НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ала ҡарға


Ала ҡарғаБыл баланы ғүмерҙә лә күргәнем юҡ, уның менән «Бәйләнештә» сайты аша танышмын, ә битендә фотоһүрәттәре ҡуйылмаған. Тәүге хәбәре «Изгелек айы»н иғлан иткән саҡта килде: «Хәлемде яҙам, тик зарланыр өсөн түгел, ә үҙемдең дә, эткеләнеп-төрткөләнгән кешенең, изгелек эшләргә хәлемдән килеүен аңлатыр өсөн. Башҡаны ҡотҡарып, үҙеңде ҡотҡар, тигән һүҙҙәрҙе аңламай торғайным. Яңыраҡ аңланым». Уға яуаплағас, әле дәрескә бармай, ташландыҡ һыуыҡ клуб эсендә ултырам, телефон аша сайт­ҡа ингәнмен, тип яҙҙы: «Аңлайым, мәктәпкә барырға кәрәк, тик аяғым тартмай». Сәбәбе ниҙә, бүлешһәң, бәлки ярҙам итә алырмын, тип һораным, һалҡын бина эсендә бер үҙе туңып ултыр­ған баланы күҙ алдына килтереп, йөрәгем өшөнө.

– Мин унда – «ала ҡарға», синыфташтарыма этеп-төртөр, мыҫҡыл итер өсөн ҡулайлы, уңайлы объект, – тип сабыр ғына аңлатты бала. Эйе, кеше түгел, ни бары йәнһеҙ «объект». Ҡурҡыныс монстрҙар, тип уйлайһығыҙҙыр синыфташтарымды. Юҡ. «Бәй­ләнештә» фотоларын ҡарай алаһығыҙ: йөҙгә мөләйемдәр, һәр береһе ярата, яратылырға теләй, биттәренә матур статустар яҙа... Әммә ысын йөҙҙәрен мин беләм.

Артабан яҙыуынан әсәһе менән генә йәшәүе, тыумыштан күҙгә ташланып торған физик кәмселеге булыуы асыҡланды.

– Зәғифлек арҡаһында инде бөтөн күргән ыҙаларым, – ти үҫмер. – Беренсе си­ныф­ҡа барғас та, башҡалар­ҙың миңә һағайып ҡарауы, ситкәрәк баҫырға тырышыу­ҙары иҫтә ҡалды, яныма бер кем дә ултырманы. Баҫалҡы булһам да, өйҙә гел бер үҙем ултырып ялҡҡайным, башҡа балалар менән аралашырға теләнем, шуға үҙем һүҙ ҡуштым, барыһына ла йылмайып ҡараным. Нисектер шулай аралашып киттек.

Өйрәнеп китәләр уға. Тик юғары синыфтарҙа уҡып йөрөгәнендә йәшәү урынын алмаштыралар, үҫмергә яңы мәктәпкә уҡырға барыр­ға тура килә. Синыф яңы уҡыу­сыны тәү күреүҙән оҡшатмай, ҡабул итмәй – лидер­ҙар асыҡтан-асыҡ мыҫ­ҡыл­лы йылмайып, төрлө кәмһетеүле һүҙҙәр менән ҡар­шы ала. Уҡытыу­сылар, синыф етәксеһе быны ишетеп, күреп йөрөһә лә, бер кем дә ярҙам итергә, яҡларға ашыҡмай. Үҫмер, әсәйемде көйҙөрмәйем тип, бәлә һалмай, бар ҡайғыһын эсенә йома, зарын эскә йәшерә. Өндәшеүҙәрен ишетмәмешкә һалышыу­ҙарына, көлөүҙәренә, төрттөрөүҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, түҙемлегенең сиге етеп, дәрес ҡалдырған үҫмер: «Мәктәпте, синыфташтарҙы күргем дә килмәй. Яҡтылыҡты бер аҙға ғына булһа ла һүндереп торорға ине, мин ял итер инем аҙыраҡ», – тип әсенде.

Уға, иң артҡы партала яңғыҙ ултырған кешегә, ҡайһы саҡ алты дәрес буйына бер кемдең дә һүҙ ҡушмауы ла бар. Ә һеҙ, өлкәндәр, шул блокаданы нисек күтәрер инегеҙ, тип һораны ул минән. Белмәйем, тип дөрөҫөн яуап­ланым.

– Ә миңә һөйләшмәү блокадаһын да, мыҫҡыл итеүҙәрен дә күтәрергә кәрәк, – тине йөҙөн күрһәтмәгән бала. – Әсәйем хаҡына. Үлергә ярамай, гонаһ. Бирешергә лә хаҡым юҡ. Тик ҡайҙан көс алырға? Кемгә таянырға ауыр саҡта? Дуҫың, серҙәшең булмауы ифрат ҡыйын, бар нәмәне лә әсәйгә һөйләп булмай бит…
Китап уҡырға яратҡан, донъя, йәшәйеш, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында күп уйланған үҫмергә, был ауыр ваҡыттар үтер, бәғерһеҙҙәргә кендегең бәйләнмәгән, юлдарығыҙ айырылыр, яҡшы кешеләр мотлаҡ осрар, тинем: «Донъяла кешелекле бәндәләр күп ул».

– Әсәйем дә, үҙең һәйбәт булһаң, кешеләр ҙә һиңә һәйбәт булыр, тип өйрәтә. Шуға үс алыу уйын баштан ҡыуам, яҡшы кеше булырға тырышам. Теге изгелек акцияһы тураһында уҡып, яҡшылыҡ эшләгем килгәйне, синыфташтарға ла әйтеп, берәйһенә ярҙам ойошто­рор­ға ине, тип ҡанатланып киткәйнем. Тик шунда уҡ уйымдан кире һүндем, сөнки кем мине тыңлаһын?!

Ләкин тап ошо ваҡытта үҫмергә яҡшылыҡ эшләргә форсат сыға. Ауырыҡһынып торған әсәһен йәлләп, зәһәр һыуыҡта ул үҙе магазинға бара. Барһа, тупһа янында бәҫ менән ҡапланған йөнтәҫ бер көсөк өшөп, ҡалтырап ултыра. Шуны үҙенә ала ла ҡайта (шунан һуң әйтеп ҡара, Хоҙай юҡ, тип)!

– Ана бит, һин хәҙер яңғыҙ түгел, әсәйеңдән тыш күңел йылыңа мохтаж тағы бер кескәй йән эйәһе бар, – тип табышы өсөн ҡыуандым. Үҫмер ҙә шатланып киткәндәй тойолдо:

– Ысынлап та, хәлемде һөйләргә, уйнарға көсөгөм бар ҙа ул минең! Ярай, һуңлап булһа ла, мәктәпкә барайым. Йә әсәйемде саҡыртырҙар, уға ҡыйын булыр…
– Бынан ары дәрес ҡалдырма, уҡыу – иң мөһиме, ҡалғанын аҙаҡ хәл итергә мөмкин, – бәйләнештән юғалмаҫ борон, уға иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға ашыҡтым. – Мыҫҡыл итеүҙәренә, кәмһетеүҙәренә битараф ҡал. Бирешмә! Нишләп һин бер төркөм кеше арҡаһында тормошоңдо юҡҡа сығарырға тейешһең?! Башҡаса килеп сыҡмай икән, уларҙың һиңә булған мөнәсәбәтенә төкөр. Мәктәпкә һин йәшәргә бармайһың, тик белем алыр өсөн генә йөрөй­һөң. Унда бер үҙең генә булһаң да, күңелең менән яңғыҙ түгеллегеңде беләһең. Шуға артыҡ бошонма!

– Ярай, тырышырмын. Мин бит, шулай итһәм нимә эшләр­ҙәр икән, былай итһәм кеше көлөр инде, тип уйланып, ыҙаланып тик йөрөйөм. Уларҙың мөнәсәбәтенә төкөрөп ҡарарға өйрәнергә кәрәк ине шул миңә...

Психолог менән таныштырайым, тигәс, ул, юҡ, кәрәкмәй, артыҡ йәлләүгә мохтаж түгелмен, йырып сығам ул ҡыйынлыҡтарҙы, тине. Һәм мин көсөктө ҡотҡарып, үҙен ҡотҡарған баланың рух көсөнә ышандым.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 13-06-2014, 11:08 | Ҡаранылар: 889
|
  • Күңел әрнеше
  • Изгелек айы
  • Изгелек ҡылайыҡ
  • Нимәгә тотонһа ла, атҡарып сыға торған кеше ул
  • Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM