НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тормош күренештәре


Таяҡлы кеше

Урам буйынан, аяҡтарын саҡ һөйрәп, берәү килә. Ҡулында таяғы булмаһа, ул бер аҙым да яһай алмаҫ ине, буғай.
Мин беләм ул кешене. Ул – Закирйән ағай. Үҙенә ҡарайым да, моңһоу уйҙарға биреләм. Эскелек менән бөтөп йөрөй бит. Ағай йәш сағында ут булды. Һәм ошо көнгә хәтле тракторсы ла, шофер ҙа булып эшләне. Холҡо батырҙарҙыҡы ине уның. һаҡмар­­ҙан боҙ киткәндә, һикерә-һикерә йылға аша сыға алды. Уны күҙәтеп торған бөтә ауыл халҡының ул саҡта ҡото осҡайны. Закирйән ағай өсөн ерҙә ҡаршылыҡ булманы шикелле. Хәйер, бына ҡартлыҡта ағай, ауылдаштар әйтмешләй, тере көйөккә әйләнде. Уның ут йәшлеге күҙ алдынан китмәй. Тормошта шулай ҙа килеп сыға икән. Беҙҙә һәр мәлдә лә айыҡ аҡыл булһын ине.

Үҙе булып ҡалды

Беҙҙең ауылдан кеше күсенә башланы. Машина килтерәләр ҙә, тейәнеп, ҡайҙалыр, ҡала тирәһенә китәләр. Ә ауылда ҡалғандар ауыр тойғо кисерә.
«Ҡайҙа барып һыйынырға?» – тиҙәр. Ауылда инде ҡалып булмай. Магазин да, эш тә юҡ, башлан­ғыс мәктәп тә ябылырға тора. Ошолай ҡалған кеше төрлөсә фекер йөрөтөп ҡарай. Уйҙар барыбер сығып китеүгә генә терәлә.
Бына өҫкө остан Тимеровтар ғаиләһе ҡуҙғалды. Бөтә ауыл урамға хушлашырға сыҡты. Бала-саға, атай-әсәйҙәр моңһоу ғына ҡул болғай. Әммә Вәғиҙә апай ғына үҙен икенсе төрлө тотто. Урамға йүгерекләп сығып, машина артынан бер тас көл һибеп ҡалды. Халыҡ «аһ» итте. Бындай хәлде бер кем дә көтмәгәйне. Апай ҡыҙара-бешә үҙҙәренең ишек алдына инеп китте. Килеп сыҡҡан хәлгә ауылдаштар бер аҙ көлөшөп торҙо ла, өйҙәренә таралышты. Ә Вәғиҙә апай Вәғиҙә апай булып ҡалды. Ул элекке күршеләрен ауылды ташлап киткәндәре өсөн ғәфү итә алманы.


Эт – эткә,
эт – ҡойроҡҡа

Сабир олатай менән Нәфисә инәйҙең балалары күп булды. Нәфисә инәй өлкән Маратына эш ҡушһа, уныһы Рифте табып, уға йөкмәтә. Әгәр киреләнһә, бер-икене эләктереп тә ала. Риф инде йомошто эргәһендә торған Сафуатҡа бойора. Ул тыңларҙай, сөнки ағаһынан йыш туҡмаҡ алып тора бит. Сафуаттың да башы эшләй – Закирға ҡуша. Шулай көн дә тигәндәй ҡабатлана. Үҫә төшкәс, Закир ултыра төшөп илай башланы. Ул бөтмәҫ йомоштарҙы һәр саҡ үтәй алмай. Вәхит улай-былай йомошҡа бәләкәс әле.


Йәшәй ҙә йәшәй

Яҙ. Мин урам буйлап өйөм яғына юл тотам. Юлымда таныш кешеләр осрай. Хәмзә ҡарт ишек алдында йылға йыра. Бер ҙә өйҙә ултырғыһы килмәй уның. Үткән йәй бер аҡ кәзә алып, шуның менән мәз булды. Бынан утыҙ йыл элек ҡарт туберкулез дауаханаһына эләккәйне. Күрше-тирәһе, минең ағайҙар ишетеп, ауыҙ йырып бер булды. Йәнәһе, ҡара һин Хәмзә ағайға! Сихут! Нисек ҡыланған булып йәшәй үҙе?
Эйе, ул саҡта Хәмзә ҡарт дауаханала ятып сыҡты. Уның менән нимә булғандыр, миңә ҡараңғы. Ҡарт башҡа дауаланырға ятманы һәм бының кәрәге лә теймәне, йәшәй бирҙе. Ә бына ағайҙар, эскелек менән мауығып, күптән донъянан китеп барҙы.
Ниндәй хәлдә лә кешенән көлөргә ярамай икән был тормошта. Үҙең көлкөгә ҡалыуың бар!

Уҫал әйткән

Рәйлә класташымды осраттым. Ул – ябай ғына бер ҡатын. Тәүге ире вафат булған һәм икенсе берәүгә кейәүгә сыҡҡан икән. Теге икенсеһе килә башлағас, класташым аптырамаған: «Алыр булһаң, кил! Алмаҫ булһаң, килмә!» – тигән.
Унан шат йылмайып торған ҡатын миңә ҡараны ла: «Алды!» – тип һөйөндө.

Сиғандарҙы ҡыуғанда

Бала саҡта беҙҙең Һаҡмар аръяғындағы бәләкәс кенә ауылға сиғандар килеп йонсота торғайны. Улар өй беренсә йөрөп, әйбер, ашамлыҡ, хатта аҡса ла һорай ине. Арттарынан байтаҡ нәмә юғалып торҙо. Кемдең тауығы, кемдең яулығы, кемдең балдағы улар ҡулында китте.
Бер йәй ауылға өс сиған ҡатыны килеп төштө. Ошо осорҙа ауыл малайҙары урамда туп тибешеп уйнай ине. Малайҙарҙың береһе: «Әйҙәгеҙ, сегәндәрҙе (беҙҙә шулай тиҙәр) ауылдан ҡыуабыҙ», – тип, ҡулына таш алып, уларға ҡаршы йүгерҙе. Уның артынан беҙ ҙә, унлап малай, эйәрҙек. Һәм тегеләргә таш ямғыры яуа башланы. Беҙ сиғандарҙы Һаҡмар кисеүенә хәтле баҫтырҙыҡ. Бер йәшерәге, беҙгә итәген асып: «Мә, тотоғоҙ, йыртҡыс балалары!» – тине лә һыуға ташланды. Бүтән иптәштәргә был хәл нисек булғандыр, миңә ауыр тәьҫир итте. Шәрә ҡатын-ҡыҙҙы күргәнем юҡ ине. Бынан һуң сиғандар­ҙы ҡыуып йөрөмәнем. Улар ҙа беҙҙең ауылды урап үтте.

Зиннәтулла ЭЛЕКБАЕВ.
Ырымбур өлкәһе,
Медногорск ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 25-04-2014, 06:54 | Ҡаранылар: 1335
|
  • Аҫҡаҡтар* алынманы…
  • “Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк”
  • "Ҡара инде күккә..."
  • Балдай татлы… вазелин
  • Ирәндек тауында булған хәл
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM