һыуҙа, ерҙә. Донъяла беҙҙең ҡеүәтте беләләр. Алһыу Ишемғолова Рәсәйҙә оборона мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә беҙҙең хәрби көстәрҙе ҡоралландырыуҙа ниндәй маҡсаттар ҡуйылыуы тураһында бәйән итә.

Нефтекама филармонияһы артистары, йырсы Лиана Ғәлина менән бейеүсе Динар Йыһановтарҙың мөхәббәт тарихы ҡыҙыҡһындырамы? Йәш парҙар тураһында « Йырсы менән бейеүсе – шул тиклем пар килгәнсе» мәҡәләһенән уҡырға мөмкин.

19 май - Пионерия көнө. Лилиә Ғәлимйәнова «Пионер булмауыма үкенәм» мәҡәләһендә пионер ойошмаларының үткәне, уның йәш быуынға әхлаҡи роле менән менән таныштырып, илебеҙҙең балаларҙы ойошторорҙай бер ниндәй ойошма төҙөй алмағанына әсенеү белдерә.

Ә һеҙ тыуған көндәрҙе , юбилейҙарҙы нисек үткәрәһегеҙ? Баймаҡтан Гөлдәр хажиә Әлибаева был көндә үҙебеҙгә аят уҡытытайыҡ, әруахтарҙы доғалар менән һөйөндөрәйек тигән фекерен белдерә. Хәбулланан Мирас Мөхәмәтсабиров үҙенең хатында ауылда көтөүсе табып булмауына зарлана.

Был һанда «Шиғриәт минуттары» рубрикаһын Әлфиә Абрафиҡова менән Альбина Муллағолованың шиғырҙары биҙәй.

Шәкәр диабетында ниндәй үләндәр файҙалы? Бауырҙы таҙартыу өсөн нимәләр эшләргә? Активлаштырылған күмер биткә файҙалымы? Был һорауҙарға яуапты «Сәләмәтлек» битенән табырһығыҙ.

Тамара Ғәниеваның «Егетлеккә юл» хикәйәһе лә оҡшар, моғайын.

Кавказ халыҡтары нисек тәмле итеп шешлек әҙерләгәнен «Халыҡтар дуҫлығы аҙығы- шешлек» мәҡәләһенән уҡый алаһығыҙ.

Был һанда психолог кәңәштәре, спорт яңылыҡтары, аш- һыу рецептары, файҙалы кәңәштәр ҙә урын алған.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)


№19 (11221)

14.05.2019 - Яңы номер №19 (11221)


№18 (11220)

03.05.2019 - Яңы номер №18 (11220)


№17 (11219)

26.04.2019 - Яңы номер №17 (11219)


№16 (11219)

19.04.2019 - Яңы номер №16 (11219)


№15 (11218)

12.04.2019 - Яңы номер №15 (11218)


№14 (11217)

05.04.2019 - Яңы номер №14 (11217)


№13 (11216)

29.03.2019 - Яңы номер №13 (11216)


№12 (11215)

22.03.2019 - Яңы номер №12 (11215)


№11 (11214)

15.03.2019 - Яңы номер №11 (11214)


№10 (11213)

07.03.2019 - Яңы номер №10 (11213)


№9 (11212)

01.03.2019 - Яңы номер №9 (11212)