RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

01.03.2019 №9 (11212)

“Йәшлек”тең 9-сы һанына күҙәтеү
Яҙҙың тәүге көнө менән бергә тәбиғәт һәм күңел дәрте уянған мәл... Был миҙгелдә кешеләрҙең йөрәге лә өмөткә ынтыла. Беҙ ҙә, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәндәре, плей-офтың аҙағына барып етергә йөрәгебеҙ менән ышанабыҙ. Әйткәндәй, ҡаршы алығыҙ: беҙҙең сафҡа тағы бер “йәшел йөрәк” өҫтәлде. Кем тиһегеҙме? Ул —Башҡортостан Башлығы в. в. б. Радий Хәбиров үҙе! Гәзиттең тәүге битендә баҫылған фотола Башлыҡ “Металлург” – Аренала Сибай балалары менән бергә хоккей ҡарай. Ҡарай ғынамы, дәғүәсенең ҡапҡаһына гол индергәнгә ҡыуанысынан һикереп баҫҡан. Әллә уйынға Радий Фәрит улы килгәнгә, әллә башҡа сәбәптән, беҙҙекеләр бигерәк дәртләнеп уйнаны шул. Плей-офф башланған көндә хоккейсыларҙы әрләп туймаған инек, был юлы “ҡорос ҡойоусы”ларға тын алырға ла ирек бирмәүҙәре тураһында, спорт күҙәтеүсе Нур Ҡәҙербаевтың мәҡәлендә уҡырһығыҙ.

“Сәйәсәт кенә түгел” рубрикаһын алып барыусы Алһыу Ишемғолова халыҡты көткән, әлегә “тыуып килгән” закондар хаҡында яҙа. Быйыл беҙҙе депутаттар ниндәй тәҡдимдәре, проекттары менән таныштырыр йәки аптыратыр икән — был тура “Алда беҙҙе “елле закон” көтә” мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу айҡанлы, Лилиә Хәлитованың “Башҡортостан” ДТРК-һынан репортажы был һанда ла дауам итә. “Тура эфир”ҙан төшөү менән, телевидение “йондоҙ”ҙары ябай монтажлаусы, хәбәрсе сафына инеп китә. Сөнки коллектив хеҙмәткәрҙәренә төп талап – “универсаль һалдат” булыу.

Яңауыл районында үлемһеҙ Урал батырға арналған саранан Гөлнур Ҡыуатова – репортаж, Туймазы районындағы “Нур” мәктәбе тураһында Миҙхәт Шәрипов һүрәтләмә тәҡдим итә.

Башҡорт ҡыҙының бөтә донъяға киң билдәле кейем-һалым компанияһында дизайнер булып эшләгәнен белергә теләйһегеҙме? Ынйы (Инга) Булананың нисек иң модалы кейемдәр капсулаһын етештереүе, ижады һәм Шанхайҙағы тормош тураһында бәйән итеүе менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, Зөһрә Ҡотлогилдинаның мәҡәләһенә күҙ һалығыҙ.

Сираттағы уҡымлы, төрлө темаға арналған һан һеҙҙе көтә, дуҫтар! “Йәшлек” менән бергә ҡалығыҙ!




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)