НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йөҙйәшәр атайыбыҙ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 14-03-2014, 06:10


Йөҙйәшәр атайыбыҙМин һеҙгә атай-әсәйебеҙ тура­һында яҙып, “Мөхәббәт ҡартаймай” тигән фотоконкурста ҡатнашырға булдым. Атайыбыҙ Әбделғәлим Ғибәҙәт улы Ғибәҙәтов 1914 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған һәм бөгөн дә ошонда йәшәй. Әсәйебеҙ Нәзиға Хә­жиәкбәр ҡыҙы 1923 йылда Таш­тимер ауылында донъяға килгән. Икеһенең дә бала сағы ауыр хеҙмәттә үткән. Атайыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул һуғыштың башынан аҙағына тиклем ут эсендә булған һәм орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Әсәйебеҙ ҙә колхоздың төрлө ауыр эштәрендә эшләгән, тыл ветераны...

«Һуғыш беҙҙе бер һыуға, бер утҡа һалып сыныҡтырҙы...»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 14-03-2014, 06:09


«Һуғыш беҙҙе бер һыуға, бер утҡа һалып сыныҡтырҙы...»Хеҙмәт ветераны Исрафил Үтәрбаев, беҙҙең быуын иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы бер кемгә лә күрергә яҙмаһын, ти
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан Үтәрбаевтар ғаиләһенә бер-бер артлы оло һынауҙар килә. Уларҙың башы – 1942 йылдың февралендә, сөнки тап шул айҙа ғаилә башлығы Исмәғил фронтҡа китә. Ә ҡатыны Әлимә дүрт бала менән тороп ҡала....

Исеме лә, үҙе лә – меңдәргә берәү
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-03-2014, 06:03


Исеме лә, үҙе лә – меңдәргә берәүОлолар менән осрашҡанда улар йыш ҡына һуғыш осорон һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы иҫләй. Тиҙерәк илде аяҡҡа баҫтырырға, “бөйөк һәм яҡты киләсәк”те төҙөргә ашыҡтырған партияның нисек итеп ауыл халҡын һалымдар менән быуғанын, баш күтәреп, еңел тын алырға ирек бирмәй, ваҡыт ҡалдырмай эш менән баҫҡанын оноторлоҡ та түгелдер. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар күп осраҡта, үҙҙәренән бигерәк, балаларын йәлләй: “Бәпәй­ләгәндән һуң бер-ике аҙна үтәме-юҡмы, яланға эшкә сы­ғырға мәжбүрһең, ә ас сабыйың ята зарлап илап”, “Бер нисә айлыҡ баланы урындыҡта биленән ойоҡтар менән сөйгә эләктереп бәйләп ҡуйып, һыйыр һауырға йүгерәһең. Ҡайтыуыңа ул илауҙан шешенеп, маңҡаһына, б...на буялып ултыра”, “Арыш икмәген сәйнәп сепрәккә төйнәйһең дә, бәпескә имгес урынына ҡаптырып, быҙау ҡарар­ға китәһең...”....

“Йәр бирмәк – йән бирмәк”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-03-2014, 04:54


Өсөнсө тарих: “Бәхет төшә тамсы-тамсы...”
Гүзәл
Был осраҡ, бәлки, “Йәр бирмәк – йән бирмәк” әйтеменә тап килеп тә бөтмәйҙер, сөнки йәрен икенсе ҡатынға түгел, үлемгә биргән ҡатын тураһында булыр һүҙем. Ә шулай ҙа уйланырға урын бар һымаҡ ......

Гәлсәр түгел, ҡорос ул
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-03-2014, 03:49


Гәлсәр түгел, ҡорос улБалапан егете Юлай Аҙнабаев, физик мөмкинлеге сикләнһә лә, ҡайһы бер сәләмәт кешеләрҙән рухи яҡтан күпкә байыраҡ, мәғәнәле тормошта йәшәй
“Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора”. Был һүҙҙәрҙе беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ишеткәне, йә булмаһа, ҡулланғаны бар. Тик алдыбыҙға ниндәйҙер проблема йә һынау килһә, ғәйепте сит кешенән эҙләй башлайбыҙ, мәсьәләне хәл итеү күп осраҡта үҙебеҙҙән тороуын онотабыҙ. Шул уҡ ваҡытта эргәбеҙҙә тормош тарафынан оло һынау алдына ҡуйылған кешеләр зарланмай-һыҡтанмай, улай ғына түгел, ә оло оптимизм менән ауырлыҡ­тар­ҙы еңә-еңә алға атлай....

“Йәр бирмәк – йән бирмәк”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 28-02-2014, 13:20


“Йәр бирмәк – йән бирмәк”Халҡыбыҙҙың аҡылына, зирәклегенә, тапҡырлығына һоҡланып туйғыһыҙ: һәр һөйләме нәфис һүҙҙәргә бай, мәҡәл, әйтемгә торошло һәм отҡор кеше аңларлыҡ, уйландырырлыҡ, кинәйәләп әйтелгән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән тулы. Әле бына мәҡәләгә исем биргән “Йәр бирмәк – йән бирмәк”те генә алып ҡараһаҡ та, мәғәнәһенең тәрәнлегенә иҫең китер (ҡайһы берәүҙәр, уны үҙгәртеберәк, ир бирмәк, тип ебәрһә лә, сығышы уның тап йәр бирмәк). Хәйер, алыҫҡараҡ киттем....

Ғүмерлек үкенес
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 14-02-2014, 14:57


Ғүмерлек үкенес“Донъя, эш, ваҡыт юҡ тип, иң ҡәҙерле кешеһен онотҡан булып сыҡты түгелме?” Күршеләре ҡаршы алды. “Бер ай тирәһе әсәйең ауырыны, балаларыңа шылтыратайым, тиһәм, ҡуй, эштәре, ғаиләләре бар, мәшәҡәтләнмәһендәр, йүнәлермен, үтеп китә ул”, – тине. “Ярты сәғәт элек кенә мәңгелеккә күсте, изге йән эйәһе булды инде”, – тип өҫтәне. Диниә өҫтәлдәге әсәһе бешергән йыуасаны күрҙе, ҡайғыһынан тышҡа йүгереп сыҡты, мунсаны ҡараны, һыуы йылымыс, әсәһе кейемдәрен, ҡорғандарын йыуырға әҙерләгән....

Кәрәкмәгән операциялар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-02-2014, 16:20


Кәрәкмәгән операцияларйәки Яһалма йөҙ, яһалма түш, яһалма… кешеләр заманы
АҠШ-тың Калифорния штатында башлана был. Пластик хирургиянан шоу эшләп, бөтә илгә күрһәтеү. Шунан хирургтарға оҙон сират теҙелеп китә. Операцияны бөтә кешегә лә яһайҙар – мәңге йәш ҡалырға теләгән “йондоҙ”ҙан алып үҙ бите менән ҡәнәғәт булмаған үҫмергә тиклем. Шуны, етмәһә, телевидениенан күрһәтәләр. Ә ауыр реабилитация осоро, хатта үлемгәсә еткергән өҙлөгөүҙәр, психологик проблемалар – барыһы ла “экран артында” ҡала. 2005 йылда, шоуҙар сәскә атҡан ваҡытта, АҠШ-та уңышһыҙ яһалған пластик операцияларға бәйле 10 миллион мөрәжәғәт-ғариза теркәлә. Телепроекттарҙың зыян күргән ҡатнашыусылары шоу авторҙарын судҡа бирә башлай....

"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-02-2014, 16:12


Фома балалар йортонан киткәс, беҙгә көн бөттө. Шул ваҡыт мин “ҡасыу ауырыуы”на юлыҡтым: ҡасам да ҡасам. Тотоп килтерәләр, мин йәнә ҡасам. Икешәр-өсәр ай йөрөгәнем булды. Тотоп килтергәс, тәрбиәсебеҙ ныҡ итеп туҡмай. Уның алюмин таяҡҡа ҡаты пластмасса ҡуйылған “аргументы” бар ине, шуның менән тетә генә. Ә мин йүнәлеп алам да тағы ҡасам. Бер шулай тотолғас, мине Өфөгә “психушка”ға алып барып бикләнеләр. Унан сыҡҡас, ҡасманым. Өйрәнеп киттем, русса лә яҡшы аралаша башланым, хатта уларҙың милли байрамдарын – Пасха, Масленицаны үткәрә торғайным....

Тәне сәләмәттең йәне лә сәләмәт
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-02-2014, 16:11


Тәне сәләмәттең йәне лә сәләмәтЮлдыбайҙа йәшәүсе спорт яратҡан Ләйсән һәм Венер Ҡоҙашевтар ауылдаштарына өлгө булып йәшәй
Уңышҡа өлгәшеү серҙәрен әллә ҡайҙан эҙләү кәрәкмәйҙер. Улар бер-береңә ҡарата иғтибарҙан һәм ихтирамдан, йылы һүҙҙән һәм мөхәббәттән ярала ла инде. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында гөрләтеп донъя көткән Ләй­сән һәм Венер Ҡоҙашевтар ҙа тап шундай фекерҙә. Әлеге ваҡытта өс бала тәрбиәләгән, бына-бына яңы йорт туйларға йыйынған йәш ғаилә үҙҙәренең уңғанлығы һәм тынғыһыҙлығы менән ауылдаштарына өлгө, тип әйтергә мөмкин.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Венер менән Учалы ҡыҙы Ләйсән бер үк йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Егет – физик культура йүнәлешендә, ә ҡыҙ биолог һөнәрен үҙләштерә. Ә ике йәш йөрәкте спортҡа булған һөйөү берләштерә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM