НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»

«Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»


«Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»Миәкә районының Күл-Ҡунҡас ауылында йәшәүсе Зилиә һәм Рауил Мәхмүтовтар үҙҙәренең өс балаһын да, туғандарыныҡын да берҙәй яратып үҫтерә.

Ҡасан ғына 12 июль етә инде?

– Тыуған көнөңдөң тиҙерәк етеүен теләйһеңме?

– Юҡ, шул көндө әсәйем килергә тейеш. Бүләккә планшет та алған. Уныһына иҫем китмәй, иң мөһиме, үҙе килһен, ныҡ һағындым уны…
Кескәй генә малай ана шулай, көндәр, сәғәттәр, минуттарҙы һанап ғәзиз кешеһенең янына килерен көттө. Ҡапҡа яғынан күҙен дә алманы ул, урамға ла әллә нисә тапҡыр сығып әйләнде. Әсәһенең килеренә ышанып, һуңғы минутҡаса өмөтөн өҙмәне. Төн еткәнсе көттө ҡәҙерлеһен. Әммә уныһы сабыйының зарығып көтөүен белмәне лә, ахыры, тағы ла һүҙендә торманы...

Тыуған көнөн икенсе йыл инде бына шулай әсәһен көтөп ҡаршылай Раяз. Донъяла бөтөнләй япа-яңғыҙ түгел дә ул. Уның өсөн өҙөлөп торған бынамын тигән туғандары бар, аллаға шөкөр, олатаһы менән өләсәһе лә иҫән-һау. Әммә үҙен хәмергә алмаштырып, ташлап сығып киткән әсәһен һаман да һағына, юҡһына малай. Ни хәл итәһең, ниндәй генә булһа ла, әсәй барыбер әсәй булып ҡала шул.

«Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»Бәләкәйҙән ауыр яҙмыш һынау­ҙарына дусар булған ун бер йәшлек Раяз Миәкә районының Күл-Ҡунҡас ауылынан. Әлеге мәлдә атаһының бер туған ағаһы Рауил Мәхмүтовтың татыу ғаиләһендә тәрбиәләнә. Шөкөр, туғандарын үҙҙәренең йылы ҡанаты аҫтына алып, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап, яратып ҡына үҫтерәләр. Раяздан тыш, үҙҙәренең өс балаһы бар. Шулай булһа ла, изге күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле ата-әсәнең иғтибары, һөйөүе һәр береһенә етә.
– Раяз – төпсөк ҡустымдың улы. Раян менән Ләйсән килен төп йортта, атай-әсәй янында йәшәй ине. Тәүге йылдарҙа матур ғына итеп ғаилә ҡороп, тырышып донъя көттөләр. Улдары донъяға килгәс, тормоштары тағы ла түңәрәкләнде. Әммә тора-бара икеһе лә эскелек менән мауыға башланы. Ҡайҙалыр төшөрөп ҡайтыуҙар, аҙаҡ иреш-талаш йышайҙы. Быға атай йортонда йәшәүҙәре лә, туғандарҙың һүҙҙәре лә кәртә була алманы. 2012 йылда, әллә ошо эскегә бәйле, әллә башҡа сәбәп менән, Раян ҡустымдың ғүмере өҙөлдө. Ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуы беҙҙең өсөн һаман да сер булып ҡала килә. Был юғалтыуҙан һуң киленебеҙ бөтөнләй бәйҙән ысҡындымы ни. Сығып китә лә бер нисә көн, хатта аҙналар буйы өйгә ҡайтмай йөрөй. Уның ҡайҙа икәнлеген дә белеү юҡ. Аҙаҡ бер ни булмағандай ҡайтып инә. Атай-әсәй йомшаҡ булғас, бер ни өндәшмәй, бала хаҡына тип, түҙәләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡустым иҫән сағында уҡ ҡатыны улын йүнләп ҡарамай ине. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫте инде бала. Хәҙер атаһы үлгәс, бөтөнләй уға кәрәкмәне.

Иң аптыратҡаны шул булды: атай­һыҙ ҡалған бала өсөн пособие юлланы киленебеҙ, район үҙәгенә документтар артынан йыш йөрөнө. Билдәле, юлға киткән бөтә сығымдарҙы ла ҡәйнә менән ҡайныһы ҡапланы. Әммә барыһы ла әҙер булғас, киленебеҙ бөтә документтар менән бергә юҡҡа сыҡты (хатта баланың да документтарын үҙе менән алып киткән, барыһын да яңынан тергеҙергә тура килде). Иренең үлеменә ҡырҡ көн дә тулып өлгөрмәгәйне хатта. Балаһын ташлап китеүен әйтеп тораһы ла түгел. Ярты йыллап унан бер хәбәр ҙә булманы. Бары тик, атайымдар ауыл хакимиәте башлығына барып, уларҙың кәңәше менән киленде әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн судҡа биреп, бала өсөн рәхәтләнеп алып ятҡан аҡсаһы килеүҙән туҡтағас ҡына, улы иҫенә төштө. Унда ла әсәлек хисе уянманы үҙендә. Хатта судҡа ла килеп тороуҙы кәрәк тип тапманы. Бына шулай, Раяз, әсәһе иҫән булып та, етем бала һымаҡ тороп ҡалды. Әлбиттә, беҙ ул үҙен кәрәкмәгән кеше итеп тоймаһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, судтан һуң документтар юллап, уллыҡҡа алдыҡ, хәҙер үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ. Бының өсөн ҡатыныма рәхмәт инде. Шунда уҡ ризалашты, улай ғына ла түгел, хатта үҙе башлап тәҡдим итте, – тип кисергәндәрен һөйләне Рауил Нәжип улы.
Һүҙгә ҡатыны Зилиә апай ҙа ҡушылды: «Күҙ алдында үҫкән бала бит. Нисек инде уны ситкә ебәрәһең? Ҡәйнәм менән ҡайным да, үҙебеҙ ҡарайбыҙ, тип тора ине, әммә закон буйынса, оло йәштә булғас, баланы үҙҙәренә юллай алмайҙар. Ә Раяз етем бала тип иҫәпләнгәс, тиҙ арала берәй сара күрмәһәк, опека бүлегенән балалар йортона ебәрәсәктәрен дә хәбәр иттеләр. Шуға, уйлап та тормайынса, үҙебеҙгә уллыҡҡа алдыҡ. Тәүҙә ярты йыл тирәһе ике өй араһында йөрөп йәшәне. Тыуып үҫкән йортон, олатаһы менән өләсәһен ҡалдырып, беҙгә күсеп килә алмай ыҙаланды. Ҡәйнәм-ҡайным да күҙ терәп торған ейәндәрен тиҙ генә ебәрергә теләмәне. Әммә баланың шулай ике яҡҡа бүлгеләнеп йөрөүе уҡыуына ла насар йоғонто яһағас, уҡытыусыһының да кәңәше буйынса, үҙебеҙгә күсереп алырға тура килде. Дәрес әҙерләтеүҙе контролгә алып, өйҙә махсус шөғөлләнә башлағас, Раяздың уҡыуы ла яҡшырҙы. Тәүҙә сиреккә өстәре лә сыға ине, хәҙер, аллаға шөкөр, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.

Ваҡыт – иң шифалы дауа тиҙәр бит, Раян яйлап өйрәнә төштө, әсәһенең ҡылығын да аңлай. Әммә һаман да уны көтөүҙән туҡтамай. Тегенеһе телефондан шылтыратып, киләм, тип шатландыра ла, онота. Бала бит уға ышана, көтә. Былай ҙа күңеле китек булыуын ни эшләп аңламайҙыр әсәй тейешле кешеһе?»
Тәү ҡарамаҡҡа оялсан, баҫалҡы ғына булып күренһә лә, Раяз аралашыусан, илгәҙәк бала булып сыҡты.

– Бында миңә ныҡ оҡшай, өйөбөҙ ҙур, минең айырым бүлмәм дә бар. Матур кейемде лә йыш алып бирәләр. Хатта телефонлы ла булдым! Олатайым менән өләсәйем янына көн дә барып торам, үҙҙәре лә килеп хәлемде белә. Тик әсәйемдең генә килгәне юҡ. Ярай әле телефондан һөйләшеп торабыҙ, – тип хәбәрҙәрен теҙҙе малай. Үҙе әсәһен иҫкә төшөргәс, бер аҙ моңһоуланып та китте шикелле. Әсәй наҙын, йылыһын бер нәмә лә алмаштыра алмай шул…
Раяздың һәр һүҙе һайын тиерлек, Наил ағайым, Динә апайым, Таңһылыу һеңлем тип ҡыҫтырыуы ла иғтибарымды шунда уҡ йәлеп иткәйне. Баҡтиһәң, былар Мәхмү­тов­тарҙың балалары икән.

– Балаларҙа туғанлыҡ хисе көс­лө. Беҙҙекеләр ҙә тәүге көндән Раязды яҡын итеп ҡабул итте. Бер туғандар кеүек татыу, берҙәм булыу­ҙарына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, – ти Зилиә Ғайсар ҡыҙы.

Хәҙер күп балалы ғаилә тип иҫәпләнгән Мәхмүтовтар, ауылдаштарын һоҡландырып, гөрләтеп донъя көтә. Бына тигән күркәм, ҙур йорт һалып сыҡҡандар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һәр эште кәңәшләшеп башҡарырға өйрәнгән, уңған, тырыш хужаларҙың тормоштары ла гел алға ғына барғандай. Үҙҙәренә күҙ генә теймәһен! Күрәһең, яҙмыш был парҙы бары тик бәхетле итеү өсөн генә осраштырған.

– Үҙем күрше Илсеғол ауылы ҡыҙымын. Рауил менән мәктәп йылдарынан танышбыҙ. Беҙҙең ауылға дуҫ егеттәре менән киске уйынға, аулаҡ өйгә килә торғайны. Шунда таныштыҡ. Дуҫлығыбыҙ биш йылға һуҙылды. Әрме хеҙмәтенән ҡайтыуын да көтөп алдым. Мәктәпте тамамлағас, БДПИ-ның педагогика һәм психология бүлегенә уҡырға инеп, мәктәпкәсә балаларға белем биреү һөнәрен үҙләштерҙем. Өсөнсө курсты бөткән йылда Рауил менән сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Ҡулыма диплом алғас, иптәшемдең ауылында йәшәй башланыҡ. Рауил был ваҡытта механизатор булып эшләй ине, мине күрше Ҡаран-Ҡунҡас ауылындағы балалар баҡсаһына, декрет ялына киткән ҡатын урынына, мөдир итеп ҡуйҙылар. Аҙаҡ тәрбиәсе булып та эшләп алдым, 2004 йылда үҙебеҙҙең Ҡүл-Ҡунҡас ауылында ла балалар баҡсаһы асыл­ғас, шунда күстем. Һайлаған һөнәрем буйынса барлығы ун алты йыл эшләп өлгөрҙөм, 2009 йылда баҡсабыҙ ябылғас, Ҡаран-Ҡунҡас мәҙәниәт йорто етәксеһе булырға тура килде. Ә хәҙер бына декрет ялындамын, кескәй ҡыҙымды ҡарайым. Ситтән тороп уҡып, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын да тамамланым. Хәҙер башланғыс кластар уҡытыусыһы булып та эшләй алам. Киләсәктә, бәлки, был йүнәлеш буйынса эш булыр тигән өмөт менән йәшәйем, – ти Зилиә апай. Ә тормош иптәше совхозда малсылыҡта эшләй икән.

Тырыш ғаилә ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, балалары – уларҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары. Әйт­кәндәй, улар ата-әсәһенә оҡшап, эшкә уңған, аҡыллы, ярҙамсыл булып үҫеп килә. Өлкән улдары Наилде май айында ғына әрме хеҙмәтенә оҙатҡандар. Кемерово өлкәһендә хеҙмәт иткән улдары менән алыҫ араларҙы әлегә бары тик телефон ғына бәйләй. Динә ҡыҙҙары Ҡаран-Ҡунҡас мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, мәктәптең төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡул эшенә лә оҫта.

– Динә ҡыҙым бәләкәй сағында гел беҙҙән туған һорап йонсота ине. Үҫә төшкәс хатта, бәпес алып ҡайтманығыҙ инде, әйҙә балалар йортонан булһа ла ҡыҙ, йә малай алайыҡ, тип әйтеп һалды. Күрәһең, уның был теләге Хоҙайҙың «амин» тигән сағына тура килгәндер. Бер юлы ҡыҙлы ла, уллы ла булдыҡ, – тип, тағы ла бер хәлде иҫенә тө­шөр­ҙө, балалары хаҡында һүҙ сыҡҡас.

Яҙмыш үҙен һынауҙар даръяһына ташлағанда ни бары 2-се класта ғына уҡыған Раяздары иһә быйыл дүртенсене тамамлаған. Спорт менән дуҫ малай мәктәптә шиғыр­ҙарҙы тасуири һөйләүе менән дә танылған. Ә кескәй Таңһылыуға ни бары ике генә йәш. Тәмле теле менән барыһын да үҙенә ҡаратҡан ҡыҙсыҡ ата-әсәһенең, апай-ағай­ҙарының һөйөүен, иғтибарын тойоп, иркәләнеп кенә үҫеп килә.

Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көткән Мәхмүтовтарға ҡарап бәхет төшөнсәһен, ысынлап та, тағы ла нығыраҡ аңлайһың һымаҡ. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, ауыр­­лыҡтарҙы еңеп алға барған, улай ғына ла түгел, үҙҙәренең өс балаһы янына туғандарын да һыйындырған изге күңелле, оло йөрәкле был ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ. Хоҙай үҙҙәрен бары тик сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан ғына айырмаһын.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 15-08-2014, 06:14 | Ҡаранылар: 1854
|
  • Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре
  • Матурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итеп
  • Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
  • Яҙмыш һынауҙарын еңеп...
  • Күңел яраһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM