НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мин нисек әхирәтемде кейәүгә бирештем
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 18-07-2012, 12:49


Сатнама ғинуарҙың бер йома кисендә әхирәтем миндә ҡунаҡта ултыра. Тегеһе-быныһы тураһында һөйләшәбеҙ, тәмле итеп сәй эсәбеҙ, ниһайәт, эш аҙнаһы тамамланды – иркенләп ял итәбеҙ. Бер саҡ Зареманың телефоны шылтыраны: «Теге тағы шылтырата әле», − тип, егете менән һөйләшеү өсөн, серле генә йылмайып, йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Әхирәтем был егет менән көҙ танышҡайны. Алтын ҡуллы, төҫкә-башҡа бына тигән егет тураһында Зареманың ауыҙынан тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеткәс: «Бындайҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың», − тип тел шартлаттыҡ. «Ҡулыңдан ысҡындыраһы булма!» − тип кәңәштәр бирҙек....

Мөхәббәт – татлы ғазап!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-07-2012, 10:57


Йәшлек үткәс, бөтөнләй көтмәгәндә осраттым ғүмерлек оло мөхәббәтемде! Күргәс тә йөрәгемде яуланы ул илаһи йән. Тик мин, уның уйҙарымды һиҙеүен тойоп, тиҙерәк ситләшергә теләп ҡуҙғалдым. Троллейбуста уның эргәһендә торғанымды абайлап, ҡуҙға баҫҡандай, ситкәрәк китергә тырыштым. Әммә ул бер осрағанда: «Һин матур түгел, ә мин барыбер һине яратам», − тимәһенме? Бәхетемә күрә, белде ул минең яратҡанымды! Хуп күрҙе! Уға хаттар яҙа башланым....

Димселәр эшен тергеҙәйек
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-07-2012, 10:56


Иртәгә тыуған көнөм... Миңә 40 йәш тула. Ошо йәшкә етһәм дә, үҙ тиңемде осратып, ғаилә ҡора алманым. Мин республиканың көнсығышында йәшәйем. Ауылда абруйым ҙур, хөрмәт итәләр. Шулай ҙа төртмәле һүҙ менән рәнйетеүселәр ҙә бар. Әммә бөгөн йәнемде ныҡ әрнеткән нәмә – ирһеҙ ҡалыуым түгел, ә балам булмауы....

Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-07-2012, 10:56


Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә!
Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекер­ҙәре, бар булмышы һәр кемгә үрнәк булып тора. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында ғүмер кисереүсе Исҡужиндарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индереп була.
...

Ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-07-2012, 10:46


Ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..
Баймаҡ районының Темәс ауылында йүнсел хужалар йәшәй
Борон башҡорттар өйөр-өйөр йылҡы көтөп, йәйләүҙәрҙә йәйләгән. Заманалар үҙгәргәс, шәхси милекселек юҡҡа сығарылды. Әле кире асылыбыҙға ҡайта башланыҡ: ауылдар­ҙа йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Әсхәт Мәмбәтҡолов, Шәйхетдин Хөсәйенов, Алмас Ҡотлоғәлләмовтар баһадирҙар эсемлеге етештереү менән бер нисә йыл уңышлы шөғөлләнә. Шуларҙың береһе, ауылдың ихтирамлы ир-уҙаманы Әсхәт Әүхәҙи улы тураһында һүҙем....

“Кредитым юҡ” тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-07-2012, 11:52


“Кредитым юҡ” тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ
Кредитҡа машина алыу, йыһазлы булыу, кейенеү... Еңел аҡсалы булырға тиҙ өйрәнгән халҡыбыҙ ямғырҙан һуң таралған бәшмәктәр кеүек күбәйгән банкыларҙың ҡолона әүерелде. Йылдар үткәс кенә кредиттың үтә ҡиммәткә төшөүен аңлаған кешеләр (унда ла барыһы түгел) был аҙымдан баш тарта башланы. Ләкин теге йәки был банкынан бурысҡа аҡса алмағас, тыныс ҡына йәшәй алам, тип уйлаһағыҙ, бик ныҡ хаталанаһығыҙ. Һеҙҙең таныштарығыҙҙың ғына түгел, хатта бер табаҡтан ашап йөрөгән туғандарығыҙҙың ғәйебе, намыҫһыҙлығы арҡаһында сираттағы ҡорбанға әүерелеүегеҙ бар......

Ҙур ғаиләгә ҙур йорт кәрәк
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-07-2012, 11:50


Йылдың икенсе яртыһында республикала бик күп ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреләсәк. Был, тәү сиратта, өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Шулай уҡ инвалид бала ҡараусылар ҙа участка алыу хоҡуғына эйә. 2012 йылдың 9 июненә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 34 мең 559 ғаилә йәшәй. Уларҙың 10 мең 420-һе бушлай ер алыу өсөн ғариза яҙған да инде. Ошо ғаиләләр­ҙең бөтәһе лә программаға ярашлы ер участкаһы алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған. 2011 – 2012 йылдарҙа республикала 925 участка бирелгән, ерҙең күпселеге быйыл таратылған. Был хаҡта РФ Федерация Советының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин хәбәр итте....

Матурлыҡтан ҡойолған донъя
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-07-2012, 12:39


Матурлыҡтан ҡойолған донъя
Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында өс тиҫтәнән ашыу бергә ғүмер кисергән Һәҙиә һәм Рәсүл Хәсәновтар ғаиләһе йәшәй. Ауылдың ғына түгел, районыбыҙҙың да ихтирамлы, абруйлы кешеләренең күптән түгел ғаилә ҡороуҙарына 35 йыл тулды....

Йәшлегебеҙгә ҡайтҡандай булдыҡ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-07-2012, 12:36


йәки йәнә бергә осрашырға яҙһын
Бынан 45 йыл элек беҙ, ете райондан һәм Сибай ҡалаһынан 1-се төркөмдә 28 ҡыҙ, Сибай педучилищеһын тамамлап, башланғыс класс уҡытыу­сылары булып, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә таралғайныҡ. Һәммәбеҙ ҙә тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, балалар үҫтереп, бер-беребеҙҙең йөҙөн ҡыҙартмаҫлыҡ итеп йәшәнек һәм намыҫ менән хеҙмәт иттек. Ғүмер юлдары, тормош тулҡындары хәҙер беҙҙе сал сәсле өләсәй­ҙәргә әйләндерҙе. Үкенескә күрә, алты әхирәтебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте, ауыр тупраҡтары еңел булһын.
...

Иртәгәһе көнөңдө уйла, әҙәм балаһы...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-07-2012, 13:29


Иртәгәһе көнөңдө уйла, әҙәм балаһы...
Миңә көн дә урамда бер әбей осрай: йә яҡындағы Дан бульвары яғына үтеп китә, йә туҡтап, ағастарға ҡарап уйға сума, ҡайһы берҙә юлындағы кешеләргә һүҙ ҡуша. Ошо тирәләге йортта йәшәй ул. Күренеп тора, ул бер аҙ аҡылға еңел. Ҡартлыҡ ғәләмәтелер инде, тип уйлай инем гел. Баҡһаң, бигүк оло ла түгел – эскәмйәләге күрше ҡарсыҡтары әйтеүенсә, илленән яңы уҙған, имеш....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM