RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

20.12.2018 №51 (11202)


Бай йөкмәткеле сираттағы һаныбыҙ гәзит уҡыусыларҙы «Йәшлек» китапханаһы» менән ҡыуандырасаҡ. Йылына бер тапҡыр ғына донъя күргән китапсыҡта ҡыҙыҡлы теләктәр, Яңы йыл табынына һый әҙерләү серҙәре, күңелле уйындар, популяр йырҙар һәм киләһе йылға йондоҙнамә тәҡдим ителә.

Күптән түгел Башҡортотсан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың яңы девизын билдәләне. Яңы етәксенең бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса, һәр ваҡиғаны, фамилияны иҫендә тотоп, проблемаларҙы һәм билдәләнгән бурыстарҙы аныҡ итеп һөйләүенә барыһы ла таң ҡалды. Был хаҡта гәзитебеҙҙең сәйәси күҙәтеүсеһе Алһыу Ишемғолова теүәл һәм йыйнаҡ мәҡәләһен уҡыусы хөкөмөнә сығара.

Декабрҙең иң сағыу тамашаһы — «Йөрәк һүҙе» өсөнсө тапҡыр ғына уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, меңәрләгән шиғриәт һөйөүсененең күңел байрамына әүрелде. Быйыл да ул юғары кимәлдә ойошторолоп, сәхнәнән телебеҙҙең яҙмышы, милләт киләсәге, эшһеҙлек, экология торошо кеүек темаларға көн ҡаҙағына һуҡҡан шиғырҙар яңғыраны. Гөлнур Ҡыуатованың «Яңғыраны «Йөрәк һүҙе», күңелдәрҙе уттай өттө... » мәҡәләһендә сара, уның еңеүселәре менән ентекләберәк танышырһығыҙ.

Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан иң яҡшы ғаиләләр араһында, «Атайсал» гәзите башланғысы менән, «Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләһе» тигән күркәм ярыш ойошторолдо. Финалға сыҡҡан еңеүсе ғаиләләр хаҡында был һанда уҡырһығыҙ. Тағы ла Башҡорт асыҡ лигаһы КВН уйындары финалы, даими спорт, «Cәләмәтлек» биттәре урын алған.

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яҡындарға ниндәй бүләк һайларға, өйгә Ҡыш бабай саҡыртыу өсөн нимәгә иғтибар итергә? Был хаҡта яҡшы кәңәштәр ҙә бар.

Киләһе ярты йыллыҡҡа беҙҙең уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙән мәхрүм ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Әлегә почта бүлексәләрендә яҙылыу мөмкинлеге бар, ашығығыҙ!



Автор: Л.Хәлитова
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



№3 (11206)

18.01.2019 - Яңы номер №3 (11206)


№2 (11205)

14.01.2019 - Яңы номер №2 (11205)


№53 (11204)

03.01.2019 - Яңы номер №53 (11204)


№52 (11203)

28.12.2018 - Яңы номер №52 (11203)


№50 (11201)

13.12.2018 - Яңы номер №50 (11201)


№49 (11200)

07.12.2018 - Яңы номер №49 (11200)


№48 (11199)

30.11.2018 - Яңы номер №48 (11199)


№47 (11198)

23.11.2018 - Яңы номер №47 (11198)


№46 (11197)

21.11.2018 - Яңы номер №46 (11197)