НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яҙмыш һынауҙарын еңеп...


Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылында йәшәүсе Лидия һәм Рифҡәт Татлыбаевтар үҙҙәренең өс балаһы эргәһенә туғандарының етем ҡалған улы менән ҡыҙын да һыйындыра.

Яҙмыш һынауҙарын еңеп...Яҙмыш һынауҙарын еңеп...«Рәхмәт һиңә, әсәйем, бала саҡтан
наҙҙарыңа беҙҙе төргәнгә,
Рәхмәт һиңә, әсәйем, түләп бөтмәҫ
изгелектәр һинән күргәнгә...»

Йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәре былар. Ә кемгә бағышланған, тиһегеҙме? Лидия Мансур ҡыҙы Татлыбаеваға. Эйе, ул ысынлап та, ҙур хөрмәткә лайыҡ ҡатын. Тормош иптәше Рифҡәт Әхмәтбай улы менән үҙҙәренең балалары була тороп та, туғандарының да улы менән ҡыҙын тәрбиәләй улар. Яҙмыш ҡосағында әсәйһеҙ ҡалған Рәил менән Ләйсәнде үҙ ҡанаты аҫтына алыуҙарына инде 14 йыл була.

Татлыбаевтар ғаиләһе менән осрашыу теләге мине Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылына алып килде. Әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултырған ҙур, күркәм йорт тәңгәленә еткәс тә, хужалар изге күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле генә түгел, ә уңған, тырыш та икән, тигән уй йүгереп үтте башымдан. Баҡсалары ла гөрләп үҫә, ихата тулы – ҡош-ҡорт, мал-тыуар.

Шул арала ғаилә башлығы Рифҡәт Әхмәтбай улы килеп сығып, йортҡа табан әйҙәне. Хужабикә кем менәндер телефондан һөйләшә. Күрәһең, балалары шылтыраталыр. Күҙ­ҙәрендә сағылған шатлыҡ осҡоно, йөҙөндәге борсолоу ҡатыш ихласлыҡтан быны аңлауы ҡыйын түгел ине. Һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты.

– Рәил шылтырата. Ҡырымда хеҙмәт итә ул. Ноябрь айында оҙатҡайныҡ әрмегә. Иҫән-һау ғына йөрөһөн инде, улым, – тип Лидия Мансур ҡыҙы мине түргә саҡырҙы. Әсә күңеле – балала, тип белмәй әйтмәйҙәр икән. Мәҡәләм геройы ла ул һәм ҡыҙҙары өсөн, ана, нисек йән атып тора.

– Юлиә, Ләйсән, Мирал хәҙер каникулда, Рәмил дә ялға ҡайтырға тейеш, – тип һөйләнеп, бүлмәнән фотоальбомдар алып сыҡты әсәй кеше. Ә улар, әйтерһең дә, үҙе бер тарих һаҡлай. Мәҡәләм геройы хәтер йомғаҡтарын тағатты: «Бына был – беҙҙең туй фотоһы. 1992 йылда өйләнештек. Мин ул саҡта Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй инем. Красный Клин ауылында йәшәгән бер туған апайыма ҡунаҡҡа ҡайт­ҡанда танышҡайныҡ Рифҡәт менән. Ул үҙе Яңы Ҡыпсаҡ ауылы егете, минең һымаҡ туғандарына килгән булған. Бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән оҡшаттыҡ. Ике йыллап дуҫлашып йөрөгәс, сәстәрҙе-сәскә бәйләнек».

Лидия апай үҙе ошо уҡ райондың Иҫке Сәпәш ауылы ҡыҙы икән. Ете балалы ғаиләлә үҫкән. Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабанғы белемде Раевка­лағы 2-се мәктәптә ала.

– Көн дә йәйәүләп йөрөп уҡылды инде. Ҡулыма өлгөргәнлек аттестаты алғас, тиҫтерҙәрем һымаҡ уҡырға инмәнем, атай-әсәйемә, туғандарыма аҙ булһа ла ярҙам итешермен тип, Раевка шәкәр заводында хеҙмәт юлымды башланым. Биш йыллап эшләнем унда, шунан баш ҡалаға сығып китеп, Өфө моторҙар эшләү заводына урынлаштым. Яңы Ҡыпсаҡҡа килен булып төшкәс, инде яратып өлгөргән эшемде ҡалдырыр­ға тура килде. Ауыл әллә ни ҙур түгел, эш юҡ, йәйен-көҙөн ауыл ҡатындары менән сөгөлдөр баҫыуында тир түктек инде. Рифҡәт механизатор ине. Ғаилә ҡороу менән төп йортта төпләнеп ҡалып, ҡәйнәм менән бергә йәшәнек. Аллаға шөкөр, ҡәйнәмдән уңдым мин. Тәүге көндән үк үҙ ҡыҙы һымаҡ ҡабул итте. Мәрхәмәтле, изге күңелле кеше ине. Бик йәшләй генә тол ҡалып, алты балаһын яңғыҙы ғына тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерлебеҙ биш йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы, – тип берсә моңһоуланып, берсә һағынып үткәндәрҙе хәтерләне Лидия Мансур ҡыҙы. Һүҙгә ғаилә башлығы ла ҡушылды:

– Бына был фото балалар бәләкәй саҡта төшөрөлгән. Ғүмер тигәнең бигерәк тиҙ үтә шул. Әле генә сыр-сыу килеп, йүгерешеп йөрөйҙәр ине, хәҙер, ана, иң кесеһе етенсене тамамлай.

Әйткәндәй, бер-береһен тәү күреүҙән яратып, ғаилә ҡорған Татлыбаевтар үҙҙәренең татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә биш бала тәрбиәләй. Мөхәббәт емештәре булып донъяға килгән Рәмил, Юлиә, Мирал янына әсәйһеҙ ҡалған Рәил менән Ләйсәнде лә һыйҙырған улар.

– 2000 йыл беҙҙең ғаилә өсөн оло юғалтыу алып килде. Иҫке Сәпәштә йәшәгән бер туған Наил ҡустымдың ҡатыны Рузалия ҡапыл ғына беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисер­ҙек. Бигерәк тә ни бары ун йәшлек булып тороп ҡалған улы менән өс йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙын йәлләп, йөрәктәребеҙ өҙгөләнде. Ҡустым да, ҡанаты ҡайырылған ҡош һымаҡ, ҡайғыға ныҡ биреште. Балаларға бит әсәй наҙы, әсәй йылыһы кәрәк. Шуны уйлап, туғандарыбыҙ менән кәңәшләшкәндән һуң Рәил менән Ләйсәнде үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға булдыҡ. Бындай уйға килеүебеҙ ҙә юҡҡа ғына түгел. Киленебеҙ әле иҫән сағында, бер ярты йыл алдан булдымы икән, барыһын да һиҙгән һымаҡ, минең менән берәй нәмә була ҡалһа, балаларҙы берүк ситкә типмәҫһегеҙ, ҡарарһығыҙ, бөтә ышанысым һеҙҙә генә, тип әйткәйне. Уның был һүҙҙәрен иҫләп, йөрәктәребеҙ тағы ла нығыраҡ әрнене. Шуға ла бер ниндәй икеләнеүһеҙ туғандарымды үҙем тәрбиәләйәсәгем тураһында еткер­ҙем. Тәүҙә атайҙары риза булмаһа ла, сабыйҙарының киләсәк яҙмышы хаҡына ризалашты. Иптәшемә рәхмәт инде, ҡаршы килмәне, балалар­ҙы ла тәүге көндән үҙенекеләй яҡын итеп ҡабул итте, ауыр һүҙ әйткәне булманы. Башта ауырлыҡтар күп булды инде, Рәил аҙ булһа ла аңлай, һағынһа ла түҙҙе, ә кескәй Ләйсән әсәһен таптырып йыш иланы, атайҙары килеп, хәлдәрен белеп йөрөһә лә, сабыйҙарға ул ғына етәме ни. Әсәй әсәй инде... Ҡулыбыҙҙан килгәнсә яҡшы итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ, үҙҙәрен етем тоймаһындар өсөн барыһын да эшләнек, иркәләүебеҙҙе, һөйөүөбеҙҙе йәлләмәнек. Үҙебеҙҙең балаларыбыҙ ҙа бар бит әле. Улар араһындағы дуҫлыҡты, татыулыҡты булдырыу ҙа ауырға тура килде. Әммә тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, хәҙер, Аллаға шөкөр, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, туғанлыҡ хисе көслө үҙҙәрендә. Рәил менән Ләйсән тәүге көндән беҙгә балалар ыңғайына атай-әсәй тип өндәште, хәҙер иһә беҙҙең бер әсәйебеҙ, ике атайыбыҙ бар, тиҙәр, – тип һөйләне Лидия Мансур ҡыҙы.

Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, Татлыбаевтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән булып буй еткерә. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫкән балалар ата-әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Берҙәм булғас, эш тә сыҙамай үҙҙәренә. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Өлкән улдары Рәил М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика факультетын уңышлы тамамлаған. Студент йылдарынан уҡ уҡып та, эшләп тә йөрөгән егет Ҡырым яҡтарында хеҙмәт итә. Уның һалдат бурысын намыҫлы тултырып, тыуған яғына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын яҡындары ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Әлегә алыҫ араларҙы бары тик телефон бәйләй.

Рәмилдәре лә хәҙер студент инде. Ағаһы белем алған уҡыу йортоноң физика-математика бүлегенең 1-се курсында уҡый. Ә Юлиә – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 10-сы, Ләйсән – 8-се, Мирал 7-се класын тамамлаған. Интернатта ятып уҡығас, ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала улар.

– Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауыртҡан һымаҡ, миңә лә балаларымдың һәр береһе ғәзиз һәм ҡәҙерле. Уларҙың киләсәк яҙмышы өсөн борсолоп, хәстәрлек күреп йәшәйбеҙ. Ҡулға-ҡул тотоноп, яҙмыш һынау­ҙарын да үтеп сыҡтыҡ, шикелле. Киленебеҙ әйтеп ҡалдырған аманатты үҙебеҙҙең бурысыбыҙ итеп ҡабул итеп, Ләйсән менән Рәилде лә ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙек, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Үҙҙәренән дә рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетәбеҙ, изгелекте аңлай улар. Ул-ҡыҙҙарым бәхетле генә була күрһен инде, тип теләп кенә торам, – тип һүҙҙәрен тамамланы әңгәмәсем.

Ә мин, үҙ сиратымда, был һоҡлан­ғыс ғаиләгә бәхетле имен тормош, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләп, һаубуллаштым.

Үҙҙәренең өс балалары янына Ләйсән менән Рәилде лә һыйҙырып, яҡын күреп, яратып үҫтергән оло йөрәкле, мәрхәмәтле Лидия Мансур ҡыҙы менән Рифҡәт Әхмәтбай улы Татлыбаевтарҙың ҡылған изгелектәрен Хоҙай үҙе баһалар. Изгелек ҡылһаң, ул үҙеңә тағы ла артып, яңынан әйләнеп ҡайта, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 27-06-2014, 18:09 | Ҡаранылар: 615
|
  • Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре
  • «Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»
  • Матурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итеп
  • 35 йыл һаулыҡ һағында
  • «Ауылдаштарым иман йортона йышыраҡ йөрөһә, шунан ҙур ҡыуаныс юҡ»,
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM