RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше ғүмере – бер мәл

28.03.2014 Кеше ғүмере – бер мәл

Кеше ғүмере – бер мәл йәки Был тормоштоң, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшәүгә бер ни етмәй
Һау-сәләмәт булыр­ға, бер ҡасан да ауырымаҫҡа телә­һәк тә, сир беҙҙән һорап тормай. Көтмәгәндә-уйлама­ғанда, ҡапыл ауырыйһың да китәһең. Күп ваҡыт, үтер әле, тип ауырыуҙы аяҡ өҫтө үткәрәбеҙ. Ә инде үҙ аллы һауығырлыҡ булмаһа, табиптарға күҙ төбәп барабыҙ. Улар, тикшергәндән һуң кәрәк тип тапһа, дауаханаға ла һалып ҡуя. Мин дә шулай дауахана койкаһына барып эләктем.
Дауаханала айырым бер тормош ҡайнай. Палатаға инеп урынлашҡас та, ауы­рыу­ҙар бер-береһе менән таныша башлай. Мине лә был йола урап үтмәне: сәй эскән арала танышып, әкренләп бер-беребеҙ тураһында һорашып-белешеп тә алдыҡ. Настя исемле әбей эргәһенә ҡыҙы килеп, күстәнәстәр ҡалдырып киткән, ул шуға һөйөнә-һөйөнә, тәм-томдо өҫтәлгә теҙҙе. «Улым яҡында ғына йәшәй ҙә бит, дауаханала ятҡанымды белмәйҙер, күрәһең, килеп киткәне юҡ әле, – тип уфтанып та ҡуйҙы. – Ир бала – ир бала инде, әсәй хаҡында бик ҡайғыртып бармай…» Уның ҡарауы, ҡыҙың көн дә килеп хәлеңде белеп тора, тиеште башҡа ҡатындар.
Кискәрәк палатабыҙға ҡайнар һыуға бешкән тағы бер әбейҙе индереп һалдылар. Үҙен бер йәш кенә ҡыҙ оҙатып килгән. Социаль хеҙмәткәр булған икән, ул әбейҙе ҡалдырҙы ла, ҡайтып китте. Ошо Ғәлиә исемле әбей менән Настя тиҙ генә уртаҡ тел тапты, икеһе ике милләттән булыу уларға арала­шыр­ға һис тә ҡамасауламаны. Өлкәнәйгәс, бөтә һүҙ балаларға барып төртөләлер, күрәһең, сөнки оло­лар­ҙың һүҙе гел ул-ҡыҙҙары тирәһендә суратылды. Ғәлиә әбей­ҙең дә өс улы бар икән. Өс улым булғансы, бер ҡыҙым булһа, олоғай­ған көнөмдә ҡараулы булыр инем, килен кеше ҡыҙыңды алмаштыра алмай шул, тип зарланды ул. Ғүмер буйына сөгөлдөр үҫтергән, һауынсы булып эшләгән, хәҙер инде аяҡтары ла йүнләп йөрөмәй икән әбейҙең. Мунсала йығылып, ҡайнар һыуға бешеүе лә шуның касафаты.
Бер нисә көндән күрше палаталағылар менән дә дуҫлашып алдыҡ.
Күршеләребеҙ Камила менән Оля әбейҙәргә лә аралашыу етмәгәнлеге һиҙелеп тора – яндарына инеүең була, һәр береһе кемуҙар­ҙан үҙе хаҡында һөйләп ҡалырға ашыға. Камила әбей минән нисә балам барлығын һораны. Икәү, тип яуап­лағас, нишләп аҙ ғына, ике бала бала буламы ни, тип асыуланып уҡ ҡуйҙы.
– Ҡартым ғүмер буйына аҡсалы эштә эшләне, үҙем балалар уҡыттым. Уҡытыусы әсәйемде тыңлаған булып, ни эшләп бер бала менән ҡалғанмын икән, тип үкенәм хәҙер. Әле бына ҡара-ҡаршы ултырып, тәмләп сәй эсергә, бергә үткән ғүмер юлдарын хәтерләргә ҡартым да эр­гәмдә юҡ. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә ул, ҡартайғанда бергә йәшәүгә ни етә?! Яңғыҙыма донъя көтөүе ауыр, бик ауыр… Улым баш ҡалала, ҙур урында эшләй. Уға асыуланмайым, минең янға йыш килеп йөрөргә ваҡыты юҡ. Бер нисә балам булһа, береһе бушамаһа, икенсеһе барыбер килер ине, тим дә бит… – тине ул.
Икәү менән сикләнмә, тағы бәпестәр алып ҡайт, ҡартайғас, һөйөнөп улты­рыр­­һың, тип киҫәтеп тә ҡуйҙы хаҡлы ялдағы уҡытыу­сы.
Ысынлап та, Камила әбейгә олпат кәүҙәле, уҡымышлылығы йөҙөнә сыҡҡан ир-егет килеп киткәнен күрҙем. Әсәһенең һикһән йәшлек юбилейы дауаханала ятҡан сағына тура килгәнгә күрә сәскәләр, емеш-еләк, ҙур торт ҡалдырып китте. Тик, эш кешеһе булғанлыҡтан, әсәһе янында оҙаҡ тотҡарлана алманы, ҡабаланды. Ул килеп киткәндән һуң күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ла, бер аҙ моңһоулыҡ та сағылған Камила әбей, улымдың күстәнәсе тип, торт менән шәфҡәт туташтарын, палаталағы иптәштәрен ихлас күңелдән һыйланы.
Камила әбей менән бер палатала ятҡан Оля әбейҙең яҙмышы ҡатмарлыраҡ кеүек. Ире Иван менән улар бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгән. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡандан һуң балалары алыҫ тарафтарҙа төпләнгән. Ба­байы вафат булып ҡалған. Оля әбей күп йылдар шәкәр диабеты менән ауырый. Артыҡ тән ауырлығы арҡа­һында ул аяҡтарына ла баҫа алмай. Әсәләрен тәрбиәләргә тип, балалары һөйләшеп ҡалдырып киткән ҡараусы ҡыҙ әбейҙең аяҡтары серей башлағанлығы хаҡында әйтте. Күп тә үтмәй, Оля әбейгә операция эшләнеләр. Операциянан һуң хәле нисек булғандыр, артабан уны кем тәрбиәләгәндер, билдәһеҙ...
Эргәбеҙгә ауыр хәлдәге Хәнифә әбейҙе килтерҙеләр. Аяғындағы шеше һыҙлауға түҙә алмайынса ятҡанда ла әбей балаларын маҡтап бөтөрә алманы. Ысынлап та, һүҙ тейҙерерлек тә түгел шул уның ул һәм ҡыҙҙарына – әсәләре янында йүгерешеп кенә торҙолар, әле береһен, әле икенсеһен алып килделәр. Шулай тырыша торғас, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп тиҙ арала әсәләрен аяҡҡа ла баҫтыр­ҙылар!
Шулай төрлө яҙмышлы әбейҙәр менән аралашып, ғүмер көҙө яҡынайғанда балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарына, наҙына, мөхәббәтенә сорналып йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡлығына инандым. Кеше ғүмере – бер мәл генә, тип юҡҡа әйтмәйҙер ололар. “Яңы ғына йәшәй башлаған кеүек инек, ҡартлыҡҡа ла килеп еткәнбеҙ”, – тигәнде йыш ишетергә тура килә улар ауыҙынан. Шуға ғүмер­ҙең һәр минутын заяға үткәрмәй, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп, уларҙың хөрмәтен тойоп йәшәүгә бер ни етмәй. Һәр беребеҙ иғти­бар­ға, ҡайғыртыуға мохтаж.

Гөлсәсәк СӘЛИХОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»