НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Усаҡҡа ҡуҙ өҫтәй белегеҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:57


Мөнәсәбәттәр көрсөккә килеп терәлгән, әммә тойғолар әле үлеп бөтмәгән, ғаилә һеҙҙең өсөн һаман да донъяны тотоп тороусы иң ҡәҙерле нәмә һәм уны һаҡлап ҡалыу теләге лә иҫ киткес ҙур, ти. Ошондай саҡтар­ҙа нимә эшләргә, бер-береңде аңлау өсөн ниндәй саралар табырға, ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы уртаҡ усаҡты нисек яңынан дөрләтеп ебәрергә?...

Шайтан ҡолағы ишетмәһен!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:55


Элек, бәләкәй саҡта яҙмыштарына һуғыш еле ҡағылған ололарҙан бәхет ҡапҡалары тураһында ишеткәнем булды: «Ауыр саҡтарҙа беҙ бер-беребеҙҙе, ҡасан да булһа әҙәмгә барыбер бәхет ҡапҡалары асыла, беҙгә лә ул көн килеп етер әле, тип йыуата инек, шуға ла киләсәккә гел өмөт менән ҡараныҡ, асыҡ күңел менән йәшәнек». Минең өсөн «Бәхет ҡапҡалары» «Әли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» әкиәтендәге алтын-көмөш тулы мәмерйә һүрәтендә һымаҡ ине, «сим-сим, асыл» тигән, асылыр ҙа китер төҫлө ине. Тик ҡайҙа, ҡасан асылыр икән, тип күктәргә, офоҡтарға ҡарап көтөүҙәрем бушҡа булды. Йәшәй-йәшәй бәхеттең әллә ҡайҙан күктән төшмәгәнен, һәр кемдең янында йөрөгәнен төшөндөм. Әйтмәксе лә, бының өсөн күңелең генә асыҡ торһон, бәхетеңде ҡабул итергә әҙер генә бул, йөҙ борма. Шул саҡта бәхет ҡапҡалары асыла ла инде! Ошо хаҡта − яңы рубрикабыҙ....

“Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:54


“Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”
Ауыл осондағы ҡыҙыл кирбес йорт үҙенең күркәмлеге менән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Тирә-яғы төрлө сәскәләргә күмелгән өсөн генә түгел, ә тәҙрәләренән дә нур балҡыған кеүек тойола ул миңә. Миәкә районының Күл-Ҡунҡас ауылында урынлашҡан был йортта Фазлиәхмәтовтарҙың бәхетле ғаиләһе йәшәй. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, үҙҙәренә бары тик татыулыҡты һәм тырышлыҡты ғына юлдаш иткән Борис Мәврүр улы менән Люциә Хәйҙәр ҡыҙы күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә....

Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:51


Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында өс ғаилә алтын туйҙарын билдәләне
Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урыр­һың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләр­ҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән өс өлгөлө ғаилә хаҡында...

Ҡәнифә юлы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:48


Ҡәнифә юлы
Элек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Һалдаттары үҙен гел һаҡлап ҡына йөрөй икән.
Брагин аҡ таш ҡаҙ­ҙыртҡан. Халыҡты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡа­тын-ҡыҙ­ҙар­ҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән.
Бер көн...

“Бәхетте ошонда тараталармы?”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-10-2011, 12:03


Баймаҡҡа – “Бәхетле” димләү агентлығына рәхим итегеҙ!
“Бәхетте ошонда тараталармы?”
− Зөлфиә, бындай агентлыҡты асыу уйы һиңә ҡайҙан килде? Ниңә “Бәхетле” тип атаның?
− Бының тамырҙары тәрәндәрәк – мин ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһе алып үҫтем. Улар 70 йыл бергә матур итеп донъя көттө, һоҡланғыс кешеләр булды. Әсәйемдең сабырлығын, аҡылын да өлгө иттем. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән аҡыл, дин менән һуғарылып үҫтем. Ишмырҙа мәктәбенән Сибай медицина училищеһына ин­дем. Ошонда уҡыған сағымда уҡ Өфөләге шифаханаларҙың береһендә эшләргә хыяллана торғайным. Аллаға шөкөр, маҡсатыма ирештем – Өфөгә сығып киттем дә, “Радуга” шифахана­һына медицина хеҙмәткәре булып эшкә урынлаштым. Бында клиенттар менән эшләү күп нәмәгә өйрәтте....

Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-10-2011, 11:32


Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Нурия һәм Самат Утарбаевтар тыуған төйәгендә ҡалыуҙарына һис үкенмәй
Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә
Йәшерен-батырыны юҡ, колхоздарҙың күбеһенең хәле бөгөн ҡыуаныслы түгел. Осон-осҡа ялғап көн иткән хужалыҡтарҙа тир түгеүселәрҙең кәйефе лә шәп, тип әйтеп булмай. Йылдар буйы әҙәмсә эш хаҡы алмай, аҡса төҫө күрмәй эшләй улар. Хәл берәй заман ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт менән тоғро хеҙмәт итеүселәр бар....

Ябай ауыл ҡатынының бер көнө
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-10-2011, 11:31


Ябай ауыл ҡатынының бер көнө
«Йәшлек» гәзитен һәр ваҡыт яратып уҡып, яҙҙырып барам. Шулай ҙа бер нәмә йәнде көйҙөрә − һәр ваҡыт матур йәшәгән, ҙур хужалыҡ тотҡан ауыл кешеләре тураһында яҙаһығыҙ. Уҡыһаң, ауылда көнөн-көнгә ялғап саҡ йәшәгәндәр, берәүҙән артыҡ һыйыр аҫрай алмағандар ата ялҡау һымаҡ килеп сыға. Ә бит ашаған белмәй − тураған белә. Мәҫәлән, мин ғүмер буйы ауылда йәшәгән, инде бына ете йыл элек тирәһе тол ҡалып, ике бала үҫтереп, минең кеүек этләнмәһендәр, тип балаларын ҡалаға сығарып ебәргән яп-ябай ауыл ҡатынымын. Ике ҡатлы йорт һалып инә алмаһам да, һарайымда 15 һыйыр мөңрәмәһә лә, көнө буйы ултырып ҡына то­рор­ға ла ваҡытым юҡ. Бер ерҙә лә эшләмәйем, сөнки эш юҡ. Шуға ла аҡса яғы наҡыҫыраҡ....

Замандаштарым һынатманы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 8-10-2011, 12:46


Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә икән. Әле генә беҙгә егермешәр йәш ине, ә хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуалайбыҙ. Беҙгә, оло быуын кешеләренә, ас­лыҡ-яланғаслығын да, төрлө сә­йәси-иҡтисади үҙгәрештәр­ҙе лә күп күрергә тура килде.
Минең тәүге геройым, Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән Нәфисә Шаһалова ла кесе йәшенән үк нужа һурпаһын күп татый. Уның атаһын, “халыҡ дошманы” мөһөрөн тағып, Себергә оҙаталар. Әсәһе береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡала, уларҙың иң олоһона 12 генә йәш була. Ҡатын Инйәр урман хужалығында эшләй, бар хәленсә балаларының тамағын туйҙырырға тырыша. Ул заманда репрессияға эләккән кеше­ләр­ҙең ғаиләһенә бөтөнләй икенсе ҡараш була. Балаларға яҡшылап белем алыу форсаты ла теймәй....

Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-09-2011, 11:24


Беҙҙең Сапай ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты совет осоронда уҡ төҙөлгәйне. Уны асыуға республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы Радик Ғарифулла улы Богданов заманында күп көс һалғайны. Үкенескә күрә, был изге йән хәҙер яҡты донъяла юҡ.
Фельдшерлыҡ пунктында 1979 йылдан алып Фатима Шафиҡова эшләй. Ул тыумышы менән Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан. Бына инде 32 йыл үҙ эшен яратып башҡарған тәжрибәле белгес олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM