RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.11.2018 №47 (11198)

«Йәшлек» гәзитенең 47-се һанына күҙәтеү

Ошо йәкшәмбелә иң матур дата – Әсә көнө билдәләнә. Әлбиттә, һәммәбеҙ өсөн дә ҡәҙерле кешеләребеҙгә арналған көндө «Йәшлек» бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Гәзитебеҙҙең 47-се һанын Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан биш бала әсәһе Лилиә Рәхмәтуллина тураһында хәбәрсебеҙ Лилиә Хәлитованың йылы һүрәтләмәһе аса.

Башҡорт эстрадаһы «йондоҙҙары» Фирүзә Париж, Резеда Әмәкәсова, Миңзәлә Яхина, Гөлнур Ҡарабулатова, Эльмир Әбүбәкиров, Нәркәс Сиражетдинова, Илнур Юламановтарҙы бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Улар ҙа Әсә көнөнә битараф ҡалмай, гәзитебеҙ аша иң ғәзиз кешеләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Гөлнур Ҡыуатованың әле һанап үтелгән артистарҙың әсәләре менән төшкән фотоларын биреп әҙерләнгән 12-се биттәге материал бөтәгеҙҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятыр.

Ә Баймаҡ районының Ишей мәктәбе уҡытыусыһы Венера Ҡасҡынованың «Үгәй, тиһәләр ҙә ...» тигән мәҡәләһе әсәләре үлгән өс етем баланы үҙенекеләй күреп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған ауылдашы, оло йөрәкле Миңлебаныу Таһироваға арналған.

«Йәшлек» ҡунағы» рубрикаһында был юлы ҡунаҡта Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов булды. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе сәхнә оҫтаһы тамашасылар күңелен комик артист булараҡ яулаған. Рәүис ағай тормошта ла гел шулай көлөп, шаярып ҡына йөрөймө? Был һорауға Гөлнур Юлдашеываның 6-сы биттәге интервьюһын уҡығас яуап табырһығыҙ.

9-сы биттәге «Иман» сығарылышы хаҡ динебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла, ябай гәзит уҡыусыларға ла оҡшар, моғайын.

Тәҡдир йәки яҙмыш тигән һүҙҙе көн дә ишетәһегеҙҙер. Махсус биттә уларҙың нимә аңлатыуы хаҡында тәфсирләп бәйән ителә.

Хәбәрсебеҙ Гөлнур Ҡыуатова «Сит ерҙәргә башҡорт береккән, көнитмешен биҙәп, гөл иткән»... тип аталған юлъяҙмаларының башында Түбәнге Варта ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең бөгөнгө көнитмеше хаҡында ғына яҙып ҡалмай, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе лә күтәрә.

Хәбәрсебеҙ Сажидә Лотфуллинаның «Сәләмәтлек» сығарылышындағы Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Руслан Фәттәхов менән әңгәмәһенән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы аурыуҙарына ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр ҙә алырһығыҙ.

Мостафетдиндың М. Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына ебәргән «Һуңғы хат» исемле әҫәре бөтәгеҙҙе лә уйландырыр, тип ышанабыҙ.

Психолог Әлмира Исхаҡованың сираттағы һорауға яуабы эскесе ир менән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙҙарға төбәлгән.

Ҡыҫҡаһы, баҫмабыҙҙа һәр берегеҙҙең күңеленә ятырҙай хәбәрҙәр, мәҡәләләр етерлек. «Йәшлек» кә яҙылығыҙ, рәхәтләнеп уҡығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)