RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһын

30.05.2014 Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһын

Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһынйәки Ҡорама ҡорау йыуаныс, ҡыуаныс сығанағы ул, ти Әбйәлил районының Туйыш ауылы оҫтабикәһе Тәғзимә Мәхийәнова
Матди хәле ауыр булған ғаиләләргә атап йыйылған әйберҙәр тултырылған сумкаларға һөрөнөп, йығыла яҙған ирем, былар­ҙы тиҙерәк адресаттарына тапшырмаһаң, мин һине ҡалмаң менән бергә һөргөнгә, ҡорама ҡорорға һөрәм, тип бармаҡ яна­ны. «Һөргөн» тип шаяртып Әбйәлил районының Туйыш ауылын әйтә. Мине шунда йәшәүсе Тәғзимә Мәхийәно­ваға алып барып ҡалдырып, ҡорама ҡорарға өйрәтмәксе. Оҫтабикә ҡыштарын ғына ҡорама менән шөғөлләнә, йәй бушамай, тим. Ҡар иреп бөткәнсе, үлән ҡалҡҡансы ваҡыт бар әле, тип мине үртәүен дауам итә тормош иптәшем. Ә ниңә, барһам, барырмын да, тип бирешмәһәм дә, әйберҙәр­ҙе тиҙ генә юл уртаһынан ситкәрәк алып ҡуям. Шунан, әллә ысынлап, барып өйрәнеп ҡайтырғамы икән, тип икеләнеп, туҡтап ҡалам....

Тәғзимә Сөләймән ҡыҙы Яйҡар ауылында тыуған. Әсәһе икенсе иргә кейәүгә сыҡҡас, ул Ғәйни­камал өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Ул саҡта телевизор юҡ, эштән, уҡыу­ҙан буш ваҡыт уйын менән үтә: ҡышын тауҙан санала шыуалар, яҙ еткәс, «себен» һуғалар, йәй ҡылдан үрелгән скакалка аша һикерәләр (ауырыраҡ булһын өсөн уны һыуға тығып алалар), туп бәрешәләр (һуҡма туп, бағана туп, ҡапҡа туп һ.б. уйындар). Тәғзимәнең әсәһе Нәғимә Харрас ҡыҙы – алтын ҡуллы кеше – халыҡҡа күлдәк, кәзәкей, көпө тегә (һеңлеһе Кинйәһылыу ҙа тегенсе була). Күҙ алдында матурлыҡ тыуғанын күргән ҡыҙ бала гел дә әсәһе кеүек тегенергә хыяллана. Тик теген машинаһын күҙ ҡараһылай һаҡлаған ҡатын ҡыҙына уға яҡын да килергә рөхсәт итмәй. Әсәһенең тыйыуына ҡарамаҫтан, ул өйҙән оҙаҡҡараҡ сығып китеү менән Тәғзимә машинка артына ултыра. Үҙенә ҡалһа, бик ипле генә ҡыланып тегергә маташа, ләкин кеше әйбере тиҙ генә боҙолоп-ҡырылып бара бит ул, әсәһенең машинкаһы ла боҙолоуҙан бушамай: йә энәһе һына, йә ептәре сырмалып бөтә...
Үҫә килә, Тәғзимәлә табип булыу теләге тыуа. Тик кеҫә яғы һайлығы ауыл балаһына маҡсатына ирешергә мөмкинлек бирмәй, аҡсаһыҙлыҡ юлына кәртә булып ята. Ҡайҙа барһын комсомолка? Әлбиттә, фермаға, бәрәс ҡарарға. Бер аҙҙан Туйыш ауылы егете Ғамир Аҫыбал улына кейәүгә сыға.
– Табипҡа уҡый алмаһам да, аҙаҡ барыбер дауаханала эшләргә яҙҙы, – тип көлдө Тәғзимә апай. – Санитарка ғына булһам да, укол да һалдым, яраларҙы ла эшкәрттем, хатта йыртылған урындарҙы тектем! Йыртылған, ҡырҡылған яра менән килгәндәрҙе, Тәғзимә, һиңә пациент килде, тип ҡаршылай торғайнылар дауаханала.
Әсәһенең хыялын өлкән ҡыҙы Миләүшә тормошҡа ашырып, медицина училищеһын тамамлай. Башҡаларҙың һаулығы һағында торған өс бала әсәһе, үкенескә күрә, үҙен яман сирҙән аралай алмай, утыҙ ике генә йәшендә ғүмере өҙөлә. Күп тә үтмәй, Тәғзимә апайҙы дөм ҡара ҡайғыға һалып, егерме икеһе лә тулмаған кинйәкәйе – Ләйсәне үҙ ирке менән был донъянан китеп бара. Уның ике балаһы етем ҡала... Тәғзимә апай­ҙың Гөлназ ҡыҙы Хәйбулла райо­нында кейәүҙә, клуб мөдире булып уңышлы эшләй. Әхнәф улы ауылда төпләнгән, Магнитогорск ҡалаһында комбинатта хеҙмәт стажын тултыра. Ҡушыйҙа йәшәгән Фирүзә ҡыҙы ла шул ҡалаға эшкә йөрөй.
Бала ҡайғыһын дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен, тип ауыр һулаған әңгәмәсемдең уйҙарын икенсе юҫыҡҡа төшөрөп, һүҙҙе ҡорамаларға борам.
– Донъя көтә башлағандан алып ҡорама ҡорам, – тип тоҙаҡҡа эләгә Тәғзимә апай. – Ошо ҡорама арҡаһында күпме ер-һыу күрҙем, ижади бәйгеләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, урындар алдым – һанап бөткөһөҙ! Йыуаныс, ҡыуаныс сығанағы инде. Элекке кейемдәрҙе файҙаланам, уларҙың ғүмерҙә туҙасағы ла юҡ. Боронғо кримплен, трикотаж ныҡ ул шулай. Кеше әйбер бирһә, шуларҙы һүтеп, йыуып, үтекләп, таҫлап һалып ҡуям. Махсус рәүештә Магнит ҡалаһындағы барахолкаға барып, мәрйә­ләр­ҙең иҫке күлдәктәрен дә һатып алам. Трафарет буйынса ҡырҡып, төрлө биҙәктәр уйлап сығарырға яратам.
Һигеҙ йәштә һигеҙ төйөнсөгөң булһын, тигән халыҡ аҡылына таян­ған Тәғзимә апай ун ейәнсәренең һәр береһенә бирнә әҙерләй. Дүрт ейәненә лә мотлаҡ өлөш буласаҡ. Тәүҙә, барыбер эшләй белмәйем, тигән Миләүшә килене лә ҡорама ҡорарға өйрәнеп, оҫталыҡта ҡәйнәһенә бирешмәй.
– Һин дә кил, өйрәтермен, бер ауырлығы ла юҡ, – тип юҡҡа саҡыр­ҙы мине Тәғзимә апай. Саҡырған хәлдә лә шым ғына, үҙемә генә өндәшергә ине, хәҙер, ана, ирем, әйләнгән һайын, һин бит хатта ҡорама ла ҡора белмәйһең, тип зитҡа тейә. Барып өйрәнеп тә ҡайтырмын әле, йәнде оҙаҡ көйҙөрһә...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»