НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Инициативаны ҡулға алып
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 29-11-2011, 12:50


Йорт комитеттарының эше көйләнә
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары Павел Крашенинников һәм Андрей Назаровтың башланғысы менән РФ Торлаҡ кодексына төҙәтмә индерелде. Шунан һуң республикала «Башҡортостандың йорт комитеттары союзы» проекты тормошҡа ашырыла башланы. Бер юлы йорттар комитеты ла барлыҡҡа килде. Уларҙың рәйестәренә кодекс менән нығытылған билдәле хоҡуҡтар бирелде....

“Бетон бағаналар күпкә өҫтөн”,–
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 29-11-2011, 12:47


тип һанай Мерәҫ эшҡыуары Миңлеғәле Кинйәбулатов
“Бетон бағаналар күпкә өҫтөн”,–
Яңыраҡ Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында шәхси эшҡыуар Миңлеғәле Кинйәбулатов менән танышырға насип булды. Төҙөлөш материалдары эшләүҙе яйға һалған хужа формаларға бетон иретмәһе тултырыу менән мәшғүл ине. Әҙер продукцияны – тигеҙ рәттәр менән һалынған блоклы кирбестәрҙе һәм тимер-бетон бағаналарҙы күргәс, эш яҡшы бара, тигән фекер ҡалды. Эйе, хужаның әйтеүенсә, ауыл кешеләре, уларҙың таныштары төҙөлөш материалдарын теләп һатып ала икән.
Блоктарҙы данаһын − 30, бағаналарҙы 300 һум менән һатам. Баймаҡта үткән көҙгө йәрминкәләр мәлендә продукцияны күрһәттек, әле лә кешеләрҙән заказдар бар, – ти тырыш уҙаман....

«Һағындыра йәшлек йылдары»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-11-2011, 13:05


«Һағындыра йәшлек йылдары»
Баймаҡ районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләгән Рәйес Кәримовты, ер улы, тип атар инем. Барыбыҙ ҙа бер планетала йәшәйбеҙ, Марстан йә Айҙан төшмәгәнбеҙ бит, тиеүселәр ҙә табылыр. Тыуған тупрағына тоғро ҡалып, шөғөлдәрҙең иң изгеһен – игенсе һөнәрен һайлаған кешене башҡаса атау мөмкин түгелдер....

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 8-11-2011, 11:06


Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән
Эш сәфәре Учалы еренә килтерҙе. Ғөмүмән, был яҡтарҙа булыу күңелгә ятышлы ул. Эрелек һәм тәкәбберлектең ни икәнен белмәгән, тотанаҡлы төбәк халҡын үҙ болононда уйнаған иркә боландарға оҡшатам.
Учалы таштары менән генә түгел, ә шуларҙы иретерлек...

Күңел матурлығы гөл-баҡсала сағыла
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 8-11-2011, 10:50


Руфина һәм Валерий Фазулловтар ҡаланан ауылға йәшәргә ҡайтыуҙарына үкенмәй
Күңел матурлығы гөл-баҡсала сағыла
Көҙгө бер илаҡ көндө барып төштөм мин уларға, Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәүсе Валерий Тайып улы менән Руфина Әнүәр ҡыҙы Фазулловтарға. Күңелем дә әллә нишләп болоҡһоп торған мәл ине. Әммә уларҙың яҡты, йылы йорттарына аяҡ баҫыу менән кәйефем күтәрелеп китте. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән бәхетле кешеләр тәү күреүҙән күренә - уларҙан күҙгә күренмәҫ нур бөркөлгәндәй. Шундай ҙа бер-береһенә пар килгән кешеләр булыр икән, тип Фазулловтарға һоҡланып туйманым. Ни эшләп хужаның исеме Валерий, тип һорарһығыҙ. Был һорау уның менән танышҡан һәр кемдең уйына килә инде ул, сөнки өлкән Фазуллов был йәһәттән әллә күпме тарих уйлап сығарған, һораған һәр кемгә төрлөһөн һөйләй. Ә ниңә улай итәһегеҙ, тигәнгә, ҡыҙыҡ бит, тип ауыҙы йырыла....

Усаҡҡа ҡуҙ өҫтәй белегеҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:57


Мөнәсәбәттәр көрсөккә килеп терәлгән, әммә тойғолар әле үлеп бөтмәгән, ғаилә һеҙҙең өсөн һаман да донъяны тотоп тороусы иң ҡәҙерле нәмә һәм уны һаҡлап ҡалыу теләге лә иҫ киткес ҙур, ти. Ошондай саҡтар­ҙа нимә эшләргә, бер-береңде аңлау өсөн ниндәй саралар табырға, ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы уртаҡ усаҡты нисек яңынан дөрләтеп ебәрергә?...

Шайтан ҡолағы ишетмәһен!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:55


Элек, бәләкәй саҡта яҙмыштарына һуғыш еле ҡағылған ололарҙан бәхет ҡапҡалары тураһында ишеткәнем булды: «Ауыр саҡтарҙа беҙ бер-беребеҙҙе, ҡасан да булһа әҙәмгә барыбер бәхет ҡапҡалары асыла, беҙгә лә ул көн килеп етер әле, тип йыуата инек, шуға ла киләсәккә гел өмөт менән ҡараныҡ, асыҡ күңел менән йәшәнек». Минең өсөн «Бәхет ҡапҡалары» «Әли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» әкиәтендәге алтын-көмөш тулы мәмерйә һүрәтендә һымаҡ ине, «сим-сим, асыл» тигән, асылыр ҙа китер төҫлө ине. Тик ҡайҙа, ҡасан асылыр икән, тип күктәргә, офоҡтарға ҡарап көтөүҙәрем бушҡа булды. Йәшәй-йәшәй бәхеттең әллә ҡайҙан күктән төшмәгәнен, һәр кемдең янында йөрөгәнен төшөндөм. Әйтмәксе лә, бының өсөн күңелең генә асыҡ торһон, бәхетеңде ҡабул итергә әҙер генә бул, йөҙ борма. Шул саҡта бәхет ҡапҡалары асыла ла инде! Ошо хаҡта − яңы рубрикабыҙ....

“Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:54


“Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”
Ауыл осондағы ҡыҙыл кирбес йорт үҙенең күркәмлеге менән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Тирә-яғы төрлө сәскәләргә күмелгән өсөн генә түгел, ә тәҙрәләренән дә нур балҡыған кеүек тойола ул миңә. Миәкә районының Күл-Ҡунҡас ауылында урынлашҡан был йортта Фазлиәхмәтовтарҙың бәхетле ғаиләһе йәшәй. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, үҙҙәренә бары тик татыулыҡты һәм тырышлыҡты ғына юлдаш иткән Борис Мәврүр улы менән Люциә Хәйҙәр ҡыҙы күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә....

Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:51


Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында өс ғаилә алтын туйҙарын билдәләне
Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урыр­һың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләр­ҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән өс өлгөлө ғаилә хаҡында...

Ҡәнифә юлы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-10-2011, 10:48


Ҡәнифә юлы
Элек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Һалдаттары үҙен гел һаҡлап ҡына йөрөй икән.
Брагин аҡ таш ҡаҙ­ҙыртҡан. Халыҡты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡа­тын-ҡыҙ­ҙар­ҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән.
Бер көн...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM