НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡыҫыр килен
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 26-06-2012, 11:50


Ҡыҫыр килен
− Килен, тор, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит. Көтөү киткәндер инде.
Бейеменең һүҙҙәрен ишетеү менән, бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Гөлйөҙөм, урынынан ырғып торҙо ла, шәп-шәп кейенергә тотондо.
Ҡайһылай оят булды инде бейеме алдында. Йәш килен кеүек таң атыуын да һиҙмәй йоҡлап ятҡас. Төнө буйы эсе ауыртып серем дә итә алманы шул. Тегеләй әйләнде, былай тулғанды, ауыртыуға сыҙай алмағас, бейемен уятыуҙан ҡурҡһа ла, тороп, бер төймә дарыу ҡапты ла, урынына барып ятты. Бар тәнен ялмап алған көслө ауыртыу баҫыл­ғанда, таң атыуға ла күп ҡалмағайны, шикелле...

Һуғыш афәте аямай
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-06-2012, 14:24


Тарихта иң дәһшәтле, ҡот осҡос, иҫәп-хисапһыҙ ҡорбандар, емереклектәр алып килеүсе Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға быйыл 71 йыл тулды. Был һуғышта беҙҙең илебеҙҙең азат дәүләт булып йәшәү менән йәшәмәүе хәл ителде лә инде. Мәрхәмәтһеҙ ҡан ҡойоштоң ҡайнар еле ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр инде беҙҙең илдә. Күпме ғаилә ул ваҡытта фронттан «ҡара ҡағыҙ» алды, күпме сабый атай һөйөүенән мәхрүм булып үҫте. Күпме йыл үтһә лә, ул йылдарға тура килгән бала сағыбыҙ, ауыр хәтирәләр булып ғүмеребеҙҙең аҙағынаса оҙатып барыр, ахырыһы. 22 июнь беҙҙең өсөн ҡайғы көнө һәм һуғыштан ҡайта алмай һәләк булған атай-ағайҙар­ҙы иҫкә алыу көнө булып ҡаласаҡ....

«Һағына, ахыры, урман...»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-06-2012, 14:23


«Һағына, ахыры, урман...»
Көн оҙоно бесән сабып арытҡан. Арбаға яңы сабып һалынған бесән өҫтөндә салҡан ятып, татлы хыялдарға бирелеп, күктә йөҙгән болоттарҙы күҙәтеп киләм. Тау юлында арба һикертә-һикертә келтерләй, ара-тирә бышҡырғылап, ерән бейә һалмаҡ ҡына юрта, дилбегәһен ике ҡуллап тотҡан атай ҙа өндәшмәй, үҙ уйҙарына сумған. Йәнгә рәхәтлек биреп, тирә-йүндә – киске һиллек. Ҡапыл көн дә урап үтеп йөрөгән Себенленең бейек ҡаялы морононда торған һәнәккә оҡшаш нөктәгә күҙ төштө. Һәнәк, тиһәң, ундай бейектә кем һәнәген ҡалдырһын? Ҡыуарған ағасҡа ла оҡшамаған үҙе....

Игенсе тигән даны бар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-06-2012, 13:52


Игенсе тигән даны бар
Журналистарға төрлө яҙмышлы, донъяға үҙ ҡарашы булған бихисап кеше менән аралашырға тура килә. Уларҙың һәр береһе йөрәктә үҙенә күрә эҙ ҡалдыра – кемдер күңелде болоҡһота, ҡайһыһы һоҡланыу уята. Ошо көндәрҙә һоҡланғыс шәхес менән танышырға насип булды....

Эй, еҙнәй-еҙнәкәйем…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-06-2012, 09:33


Еҙнәм Ласын Муллағәзәм улы Дәүләтбаевты һағынып...
Еҙнәмдең һүҙҙәре лаҡап булып ҡалды беҙҙең ғаиләлә… Үҙе генә һағындырып-үкендереп китеп барҙы арабыҙҙан… “Ҡайнағам үлеп ятҡансы, бабай үлһәсе,” – тип илай ине атайым менән хушлашҡанда. Бабай тип үҙенең атаһын йөрөттө. Аҙаҡ: “Һәй, мин дә үләм! Әллә белмәй тиһеңме?! Йөрөрһөң әле…” – тип инәлтә, ә мин шул арала: “Ҡалған спиртымды кемгә эсерергә белмәй”, – тип һүҙ ҡыҫтырам. Киң күкрәген боробораҡ, бөтә яурынынан һулаҡай ҡулын һелтәй: “Вышний образованиең булыу менәнме ни?...

Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-06-2012, 09:32


Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел
– Минең атайым мулла булған, Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәттә белем алған. Колхозлашыу осоро башланғас, бөтә нәмәһен тартып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Белоретта алты ай ултырып ҡайтты, – тип ауыр бала саҡ хәтирәләренә бирелде Әхиәт Ғәйетбаев олатай. – Беҙ һигеҙ бала – алты ул, ике ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе ҡыуып сығарып, өйөбөҙҙө Беренсе Этҡол ауылына мәктәп иттеләр. Өйһөҙ тегендә-бында көн иттек инде. 1933 йылда Ғәҙелбайҙа йәшәнек. Атайым, ағайҙар старатель булып эшләне....

Уфимцы набрасывались ножами на местных
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-06-2012, 00:58


Уфимцы набрасывались ножами на местныхНа сайте редакции «Комсомольская Правда» (http://kp.ru/online/news/1170726/), растиражированная уже в остальных Интернет изданиях и ТВ, появилась статья про то, как «местные жестоко избили 5 семей, отдыхающих на берегу реки Инзер». Но в настоящее время стало известно, что ситуация была как раз наоборот – 2 июня 2012 года на берегу реки Инзер в Архангельском районе РБ приезжие избили жителей д. Тавакачево. По словам очевидцев, драку инициировали отдыхающие из г. Уфы: обозлившись на безобидную фразу из киножурнала «Ералаш»: «Здесь рыбы нет!», бросились на двух ребят, приехавших купаться - приставив нож к шее одного, втроем избивали другого (в избиении участвовала и женщина). Удовлетворившись проделанным, отдыхающие ушли....

Сабыр Ғилминиса
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-06-2012, 11:24


Сабыр Ғилминиса
Баҡсала түтәл утағанда бил яҙыр­ға тип башымды күтәрһәм, юлдан ҡулдарын ныҡ-ныҡ һелтәп, Ғилминиса әзәй йүгерә-атлай үтеп бара. Бар эшемде онотоп, уға һоҡланып баҡтым. Киң камзулы ла, ҡул суҡтарын ҡыҫып торған көмөш беләҙектәре лә үҙенә шундай килешә! Башындағы йәмле яулығы ҡолаҡтары артына ҡыҫтырылған, оҙон еңле, ваҡ сәскәле әберкәле күлдәгенең итәктәре елгә елберләп килә....

Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-05-2012, 10:28


Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!
Бәхетле парҙар ерҙә түгел, күктә ярала, тигән һүҙҙәр Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Рауза менән Хөрмәт Байегетовтарға төбәп әйтелгән кеүек. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 63 йыл тула. Гәүһәр туй шатлығын кисереү бик һирәктәргә генә тәтей. Рауза инәй менән Хөрмәт олатайҙың бала сағы, йәшлеге етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, улар бер ваҡытта ла намыҫына тап төшөрмәй, һәр ваҡыт кеше булып ҡала. Бәлки, шуғалыр ҙа, АллаһЫ Тәғәлә яратҡан бәндәләренә ошондай бүләк биргәндер. “Бөйөк яҙыусы А. Пушкиндың “Маҡтау менән яла яғыуҙы тигеҙ күрмә, алйот менән бәхәс ҡорма” тигән һүҙҙәрен һәр саҡ иҫтә тоттоҡ. Әсе булһа ла, дөрөҫлөк яҡлы булдыҡ. Үткәндәргә ҡарап бошонмайбыҙ, үкенестәр ҡалманы”, – ти ололар....

Ғәҙеллек яуларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт, «Йәшлек»!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-05-2012, 11:18


Гәзиттең 23 март һанында сыҡҡан "Аҙна һорауы" рубрикаһында "Ерҙе нисек файҙаланаһығыҙ?" тигән баш аҫтында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүселәрҙең, Таһир Күсимов исемендәге КХА-ның (тәүҙә Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз) элекке ағзаларының бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер пайҙарына хоҡуҡтары булып та, уны файҙалана алмауҙары тураһында юлдар булғайны. Бында Башҡортостан Респуб­ликаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ерҙәрҙе резервлау һәм күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастр баһа биреү бүлеге етәксеһе А. Арсентьев һорауҙарға аныҡ һәм теүәл яуаптар биреп, мәсьәләгә дөрөҫлөк индерҙе....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM