НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Әсә рәнйеше
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 4-07-2014, 15:59


Ауыр йылдар. Илдә һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Фатима Архангел районының төпкөл ауылына килен булып төшә. Ауылда электр уты юҡ, юлдар насар, районға барыу өсөн 45 – 50 саҡрым араны йәйәү үтергә кәрәк. Ҡатындың ике улы, бер ҡыҙы тыуа. Инде тыныс тормош көтәбеҙ тигәндә, Германия беҙ­ҙең илгә ҡаршы һуғыш башлай. Фатиманың ирен һуғышҡа алалар. Күп тә үтмәй, ул Смоленск янындағы алышта һәләк була. Өс бала әсә ҡулында етем ҡала. Тормош көндән-көн ауырлаша. Бөтә нәмә фронт өсөн эшләнә. Ҡатын өс балаһын астан үлтермәй, мәктәп йәшенә еткерә. Буш торған бер өйҙө йүнәтеп, башлан­ғыс мәктәпкә әйләндерәләр. Ул заманда ситтән килеп уҡыған уҡыусыларға интернат булмай....

Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-06-2014, 19:30


Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл  үткәндән һуң ғына табаЭштән ҡайтып арлы-бирле итеп, телеви­зор­ҙы ҡабыҙһам,”Жди меня” тапшырыуы бара. Экрандан таныш ҡына йөҙ ҡарай. Беҙҙең күрше подъездағы Динә апайға ҡайһылай оҡшаған, тип уйлап ҡуйҙым.
Был ҡатын 38 йыл элек 6 йәшлек кенә улын юғалтып, әле саҡ осрашҡандар, икән. Ниндәй үкенесле хәл… Тапшырыу уларҙың күңелле осрашыуы менән тамамланды. Теге апайҙың ҡайҙан икәнен дә, кем икәнен дә белмәй ҡалдым.
Ошонан һуң бер-ике көн үттеме-юҡмы, магазинға тип сыҡһам, Динә апай ҙа урамда йөрөп ята. Теге хәлде һөйләп бирҙем. Һеҙгә шул тиклем ныҡ оҡшаған ҡатынды күрһәттеләр, моғайын, һеҙ булмағанһығыҙҙыр ул, тип һораулы ҡарашымды уға төбәйем. Динә апай бер аҙға шым ҡалып, аҫҡа ҡарап торҙо ла ҡапыл башын күтәрҙе. Ике күҙе туп-тулы йәш. “Яңылышмағанһың, ул ҡатын, ысынлап та, мин, – тине ул күҙ йәштәре аша йылмайып. – Барыһын да һөйләрмен, әле ваҡытым юҡ, бөгөн кискә ин”, – тип күршем китеп барҙы....

Яҙмыш һынауҙарын еңеп...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-06-2014, 18:09


Яҙмыш һынауҙарын еңеп...Йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәре былар. Ә кемгә бағышланған, тиһегеҙме? Лидия Мансур ҡыҙы Татлыбаеваға. Эйе, ул ысынлап та, ҙур хөрмәткә лайыҡ ҡатын. Тормош иптәше Рифҡәт Әхмәтбай улы менән үҙҙәренең балалары була тороп та, туғандарының да улы менән ҡыҙын тәрбиәләй улар. Яҙмыш ҡосағында әсәйһеҙ ҡалған Рәил менән Ләйсәнде үҙ ҡанаты аҫтына алыуҙарына инде 14 йыл була.
Татлыбаевтар ғаиләһе менән осрашыу теләге мине Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылына алып килде. Әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултырған ҙур, күркәм йорт тәңгәленә еткәс тә, хужалар изге күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле генә түгел, ә уңған, тырыш та икән, тигән уй йүгереп үтте башымдан. Баҡсалары ла гөрләп үҫә, ихата тулы – ҡош-ҡорт, мал-тыуар.
Шул арала ғаилә башлығы Рифҡәт Әхмәтбай улы килеп сығып, йортҡа табан әйҙәне. Хужабикә кем менәндер телефондан һөйләшә. Күрәһең, балалары шылтыраталыр. Күҙ­ҙәрендә сағылған шатлыҡ осҡоно, йөҙөндәге борсолоу ҡатыш ихласлыҡтан быны аңлауы ҡыйын түгел ине. Һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты....

Яңылышмағыҙ тормош юлдарында
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-06-2014, 15:27


Яңылышмағыҙ  тормош юлдарындаЗАГС-ҡа йәшебеҙ етмәһә лә, яратып йөрөгән егетем менән бер-беребеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡып, өйләнештек. Үгәй ҡәйнәм тормош иптәшем менән ҡайным өйҙә саҡта мине маҡтап бөтә алмаһа (улар комбайнда эшләй, иртүк китеп, һуң ҡайталар), улар ҡайтҡансы әрләп туя алмай ине. Түҙмәй, ҡайтып китергә тура килде. Тормош иптәшемә, көн оҙоно әрләй, тип әйтмәнем. Мин килгәс кенә аралары боҙолмаһын, тип уйланым. Уны хәрби хеҙмәткә алдылар. Ирем китеү менән мине оҡшатып йөрөгән егет көн дә яусылап килә башланы. Уның менән хатта йүнләп һөйләшмәй ҙә торғайным. Инәһе, ағаһы, апаһы менән һоратып килделәр. Бармайым тиһәм дә, әсәйем уға кейәүгә биреп ебәрҙе. Ирем үҙ һүҙен һүҙ итә торған, бик ҡыҙыу кеше булып сыҡты. Һигеҙ ай ҡәйнә, уртансы улы менән бергә йәшәнек. Ҡәйнәм октябрь айында бәпесләргә торғанда бәләкәй улы менән мине айырым йәшәргә сығарып ебәрҙе. Ҡайҙа буш өй табабыҙ, шунда торҙоҡ....

Ала ҡарға
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-06-2014, 11:08


Ала ҡарғаБыл баланы ғүмерҙә лә күргәнем юҡ, уның менән «Бәйләнештә» сайты аша танышмын, ә битендә фотоһүрәттәре ҡуйылмаған. Тәүге хәбәре «Изгелек айы»н иғлан иткән саҡта килде: «Хәлемде яҙам, тик зарланыр өсөн түгел, ә үҙемдең дә, эткеләнеп-төрткөләнгән кешенең, изгелек эшләргә хәлемдән килеүен аңлатыр өсөн. Башҡаны ҡотҡарып, үҙеңде ҡотҡар, тигән һүҙҙәрҙе аңламай торғайным. Яңыраҡ аңланым». Уға яуаплағас, әле дәрескә бармай, ташландыҡ һыуыҡ клуб эсендә ултырам, телефон аша сайт­ҡа ингәнмен, тип яҙҙы: «Аңлайым, мәктәпкә барырға кәрәк, тик аяғым тартмай». Сәбәбе ниҙә, бүлешһәң, бәлки ярҙам итә алырмын, тип һораным, һалҡын бина эсендә бер үҙе туңып ултыр­ған баланы күҙ алдына килтереп, йөрәгем өшөнө.
– Мин унда – «ала ҡарға», синыфташтарыма этеп-төртөр, мыҫҡыл итер өсөн ҡулайлы, уңайлы объект, – тип сабыр ғына аңлатты бала. Эйе, кеше түгел, ни бары йәнһеҙ «объект». Ҡурҡыныс монстрҙар, тип уйлайһығыҙҙыр синыфташтарымды. Юҡ. «Бәй­ләнештә» фотоларын ҡарай алаһығыҙ: йөҙгә мөләйемдәр, һәр береһе ярата, яратылырға теләй, биттәренә матур статустар яҙа... Әммә ысын йөҙҙәрен мин беләм....

Хәбир кеүектәр бирешмәй
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-06-2014, 18:00


Хәбир кеүектәр бирешмәйРайоныбыҙҙың иң матур, данлыҡлы ауылдарының береһе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, яҙыусы – Зәйнәб Биишеваның изге төйәге Туйымбәттә тыуып үҫкән Хәбиргә яҙмыш үҙ һынауҙарын бик иртә ҡуя. 11 генә йәшендә әсәйһеҙ ҡалып (Миңниса апай биш балаһын етем ҡалдырып, гүр эйәһе була, атаһы Таһир ағай ҙа инвалид), уға етемлектең бөтә ауырлығын татырға тура килә. Кескәй генә көйөнсә әсә һөйөүенән, наҙынан мәхрүм булған малайҙы апаһы Гөлнара үҙ ҡанаты аҫтына ала. Хәбир өсөн ул бөгөн дә иң яҡын, ғәзиз кеше булып тора. Һөйөклө әсәһен алмаштырып, ел-ямғырҙан ҡурсалап, ғүмер буйына терәк-таяныс булып йәшәгән апаһына йөрәк түрендә иң йылы, изге хистәрен, рәхмәт һүҙҙәрен йөрөтә ул. Ҡулынан килгәнсе уға ярҙам итергә лә тырыша.
Икенсе апаһы Гөлсараның ғына яҙмышы үтә үкенесле була. Йәшләй генә ике балаһын етем ҡалдырып, ауыр сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Урыны йәннәттә булһын....

Был аҙнала беҙҙе ғәжәпләндерҙе...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-06-2014, 10:52


Археологтар Көнбайыш Ҡытайҙа иң боронғо салбар тапҡан.
Был кейемде 3000 – 3300 йыл элек йәшәгән күсмә халыҡ­тар­ҙың көтөүселәре кейгән һәм ул фәнгә билдәле иң боронғо салбар өлгөһө булып тора.
Берлиндағы Герман археология университеты ғалимдары фекеренсә, табылдыҡты хәҙерге замандағы һыбай йөрөүсе­ләр­ҙең салбарына оҡшатырға мөмкин.
Кейем өс һоро төҫтәге йөн туҡыма киҫәгенән яһалған һәм кейгәндә аяҡтарҙы һығып торған. Әйтергә кәрәк, уны бескәндә тигеҙләп ҡырҡып тормағандар, туҡыу станогында аяҡ үлсәменә тура килтергәндәр....

Ә бөгөнгә ул бәхетле…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 30-05-2014, 05:10


Ә бөгөнгә ул бәхетле…Автобуста ултырған урыным бик яйлы, артҡы рәткә тура килде. Урын бейек булғас, баҫып барыусыларҙы күҙәтәм. Таныш-белештәрем юҡмы, урын бирер инем. Юғиһә, үҙегеҙ беләһегеҙ, пассажирҙарҙың автобуста күп булыуы умарта ояһын хәтерләтә кеүек. Һөйләшкән, өндәшкән, әйткән һүҙҙәр ишетелеп тора. Кеҫә телефондары ла шылтырай. Кемдәр нимә эшләгән, ҡайҙа барған – барыһын белеп була. Ҡыҫҡаһы, салон «жыу» килә. Бына күршемдең, нәфис кәүҙәле, уртаса буйлы туташтың да, кеҫә телефоны тауыш бирҙе. Һөйкөмлө генә күренгән ҡыҙ миҙгел эсендә үтә етди ҡиәфәткә инде....

Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһын
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 30-05-2014, 05:08


Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһынйәки Ҡорама ҡорау йыуаныс, ҡыуаныс сығанағы ул, ти Әбйәлил районының Туйыш ауылы оҫтабикәһе Тәғзимә Мәхийәнова
Матди хәле ауыр булған ғаиләләргә атап йыйылған әйберҙәр тултырылған сумкаларға һөрөнөп, йығыла яҙған ирем, былар­ҙы тиҙерәк адресаттарына тапшырмаһаң, мин һине ҡалмаң менән бергә һөргөнгә, ҡорама ҡорорға һөрәм, тип бармаҡ яна­ны. «Һөргөн» тип шаяртып Әбйәлил районының Туйыш ауылын әйтә. Мине шунда йәшәүсе Тәғзимә Мәхийәно­ваға алып барып ҡалдырып, ҡорама ҡорарға өйрәтмәксе. Оҫтабикә ҡыштарын ғына ҡорама менән шөғөлләнә, йәй бушамай, тим. Ҡар иреп бөткәнсе, үлән ҡалҡҡансы ваҡыт бар әле, тип мине үртәүен дауам итә тормош иптәшем. Ә ниңә, барһам, барырмын да, тип бирешмәһәм дә, әйберҙәр­ҙе тиҙ генә юл уртаһынан ситкәрәк алып ҡуям. Шунан, әллә ысынлап, барып өйрәнеп ҡайтырғамы икән, тип икеләнеп, туҡтап ҡалам....
...

Атайлы йорт – ныҡлы, әсәйле йорт – наҙлы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 30-05-2014, 05:07


Атайлы йорт – ныҡлы, әсәйле йорт – наҙлы Атайыбыҙ Ғәҙелша Нәҙерша улы һәм әсәйебеҙ Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙы Ҡыҙрасовтар 60 йыл инде пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә
Һәр бала өсөн донъяла ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән-изге кешеләр ул атай менән әсәй. Был йәһәттән беҙ бик бәхетлебеҙ: атай, тип яғымлы өндәшергә атайыбыҙ, әсәй, тип иркәләнеп наҙланырға әсәйебеҙ бар. Ошо көндәрҙә ғәзиз кешеләребеҙҙең иңгә-иң терәп ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тула.
Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешеләребеҙ – атайыбыҙ Ғәҙелша Нәҙерша улы Ҡыҙрасов менән әсәйебеҙ Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙының үҫмер йылдары ҡәһәрле һуғыш йылдарына һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.
Атайыбыҙ 1929 йылдың 4 ғинуарында Ҡаҙырша ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгән. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн әҙ татырға тура килмәй ҡәҙерлебеҙгә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM