RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

30.11.2018 №48 (11199)

«Йәшлек» гәзитенең сираттағы бай йөкмәткеле һаны үҙенең уҡыусыларына ашыға. Бында йыр-моң һөйөүселәр Тимур Рамазанов менән интервью һәм «Юлдаш»-хит концертынан репортаж менән таныша ала. Күңелдәрҙе уйға һалыр шиғриәткә эйә Гөлнара Хәлфетдинова үҙенең моңло шәлкеме менән әллә ҡайҙарға илтә — уның ижады тыштан сабыр, эстән ялҡын төҫлө.

Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына килгән «Яза» хикәйәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Выждан ғазабы кисергән ҡатынды йәлләүҙән йөрәк әрней, тик терһәкте тешләп булмай шул. Ысын тормошобоҙҙа ла хикәйәлә бәйән ителгән яҙмыш кеүек осраҡтар тулып ята.

Һаулыҡ битендә Манту прививкаһы тураһында тулы мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ сәстәр торошона ҡағылышлы кәңәштәрҙе үҙегеҙҙә һынап ҡарарһығыҙ.

Башҡортостанда «Инцидент менеджмент» тип аталған системаның ғәмәлгә ашырылыуы хаҡындағы мәҡәлә күптәргә ҡыҙыҡлы булыр. Халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы социаль селтәрҙәр аша тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге урындағы үҙидара органдары өсөн фәһем булыр, тип ышанғы килә.

Психолог Әлмира Исхаҡованың мәҡәләләре үҙ уҡыусыһын тапты. Күптәр уның яҙмаларын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Нисек итеп тормоштан ҡәнәғәт булып, үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәү тураһындағы файҙалы кәңәштәрҙең береһе һаулығыңды ҡайғыртып, күберәк хәрәкәтләнеү, ти психолог. Был кәңәште журналистар ҙа тота — был һанда матбуғат хеҙмәткәрҙәренең Белорет һәм Ишембай райондарында тау шыуырға барып ял итеп итеп ҡайтыуы тураһында ла мәҡәлә бар.

Әлбиттә, гәзит уҡыусыларға донъя, ил һәм республика спорт яңылыҡтарына байҡау яһаған даими «Спорт» бите тәҡдим ителә.

Гәзитебеҙҙе уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Әйткәндәй, 3 – 13 декабрҙә "Йәшлек"кә ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Ярты йыллыҡ хаҡы — 713 һум да 70 тин. Почта бүлексәләренә ашығығыҙ, дуҫтар!



Автор: Л.Хәлитова
Фото: Редакция архивынан




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



№50 (11201)

13.12.2018 - Яңы номер №50 (11201)


№49 (11200)

07.12.2018 - Яңы номер №49 (11200)


№47 (11198)

23.11.2018 - Яңы номер №47 (11198)


№46 (11197)

21.11.2018 - Яңы номер №46 (11197)