НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 20-04-2012, 15:17


Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр...
Венер Шәрипов етештергән европоддондар хатта мәскәүҙәрҙе лә ҡыҙыҡһындырған
Колхоз бөттө тип, ауыл да бөтөрмө? Әллә ауылды колхоз түгел, киреһенсә, ваҡытында колхозды ауыл йәшәттеме? Был сетерекле һорауға яуапты ризығын үҙе тыуған төбәктән табырға тырышып ятыу-сыларҙың «вахтасы»ларға ҡарата нисбәте менән билдәләргә була. Тәүгеләре һирәк әлеге ваҡытта, әммә бар бит улар, бар!
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы, асылда, Рәсәйҙең башҡа ауылдарынан артыҡ айырылып бармай: бында ла ауыл халҡының абсолют күпселеген эш урындары менән тәьмин иткән ауыл хужалығы, агросәнәғәт предприятиеларын тапмаҫһың....

Һуңғы һөйөү
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-04-2012, 10:41


Һуңғы һөйөү
ӘЗәйемдең (өләсәйемдең) өйөбөҙҙә һуңғы төнө – иртәгә уны мәңгелеккә оҙатабыҙ. Мәйет янында төн ултырырға килгәндәр бер аҙ ауыр тынлыҡҡа сорналып ултыра бирә лә, үҙ-ара нимәлер тураһында шыш-быш килеп һөйләшеп ала. Уларҙың тауыштарын ишетмәйем дә тиерлек, сөнки яҡын кешемде юғалтыу ҡайғыһы мине ергә тиклем баҫҡан. Ярым-ярты ҡайғыра, сабыр була белмәүем касафаты инде, йөрәгемде бөтөргәнемде белә-күрә үҙ-үҙемде ашайым, үкенестәргә һаҙлыҡҡа батҡандай батам. Күҙ йәшенә, ауыр уйҙарға күмелеп ултырған саҡта беҙгә сыбыҡ осо туған булған бер апай килеп инде....

“Граждан” никахының ыңғай яҡтары бармы?
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-04-2012, 10:25


йәки Өйләнешеү – отошло
“Граждан” никахының ыңғай яҡтары бармы?
Күгәрсен кеүек гөрөлдәшеп, бер-береһенә һыйынышҡан ғашиҡтарҙы күргәс, ваҡыт уҙғас та мөхәббәттәренән шулай иҫереп йөрөрҙәрме икән, тигән уй килә. Ләкин күптәр хистәрен саф килеш һаҡлай алмай шул. Әллә ҡандағы теге химик элементтарҙың тәьҫире бөтәме, әллә Ромео менән Джульетта роле ялҡытамы? Аңламаҫһың. Күп парҙар ғаилә ҡорғас ауырлыҡтар алдында һына. Быны статистика мәғлүмәттәре лә раҫлай. Мәҫәлән, 2010 йылда республикабыҙҙа 34819 ғаилә ҡоролһа, бер йылдан 17974 пар айырылыша.


...

Пеноблок? Газоблок? Саман!!!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-04-2012, 10:18


Пеноблок? Газоблок? Саман!!!
Хәйбуллалар заман ауырлығына һылтанмайынса, ата-бабалар ысулы буйынса үҙҙәре һуҡҡан кирбестән йылы өйҙәр һала
2008 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Флүр Мырҙахановтың түмәрҙән өй һалып сығыуы хаҡында яҙғайным. Башҡаларҙы белмәйем, әммә таныш-белештәр араһында был ғәжәйеп төҙөлөш хаҡында хәбәр оҙаҡ ҡына йөрөнө. Ысынлап та, аптырарлыҡ шул: тотоп алып, артыҡ бәкәлгә һуҡмаҫлыҡ ҡына итеп өй төҙөһөндәр әле! Түмәр өй хаҡында яҙғас, балсыҡтан төҙөлгән өй хаҡында яҙмаһам, яҙыҡ булыр ул....

Ир бәхете – тыуған ерендә
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-04-2012, 10:12


Ир бәхете – тыуған ерендә
Бала сағынан урман, тәбиғәтте яратҡан, һунарсылыҡты үҙ иткән Айбулат Оморҙаҡов хәҙер инде бер генә йорт ҡалған «Салауат» совхозы утарында 2010 йылда ер алып, йылҡы үрсетеүгә тотона....

«Көҙҙәремдә килгән бәхетем»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-04-2012, 15:42


«Көҙҙәремдә килгән бәхетем»
Эскесе ир менән ярты ғүмерен заяға үткәргән ҡатын олоғайған көнөндә үҙен ихтирам иткән тормош юлдашын осрата
Минән йыш ҡына: «Мәҡәләләреңдең геройҙарын ҡайҙан табаһың?» − тип һорайҙар.
Улар үҙҙәре табыла.
Тамара апай менән дә көтмәгәндә таныштым.
...

“Берҙәм эш бәрәкәтле”, –
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-04-2012, 13:26


“Берҙәм эш бәрәкәтле”, –
ти ғаилә башлығы Флүр Яҡупов
Бөгөн һәр кем бәхетте үҙенсә күрә: берәүҙәр – кеҫәһендә аҡса тулып ятыуын, икенселәр ғаиләһенең татыу, балаларының имен-һау булыуын бәхет тип иҫәпләй.
Салауат районының Сулпан ауылында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Флүр Яҡуповтар өсөн ғаилә ныҡлығы, иман, әҙәп, дин, әхлаҡ – йәшәйеш ҡағиҙәһе. Улар бәхеттәрен ошо төшөнсәләргә таянып ҡора....

КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-04-2012, 09:41


КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ  ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ
− Йыл әйләнәһенә бөтмәй малсыларҙың хәстәрҙәре. Бына әле лә, яҙға аяҡ баҫырға торғанда, эштәр еңеләйәме тиһәң, тағы әле тегенеһе, әле быныһы сығып тора, − тип ҡаршы алды мине Миәкә МТС-ның Ҡарағоштағы филиалы етәксеһе Тәбрис Рәхмәтуллин....

Биш балаһы – биш шатлыҒы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 3-04-2012, 11:25


Биш балаһы – биш шатлыҒы
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика Президенты Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған күп балалы 58 ҡатынға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ара­һында Күгәрсен районының Ялсы һәм Александровка ауылдарынан да әсәләр бар ине....

Ғаиләһенә лә, ололарға ла күңел йылыһын йәлләмәй
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 30-03-2012, 15:29


Ғаиләһенә лә, ололарға ла күңел йылыһын йәлләмәй
Бөгөн ауылда ла ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең һаны көндән-көн арта. Эшһеҙ­лектән йәштәр күпләп сит яҡтар­ға сығып китеүҙе хуп күрә. Уларҙы үҙҙәренә киләсәктә ярҙамсы ла, ҡараусы ла булыр тип өмөтләнеп үҫтергән ата-әсәләр ҡарт көндәрендә яңғыҙ донъя көткән осраҡтар ҙа етерлек. Үҙ ғәзиздәрен сит яҡтарға оҙатҡан оло кешеләргә көнкүреш эштәрен башҡарыу ҙа ҡатмарлаша...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM