RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр союзында булыуыбыҙ ғорурлыҡ ине

25.10.2013 Йәштәр союзында булыуыбыҙ ғорурлыҡ ине

Йәштәр союзында булыуыбыҙ  ғорурлыҡ инеБеҙҙең, һуғыш осоро балаларының, йәшлеге 1960 йылдарға тура килде. Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбенә 1958 йылда 7-се синыфҡа уҡыр­ға барҙым. Класс етәксебеҙ ул ваҡытта Әлмирә Талха ҡыҙы Ҡужаҡова ине (хәҙер мәрхүмә инде). Ул химиянан уҡытты. Тормош иптәше, мәктәп директоры Мөхәррәм Морат улы фи­зи­канан белем бирҙе. Һуңынан уларҙы Өфөгә Мәғариф министрлығына эшкә алдылар. Был беҙҙең өсөн бик ҡыҙғаныс булды. Мөхәррәм Морат улының дәрестәре ифрат ҡыҙыҡлы, фәһемле була торғайны.

1958 йылда беҙҙе комсомол сафына алдылар. Минеңсә, ошо ойошма сафына инеүебеҙҙең беҙҙең өсөн ыңғай яҡтары күп булды. Һәр хәлдә, йәмғиәт комсомолдан зыян күрмәне. Бөгөн ҙур уңыштарға өлгәшкән ғалимдар, етәкселәр, эшҡыуарҙар һ. б. күбеһе комсомол аша үтте. Ғөмүмән, беҙҙә үткәнде хурлау, яманлау ғәҙәте бар шикелле. Хәҙерге “байҙар” совет системаһын артыҡ идеаллаштырыуҙа ғәйепләй. Тик комсомолдың ни­мәһе артыҡ булғандыр – белмәйем. Берен­сенән, комсомолға яҡшы уҡыған, тәртипле йәштәрҙе ҡабул иттеләр. Әхлаҡһыҙ­ҙарҙы тәртипкә өндәйҙәр, тәрбиәләйҙәр ине.
Бөгөнгө идеология нимәлә һуң? Әлбиттә, иң мөһиме – матди яҡ, аҡса, мал табыу. Тик ҡайһы берәүҙәр артыҡ аҡса ҡоло булып та китте. Бөтә ҡиммәттәр ҙә аҡса менән генә үлсәнмәйҙер бит?
Комсомол ойошмаһы мәктәптә төрлө саралар ойоштороуҙа уҡытыусыларға, мәктәп администрацияһына ҙур ярҙам күрһәтә ине. Өлкән синыф уҡыусылары көсө менән концерттар, спектаклдәр ҡуйҙыҡ, хатта күрше Аҡһары, Ҡалта, Яҡут ауылдарына ла юллана инек.
“Комсомолец” исемле гәзит сығарылды. Үҙенә күрә редакция коллегияһы ла була торғайны. Унда комсомол тормошо, уҡыу хәлдәре яҡтыртылды, тәнҡит мәҡәләләре лә баҫылды. Иң әүҙем, яҡшы уҡыған комсомол ағзаларынан комитет төҙөлә ине. Унда спорт, уҡыу, әүҙем ял итеү һ. б. кеүек йүнәлештәр билдәләнде. Был эштәр уҡыусыларҙа ойоштороу, етәкселек итеү һәләтен тәрбиәләгәндер, тип уйлайым. Комсомолдар һәр ерҙә әүҙем булды, колхозға ла ярҙам итте.
Район кимәлендә эстафета тапшырыу тигән традиция ла булды. Төркөмгә, ғәҙәттә, яҡшы уҡыған комсомолдар, комитет ағзалары, алдынғы спортсылар йөрөнө. Фотоаль­бомдар эшләнеп, унда уҡыу алдынғылары, башҡарылған файҙалы эштәр, мәктәп тормошоноң ҡыҙыҡлы мәлдәре сағылдырылды. Бәлки, улар берәй ерҙә һаҡланғандыр ҙа әле.
Комсомолға ҡабул ителеүебеҙ – үҙе бер ваҡиға. Уның рәттәренә үҙебеҙҙең ойошмала ҡабул иткәс, комсомол райкомына юллана инек.
Район үҙәгенә барыу өсөн Мораптал разъезд-станцияһына кис менән йәйәү, йә ат менән барып, “Төйлөгән‒– Өфө” поезына ултырып, Ермолаевта төшә торғайныҡ. Беренсе секретарь Чазова фамилиялы матур ғына апай беҙҙе ҡаршы алып, үҙенең кабинетын асып ҡалдыра. Кем иҙәндә, кем ултырғыс­тарҙа, кем өҫтәлдә төн уҙғарабыҙ. Иртәгәһен комсомолға ҡабул иткәс, комсомол билеттары һәм значоктар тапшыралар.
Комсомоллы йәшлегебеҙ менән беҙ бәхетле булдыҡ. Аныҡ маҡсаттары булған был ойошма сафтарында әллә күпме лидер, яҡшы ойоштороусы тәрбиәләнеүен дә бер кем дә инҡар итмәҫ.

Рәйес ИШМӨХӘМӘТОВ.
Көйөргәҙе районы,
Иҫке Отрада ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»