НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 24-01-2012, 09:44


Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөтә йүнәлештә лә һөҙөмтәле эшләй
Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы
...Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ. Сәлимовтың эш көнө, ғәҙәттәгесә, иртәнге сәғәт 7-лә башланды. Көндәлек оператив кәңәшмәгә йыйылған баш белгестәр, урта звено етәкселәре үҙ участкаларындағы эш барышы тураһында яуап тотҡандан һуң, хужалыҡ рәйесе һүҙ алды. Ул производствоның һәр тармағына ҡыҫҡаса анализ яһап, етешһеҙлектәрҙе барланы һәм уларҙы ваҡытында хәл итеүҙе талап итте....

Германияла ла баймаҡтар бар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 24-01-2012, 09:40


Төрлө илдәрҙе гиҙә-гиҙә ниндәй генә мажараларға юлыҡманым. Эйе, донъя булғас, мажаралар ҙа күптер инде ул. Кеше үҙ ғүмерендә кемдәр менән генә осрашмай ҙа, кемдәр менән генә танышмай! Ә инде сит илдәр буйлап йөрөһәң, бигерәк тә ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғаларға осрайһың.
...

Сәйлән менән өмөт үрелгәндә
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 20-01-2012, 10:20


Алиса һәм Әнфис Хафизовтар донъяға күңел матурлығы өләшеп йәшәй
Сәйлән менән өмөт үрелгәндә
Иңдәребеҙгә ишелеп ҡайғы төшкәндә, күҙҙәрҙә илар өсөн хатта йәштәр ҡалмаған саҡта беҙҙе тормошта нимә тотоп ҡала, нимә артабан йәшәргә көс бирә, илһамландыра? Иң ауыр хәсрәтте үтеп сығыр өсөн кеше ҡайҙан рухи ныҡлыҡ таба, бүтәндәр бөгөлөп төшкәндә, ул нимәгә таяна?
...

Ғүмерҙәр ике килмәй
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 20-01-2012, 09:47


Башҡортостандың иң йәмле төбәктәренең береһе – Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында атайым менән әсәйем йәшәй. Уларҙың бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл да тулып киткән.
Әсәйем Һөйәрбикә Сәрүәр ҡыҙы Йәмлихина райондың Байым ауылында тыуған һәм атайымдың ауылына килен булып төшкән. Улар үҙҙәрен, беҙ – һуғыш балалары, ти. Сөнки бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән. Аслыҡ­ты ла, бала кеше өсөн көс етмәҫлек эштәрҙе лә үҙ иңдәрендә татығандар. Ки­ләсәккә ышаныс тойғоһо уларға ауырлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам иткән, көс биргән....

Әсә күңеле балала, ә баланыҡы?..
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-01-2012, 10:54


йәки Ғәлиә апайға ҡартлығында үҫтергән балаларынан рәхмәт түгел, йоҙроҡ яуа
Әсә күңеле балала, ә баланыҡы?..
– Ведьма, ишачка, когда же ты сдохнешь! – тип, 50 йәшлек Гөлназ 80 йәшлек әсәһен йоҙроҡтары менән төйә, аяҡтары менән типкеләй. Уға ағаһы Дамирҙың 23 йәшлек ҡыҙы Фәғилә ярҙам итә, уның ҡулында − оҙаҡ үткерләүҙән нәҙегәйгән бысаҡ.
– Уф, Аллам! Балаҡайҙар, етер, үлтерәһегеҙ бит! У нас же гостья, стыдно!...

Үҙ ерендә тапты бәхетен
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-01-2012, 10:47


Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе туғаным Әсҡәт Кинйәбулатов еҙнәм Мөҙәрис менән апайым Хөршиҙәнең оҙаҡ көтөп, теләп алған улдары булып донъяға килде. Ә олаталары Хәйрулла менән Мөхәмәтвәлигә, өләсәләре Зөләйха менән Фәйзәгә күҙ ҡараһындай беренсе ейәндәре булһа, беҙгә, уларҙың балаларына, иң яратҡан ҡустыбыҙ булды. Уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп кенә үҫтерҙек. Ул иң матур, иң бәхетле ғаиләлә үҫте. Берҙән-бер балаларын еҙнәм менән апайым уҡытырға теләне. Ләкин, урта мәктәпте тамамлағас, Әсҡәт армияға китергә теләп, уҡыу тураһында һуңыраҡ уйларға булды. Ул бер төркөм егеттәр менән Баҡы ҡалаһында элемтәсе булып хеҙмәт итте....

“Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:46


ти Хәйбулла районының ағинәйе Сәбилә Түснәкова
“Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –
1914 йылдың йәмле йәйге иртәһендә Хәйбулла районының Утарбай ауылында Әбделҡадир Торомтаевтың ғаиләһендә, бар донъяға ауаз һалып, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Сәбилә тип исем ҡушалар. Сәбилә – оло юл, сәйәхәтсе тигәнде аңлата. “Мин дә тиҫтерҙәрем кеүек үк йәшенмәк, ҡурсаҡ уйнаным. Үҫә төшкәс, ҡыҙҙар менән “аулаҡ өй”ҙәргә йөрөнөк, – тип хәтерләй ул. − Уйын-көлкө ойоштороп, ҡул эштәре менән булып, күңелле ял итә торғайныҡ”. Сәбилә инәй бындай кистәрҙә һәр саҡ мөнәжәттәр әйтер булған....

«һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:45


Арабыҙҙа төрлө кешеләр бар. Йөҙҙәренән һис ҡасан йылмайыу китмәгән, тирә-яҡтағыларға күңел йылыһын, бәхет таратып йәшәүселәр йәки, киреһенсә, насар, әшәке һүҙҙәре менән йәнде телгеләүселәр, бүтәндәргә яла яғыуҙан, ғәйбәт таратыуҙан ләззәт табып көн күреүселәр. Ауыр һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, юғал­тыу­ҙар кисереп тә, тормоштоң төрлө ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып ҡала белеүселәр ҙә осрай....

Бәхет сере — тырышлыҡта...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:41


Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы оҫтаһы Батыр Зиннәтовтың ҡул йылыһы тейгән мебелде ауылдыҡылар ҙа, ҡаланыҡылар ҙа ҙур теләк менән һатып ала
Бәхет сере — тырышлыҡта...
Бәхеттең асылы ниҙә? Был һорау һәр беребеҙҙе борсой. Кемдер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Батыр Зиннәтов — бәхетте үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе. Ул үҙ хужалығында дуҫы Раян Кейекҡужин менән бергә мебель яһау менән шөғөлләнә....

Заманға яраҡлашҡан ҡунаҡсыллыҡ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 29-11-2011, 12:58


Заманға яраҡлашҡан ҡунаҡсыллыҡ
Хәҙер ҡунаҡҡа һирәк йөрөйҙәр, онотҡанда бер саҡырышалар. Бының сәбәптәре лә бар, әлбиттә: ни тиһәң дә, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, һәр нәмә иҫәпле, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ ана бит, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр­ҙәй, күҙ алдында артып китте, тағы, тура ултырып, ҡырын һөйләмәйек, йәмәғәт, күңелебеҙ тарайҙы, тормош сүп-сарына күмелеп тапландыҡ,...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM