RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙҙарың барҙа һалҡын айға күҙ һалма

11.04.2014 Йондоҙҙарың барҙа һалҡын айға күҙ һалма

Атай һәйбәтме, ата бесәйме?
Йондоҙҙарың барҙа һалҡын айға күҙ һалмаЯңы ғына сығып, әле күтәрелеп тә бөтмәгән ҡояш йылыһына йылы­ныр­ға теләгәндәй, күтәрмәлә бер-береһенә һыйынышып ҡына ике бәләкәй ҡыҙ ултыра. Улар үҙҙәре кеүек кескәй генә бесәй балаларының бер ғәмһеҙ талаша-талаша һөйәк кимергәнен күҙәтә. Ҡай­һылай күңелле, рәхәт ошо йомшаҡҡай­ҙар­ҙы ҡарап ултырыуы. Эргәләрендә әсәләре Мурзик менән аталары – күрше апайҙың Ҡарабайы тора. Ике өлкән бесәй балалары эргәһендә бөтөрөлөпмө-бөтөрөлә. Ҡарабайы бигерәк тә ныҡ өтәләнә, әйтерһең дә, әллә ҡайҙа ситтә оҙаҡ йөрөп, ғаиләһен һағынып ҡайтҡан ысын хужа. Уның яратыуы шулай көслөлөрмө инде, бер туҡтауһыҙ мырылдай, кескәй генә аҡ йондоҙсоҡло муйынын һуҙып, балаларына моронон тейҙереп-тейҙереп ала, әле ул һөйәкте, әле был һөйәкте тешләп алдарына килтереп һала. Ситтән генә был күренеште күҙәтеп торған олораҡ берәү булһа, хайуандар араһында ла ата-әсәлек хисенең шулай юғары булыуына хайран ҡалыр ине. Кисә күрше ағайҙың тыуған көнө булғайны, әле Ҡарабайҙың ҡунаҡ һыйынан балаларына ла өлөш сығарып, һыйлап йөрөүе. Ул гел шулай, көн һайын да йә һөйәк, йә колбаса киҫәктәре килтереп, улар­ҙы ашатып китә. Теге­ләре лә өйрәнеп бөткән, аталарының килеп мыраулап ебәреүе була, төрлөһө төрлө яҡтан йүгерешеп килеп тә сыға. Ҡайһы саҡ Ҡарабай былай ғына ла килеп, иҫәндәрме тигәндәй, балаларының хәлен бе­лешә. Уның хәстәрлеклеге хаҡында күрше апай үҙе лә:
– Беҙҙең бесәй ни ул ҡайһы бер ирҙәреңде лә уҙҙырып ебәрә. Хәс тә ысын атай тиерһең, балаларын һис кенә лә иҫенән сығармай. Шуларҙы күреү өсөн генә лә күршеләргә йөҙ барып урай бит ул. Һөт ҡойһаң да, үҙе эсмәй, сыға һалып балаларын эҙләп килтерә. Шул хайуандың бала йәнле булыуына аптырап, кеше бесәйе тип тормай, һөтөн дә йәлләмәйбеҙ. Ҡалайтаһың инде, һәр кемгә лә бала ҡәҙерле бит, – тип көлә.

Хайуандарҙы ярата шул Фәниә апай. Ә бына икенсе яҡтағы күршеләре тураһында улай тип әйтеп булмай. Уларҙың инә эттәре бар. Йыш көсөкләгәнгәме, бахырҙы нимә етте, шуның менән бәргесләп, унан да, бынан да ҡыуып ҡына торалар. Бер саҡ Гөлфинә менән Әлфинә эттең шул тиклем ныҡ сыйылдауына аптырап, кәртә ярығынан ғына күршеләренең ҡапҡаһына күҙ һалды. Ҡаранылар ҙа, ярыҡ аша күренгән хәлгә шаҡ ҡаттылар. Эт, үҙәккә үтерлек сыйылдап, таҡта менән ябылған ниндәйҙер биҙрә эргәһендә бөтөрөлә. Мороно менән дә, тәпәйҙәре менән дә биҙрәне этеп, ябылған таҡтаһын төшөрөргә тырышып ҡарай, тик бер ни хәл дә итә алмай, биҙрә урынынан да ҡуҙғалмай. Бер эш тә сығара алмағас, артҡараҡ сигә бирҙе лә, биҙрәгә кәүҙәһе менән килеп бәрелде. Ҙур көс менән килеп төртөлөүгә биҙрә ҡолап китте, ергә күл булып һыу йәйелде. Бахыр эт шыңшый-шыңшый һыу эсенән нимәләр­ҙелер тешләп алып ситкә һала башланы. Ҡыҙҙар ипләберәк ҡарай торғас, хәрәкәтһеҙ ятҡан көсөктәр­ҙе күреп, аптырап ҡалды. Күрәһең, күрше апай тағы ла Аҡтүштең балаларынан ҡотолорға булған. Уның был ҡылығы яҡшы таныш, йыл һайын көсөкләп торған этенең балаларын ҡыш көнө ҡарға, йә бөгөнгө кеүек һыуға батырып үлтереп тора. Ҡыҙҙар эткә нисек ярҙам итергә белмәй, күҙ йәштәрен ағыҙып торған арала, меҫкен эт ерҙә ятҡан биш көсөктө лә ояһы янына ташып бөттө. Үҙе бер эргәләренә һуҙылып ята, бер уларҙы уратып йүгереп сыға, туҡтауһыҙ сыйылдай, ҡойроғон болғай. Әйтерһең дә, кемдәндер ярҙам өмөт итә, нимәлер әйтергә теләй. Тик эргәһендә уның хәленә инеп, ярҙам итеп ебәрерлек берәү ҙә күренмәй шул. Тонсоҡтороу өсөн һыуға батырылған көсөктәрҙең икәүһе ни мөғжизә менәндер тере ҡалды. Бала йәнле хайуанҡай үлгән көсөктәрҙе күмергә кәрәклеген ҡайҙан ғына белгәндер инде, икенсе көндө үҙе үк соҡор ҡаҙып, үлгән балаларын шунда күмеп ҡуйҙы.

– Ҡороп ҡына киткер нәмәкәй, тағы ла эҙләп табып сығарған икән. Икенсе юлы үҙеңде генә батырып үлтерәм бит мин һине, – тип этен әрләгән күрше апайҙы ҡыҙҙар күрә алмаҫ хәлгә еткәйне ул саҡта.

Хайуандар ғына үҙ балаларын шулай ныҡ яратамы икән ни? Ә ниңә кешеләр ҙә шулай түгел һуң? Ике бәләкәй ҡыҙыҡай бесәй балаларына көнләшеүле ҡарап, ирекһеҙҙән үҙҙәренең атаһын иҫкә төшөрҙө. Ул да Ҡарабай кеүек көн дә килеп йөрөһә, ҡайһылай рәхәт булыр ине. Былайтып уны һағынып та ултырмаҫтар, әсәйҙәре лә асыулы йөрөмәҫ, өйҙә лә күңелле булыр ине. Тик, атайҙары ғына улар­ҙы һағынмай, күрәһең. Ҡыҙ­ҙарҙың, уны күрергә өмөт итеп, Гүзәл менән Илнурҙың өләсәләре йәшәгән яҡҡа әллә нисә барып урауын да белмәйҙер инде ул. Атайҙары сығып киткәс, бер нәмәнең дә йәме, ҡыҙығы ҡалманы шул. Әсәйҙәренең күңелле, шат саҡтары ла һирәгәйҙе. Ул йыш ҡына Сәлимә апай менән эсеп алыуҙан да тартынмай башланы. Әле лә шундай мәжлестәрҙең береһенән һуң, ҡыҙҙарының барлығын да онотоп, һаман да тормай йоҡлап ятыуы. Сәй эскеләре килгәс, Әлфинә менән Гөлфинә улай йоҡлап ята алмай шул. Өләсәләренә барырҙар ине лә, әсәләре белеп ҡалһа, кәрәктәрен бирәсәк. Аталары Шәүрә апай менән йәшәргә сығып киткәс, унда барып йөрөүҙе бөтөнләйгә тыйып ҡуйған. Әле бына әсәйҙәренең тороуын күтәрмәлә көтөп ултырыуҙары. Уятырҙар ине лә, ҡурҡалар. Элек тауышын да күтәрмәгән әсәләре асыуланһа: “Шәп булһа­ғыҙ, атайығыҙ менән йәшәгеҙ. Ас тамағым – тыныс ҡолағым”, – тип әрләйәсәк. Шуға ла шым ғына ултыра бирәләр. Ә атайҙары бөгөн ҡыҙҙарының барлығын да онотҡан шикелле. Нисек сығып китте, шулай юғалды.

Ул хәҙер беҙҙеке түгел инде

Үткән ялда уны осраҡлы ғына тап иткәйнеләр. Ҡыҙҙар йылға буйына һыу инергә барғайны. Йылғаға етер саҡтараҡ Гүзәл менән Илнурҙы күреп, аптырап ҡалдылар. Күрәһең, өләсәләренә ялға ҡайтҡандар. Гүзәлгә 13 йәш, ә Илнур Әлфинә менән бер – 10 йәшлек. Күптән күрешмәгән дуҫтарын йүгерешеп барып ҡосаҡлап алырҙар ине лә... Тик улар хәҙер бергә уйнамай шул. Әсәләре лә ҡушмай, аталарын тартып алған балалар менән уйнарға үҙҙәренең дә теләге юҡ. Ҡыҙҙар, уларға ҡарап, ярты юлда туҡтап ҡалды. Шул саҡ, яр аҫтынан ҡармаҡ, балыҡ тотҡан аталары килеп сыҡты. Илнур менән Гүзәл йүгерешеп барып, уның ҡулындағы эре-эре балыҡтарға йәбеште. Шулай сыр-сыу килеп торғандарында аталары улар­ҙы ла күреп ҡалды. Бер килке нимәлер уйлап, ҡыҙҙары яғына ҡарап тора биргәс, ҡулындағы нәмәләрен Гүзәлгә тотторҙо ла, эргәләренә килде. Күптән күргәндәре булмағас, ҡыҙҙар ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәй, уңай­һыҙланып ҡалды. Икеһендә лә уны ҡосаҡлап алыу, хәҙер үк үҙҙәренә етәкләп алып ҡайтыу теләге уянды. Тик, урындарынан да ҡуҙғалырға оялып, шымып тик торҙолар. Атайҙары уларҙың хәлен белеште, арҡаларынан һөйҙө. Шул саҡ Илнурҙың:
– Дядь Юлай, давай быстрее, – тигән тауышы ишетелде.

Атай кеше, был тауышты бөтөнләй ишетмәгәндәй, ҡыҙҙарын ҡосаҡлап ултыра бирҙе. Шулай ҙа, тауыш тағы ла ҡабатланғас, ултыр­ған еренән тороп, күңелһеҙ генә ҡыҙҙарына ҡарап тора бирҙе лә, берәй нәмә алырһығыҙ тип, кеҫәһенән мең һум аҡса сығарып, Гөлфинәгә тотторҙо ла ашығып китеп барҙы. Атаһын етәкләп алған Илнурҙан көнләшеүле күҙен алмаған Гөлфинә бышылдап ҡына:
– Ул бит беҙҙең атай, – тине. Күҙ­ҙәре йәшләнеп киткән һеңлеһен йәлләп, атаһына ҡарата үҙе лә аңлап бөтмәгән ҙур үпкә кисергән Гөлфинәнең дә күңеле тулды. Һыу инеү теләге лә ҡапыл ғына һүрелде. Улар күңелһеҙ генә етәкләшеп кире ҡайтып китте. Әсәләренә был хаҡта Һөйләгәс:
– Ниңә шуның менән һөйләшеп тораһығыҙ, йөрөһөн әйҙә кеше балаларын эйәртеп,– тип асыуланды. Шулай ҙа биргән аҡсаһын, берәй нәмә алып бирермен, тип алып һалып ҡуйҙы.

Әле иртә менән, бесәй балаларын күҙәтеп ултырғанда, ике ҡыҙ ҙа шул аҡсаны иҫенә төшөрҙө. Хәҙер шуға магазиндан берәй тәмлекәс алырға булыр ине. Тик ул аҡса ла юҡтыр инде, сөнки кисәге әҙерәк төшөрөп алған Сәлимә апай килгәс, әсәләре шул йәшел аҡсаны тоттороп сығарҙы. Шунан көнө буйы ултырып эстеләр. Әсәләре иланы. Эсһә, ул гел илай, шунан Гүзәл менән Илнурҙың әсәһен яманлай башлай. Әсәйҙәре илағас, ҡыҙҙарға ла рәхәт түгел. Шуның өсөн хәҙер улар ҙа Гүзәл менән Илнурҙы ла, Шәүрә апай­ҙы ла яратмай. Элекке дуҫлыҡтары ла бөттө. Бәләкәй генә ике бала ололар ара­һындағы хәлдәрҙе аңлап етмәһә лә, быларҙың барыһына ла Шәүрә апай­ҙың ғына ғәйепле булыуын төшөнгәйне инде.

Маңлайыңа яҙғанды күрмәйсә, гүргә инмәй­һең, тиҙәр. Шуға күрә, ал да гөл барған донъяң иртәгәһенә шауҙырап емерелеп төшһә лә, ғәжәпләнәһе юҡ. Тимәк, яҙғаны шулдыр, тибеҙ ҙә артабан йәшәргә тырышабыҙ. Әлфирә лә яҙмышының бындай боролош алырын күҙ алдына ла килтермәгәйне шул. Әле уйлап-уйлап ҡараһа ла, осона сыға алмай: яҙмыш ҡушыуы тип, бары­һына ла төкөрөп бирергәме, әллә үҙ бәхете өсөн көрәшергәме? Үткәндәр бер-бер артлы күҙ алдынан үтә...

Иң яҡын әхирәте ирен тартып ала

Улар Шәүрә менән әхирәттәр булды. Әлфирә төҫкә унан һылыуыраҡ, алсағыраҡ булғанғалыр инде, егеттәр иң тәүҙә уға иғтибар итте, уны ҡаратырға теләне. Ә егеттәр күҙенә әллә ни эләгеп барма­ған­ғалырмы, Шәүрә үҙе үк Әлфи­рәгә тағылырға, ҡайҙа булһа ла уның менән булырға тырышты. Ҡыҙҙар­ҙың гел бергә булыуына ауылда хатта өйрәнеп тә бөттөләр. Әлфирә кейәүгә сыҡһа, Шәүрә ултырып илар инде, тип шаяртыу­сылар ҙа табылды. Тик нәҡ киреһенсә килеп сыҡты. Шәүрә иртәрәк ғаилә тормошо башлап, ҡалаға күсеп китте, бер-бер артлы ҡыҙ һәм ул тапты.

Кешенең эсен ярып ҡарап булмай шул, йәшәй-йәшәй бер бот тоҙ ашап бөтһәң дә, уның күңел төбөнә төшөп етә алмайһың. Шәүрәнең дә әллә ниҙәр вәғәҙә итеп, өф итеп кенә торорға һүҙ биргән ире бер нисә йылдан ҡапыл ғына үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Нишләптер үҙенең фатирын ҡыҙғанды. Миңә сыҡҡанда нимәң бар ине, тип мөлкәт бүлеште. Шәүрә үҙе лә бирешеп торғандар­ҙан түгел, талашып китһәләр, иренең битен сапсып, әллә нимәләр әйтеп бөттө. Мөнәсәбәттәре шулай насарайғандан-насарайҙы. Бындай хәлдә башҡаса йәшәрлек тә түгел ине. Һәр икеһенең башында айырылышыу тураһында уй булды. Бер саҡ ире Шәүрәгә әйтмәй генә кредитҡа машина алды. Машина һынлы машина алыуҙы ла белмәй ҡалған ҡатын бөтөнләй сығырынан сыҡты. Иренең ҡыуанып алып ҡайтҡан машина документтарын уның күҙ алдында уҡ йыртып ырғытты. Әлбиттә, был хәлгә ир кеше лә күҙ йомоп, түҙеп торманы. Ҙур ғына өлөш алған Шәүрә: “Шул машинаңда ғына осоп үлһәңсе”, – тип ҡарғыш яуҙырҙы. Үҙ һүҙҙәренең шулай тиҙ тормошҡа ашырын белһә, бәлки, ул әҙерәк тыйылыр, ауыҙын үлсәп асыр ине лә бит. Күрәһең, фәрештәнең амин тигән сағына тура килгәндер, ике ай ҙа йөрөмәне, әзмәүерҙәй һау-сәләмәт ир, аварияға эләгеп, был донъянан китеп тә барҙы. Ҡыҙғанып янъял ҡуптарған фатиры ла, мөлкәте лә ятты ла ҡалды.

Ирен ҡуйғас, Шәүрә ауылға йыш ҡайта башланы. Кейәүҙә саҡта онотоп торған әхирәте менән дә мөнәсәбәттәрен яйлап алды. Балалар ҙа тиҙ уртаҡ тел тапты. Йәйен Шәүрә бесәнен сабышты, көҙөн картуфын ҡаҙышты, емеш-еләккә, бәшмәккә лә бергә йөрөнөләр. Шулай итеп, бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Әлфирәнең ире – Юлайҙың 35 йәше тулғас, был көндө бөтә туғандар, дуҫ-иштәр менән урманда, тәбиғәт ҡосағында үткәрергә булдылар. Кискә ҡәҙәр шунда күңел астылар, шешлек ҡыҙҙырҙылар. Эңер төшөп, серәкәй­ҙәр бимазалай башлағас ҡына, байрамды өйҙә дауам итергә тип, ҡайтып киттеләр. Яңынан табын әҙерләп, өҫтәл артына ул­тырыр­ға йөрөгәндә Әлфи­рәнең ҡәйнәһе лә килде. Юлай менән Шәүрәнең икәүһе генә кире урманға китеүен ишеткәс, ризаһыҙ ғына:
– Нимә тип, Юлайға тағыла ла тора шул. Башҡалар менән бергә йөрөһә ни була. Ана, аш-һыу янында булышһын, – тине.

– Ярай, әллә ҡайҙа йөрөмәйҙәр ҙәһә, урманда тороп ҡалған ҡаҙанды ғына алырға киткәндәр. Хәҙер килерҙәр. Теләһә нәмә уйлап, Шәүрәне үпкәләтеп тә ҡуйырһың әле.

Килененең ғәмһеҙлегенә йәне көйгән ҡәйнәһе:
– Үпкәләһә ни, бик шәп. Шәүрәң­дең күҙе-башы уйнап тора. Бынау ҡараңғыла кеше шуларҙың икәүһен урманға ебәрәме? Шундай ҙа тинтәк булыр икән кеше, – тине лә, саҡырһалар ҙа өҫтәлгә ултырмай, асыуланыңҡырап сығып китте. Ошондай шау-шыу мәжлестәрҙе өнәп бөтмәй шул ҡәйнәһе. Әле лә һуң тимәй, килеп теүәлләп, хәлдәрен белеп йөрөүелер инде.

Ҡунаҡтар таң һыҙылғас ҡына таралышты. Улар ҡайтыу менән, көнө буйы әҙерләнеп, аяҡ өҫтө йөрөп арыған Әлфирә, саҡ ҡына булһа ла ял итеп алыу уйы менән, ятып торорға булды. Иртәгә байрам түгел, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре көтөп тора. Мендәргә башын терәргә лә өлгөрмәй йоҡлап та китте. Иртәнсәк уянып китһә, эргәһендә Юлай юҡ. Сығып залды, веранданы ҡараны. Бер ҡайҙа ла күренмәй. Был минән дә алдараҡ тороп өлгөргән дәһә, тип тышҡа сыҡты. Сыҡты ла аҙбар башына ҡуйылған баҫҡысты күреп, аптырап ҡалды: “Быны кем, ҡасан ҡуйған һуң? Алдан юҡ ине ләһә”. Ҡапҡа ла ябылып бөтмәгән... Бер килке ҡарап тора биргәс, аҙбар башына менеп китте. Менде лә тағы бер ғәжәп итте, Юлай аҙбар башында йоҡлап ятасы.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»