НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Бирҙе донъя кәрәкте»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-11-2014, 07:37


(Хәтирәләрҙән өҙөк)
Ябыҡ вагондарҙа оҙон-оҙон юлдарҙы үтеп, Себер иленә аяҡ баҫтыҡ.
Беренсе төшкән урыныбыҙ ваҡытлыса туҡтау булып сыҡты. Кемдәр генә юҡ бында. Беҙгә шалмандар «фышы» атамаһы биргән. Йәнәһе, беҙ – ил һатыусылар, ә улар – бурҙар, урлап, кеше елкәһен кимереүселәр.
– Исмаһам, урлайһың да, теләгәнсә йәшәп, тормош рәхәтен күрәһең, мәгәр илде һатмайбыҙ, – тип маҡтаналар.
Уларға эш харам.

...

«Йәшлек»кә тоғролоҡ йәки Игенсе бешергән икмәк тәме
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-11-2014, 07:36


«Йәшлек»кә тоғролоҡ   йәки Игенсе бешергән икмәк тәмеУчалы районының Илсеғол ауылында йәшәүсе Сания Шәмиғолова быйыл бик тә үҙенсәлекле юбилей билдәләй. Ғаиләһе өсөн үҙенә күрә ҙур бер ваҡиға булған етмеш биш йәшен билдәләүен әйтмәйем. Үҙенсәлекле юбилей беҙҙең баҫма менән бәйле – Сания Ғиләж ҡыҙының «Йәшлек»те алдырыуына быйыл теп-теүәл алтмыш йыл! Алтмыш йыл «Йәшлек» менән дуҫлыҡ, алтмыш йыл «Йәшлек»кә тоғролоҡ – иҫ китерлек дата бит! Ошо осор эсендә генә донъяла күпме үҙгәреш булды, етәкселәр килде-китте, гәзитебеҙҙең исеме үҙгәрҙе, ә Сания апай 1954 йылдан бирле бер тапҡыр ҙа яратҡан баҫмаһына хыянат итмәй, уға гел дә иң тәүгеләрҙән яҙыла....

Ике яңғыҙлыҡ осрашҡанда
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-11-2014, 07:34


Ике яңғыҙлыҡ осрашҡанда– Һине тыңлаған мин иҫәр, ыңғайыңа тороп, ҡысынып сығып китмәһәм, йылы фатирымда рәхәтләнеп карауатта йоҡлап ятҡан булыр инем, – әхирәтем, мине ихласлап әрләп, тулғана торғас, ниһайәт, йоҡлап китте. Үҙемде артыҡ ғәйепле тоймаһам да, һыуыҡ үткәреп, ауырып китмәһә ярар ине, тип теләй-теләй, уның өҫтөнә шәлемде яптым. Бер уйлаһаң, ысынлап та, ямғырлы һалҡын көндө Ирәмәлгә бармаһаҡ та, һис бер еребеҙ кәмемәҫ ине. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, нисәнсе йыл рәттән йәйҙәр йә һыуыҡ, йә ямғырлы килә, көн торошона ҡараһаң, өйҙән сыҡмай тик ултырырға кәрәк. Был юлы иптәштәр ҙә, күмәкләп барһаҡ, күңелле буласаҡ, тип, шул тиклем ихласлап ныҡ саҡырҙы, баш тартыу уңайһыҙ кеүек тойолдо. Хәҙер бына ят инде ямғырҙан һуң күшегеп, һалҡын палаткала йылына алмай, тип үҙемде үҙем игәргә тотондом: «Нишләп, башҡаларға күңелле булһын тип, һикереп төштөм әле ул?! Кеше күңелен уйлаһаң, үҙеңдең хәтерең ҡалыр… Етмәһә, плита менән һыуытҡыстан ары йөрөргә яратмаған әхирәтемде тауға күтәрелергә өгөтләп күндергән булдым. Йәнәһе лә, йәй үтеп бара, ә тәбиғәт ҡосағында ял да иткәнебеҙ юҡ. Ял итмәһәк тә, бер еребеҙ ҙә кәмемәҫ ине әле»....

«Яҙмышым тик үҙемдеке»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-11-2014, 07:27


Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында йәшәүсе Мәүлиха Өмөтҡужина мәғариф алдынғыһы ғына түгел, абруй яулаған әүҙем йәмәғәтсе лә
«Яҙмышым тик үҙемдеке»Оло йәштә лә матурлығын юймаған, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, зауыҡ менән кейенгән ҡупшы кәүҙәле, мөләйем йөҙлө Мәүлиха Өмөтҡужина мәғариф алдынғыһы ғына түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә. Һәр эште булдыра алыуы, иҫ киткес матур холҡо, уңғанлығы менән Таҡһырҙа ғына түгел, районда ла танылған шәхес.
Мәүлиха апай Иҙәш Ҡусҡары ауылында тыуып, Тәпәндә үҫеп буй еткереп, Ишҡол мәктәбендә урта белем алып, артабан Сибай педучилищеһын уңышлы тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Таҡһырҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙ яҙмышын да ошонда таба ул. Уңғанлығы, егәрлелеге, ышаныслы булыуы менән Фәйзрахман Абдрахман улы оло терәк була. Тик үкенес, 30 йылға яҡын татыу, матур ғүмер кисергәс, Фәйзрахман ағай 52 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан гүр эйәһе була. Ярай күңел йыуанысы булған улы Фидан әсәһенең өмөтөн аҡлай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, ике юғары белемгә эйә. Ул Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм магистратураны тамамлай. Мәүлиха Ғибат ҡыҙы ауылда тәүгеләрҙән булып айыҡ туй үткәреп, улын өйләндерә. Йәштәр әле Магнитогорск ҡалаһына төпләнгән – Фидан – инженер-конструктор, Гөлназ ҡаланың пенсия фонды идаралығында эшләй....

“Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 24-10-2014, 09:11


“Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар“Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙарМашина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарға элегерәк аптырап, бер аҙ шикләнеберәк ҡараһалар, хәҙер өйрәнелде. Ысынлап та, бөгөн үтә ҡыйыу, заман менән бергә атлаған, тәүәккәл гүзәл заттарҙың руль артына ултырыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Ә шулай ҙа был донъяға нескә, тыныс холоҡло итеп яратылған ҡатын-ҡыҙҙың техник яҡтан ауыр булған “тимер ат”ты йүгәнләүе ҡыҙыҡлы. Салауат районында ла руль артына ултырырлыҡ үҙендә көс һәм теләк тапҡан һылыу заттар етерлек. Әйҙәгеҙ, уларҙың бер нисәүһе менән танышып, күңел донъяларына байҡау яһайыҡ.
– Тәүге тапҡыр руль артына ултырғаным бөгөнгөләй күҙ алдымда, – тип һүҙен башланы районда иң беренселәрҙән булып “тимер ат”ты йүгәнләгән Фәниә Зарипова. – Машинабыҙҙа башта ирем генә йөрөй ине. Бер көндө миңә ҡайҙалыр барырға кәрәк булды һәм ул унда алып барырға баш тартты. Үсектем дә машинаға ултырҙым да сығып киттем. Һәм … соҡорға барып төштөм. Ә шулай ҙа соҡорҙан сығып, бара торған еремә барып еттем....

Күңелендә – яҙ ҡояшы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-10-2014, 16:31


Күңелендә – яҙ ҡояшыБер күреүҙән, бик аҙ ғына аралашыуҙан да күңелгә инеп ҡалған кешеләр була. Улар эргәлә бул­ғанда рәхәт, төшөнкөлөккә бирелгәндә кү­ңелеңде күтәрәләр, шат­лыҡ-ҡыуаныс­тарыңды беренсе бу­лып уртаҡлашалар. Йө­ҙө­нән йылмайыу китмәгән, һәр ваҡыт мәктәп, ауыл мәшәҡәттәре ме­нән янып йәшәгән, ошо көндәр­ҙә ғүмеренең иң сағыу мәлен – 45 йәшен билдәләгән Фирзиә Сабит ҡыҙы Ғәниева шундайҙарҙың береһе.
Салауат районының йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Иҙелбай ауылында Мәмдүҙә һәм Сабит Хисаметдиновтарҙың ишле татыу, өлгөлө ғаиләһендә тыуған ҡыҙ илгәҙәк, отҡор, йыр-моңға ғашиҡ күңелле булып үҫә. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, тырышып уҡый, оҫта бейей, матур йырлай.
...

Һайлап алған яҙмыш
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-09-2014, 04:08


Һайлап алған яҙмыш…Бер йортта, бер коридорҙа йәшәгәс, иртә-кисен дә, ял көндәрендә лә Айрат, ҡатыны Йәмилә һәм уның үгәй улы Морат менән йыш осраштыҡ. Ул ике йәштән үк үгәй атай ҡулында, бер ниндәй ҡағылыу-һуғылыуһыҙ, кәмһетелеүҙе белмәй, әсеһен-сөсөһөн татымай ғына, бик һәләтле, иркә бала булып үҫә. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Бында ла бик тырышып уҡый. Ике курсын бик яҡшы ғына тамамлағас, институтты ташлап, төҙөлөшкә эшкә бара. Ташсы һөнәрен үҙләштерә. Шул йылда башҡорт ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡороп, үҙ өйҙәрендә йәшәү тураһында уйлағандыр. Тормошон тиҙерәк яйға һалғыһы килгәндер. Ҡатыны Фәриҙә шәфҡәт туташы булып эшләй....

«Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-08-2014, 06:14


«Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»Бәләкәйҙән ауыр яҙмыш һынау­ҙарына дусар булған ун бер йәшлек Раяз Миәкә районының Күл-Ҡунҡас ауылынан. Әлеге мәлдә атаһының бер туған ағаһы Рауил Мәхмүтовтың татыу ғаиләһендә тәрбиәләнә. Шөкөр, туғандарын үҙҙәренең йылы ҡанаты аҫтына алып, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап, яратып ҡына үҫтерәләр. Раяздан тыш, үҙҙәренең өс балаһы бар. Шулай булһа ла, изге күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле ата-әсәнең иғтибары, һөйөүе һәр береһенә етә.
– Раяз – төпсөк ҡустымдың улы. Раян менән Ләйсән килен төп йортта, атай-әсәй янында йәшәй ине. Тәүге йылдарҙа матур ғына итеп ғаилә ҡороп, тырышып донъя көттөләр. Улдары донъяға килгәс, тормоштары тағы ла түңәрәкләнде. Әммә тора-бара икеһе лә эскелек менән мауыға башланы. Ҡайҙалыр төшөрөп ҡайтыуҙар, аҙаҡ иреш-талаш йышайҙы. Быға атай йортонда йәшәүҙәре лә, туғандарҙың һүҙҙәре лә кәртә була алманы. 2012 йылда, әллә ошо эскегә бәйле, әллә башҡа сәбәп менән, Раян ҡустымдың ғүмере өҙөлдө. Ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуы беҙҙең өсөн һаман да сер булып ҡала килә. Был юғалтыуҙан һуң киленебеҙ бөтөнләй бәйҙән ысҡындымы ни....

«Алтыным, Отеллонан ҡас!»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-08-2014, 04:24


«Алтыным,  Отеллонан ҡас!»Тәүҙә, өйләнешкән генә мәлдә, уның мине ҡыҙғаныуы ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшай ҙа ине, йәнәһе лә, ҡалай мине ныҡ ярата. Тора-бара көнсөллөгө йәнде көйҙөрҙө, хәҙер бөтөнләй ҡаҡшата. Мин бит артыҡ буянмайым да, шунда күҙгә – тушь, иренгә бер аҙ ҡыҙыл яҡҡан булам. Ә ул шуны ла күтәрә алмай. Помада тотоп көҙгө ҡаршыһына баҫыуым була, ул шунда уҡ, нимә, һөйәреңә оҡшарға тырышып биҙәнәһеңме, тип ҡашын емерә. Магазинда матур кейем күреп һоҡланһам, әллә һөйәрең, һиңә шул кейем килешә, тинеме, тип бәйләнә. Эштән арып ҡайтһам, нимә кәйефең юҡ, һөйәреңде осратмағанға танауың төштөмө, ти. Киреһенсә, яҡшы кәйефтә килеп инһәм, йөрөп, туйып ҡайттыңмы, тип йөҙҙө йырта. Шулайтып ҡыҙғана торғас, эштән сығартты, өйҙә бикләп тигәндәй ултыртып ҡуйҙы. Унһыҙ бер үҙем урамға ла сыҡмайым....

Урланған бәхет
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-07-2014, 05:28


Урланған бәхетТуй үтте. Ҡунаҡтар таралышты. Гөлсөмдәр ауылына ҡайтты. Гөлдәр менән Илһамдың да юлдары айырылды. Бөтөн­ләйгә. Туй булып ике көн үткәс, Илһам үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән хәбәр бөтә ауылды шаҡ ҡатырҙы. Шундай аҡыллы ирҙе был юлға нимә этәрҙе? Бер кем белмәне. Өсәүҙән тыш. Гөлсөм һиҙенде, Гөлдәр аңланы, ә тулы серҙе Илһам үҙе менән алып китте. Түҙмәне, һары һағыш – Гөлдәрҙе, ғүмерлек йәрен, һағыныу уны башын элмәккә тығырға этәрҙе. Шуның менән ул үҙенә еңеллек килтерерҙәй булды. Бары үҙенән һуң уны һағынып иҫкә алыр туғандарын, Гөлдәрен генә уйламаны. Гөлсөм хәҙер ғүмерлек ғазапҡа дусар булды. Үкенә ул, тик һуң шул, үтә лә һуң…
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM