НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәхмәттәр шулай йәшәй!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 23-03-2012, 14:15


Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә бер-береһенә оҡшаған, ти Лев Толстой. Әбйәлил районы Рәхмәт ауылының бер нисә ғаиләһе менән яҡындан танышҡас, рус әҙәбиәте классигының хаҡлы булыуына тағы бер инанаһың. Әлсинә һәм Фәрих Ҡолоевтар, Миңнура һәм Самат Әхмәҙиевтар, Әлмира һәм Нәсим Фәррәховтар, Ләйлә һәм Вадим Алтынбаевтар, Нурзилә һәм Хафиз Хамматовтар, Лилиә һәм Фәнгиз Юнысовтар, Гүзәл һәм Басир Әхмәҙиевтар, Нәғимә һәм Рим Ямаловтарҙың ғаиләләре башҡаларға үрнәк итеп күрһәтерлек. Илдең демографик хәлен яҡшыртып, Рәйфә һәм Дим Нәбиуллиндар, Зиләрә һәм Рәжәп Мәсәлимовтар, Гөлдәр һәм Марсель Харисовтар, Әлфиә һәм Сабирйән Алтынбаевтарҙың татыу ғаиләләрендә бишәр бала тәрбиәләнә (Вадим һәм Ләйләнең яңыраҡ дүртенсе балалары донъяға килгән). Шундай матур ғаиләләрҙең өсөһө менән «Йәшлек» гәзите уҡыусыларын яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ. Көнләштерер өсөн түгел (хоҙай үҙҙәрен яман күҙҙәр­ҙән, яуыздарҙың теленән һаҡлаһын!), ә улар менән һоҡланыр, өлгө алыр өсөн....

Еңгәйем, еңгәкәйем – 2
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-03-2012, 10:40


Еңгәйем, еңгәкәйем – 2
− Туҡ-туҡ-туҡ... Өйҙәләрме?.. Аһ-аһ, әллә береһе лә өйҙә юҡ инде... Фәүзиә еңгәй! Һин ҡайҙа?
− Киләм, киләм, кем унда? Аһ-аһ-аһ, әллә, Рәшиҙә, һин инде? Әйҙүк-әйҙүк, түрҙән уҙ! Атаҡ, ниндәй елдәр ташланы? Һаумы, бикәскенәм! Ҡулдарың йылы ғына − өшөмәгәнһең, тимәк, кейәү алып килгәндер. Нишләп инмәй ул? Ҡана, алып инәйем үҙен...
− Инә ул хәҙер, еңгәй. Машинаһын йәтешләп ҡуя, юғиһә юл тар бит.
...

Нәтижә апай һәм «Ҡоҙаса» йырының тарихына бер ҡараш
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 9-03-2012, 10:22


Нәтижә апай һәм «Ҡоҙаса» йырының тарихына бер ҡараш
Уҙған йыл аҙағында гәзитебеҙ иғлан иткән таҡмаҡ бәйгеһенең йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районынан Нәтижә апай ВАхитова еңеүсе тип билдәләнгәйне. «Йәшлек»тең махсус призын тапшырыу өсөн Юлбарыҫ ауылына юлландым.
Тейешле урамды, йортто табып алып, барып инеүгә төшкө аш мәле лә еткәйне. Ҡулымдағы тасты һәм сәй сервизын күреп, Нәтижә апай көлөмһөрәп ҡуйҙы:
– Миңә таҡмаҡ бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса дүрт тас тейеш ине, нишләп берәүһен генә тотоп килдең? Дауай, һин Мөнир ҡустыға башҡа тастар тураһында ҡолағына тиш әле. Ярай-ярай, шаяртам, бүләккә берәүһе лә китеп бара, артығы кәрәкмәй ҙә инде....

Йөҙ йәштә лә йәш әле…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-03-2012, 11:10


Йөҙ йәштә лә йәш әле…
Миңлебайҙы әрме хеҙмәтенә алалар икән. Был хәбәрҙе ишетеү менән атаһы Әхмәретдин ҡарт шунда уҡ ат егеп, ғаиләһен Яңыбайҙан Һөләймәнгә алып ҡай­тыр­ға тип юлға сыҡты. Бынан ике йыл элек кенә шоферҙар курсын тамамлап ҡайтҡан Миңлебай Кәримовты, ул саҡтағы «Искра» колхозында йөк машинаһы булмау сәбәпле, Балаҡатай районының Айғыръял, Миҙәт, Монас, Яңыбай ауылдарын берләштергән «Трактор» колхозына «ҡоҙалап» алып киткәйнеләр. Бармайым, тип ҡаршылашып маташһа ла таҫма телле колхоз рәйесе:...

Онотолмай хеҙмәт йылдары
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 21-02-2012, 10:16


Теүәл 60 йыл элек нисек һәм ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа хеҙмәт итеүемде хәҙерге йәштәр менән уртаҡлашып, сағыштырырға теләйем.
Бөйөк Ватан һуғышы шул осорҙағы йәштәрҙең киләсәккә уй-хыялдарын селпәрәмә килтерҙе. Күптәр, шул иҫәптән мин дә, 8-се синыфты уңышлы тамамлағас, ситкә китеп урта белем алыуҙан мәхрүм ҡалғайным. Туған Фрунзе исемендәге колхозда (үҙәге Себенле ауылы) ең һыҙғанып эшләргә булдым. Өсәр ат егеп һабан һөрҙөм, бесән саптым, уңыш йыйҙым, һыйыр-һарыҡ көттөм, ҡышын ат ҡараным. 3 йыл ялһыҙ, эшкә сумып, ваҡыт үтте, рәхмәт һүҙе ишетмәнем. 1948 йылда ғына миңә, 19 йәш тулыр алдынан, артабан белем алыу форсаты тейҙе....

Ил үҙ батырҙарын белергә тейеш
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 21-02-2012, 10:12


Ил үҙ батырҙарын белергә тейеш
Башҡортостан диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашһа ла, бик күп офицер, мичман, старшина һәм матрос, флот ветерандарының төйәге ул. Бер нисә быуын вәкилдәре илебеҙҙең Хәрби диңгеҙ флотында намыҫлы хеҙмәт юлын үткән. Уларҙың араһында танылған, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтар күрһәткәндәре лә бихисап. Ошо данлы ил уҙамандары Башҡортостан Республи­каһының Диңгеҙ Йыйылышы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәргән тантаналы кисәлә ҡатнашты....

Хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡараныҡ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 21-02-2012, 10:11


Хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡараныҡ
Беҙҙең быуынға бик ауыр йылдар тура килде. Миңә бер йәш тулғанда атайым Мөхөтдинде, «халыҡ дошманы» тип, ҡулға алалар. Әсәйем Менәүәрә өйҙә дүрт бәләкәй бала менән тороп ҡала. Тағы ла дүрт йыл да үтмәй, немец-фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Бөтә нәмә фронтҡа оҙатыла. Әсәйем өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбәнге Төлмәйгә йөрөп эшләү өсөн Инйәр леспромхозына эшкә инә. Дүрт бала өйҙә донъя көтә. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Үҫеп ултырған ағасты утын итеп ҡырҡып, бәләкәй санаға тейәп алып ҡайттыҡ. Һыйырыбыҙҙы ла астан үлтермәҫ өсөн бесәнде бәләкәй сана менән ташыныҡ. Ауылыбыҙҙа бер генә ат булды.
Ошондай ауыр тормошта йәшәп, ваҡытында уҡырға ла бара алманыҡ. Апайҙарымдың кесеһе генә урта белем алды. Мин үҙем һуғыш тамамланғас ҡына уҡырға индем. 20 йәшемдә 10 класты тамамланым. Шул уҡ йылда әрме сафына алындым....

«Бар бәләмдә әсәйемде генә ғәйепләнем»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-02-2012, 11:04


«Журналист халҡы күпте белә торған, шуға күрә һеҙгә килдем әле. Бер һорауым бар − беҙҙең мәсеттәге муллаға барып, башҡа дин кешеләре руханиҙарына һөйләгән кеүек бар күңел яраларыңды асып, гонаһтар­ҙы ғәфү итеүҙе һорар­ға яраймы икән?»
Илле йәштәр тирәһендәге ханымдың ишек төбөнән үк биргән һорауына ғәжәпләнеп, аптырап ҡалдым. Бер аҙ уйланып алғас: «Бәлки, һеҙгә дин тотҡан кеше менән кәңәшләшергә кәрәктер, мин был хаҡта аҙ беләм», – тинем. «Ҡуй, һеңлем, улай кешенән-кешегә ҡыума. Шул тиклем ҡыйын миңә, ошонда уҡ ҡыйралып төшөрмөн кеүек...» Йөҙө ағарып, хәлһеҙләнеп ҡалған ханымды тынысландырырға тырыштым. Тәүҙә төшкө тәнәфес үтеп барыуы ҡыйынһындырһа, был апай­ҙың һөйләгәндәрен ишетеп, аш ҡайғыһы ла китте....

Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-02-2012, 09:46


Ҡырмыҫҡалы районының социаль-иҡтисади тормошонда ыңғай үҙгәрештәр бихисап
Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының ҡабул итеү бүлмәһе янында иртәнән үк һыу буйы сират. Район башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәр шишәмбе халыҡ менән осраша. «Нисек, проблемаларығыҙ хәл ителәме һуң?» – тиеүгә барыһы ла баш ҡағып, Фәнзил Сыңғыҙовтың һәр кемгә иғтибарлы булыуын әйтте....

Ир бәхете – үҙ ерендә
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-01-2012, 14:03


Әлшәй районының Үрге Әүрез ауылы эшҡыуары Марат Заһретдинов үҙ төйәге өсөн янып йәшәй
Ир бәхете – үҙ ерендә
Эреле-ваҡлы ауылдарҙы артта ҡалдырып, оло юлға сығып, алға, район үҙәгенә табан елдерәбеҙ. Юлдың һул яғынан теҙелеп киткән яланғас Америка сағандарында ҡарайып өңрәйеп торған буш ҡош ояларының ауылдарыбыҙҙа бушап, хужаһыҙ-йәнһеҙ ҡалған өйҙәрҙе хәтерләтеүенән йөрәк һыҙлап ҡуйҙы. Яҙ еткәс, ҡоштар, исмаһам, шул буш ояларына кире ҡайтып, уларҙы рәтләп, йүнәтеп, бала сығара. Ә буш өйҙәр...
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM