НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-06-2012, 09:32


Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел
– Минең атайым мулла булған, Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәттә белем алған. Колхозлашыу осоро башланғас, бөтә нәмәһен тартып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Белоретта алты ай ултырып ҡайтты, – тип ауыр бала саҡ хәтирәләренә бирелде Әхиәт Ғәйетбаев олатай. – Беҙ һигеҙ бала – алты ул, ике ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе ҡыуып сығарып, өйөбөҙҙө Беренсе Этҡол ауылына мәктәп иттеләр. Өйһөҙ тегендә-бында көн иттек инде. 1933 йылда Ғәҙелбайҙа йәшәнек. Атайым, ағайҙар старатель булып эшләне....

Уфимцы набрасывались ножами на местных
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-06-2012, 00:58


Уфимцы набрасывались ножами на местныхНа сайте редакции «Комсомольская Правда» (http://kp.ru/online/news/1170726/), растиражированная уже в остальных Интернет изданиях и ТВ, появилась статья про то, как «местные жестоко избили 5 семей, отдыхающих на берегу реки Инзер». Но в настоящее время стало известно, что ситуация была как раз наоборот – 2 июня 2012 года на берегу реки Инзер в Архангельском районе РБ приезжие избили жителей д. Тавакачево. По словам очевидцев, драку инициировали отдыхающие из г. Уфы: обозлившись на безобидную фразу из киножурнала «Ералаш»: «Здесь рыбы нет!», бросились на двух ребят, приехавших купаться - приставив нож к шее одного, втроем избивали другого (в избиении участвовала и женщина). Удовлетворившись проделанным, отдыхающие ушли....

Сабыр Ғилминиса
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-06-2012, 11:24


Сабыр Ғилминиса
Баҡсала түтәл утағанда бил яҙыр­ға тип башымды күтәрһәм, юлдан ҡулдарын ныҡ-ныҡ һелтәп, Ғилминиса әзәй йүгерә-атлай үтеп бара. Бар эшемде онотоп, уға һоҡланып баҡтым. Киң камзулы ла, ҡул суҡтарын ҡыҫып торған көмөш беләҙектәре лә үҙенә шундай килешә! Башындағы йәмле яулығы ҡолаҡтары артына ҡыҫтырылған, оҙон еңле, ваҡ сәскәле әберкәле күлдәгенең итәктәре елгә елберләп килә....

Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-05-2012, 10:28


Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!
Бәхетле парҙар ерҙә түгел, күктә ярала, тигән һүҙҙәр Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Рауза менән Хөрмәт Байегетовтарға төбәп әйтелгән кеүек. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 63 йыл тула. Гәүһәр туй шатлығын кисереү бик һирәктәргә генә тәтей. Рауза инәй менән Хөрмәт олатайҙың бала сағы, йәшлеге етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, улар бер ваҡытта ла намыҫына тап төшөрмәй, һәр ваҡыт кеше булып ҡала. Бәлки, шуғалыр ҙа, АллаһЫ Тәғәлә яратҡан бәндәләренә ошондай бүләк биргәндер. “Бөйөк яҙыусы А. Пушкиндың “Маҡтау менән яла яғыуҙы тигеҙ күрмә, алйот менән бәхәс ҡорма” тигән һүҙҙәрен һәр саҡ иҫтә тоттоҡ. Әсе булһа ла, дөрөҫлөк яҡлы булдыҡ. Үткәндәргә ҡарап бошонмайбыҙ, үкенестәр ҡалманы”, – ти ололар....

Ғәҙеллек яуларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт, «Йәшлек»!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-05-2012, 11:18


Гәзиттең 23 март һанында сыҡҡан "Аҙна һорауы" рубрикаһында "Ерҙе нисек файҙаланаһығыҙ?" тигән баш аҫтында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүселәрҙең, Таһир Күсимов исемендәге КХА-ның (тәүҙә Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз) элекке ағзаларының бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер пайҙарына хоҡуҡтары булып та, уны файҙалана алмауҙары тураһында юлдар булғайны. Бында Башҡортостан Респуб­ликаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ерҙәрҙе резервлау һәм күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастр баһа биреү бүлеге етәксеһе А. Арсентьев һорауҙарға аныҡ һәм теүәл яуаптар биреп, мәсьәләгә дөрөҫлөк индерҙе....

Гөлдәр яратҡан ғаиләнең тормошо ла гөл кеүек
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-05-2012, 10:06


Гөлдәр яратҡан  ғаиләнең тормошо ла  гөл кеүек
Яуымбай ауылы аша йыш үтергә тура килә. Үткән һайын юлға яҡын ғына ултырған сынъяһауҙай йорт­ҡа һоҡланам. Был йорт, башҡаларҙан айырылып, сихри бер нур бөркөп торғандай…
Килдеғол ҡыҙы Зөбәржәт БДУ-ның Сибай институтында математика, информатика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергәс, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһында кредиттар буйынса белгес булып эшкә урынлаша. Атаһы, уҡытыусы булып районға ҡайт, гел генә ҡырҙа йөрөп булмай, тигәс, атай һүҙен өҫтөн ҡуйып, Бөрйәнгә ҡайтып төшә. Яуымбай ауылында балаларға белем бирә башлай һәм нәҡ ошо ауылда уның буласаҡ тормош иптәше менән юлдары киҫешә. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған Хәлил ҡыҙҙы шундуҡ шәйләп ҡала һәм 2007 йылда йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй....

Пар ҡанаттар талмай
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-05-2012, 10:05


Пар ҡанаттар талмай
Ғафури районының Ибраһим ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар ярты быуат татыу ғүмер кисерә
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисереүсе, үҙҙәре кеүек итәғәтле, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тороусы, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтереүсе ғаилә парҙары була. Ибраһим ауылында йәшәүсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы менән Хөрмәт Һәҙиәт улы Ғәлиуллиндарҙы тап шундай ғаиләләрҙең береһе тип беләләр. Ошо көндәрҙә улар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын билдәләне....

“Атай, әсәй ҡосағында иң бәхетле сағыбыҙ”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-05-2012, 10:04


“Атай, әсәй ҡосағында иң бәхетле сағыбыҙ”
Йөҙҙәрендә бәхет нуры балҡыған был матур ғаилә Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Гөлгөнә һәм Ғәлинур Вәлиевтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Ике йәш йөрәк, меңдәр араһынан бер-береһен табып, 1995 йылда ҡауышҡан. Гөлгөнә Тимерғәле ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында тыуып үҫкән. Ғәлинур Рәйес улы, кәләш алғас, тыуған ауылында нигеҙ ҡора. Ғаилә башлығы ауыл малын көтһә, хужабикә бәләкәстәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл....

«Ә хәҙер беҙ әҙ ҡалдыҡ»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 11-05-2012, 11:36


Атайым һуғышҡа киткәндә миңә өс йәш булған. Беҙ һуғыш башланғанда Магнитогорск ҡалаһында йәшәгәнбеҙ. Атайым заводта эшләгән. Бронь бирәбеҙ, тиһәләр ҙә, үҙ теләге менән һуғышҡа киткән. Беҙҙе,‒ әсәйҙе, мине, 1941 йылғы һеңлемде, ауылға алып ҡайтып ҡалдырып киткән. Һеңлекәшем бер йәшкә лә етмәй баҡыйлыҡҡа күскән. Миңә биш йәш булғанда әсәйемде урман ҡырҡырға Белорет районының Ҡағы ауылына ебәрҙеләр. Мине күршеләргә ҡалдырып, өс йыл урманда йөрөнө. Ул ваҡыттағы кешеләрҙең изгелекле булыуына әле лә рәхмәтлемен...

Һуғыш осоро балаларын хәстәрләргә ваҡыт етте
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 11-05-2012, 11:35


«Йәшлек»тә Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылынан Зыя Юлмөхәмәтовтың һуғыш осоро балаларына мөрәжәғәтен уҡығандан һуң, уның фекере һәм талабы дөрөҫ, тип табам. Үҙем дә, шул осор балаһы булараҡ, ошондай фекерҙәрҙе өҫтәр инем. Эйе, аталары фронттан иҫән ҡайтҡан балалар «аталы бала – арҡалы» булып үҫте, һуғыштан һуң булһа ла ас-ялан­ғаслыҡ кисермәне, теләгән уҡыу йорттарына инеп, уҡый алды. Ә беҙгә, атайһыҙҙар­ға, һәләтебеҙ булһа ла, бындай бәхет тәтемәне....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM