RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.12.2018 №49 (11200)

«Йәшлек» гәзитенең 49-сы һаны йәнә лә бай йөкмәткеле мәҡәләләре менән уҡыусыларын һөйөндөрә. Тәүге биттәрҙә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо тураһындағы яңылыҡтар менән танышырһығыҙ.

Гәзиттә Өфө ҡалаһынан Зөһрә Ҡотлогилдина “Йәштәр театрына ”Балалар бүлмәһе” кәрәк!” тип бик тә урынлы тәҡдим менән сығыш яһай. Әйткәндәй, оҙаҡламай Яңы йыл етәсәк, был байрамды үткәреү сценарийы менән таныштырабыҙ. Моғайын, ул уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар ялын ойоштороусылар өсөн файҙалы булыр.

“Һаулыҡ” махсус битендә полиомиелит сире, балаларҙы унан нисек һаҡлау буйынса кәңәштәр, “Йәшел дарыухана” рецепттары, медицина өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирелә. “Кәңәш-төңәш”тә иһә нисек бысраҡ үтекте таҙартыу, аяҡ кейеме, тарттырылмалы түшәм һайлау, хеҙмәт стажын раҫлау хаҡында белеп буласаҡ.

Хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Ҡыуатованың Себергә сәфәре тураһындағы яҙмаһы был һанда тамамлана. Әйткәндәй, уның авторлығындағы “Бер мөхәббәт тарихы” рубрикаһында медицина фәндәре кандидаты Винер Сафин һәм йырсы Гүзәл Диникееваларҙың матур ғаиләһе тураһында мәҡәлә бирелә.
Бишенсе биттә Көйөргәҙе районынан Урал Ҡәйүповтың хеҙмәт ветераны Вилүрә Шәйхәдәрованың тормош юлы тураһында бик матур мәҡәләһен уҡырға мөмкин. Шунда уҡ Бишбүләк ауылынан Хәйруллиндар ғаиләһе лә һоҡландырыр.

Ошо көндәрҙә ил инәһе, яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Бураҡаеваның ижад кисәһе үтте. Был туралағы яҙма гәзитебеҙҙең 12-се битендә урын алған.

“Йәшлек” почтаһына көн дә тиҫтәләгән хат килә, шуларҙың ҡайһы берҙәре был һанда бирелгән. Кемдер үткәндәрҙе, йәшлеген иҫкә ала, бәғзеләр шағир Рауил Бикбаевҡа рәхмәтен белдерә, берәүҙәр иһә “гәзитегеҙ мине йәшәртә”, ти.

“Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһында баҫылған кеше яҙмыштары тураһындағы яҙмаларҙы барыһы ла көтөп ала. Был һанда “Хеҙмәттәшемдең ире менән ҡауыштыҡ” исемле хикәйәнең аҙағын уҡығыҙ. Тулы варианты сайтта бирелгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Раил Бикбаевҡа – 80 йәш. Әҙиптең шиғырҙарынан бер шәлкем әҙәбиәт һөйөүселәрҙе күңеленә хуш килер.

20-се биттә психолог Әлмира Исхаҡованың мәҡәләһе, аҙналыҡ йондоҙнамә, Ғайса Хөсәйеновтың афоризмдары менән танышығыҙ.
Был һанда арҙаҡлы башҡорт тарихсыһы һәм ғалимы Ирек Аҡмановтың 85 йәшлек юбилейы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең Силәбе өлкәһенә Ҡоншаҡ районына сәфәре тураһында мәҡәләләр бар.

Көйәрмән гәзит уҡыусылар «Спорт» битендә донъя, ил һәм республиканың спорт яңылыҡтары менән таныша аласаҡ.

Һуңғы биттә иһә аш-һыу серҙәре, “Йәшлек” гүзәле” конкурсына фотоһүрәтен ебәргән сираттағы һылыуҡай тураһында мәғлүмәт, Рабиғел ахыр айына намаҙ ваҡыты бирелгән.

Гәзитебеҙҙе уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Онотмағыҙ, киләһе аҙнаның кесе йомаһына, йәғни 13 декабргә тиклем "Йәшлек"кә ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Ярты йыллыҡ хаҡы 713 һум да 70 тин тәшкил итә. Почта бүлексәләренә ашығығыҙ, дуҫтар!




Автор: А.Ишназаров
Фото: Редакция архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)