НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тиң ғүмер – Хоҙай бүләге
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-02-2014, 16:09


Тиң ғүмер – Хоҙай бүләгеМөхәббәт ҡартаймай, тиҙәр. Сөнки ул күңел­дә, йөрәктә йәшәй. Ә күңел менән йөрәктең ҡасан ҡартайғанын күргәнегеҙ бар? Йылдар үтеү менән тора-бара был хистәр ихтирамға, бер-береңде ҡәҙер-хөрмәт итеүгә әйләнә. Һүҙем Бөрйән районының Иҫке Собхан­ғол ауылында йәшәүсе һөйөклө кешеләрем – өләсәйем Шәм­си­нур Фәттәх ҡыҙы менән олатайым Хам­мат Ғариф улы Манаповтар хаҡында.
Уларҙың яҙмыштарын бер бөтөн итеп, иңгә-иң терәшеп, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 63 йыл. Хоҙай насип итһә, туҡһандарын аша атлап, йөҙгә лә етерҙәр. Үҫмер йылдары ғәрәсәтле һуғыш йылдарына тура килгән, аслы-туҡлы йәшәгән оло быуын вәкилдәре улар. Күргән-кисергәндәрен ҡағыҙ биттәренә генә һыйҙырырлыҡ түгел....

“Алтын” парҙың алты сере
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 31-01-2014, 04:47


“Алтын” парҙың алты сере Дилә һәм Әкрәм Хәсәновтар 50 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә
Элек-электән әсәй-өләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға: “Тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, – тип теләй торған булған. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йыл бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүе ниндәй бәхет!...

"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 31-01-2014, 04:45


"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."Кеше ни өсөн көндәлек тота? Бер кемгә лә һөйләй алмаған серҙәрен яҙырғамы? Әллә үҙең өсөн яҡын кешеңдең ҡасан да булһа уны асып уҡыуын һәм һинең кисерештәренде аңлауына өмөт итепме? “Ағиҙел” журналында күп кенә билдәле әҙиптәрҙең көндәлектәре донъя күрҙе: Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Яныбай Хамматов, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев... Уларҙың яҙғандары, көндәлек булыуҙан бигерәк, иҫтәлектәргә йә мемуарҙарға тартым һәм әҙәби әҫәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Был әҙиптәр, бәлки, ҡасан да булһа үҙҙәренең уй-кисерештәрен халыҡ уҡыясағын белеп, оло аудитория өсөн тәғәйенләп яҙғандарҙыр ҙа...
Ә был көндәлек минең ҡулыма үҙе килеп инде: эҙләмәнем дә, һораманым да, хатта уның барлығын да белмәй инем. “Яҙыусы кешегә ҡыҙыҡлы булыр, берәй әҫәрегеҙгә индереп ебәрерһегеҙ”, – тип, миңә уны таныш булмаған апай редакцияла ҡалдырып киткән....

Татлымы, әсеме сейәләр...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 24-01-2014, 12:10


– Их-х, сейәһе лә сейәһе! – шулай тип кемдеңдер әйтеүенә һиҫкәнеп, сейә ҡыуаҡтары аша үрелеп ҡараным – минең ҡаршы яҡҡа ике ҡатын килеп баҫҡайны, береһе илле-илле биш йәштәлер, икенсеһе сама менән етмеш-етмеш биш йәшлеккә оҡшағайны. Үҙ уйҙарыма сумып, уларҙың килеүен дә аңғармай ҡалғанмын. Межозерный ҡасабаһы янындағы ташландыҡ баҡсаға кеше күп йөрөй, шуға сейәләрҙең ҡуйы ботаҡтары араһына йәшенеберәк баҫып, шым ғына һытылырҙай булып бешкән еләктәрҙе биҙрәмә йыйыуымды белдем....

Тормош ауырлыҡтары беҙҙең быуындың йәшлек рухын һындыра алманы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-01-2014, 10:30


Тормош  ауырлыҡтары беҙҙең быуындың  йәшлек рухын һындыра алманыТормошта йәшлеккә бағышлан­ған, һәр кешенең ҡабатланмаҫ ғүмер осорон данлаған йырҙар, шиғырҙар бик күп.
Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым.
Сөнки йәшлек – үҙе сәскә,
Кәрәкле һанаманым,...

ЗАМАНА ГОНАҺТАРЫ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-01-2014, 10:27


ЗАМАНА ГОНАҺТАРЫҮҙебеҙгә ситтән күҙ һалайыҡ әле. Йәштәрҙең күпселеген түбәндә теҙелгән бәләкәй генә, әммә ҙур һаҙлыҡҡа батырған гонаһтар йонсота түгелме?
Кредит карталары
Аҡсалата алынған ябай кредит нисек тә булһа түләнә – уны ай һайын банкыға алып барып һалырға өйрәнеп тә бөтәһең, сығымдарҙы алдан планлаштыраһың. Һалаһың, ай һайын бурыс кәмей бара, барыһы ла күҙ алдында. Ә бына карталарҙа ятҡан аҡсаны бер алып, бер һалып, баш тамам ҡата. Нимәләр өсөн процент алынғанлығының осона сығыу өсөн финанс академияһын тамамлау ҙа етмәҫтәй тойола. Бурыс бер ҙә кәмемәй. Сәс үрә тора....

Өй эйәһенең ҡотомдо алғаны
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-01-2014, 11:57


Шулай мин, дипломлы йәш белгес, бер ҙур ауылға эшкә барҙым. Унда иҫке барактан бүлмә бирҙеләр. Тәүге көндө үк танышҡан коллега апайҙар, нишләп ҡурҡмай унда йәшәргә ризалаштың, боронғо зыярат өҫтөндә төҙөлгән тынғыһыҙ йорт бит ул, тиһә лә, иҫем китмәне. Рәхәтләнеп ҙур баракта бер үҙем иркенләп йәшәп киттем. Инде унда йәшәгәнгә айҙан ашҡандыр, бер кисте башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр башланды. Баш күтәрмәй эшләп, йонсоп киткәс, өҫтәл артынан торҙом да, ҡатып киткән билемде яҙып, тегеләй-былай йөрөп әйләндем. Шунан сәй эсергә булдым. Сәйнүкте плитаға ҡуйып, кире өҫтәл артына барып ултырһам, ручкам юҡ. Аптырап, өҫтәлдәге әйберҙәрҙе аҡтарҙым, аяҡ аҫтын ҡараным – ул бер ҡайҙа ла юҡ! Күңелдә бер ниндәй ҙә шик-шөбһә тыуманы, үҙемде иҫһеҙлектә ғәйепләп, ҡайҙа тығып өлгөрҙөм икән ул ручканы, тип баш ватып, сумканан икенсеһен алдым да, эшемде дауам иттем....

Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-01-2014, 04:49


Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә мин ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
(Башҡорт халыҡ йыры "Ғилмияза")....

Серҙәре күп был донъяның
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-01-2014, 04:48


«Аяғыңды һелкетмә – шайтан ултырыр», «Төнгөлөккә бысраҡ һауыт-һаба ултыртып ҡалдырма – фәрештәләрҙең ҡанаты талыр», «Сүплектә йөрөмә – ен ҡағылыр» – ошо һәм башҡа тыйыуҙарҙы ишетеп үҫтек беҙ, өләсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар. Ҡыҙыҡ ине тыйыу­ҙары: бәләкәй саҡта уларға ышанып, ҡурҡып үҫһәк, саҡ ҡына аҡыл ултырғас, хөрәфәттәргә көлөп ҡарай башланыҡ. Мин – кеше, донъяла иң көслө зат, тип иҫәпләп йәшәгәндә донъяға ҡарашымды үҙгәртергә этәргән ҡыҙыҡ бер ваҡиға булды....

Күрәҙәсегә барып, гонаһ алмағыҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-01-2014, 04:46


йәки Кемде нимә көткәнен Хоҙай ғына белә
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында төрлө хөрәфәттәргә, йондоҙнамәгә, күрәҙәселәргә, бетеүҙәргә ышаныу киң таралған. Күптәр был хәлде ғәҙәти хәл итеп кенә түгел, хатта диндең бер өлөшө тип тә ҡабул итә. Халыҡ уларға ата-бабаларҙан ҡалған, быуындан-быуынға күсә килгән ғәҙәт, йола тип ҡарай. Бөтәһе лә шулай эшләгәс, шулай кәрәк, шулай эшләү дөрөҫ, тип уйлай шул күптәр. Әммә теләһә ниндәй хөрәфәттәргә ышаныу, йондоҙнамәне, күрәҙәселәрҙең әйткәндәрен дөрөҫ тип ҡабул итеү, бетеүҙең бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауына өмөтләнеү дини тәғлимәткә ҡаршы килә. Уларҙың дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Бындай ышаныуҙар кешене бөтөнләй кафыр итеп, хаҡ динебеҙҙән сығарып ташларға ла мөмкин....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM