RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

31.01.2019 №5 (11208)

“Йәшлек”тең 1 февраль һанына күҙәтеү

Гәзитебеҙҙең сираттағы һанында, ғәҙәттәгесә, республикабыҙҙа һәм илдә барған хәл-ваҡиғаларға, көнүҙәк яңылыҡтарға ҙур урын бирелә.

«Йәшлек» гәзите уҡыусылары араһында әленән-әле береһенән-береһе ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштороп, яңы рубрикалар асып тора. Сираттағы «Беҙ – Мостайлы халыҡ» рубрикаһы ла халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, халҡыбыҙҙың бөйөк яҙыусыһы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыусылар күп булыр, тип ышанабыҙ.

Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Рөстәм Шаһыбаловтың ни өсөн концерт ҡарамауын белгегеҙ килһә, 7-се биттә уның менән әңгәмәне уҡығыҙ. Йырсының халыҡ һәм эстрада йырҙары, бөгөнгө йырсылар һәм нисек репертуар һайлауы хаҡындағы фекерҙәре лә бик ҡыҙыҡлы.

Башҡортостандың 10 йыллығына арналған рубрикала билдәле журналист Зөһрә Ҡотлогилдина Көйөргәҙе районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр хаҡында бәйән итә.

Арабыҙҙа үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, шунан кинәнес табып, бөтә ваҡытын яратҡан эшенә бағышлаған кешеләр ҙә бар. Тап шундайҙарҙың береһе – Өфө районы Шамонин ауылында йәшәй. Үҫмерҙәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Айгөл Хәкимованы был яҡтарҙа яҡшы беләләр, яраталар һәм хөрмәт итәләр. Нур Ҡәҙербаевтың һәләтле тренер менән әңгәмәһендә өс йыл эсендә уның нисек итеп Шамонин ауылы уҡыусыларынан Рәсәй чемпиондары әҙерләүе хаҡында уҡырға мөмкин.

Уҡыусыларыбыҙ яратып уҡыған «Сәләмәтлек» битенең сираттағы сығарылышы вируслы инфекцияларҙы дауалауға, быуындар һыҙлауын үләндәр менән дауалауға арнала.

«Белгән – өйрәтә» рубрикаһында Ейәнсура районынан Рәйлә Бикбулатова тултырма әҙерләргә өйрәтә. «Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманованың ҡатмарлы яҙмыштар хаҡындағы яҙмаһы ла уҡыусылар күңеленә хуш килер.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



№7 (11210)

15.02.2019 - Яңы номер №7 (11210)


№6 (11209)

08.02.2019 - Яңы номер №6 (11209)


№4 (11207)

25.01.2019 - Яңы номер №4 (11207)


№3 (11206)

18.01.2019 - Яңы номер №3 (11206)


№2 (11205)

14.01.2019 - Яңы номер №2 (11205)


№53 (11204)

03.01.2019 - Яңы номер №53 (11204)


№52 (11203)

28.12.2018 - Яңы номер №52 (11203)


№51 (11202)

20.12.2018 - Яңы номер №51 (11202)


№50 (11201)

13.12.2018 - Яңы номер №50 (11201)


№49 (11200)

07.12.2018 - Яңы номер №49 (11200)


№48 (11199)

30.11.2018 - Яңы номер №48 (11199)


№47 (11198)

23.11.2018 - Яңы номер №47 (11198)