RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...

10.01.2014 Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...

Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә мин ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
(Башҡорт халыҡ йыры "Ғилмияза").

Аяуһыҙ ҙа тормош тигәндәре

Айгөл менән танышҡас, ошо йыр ҡылт итеп иҫемә төштө. Ысынлап та, ул бер кемдән дә кәм түгел: ҡара ҡашлы, ҡара толомло, сибәр йөҙлө ҡаҡса ғына башҡорт ҡатыны. Кейгән кейеме лә һис тә кешенекенән ҡалышмай. Бары яҙмышы уны күп һынауҙар, бормалы юлдар аша алып йөрөгән һәм ҡайһылыр мәлдә бәхетенән яҙлыҡтырған.
Етеш йәшәгән, ҙур ғына башҡорт ауылында тыуып үҫкән ул. Хәйер, баштан башлайыҡ.
Әсәһенең көтөп алған тәүге ҡыҙы тыуыу шатлығы оҙаҡҡа бармай, сөнки ире күп тә тормай мәрхүм булып ҡуя. Яңғыҙ тормош көтөп өйрәнмәгән йәш ҡатынды икенсе ауылдан тол ҡалған йәш иргә димләйҙәр. Имсәк балаһы Сәлимәне алып, әсәй кеше яңы ғаиләгә килен булып төшә. Бәхеткә күрә, ир эшкә шәп, донъя көтөүгә әрһеҙ, тыңлаусан, ипле булып сыға. Бер йыл да тулмаҫтан йәш ғаиләлә беҙҙең бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы Айгөл, унан һуң ир бала донъяға килә, ике йылдан ҡыҙҙары тыуа. Тәүге иренән булған Сәлимәне мәрхүмдең туғандары үҙҙәренә ала. Күмәк бала араһында эйәреп килгән ҡыҙҙы кәмһетерҙәр, тип уйлағандарҙыр, күрәһең.
Ғаиләлә өлкәне булып ҡалғас, үҙенән кесе туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып үҫә Айгөл. Донъя түңәрәкләнә: ир мал табырға оҫта, аҡсаны (гөрләп торған совхоз заманы!) көрәп алып ҡайта. Аҡсаһын һанап та тормай өҫтәлдең ашъяулығы аҫтына һала, йә өрлөккә ҡыҫтыра. Кем тейһен: балалар бәләкәй, ҡатын көнө буйы өйҙә. Эйе, иренән уңа ҡатын: эсмәй, тартмай, хәләлен ҡаҡмай, балаларҙы һинеке-минекенә бүлмәй, тигеҙ ярата.
Өй тулы бала-саға, һаулыҡ бар, йәшлек бар, әйҙә, шатланып йәшә лә йәшә һуң! Юҡ шул, тормош аяуһыҙлығы бында ла һағалап ҡына тора: әсәй кеше эскелеккә бирелә. Почта таратыусы булып эшкә урынлашҡан ҡатын һәр өйгә ингән һайын төшөргөләп сығырға әүәҫләнә. Кем пенсияһын йыуҙыра, кем – шатлыҡлы хат-хәбәр алыуын, кемдер посылка күстәнәсенән өлөш сығара. Ишле бала, ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарауһыҙ була башлай. Тәүҙә ир ҡатынының эштән ҡайтыуына күңелләнеп йөрөүенә илтифат бирмәй, аҙаҡ уның көн дә ошолай күтәренке кәйефтә булыуы уны һағайта. Иренең эсмәҫкә өндәүен, балаларҙы ҡарарға, йорт-ҡура эштәрен теүәлләргә кәрәклекте әйтеүен ҡатын пыр туҙып ҡаршылай, аҡырына-екеренә башлай, балаларға ла эләктереп өлгөрә. Йыуаш ир, нисек кенә тырышмаһын, уны заман ауырыуынан арындыра алмай. Ҡатынын сираттағы тыйырға маташыуы фажиғә менән тамамлана. Эсмә, тигән иренең башын яра һуға ла, тамам эскесегә әүерелеп, кешелеклеген онот­ҡан әсәй кеше башын элмәккә тыға.
Айгөлдөң үҙен тыңлайыҡ:
– Миңә ул саҡта биш йәш ине, шулай ҙа яҡшы иҫләйем. Әсәй иҫерек ине, беҙҙе өйгә бикләне лә усаҡлыҡҡа сығып китте. Тәҙрә аша атай менән әсәйҙе ҡарап, ҡустым менән күреп торабыҙ. ете айлыҡ һеңлем беҙҙең эргәлә сәңгелдәктә ята. Әсәй сынаяҡ аҫтын алды ла атайҙың башына һуҡты, атай иҙәнгә ҡоланы. Әсәй йүгереп сыҡты ла, бейек кенә ситән аша һикереп, һарай яғына китте. Байтаҡ ваҡыт үткәс, кемдер килеп, ишекте тартты, унан усаҡлыҡҡа китте. Шул кеше саҡыртҡандыр инде, "Тиҙ ярҙам" машинаһында атайҙы дауаханаға алып барып, башын тегеп ҡайтар­ҙылар. Әсәй ҡайтманы. Иртәгә­һенә лә булмағас, хәбәр иткәндәрҙер, бер машина булып тейәлеп, милиционерҙар килеп тулды. Бөтөн ауылды, урман, йылға буйҙарын эҙләп, әсәйҙе таба алманылар.
Шул саҡ берәү әйткәндерме, әллә үҙҙәре мине ҙурға һанағандармы, минән һораша башланылар. Мин ни күргәнемде һөйләнем: "Әсәйем атайҙың башына һуҡты ла, ул ҡолағас, йүгереп сығып, ситән аша төшөп китте. Шунда аҫылынып торалыр", – тинем. Белмәйем, ул аҫылыныу тигән һүҙҙе ҡайҙан белгәнмендер, әллә әсәйемдең берәй саҡ шулай тигәне булғандырмы, әллә шулай үҙем зирәк булдыммы, уның аҫылынасағын аңлағайным. Ысынлап та, уны ситән менән кәртә араһында үҙенең капрон ойоғона аҫылынып торған ерҙән таптылар.

Үгәй әсәй әкиәттә генә яуыз түгел икән

Ҡатынды ерләгәс, берәй ай самаһы сәңгелдәктәге сабыйҙы үҙҙәре ҡарап маташа ир менән кескәй балалар. Шунан һеңлеһен балалар йортона алып китәләр, ҡустыһы менән Айгөл атаһы ҡарамағында ҡала. Ҡатынының бөтә туған-тыумасаһы уның үлемендә ирҙе ғәйепләй. Бер ҡасан да эсеп йөрөмәгән кешегә "алкаш" мөһөрө, уның эргәһенә "енәйәтсе, кеше үлтереүсе" тигәне өҫтәлә. Бахыр ир үҙен нисек кенә яҡлап, аҡлап ҡараһа ла, эскесе ҡатындың туғандары ла мәрхүмә кеүек үк үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле булып сыға: аҡлана алмай. Шулай ҙа ҡулынан эш килгән ир юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ көнөн күреп, яңынан йәшәргә ынтыла. Балаларға әсәй кәрәклеген, үҙенең дә ҡатын-ҡыҙһыҙ донъя көтә алмаҫын яҡшы аңлай ул. Беренсе эше итеп өйләнергә ҡарар итә һәм бер ниндәй йүнһеҙ ҡатынға ла түгел, ә йәш ҡыҙға. 16 йәшлек кенә ҡыҙҙы алып ҡайта ул кәләш итеп. Атайҙары талап иткәнгә Айгөл уны "әсәй" тип йөрөтә, күпме тырышһалар ҙа, ҡустыһы ул ғәзиз һүҙҙе әйтмәй, "апай" тип үҫә. Башҡорттоң "Уңмаған ваҡыттан ҡыума" тигән аҡылын онота атай кеше. Был ҡатын менән дә уңмай ул. Йәш кенә көйө ҡайҙан унда шул ҡәҙәр аламалыҡ булғандыр, Айгөл бөгөн дә аңлай алмай. Ҡустыһы менән икеһен дошманлаштырыу, атайҙарына ҡаршы ҡуйыу, алдашыу, ҡурҡытыу... Үҙҙәренең уртаҡ балалары тыуғас, иренең балаларына бөтөнләй көн күрһәтмәй. "Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә" икәне ошонда күренә лә инде. Йомшаҡ атай ҡатынының һүҙенән сыға алмай.
Элегерәк күрше ауылға атлы ҡунаҡ булып барыу, ике-өс көн йоҡлап, ҡунаҡ булыу йолаһы бар ине. Ир менән ҡатын шулай иртә яҙ башында кәләштең ауылына ҡунаҡҡа китә, балаларҙы урамда ҡалдыралар. Ас көйө урамда йөрөгән сабыйҙарҙы йәлләп, ауыл халҡы ишекте асып инеп, уларҙы кемеһе ашатырға, кемеһе йоҡлатырға өйҙәренә алып ҡайтып йөрөй. Тиҙҙән ғаилә ҡатындың ауылына йәшәргә күсә, улын да үҙе менән ала. Ә Айгөл, тиерһегеҙ...

Аһ, был яҙмыш!..

Айгөлдө атаһының әсәһе – ҡартәсәһе үҙенә ала. Етемдең тамағы ашҡа тейһә, башы ташҡа тейә, тигәндәй, ҡартәсәйҙәре үгәй әсәнән дә ҡатыраҡ күңелле, яуыз булып сыға.
– Ҡартәсәмдең дүрт улы, дүрт килене булды, дүртеһен дә яратманы. Әллә ниндәй кеше һөймәҫ яуыз әҙәм булып сыҡты ул. Күп туҡманы, күп илатты инде ул мине, – ти Айгөл. – Тәртешкәме, туҡмас таяғымы – ҡулына нимә эләгә, шуның менән ярыр ине. Бер ҡасан да етем тип йәлләмәне. Ете йәштән һыйыр һауып, утынын ярып-бысып, бөтә эшен һепереп йөрөп эшләһәм дә, ярай алманым, артыҡ тамаҡ булып ҡалдым. Яҡлаусыһыҙ, наҙлаусыһыҙ булғас, мәктәптә лә ситләттеләр, малайҙарҙан туҡмалмаған көнөм һирәк ине.
Ҡара ҡашлы, нескә буйлы булып үҫеп еткән Айгөл, мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты менән паспорт (ул саҡта тик мәктәпте тамамлағанда ғына паспорт бирелә ине) алыу менән үҙен екһендергән, түҙеп торғоһоҙ ҡартәсәй йортонан, биҙҙереп бөткән ауылдан сығып китә. Бәләкәй бер ҡалаға барып эшкә инә, үҙенән байтаҡҡа өлкән, киң күңелле буйҙаҡ егет Камил менән танышып, ҡауышалар. Ғүмерендә беренсе тапҡыр тамағы ашҡа туйып, әр-битәр ишетмәй, йылы һүҙгә ҡойоноп, үҙен яратыуҙарын белеп һәм шундай уҡ һөйөү менән яуап биреп, бәхеткә сорналып йәшәй башлай ҡыҙ. Тик... Күпкә түгел шул. Ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмағандай, ғәйбәт бында ла уны ҡыуып етә һәм ир менән ҡатын араһында упҡын хасил итә. Иренең туғандары уға ҡара яу булып ҡаршы сыға. Йыл ярым ғына дауам итә ожмахтай тормош. Ысын йәшәү. Бәхеттең ни икәнен аңлаған Айгөл башҡаса бәхетһеҙ булып йәшәргә теләмәй, барлы-юҡлы әйберен бер сумкаға йыя ла, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә.

Сит илдәргә китеп, сит-ят булдым

Үткән быуатта йылы яҡ, йәтеш йәшәү өлгөһө булып, йәштәрҙең күбеһен үҙенә ылыҡтыра ине. Яҙмыш ҡыҙҙы Ҡаҙағстан далаһына алып килә. Союздың төрлө төбәгенән йыйылған ҡырылмаһа ҡырҡ милләт йәшәгән бер ҡасабала эшкә урынлаша. Эшкә тырыш ҡына ҡаҙаҡ егете менән никахҡа инеп, ҡәҙимге генә тормош ҡора. Тик ире үтә ҡыҙғансыҡ, дорфа булып сыға, юҡтан ғына көнләп ҡул күтәрә башлай. Хатта үҙенә һуйып ҡаплағандай улын да үҙ улы тип танымай аҙаплана. Барып һыйыныр ере һәм кешеһе юҡлыҡтан барыһына ла түҙергә мәжбүр була Айгөл. Ҡайҙа эш бар, шуға тотона: элеваторҙа, балалар баҡсаһында, почтала эшләй. Хәҙер инде бөтә ерҙәге кеүек эшһеҙлек хөкөм һөрә һәм Айгөлгә лә өйҙә ултырырға тура килә. Аҡҡан һыу кеүек көндәр, йылдар үтә, бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Бер улы сабый саҡта үлеп ҡала, ҡалғандары – ике ҡыҙ, ике ул, Аллаға шөкөр, имен-һау буй еткерә. Балалар ҙурайып, әсәйҙәрен яҡлай, алырлыҡ булғас ҡына ире ҡатын ҡул күтәреүҙән тыйыла. Шулай ҙа холоҡ ҡалмай: бушҡа туҙына, үсегеп, айҙар буйы һөйләшмәй йөрөй, эшләгән аҡсаһын эсеп бөтөрә һәм ҡатынына бер тин дә алып ҡайтып бирмәй.
"Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға" тигән боронғолар аҡыллының аҡыллыһы булғандыр. Иренең уны кешегә һанамауы эргә-тирәләгеләргә лә шундай уҡ йоғонто яһай. Айгөлдө сит күрә башлайҙар. Күбеһе ҡаҙаҡ милләтле булһа ла, телдәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотҡан, өлкән "урыҫ туғаны"на оҡшарға тырышып, уларҙың телендә генә һөйләшеп-һүгенеп үҫкән быуында ниндәй милли сифат һаҡланһын?!
"Бәлки, илдең көньяғында динле, әҙәпле ҡаҙаҡ халҡы йәшәйҙер ҙә, тик был ҡасабала түгел. Үҙҙәренән һәм урыҫтарҙан башҡа халыҡты кешегә һанамаған, өҫтөн ҡарап, түбәнһетеп йөрөгән милләтһеҙ, динһеҙ, иманһыҙ кешеләр көн күрә. Эскелек ныҡ көслө, бала-саға 13 – 14 йәштән эсә, тарта башлай. Эскеселәр Ҡөрьән тотоп, намаҙ уҡыған була. Ә мин бындай әйберҙе ҡабул итмәйем. Тураһын әйтеү менән дә ярай алмайымдыр инде уларға. Бигерәк тә башҡорт-татар­ҙарҙы күрә алмайҙар, "ноғай" тип йөрөтәләр", – ти ҡатын. Мосолман ҡыҙы, оҙон толомло һылыу Айгөлгә лә ҡыйырһытыуҙар менән көн күрергә тура килә. Уның ҡарауы, мәрйәләр менән бик татыу йәшәй ул, әхирәттәре лә улар, серҙәштәре лә.
Сит милләттән ҡыйырһытылып, туҡмалып, ҡасабаныҡыларҙан кәм­һе­телеп йәшәһә лә, балаларында тыуған иленә – Башҡортостанына, уның халҡына һөйөү тәрбиәләй алған Айгөл. Өс балаһы паспорттарына үҙҙәренең милләтен "башҡорт" тип яҙҙырыуы ғына ла был ҡатынға ҡарата ихтирам уята. Балаларына башҡорт йырҙарын, ҡурай моңон тыңлатып үҫтерә ул. Башҡортса дискылар һатып ала, спектаклдәр, фильмдар – барыһын да ҡалдырмай ҡарап, тыуған ере менән бәйләнеште өҙмәй. Хәҙер инде балалары барыһы ла үҫкән, ҡыҙы Рәсәй гражданлығы алыр өсөн ил Президенты В. Путинға хат яҙып, теләгенә ирешә һәм хәҙер Өфөлә эшләп йөрөй. Икенсе улы мөғәллимлеккә уҡыһа ла, икенсе эштә йөрөргә мәжбүр. Кесе ҡыҙы – төҙөүсе, атаһының берҙән-бер үҙ күргән, аҙ ғына булһа ла теләнселәп аҡса алыуға ирешкән балаһы. Кинйә улы армияла хеҙмәт итә.
Тәүге тормош иптәше Камил менән осрашырға ла насип була Айгөлгә. Дүрт тапҡыр төрлө йыл­дар­ҙа осраша улар, һөйләшеп-аңлашып, бер-береһенә булған хистәренең әле лә һүнмәүенә төшөнәләр. Исмаһам, өлкәнәйгәс, ярат­ҡан кешем менән бергә булырмын, тигән өмөт йәшәтә Айгөлдө. Балалар ҙурайған, һәр кеме һөнәрле, инде иленә ҡайтып, тәүге һөйгән йәре менән, ҡауышып, үҙҙәре өсөн йәшәргә ваҡыттыр. Камил да уны юҡһыныуын, ҡасан ғына күсеп ҡайт­һа ла, көтәсәген әйтә. Ниһайәт, былтыр Айгөл алыҫ Ҡаҙағстандан китергә йөрьәт итә, күңеленән генә китергә әҙер, уйланыры уйланған, пландар ҡоролған. Тик... Аһ, шул тик! "Ҡолон тауҙа тыуһа, ике күҙе ташта булыр, бала етем үҫһә, ике күҙе йәштә булыр"... Тағы ла йәшкә мансыла Айгөлдөң ҡара күҙҙәре: Камилы, инсульт кисереп, вафат булып ҡала.
– Тәҙрә төбөнә ултырып ҡына көтөрмөн, ти ине, хәҙер көтә инде – тегендә. Шунда ғына осрашырбыҙ инде, – ти ҡатын, күҙен асманға төбәп. Быйыл иленә ҡайтыуы ла бөтөнләйгә күсенеү уйынан түгел, ә тәүге йәренең мәңгелек йортона зыярат ҡылыу, ҡәберенә таҡтаташ ҡуйыу маҡсатында икән. Иншалла, теләгенә ирешкән, алыҫ районда вафат булған хәләленә таҡтаташ эшләтеп ҡуйҙырған. Ҡорбан салып, хәйер-саҙаҡа өләшкән. Ләкин бөтөнләйгә бында ҡайтыу уйынан төңөлгән.
– Төбәп ҡайтыр ерем, йортом, яҡыным юҡ. Атайым да, ҡустым да – гүр эйәһе. Апайым һәм һеңлем менән осраштыҡ. Улар инде миңә ят. Апайым, ҡартәсәмә оҡшап, бик ҡаты һәм ҡарун, һеңлем, балалар йортонда үҫкәнгә, беҙҙе белергә лә теләмәй. Туғандар алыҫ булһа ла, бар ул. Тик күбеһе эскелеккә бирелгән. Күстәнәс алып ҡайтһаң, ҡыуаныстарынан эсәләр ҙә йәнә аҡса таптыра башлайҙар. Улар өсөн ҡан туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек төшөнсәһе ят нәмә. Шунан һуң нисек, кемгә төбәп ҡайтырға? – Айгөлдөң һүҙҙәрендәге хаҡлыҡтың эҫелеген аңлаһаң да, инҡар итеп булмай: батҡан шул эскелеккә, тар күңеллелеккә. Нәҫел-нәсәпте, туған-ырыуҙы белмәйбеҙ, аралашмайбыҙ, һәр кем үҙ йортона бикләнгән. Йортобоҙ ғынамы һуң, күңелебеҙ ҙә бикле.
– Яҙмышыңдың әселеген аңлайһың, башҡалар кисермәгәнде сабырлығың менән кисереүең һине юғары күтәрә. Ә тормошоңдоң ошолай үкенесле, бәхетһеҙ булыуына кем ғәйепле һуң? Әллә маңлайға яҙылған яҙмышың ошо тип күнәһеңме? – тип һорайым Айгөлдән.
Ул шым ғына уйланып ултыра.
– Белмәйем. Бар бәхетһеҙлегебеҙҙең башы – эскелектә. Әгәр әсәйем йәшләй генә эскелек ҡоллоғона бирелмәһә һәм үҙендә уны еңергә көс тапһа, үҙ ғүмерен үҙе ҡыймаһа, бәхетле бала булыр инек. Мин дә, башҡа туғандарым да. Ни өсөн әсәйем ул юлға барҙы икән? Атайымды үлтер­ҙем тип уйлап, төрмәгә ултырмаҫ өсөн аҫылындымы? Дин буйынса үҙ-үҙен һәләк иткән кешеләрҙең гонаһы, үҙенән тыш, балаларына, ейәндәренә, ете быуынына тиклем бирелә тиелгән. Беҙҙе, беҙҙең дауамды ошондай рәхимһеҙ яҙмышҡа дусар иткән әсәйемә үпкәм дә, рәнйе­шем дә көслө. Шуға күрә ҡулығыҙ араҡыға үрелер, башығыҙҙы элмәккә тығыр алдынан уйлан­һағыҙ ине, кешеләр: ниндәй яҙмышҡа ташлай­һығыҙ һеҙ балаларығыҙҙы?! Уларҙың да бәхетле булырға, яратылырға, һөйөү-наҙ тулы атай-әсәй ҡосағында үҫергә хоҡуғы бар бит! Арҡалы, терәкле һәм шуның менән көслө тиҫтерҙәре араһында кәмһенеп һәм кәмһетелеп, ҡыйырһытылып-туҡмалып үҫкән балалар нисек бәхетле булһын?! Ошолай тип өндәшер инем мин эсергә теләгәндәргә һәм ғүмер менән араны өҙөргә уҡталған әҙәмдәргә.
– Йәштәргә ниндәй әйтер һүҙҙәрең бар, Айгөл?
– Тәүге яратҡан йәрегеҙҙе ташламағыҙ, кеше һүҙен тыңламағыҙ, тиер инем. Әгәр икәү араһында мөхәббәт бар икән, өсөнсө кешене тыңлау кәрәкмәй. Мине яманлап, тәүге мөхәббәтемә кер төшөргәс, ҡул һелтәп ситкә сығып киттем. Әлеге аҡылым булһа, әлбиттә, улай,эшләмәҫ инем. Йәш саҡта кеше ҡыҙыу була, тотҡан ерҙән өҙә һуға. Кеше нимә генә тип әйтһә лә, түҙергә, һөйөүем өсөн көрәшергә кәрәк булған. Быны мин үтә һуңлап аңланым. Хәҙер нимәнелер төҙәтеү, үҙгәртеү мөмкин түгел. Тағы ла – үҙ милләтеңә берәү ҙә етмәй. Йәштәргә бары үҙ милләттәше менән никахҡа инергә, тормош ҡорорға кәңәш итер инем. Йәш саҡта милләткә ҡарап тормайһың, әммә ғүмер итә килә ул иң алғы планға сыға. Башҡорт милләте бер милләттән дә кәм түгел. Уның тамыры тәрәндә, хөрмәт итерлек ғөрөф-ғәҙәте, йолалары күп. Тик башҡалар уны һанламай, түбәнһетергә тырыша. Ә ғаиләлә берәү икенсене түбәнһетә икән, унда тигеҙлек, тиң хоҡуҡлылыҡ, бәхет тигән төшөнсә юҡҡа сыға. Шуны онотмаһын ине ғаилә ҡорорға йыйынған йәштәр. Бигерәк тә ҡыҙҙар, милләт әсәһе буласаҡ бит улар.
... Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел,
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел,
– тип йырлана халыҡ йырында. Айгөл дә һис кемдән кәм түгел, бөтөн яҡтан килгән ҡатын. Тик бәхетһеҙлеге арҡаһында башын ғорур күтәреп йөрөүҙән, типә-тиң һөйләшеүҙән мәхрүм.
Ә шулай ҙа... "Бирешмә, Айгөл, балаларың менән киләсәгең һине бәхетле итә күрһен! һин уға лайыҡ", – тип әйтке килә.

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.

*Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»