НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тормош уларҙы һындырмаған
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 2-08-2011, 11:26


Бөгөн ниндәй күңелле! Ҡояш йылмая. Ҡоштарҙың һайрауы тәҙрә аша хатта өйгә ишетелә. Матур, сыуаҡ иртәгә ҡыуанып, ашыға-ашыға тышҡа йүгереп сыҡтым. Бар тирә-яҡ йәмле, һоҡландырғыс... Иҫем китеп ҡарап торғанда, өй тәҙрәһе аша ҡарап ултырған Хәкимә инәй күҙемә салынды. Көн матур, аяҡ аҫты ҡоро булһа, йыш ҡына беҙгә килә торғайны. Әбей – яҡын ғына инәйем. Хәкимә инәйемдең һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңларға яратам. Әсәйем: «Ололар һөйләгәнде тыңларға ярамай», – тиһә лә, уның һүҙен ишетмәмеш булып, оло кешенең һөйләгәндәрен артабан да тыңлай торғайным. Хәкимә инәй үҙенең үткәндәрен бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй ине шул....

Кешеләргә ышаныусан сабый – яуызлыҡ ҡорбаны
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-07-2011, 16:30


Кешеләргә  ышаныусан сабый –  яуызлыҡ  ҡорбаны9 йәшлек Дарья Асееваны 23 йәшлек күршеһе үлтергән. Фотоһүрәттән бар донъяға йылмайып, һөйкөмлө генә ҡыҙ бала баға. Бала сағының иң матур осоронда тиҫтерҙәре менән бергә уҡыр, уйнар ваҡытында, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, яуыз уйлы әҙәм ҡулынан һәләк булған ул.
29 майҙа Бла­говещен ҡалаһында кискеһен йорт ихатаһы алдынан юғалған 9 йәшлек Дарья Асееваны эҙләргә барыһы ла ҡушылды. Хоҡуҡ һәм тәртип һағында тороусыларға студенттар, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килде. Әммә эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Полиция ЭЭМ институты курсанттарын, ЭЭМ-ның Профессиональ әҙерлек үҙәгендә белем алыу­сыларҙы йәлеп итеп, ҡайтанан элекке урындарҙан ҡыҙҙы эҙләүҙе дауам иткәс, ҡала зыяраты эргәһендә, үҙ өйөнән ярты саҡрым алыҫлыҡта Дарьяның мәйете табылды....

Үҙе – хөкөмдар, үҙе – язалаусы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-07-2011, 15:47


Республиканың Б. районында була был хәл. Илнур исемле егет машина йөрөтөргә өйрәнгән ваҡытта, яңылыш олоғайған күршеләренең ҡапҡаһына бәрелеп, уны ауҙара. Тегеләрҙең ҡаланан ҡайтҡан улы шундуҡ «сдача» бирмәксе була һәм, егетте машинанан һөйрәп сығарып, туҡмай. Һөҙөмтәлә йәш кеше йән бирә, икенсеһенең дә яҙмышы түбәнгә тәгәрәй. Юҡтан ғына тиерлек килеп сыҡҡан ғауға бына шулай фажиғәле тамамлана. Ни өсөн улай һуң? Ҡапҡа ауҙарған өсөн кеше ғүмере менән түләргә тейеш булып сыҡҡанмы? «Яза биреүсе» үҙен ғәҙелмен, тип әйтә аламы? Үҙе судья булып, үҙе яза биреп ҡәнәғәтлек алғандар бөгөн батыр кимәлендә тиерлек йөрөй. Самосуд, йәғни үҙ белдегең менән язалау (енәйәтсене йә енәйәттә шикле кешене дәүләт органы ҡыҫылышынан тыш хөкөм итеү) күренештәре киң таралыу ала. Һәр хәлдә үҙәк каналдар, баҫмалар ундай теманы яҡтыртыуҙа әүҙемлек күрһәтә....

Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Тормош юлдары ҡатмарлы // 28-06-2011, 20:25


Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһынУҡытыусы ағай бер ваҡыт мине Райхана менән Зифаның уртаһына ултыртты. Уларҙың атайҙары булғас, тамаҡтары туғыраҡ булғандыр, шаяралар, мине ултырмаһын тип ике яҡлап семетәләр, сәсте тарталар, ә уларға ҡаршы һуға алмайым. Сөнки Зифаның атаһы ҡаршыла ғына, беҙҙе уҡыта (беренсе партала ултыра инек), Зифаға һуҡһаң Мостафа ағай хәҙер башыңа таяғы менән килтереп һуға (уң аяғы зәғиф, таяҡҡа таянып йөрөй ине). Класташым Мостафа менән бер урамда йәшәгәс, бергә ҡайта инек. Ул да мине ҡыйырһытты. Ул минән бер йәшкә оло һәм атаһы ла бар. Шулай ҡыйырһытылып булһа ла 1948 йылды дүрт класты яҡшы ғына уҡып бөттөм. Шул аслыҡ, яланғаслыҡ менән йәй ҙә үтеп китте, Сәйетбабаға бишенсегә барырға ни кейем юҡ, ни йөрөрлөк хәл юҡ. һигеҙ саҡрым араны көн дә үтергә кәрәк, хәҙерге кеүек интернат йәки мәктәп автобусы юҡ. Был ҡышты ағайҙар менән сабата яһарға тотондом, уҡымағас эшләргә кәрәк бит....

Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның, еҫе лә, ә эҙемтәһе бар
Проблема / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 16:57


Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның,  еҫе лә,  ә эҙемтәһе барҠапыл ғына шундай һорауға яуап тапҡы килдесе: Рәсәйҙә йылына күпме кеше хөкөм ителә икән? Эҙләгән тапҡан − РФ Юғары суды департаменты сайтына «сәфәр» ҡылып, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алдым, бөтөнләй уйламағандарына ла күҙ һалып, хайран ҡалдым.
Былтыр беҙҙә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле һаналған миллиондан ашыу кешегә ҡарата суд булған. Иң ҡәтғи хөкөмдө төбәк судтары сығара икән, ә мировойҙар бер аҙ «йәлләңкерәй». У-уу, миллион хәтәр күп тә инде, тип аптырамағыҙ. 2009 йылда енәйәт эштәре тағы ла күберәк булған. Ул йылда суд залынан хөкөм ителеүселәрҙең 76,2 проценты ғәйепле булып сыҡһа, былтырғы күрһәткес − 75,6 процент. Иң йыш ҡаралған енәйәт статьяһы нисәнсе, тип уйлай­һығыҙ? Ул 158-се, йәғни урлашыу. Уның буйынса 260 меңгә яҡын кеше хөкөм ителгән (әйткәндәй, икенсе урында − законһыҙ рәүештә наркотиктар һаҡлаусы һәм уны алыу өсөн ялған рецепт яҙыусылар. Өсөнсөлә − кешенең сәләмәтлегенә мәкерле рәүештә зыян килтереүселәр)....

Егетен үлтергән 23 йәшлек ҡыҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 16:11


Егетен үлтергән 23 йәшлек ҡыҙАлина тәҙрә яңағына башын терәп, ҡаты уйға батҡан. Инде нисәнсе ҡат шул ҡәһәрле кисте – ғүмеренең иң ауыр мәлен күҙ алдынан үткәрә. Бесәйе иләмһеҙ мыяулап, аяғына урала. Асыҡҡан ул. Хужабикәһенә иркәләнеп маташа, әммә уныһы һынташ кеүек ҡатҡан, тик торасы. Барсик һыуытҡыс ишеген тырнап ҡараны, юҡ, өндәшмәй, иғтибар ҙа итмәй бит әле. Шунан йән асыуынан хужабикәһенең аяғынан тешләне. Күрмәйме ни уны?! Шул саҡ Алина бесәйен тибеп осорҙо.
– Һин, тик һин генә ғәйепле бары­һына!..
Бындай мөғәмәләне Барсик унан көтмәгәйне, күҙҙәрен асыулы ялтыратып, ҡойроғон уңға-һулға һелтәне лә асыулы мырылдап, тәкәббер генә карауат аҫтына инеп китте.
Ҡышҡы бер көндә Алина егете Айнур менән подъезд ишеге төбөндә һыуыҡтан дер ҡалтырап торған бәләкәс кенә йомғаҡты – ошо бесәйҙе алып ҡайтҡайны.
– Айнур......

Ир-егеттең кемлеге эшендә беленер
Башҡортостан / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 14:23


Ир-егеттең кемлеге эшендә беленерҒафури районының Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Фәнзил Фәнил улы Сөләймәнов та, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, етештереү кеүек бик ауыр, күп физик көс талап иткән тармаҡҡа тотонған – ул урман киҫеп, ағас эшкәртеп, бура бурау менән шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү үтеп, һалымдарын ваҡытында түләп барырға тырыша. Фәнзилде инде байтаҡтан бирле – 17 − 18 йыллап беләм. 12 − 13 йәштәрҙәге теремек, сос малай “Табын” гәзите призына уҙғарылған милли көрәш бәйгеләрендә призлы урындар яулап йөрөр ине. Һуңғараҡ ул бил нығытып башҡа майҙандарҙа ла уңышлы һынау тотоп, район һабантуйҙарында бер нисә йыл рәттән елкәһенә тәкә һалыуға өлгәште. Республика кимәлендәге ярыштарҙа ла еңеү яуланы. Бына ошондай үҙ көсөнә ныҡлы ышанған, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта тыныс холоҡло, артығын һөйләмәҫ, йөҙөнән һәр ваҡыт йылмайыу китмәгән егет, бөгөн инде аҫыл ир булараҡ танылыу алды тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫтыр....

Таксисты талағандар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 14:18


Бөгөн таксистарҙың тыныс күренгән эше ысын мәғәнәһендә иң хәүефлеләрҙең береһе һанала. Улар башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда талауға йышыраҡ дусар була. Шулай, Ишембай ҡалаһында йәш водителгә үҙ пассажирҙары һөжүм итә. Бәхеткә күрә, ул тере ҡала һәм полиция ярҙамында автомобилен ҡайтара. Ә енәйәтселәрҙе яза көтә.
Төнгө сменалар көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтмәй. Пассажирҙарҙы Салауат ҡалаһынан Ишембайға алып барыусы таксист йәштәрҙең ҡыласаҡ енәйәте тураһында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, улар араһында йәш ҡыҙ ҙа була. Ҡалаға уңышлы килеп еткәс, эскән егеттәр водителдән үҙҙәрен гараждар араһына алып барыуын һорай. Ошонда була ла инде көтөлмәгән хәл. Йәштәрҙең барыһы ла сигнал буйынса таксистҡа ташлана....

Ямғыр әллә былтырғы нормаһын тултырамы?
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-06-2011, 16:02


Был йәй бик бәрәкәтле булырға оҡшай. Ямғырҙы, урыны менән яуа, тиһәләр ҙә, урыны һәр ерҙә, ахыры: ҡояш иртә менән көлөп килеп сыҡһа ла, көн дауамында барыбер ҡайҙа булһа ла ҡойоп ебәрә. Йылға буйҙарына ашҡыныусылар аяҙ көндәрҙе көтөп, көтөк булды инде. Синоптиктар киләһе аҙнала ла яуым-төшөм вәғәҙә итә. Бөгөн-иртәгә ямғыр яуа, ә дүшәмбелә көн болотлап ҡына торасаҡ. Артабан инде тағы күк илаясаҡ. Һауа температураһы 20 – 22 градус йылы, йома менән шәмбегә табан 24 – 26-ға етәсәк....

Йәшәү көсө
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 4-06-2011, 13:22


Ҡасимды, бөгөн дә йоҡо алманы. Ул, көндәгесә, әйләнә лә тулғана, йәнен ниҙер өйкәй, тәрән уйҙарҙан сыға алмай. Уның төштәренән нишләптер әсәһе китмәй башланы. Был осорҙа үҙе лә ниңәлер ғәзиз кешеһен йыш хәтерләй. Бәлки, шуғалыр ҙа уйлағаны төшөнә инәлер.
Хәтерләмәҫлекме ни? Бер көндө эштән ҡайтышлай тап булған күренештән ныҡ ҡына тетрәнгәйне ул. Бынау ҡыҙыу эш ваҡытында, сәсеү барған мәлдә, ике-өс ҡатын иҫереп алған да, урам буйлап ауа-түнә китеп баралар. Әллә уларҙы хөкүмәтебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хәстәрлеге боҙамы?
Ҡасим тормоштоң йәмен ебәреүселәрҙе күреп, ныҡ ҡына борсолдо. Бына әле шундай уйҙарҙан арына алмай ыҙалана. Әсәйем әле иҫән булһа, белер ине йәшәүҙең ҡәҙерен, тип уфтана....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM