RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Егерме беренсе быуат ҡолдары

23.08.2013 Егерме беренсе быуат ҡолдары

 Егерме беренсе  быуат  ҡолдарыОҙон аҡса эшләү, бер барғанда сит ил машинаһына йәки фатирға етерлек аҡса алып ҡайтыу замана ир-егеттәренең хыялына әүерелде. Бер яҡтан, уларҙы яҡшы аңларға була. Аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға һ.б. хаҡтар көндән-көн үҫеп бара. Ә кешеләрҙең лайыҡлы тормошта йәшәгеһе, хәҙер инде бер ҡатлы түгел, ә ике-өс ҡатлы ҙур йортта көн иткеһе килә.
Икенсе яҡтан, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, тиҙ арала ҙур аҡса эшләргә теләү уйламаған фажиғәгә килтерә. Бына шундай күңелһеҙ хәлгә туҡтап, кешеләрҙе һаҡ булыр­ға саҡырам.
Алмас менән Хәмит айына 100 – 150 мең һум аҡса тәҡдим иткән төҙөлөш эштәренә эшкә яллана. Уларҙы йыйған бригадир тәүҙә Мәскәү янында туҡтаясаҡтарын белдерә. “Бында эшкә өйрәнеп, таһылланып алғас, Сочи ҡалаһына – ҙур төҙөлөшкә юлланасаҡбыҙ. Шунда инде һеҙҙе оҙо-о-он аҡса көтә!”– тип һаһылдап көлөп ҡуя ул.
Тейешле урынға барып еткәс, улар­ҙың паспорттарын йыйып алалар. Быны эш биреүселәр Сочиға алдан билеттар һатып алырға кәрәклеге менән аңлата.
Алмастың һөйләгәндәренән:
– Беҙҙе, өс ирҙе, ниндәйҙер бер бәләкәй, уңайлыҡтары тышта бул­ған йортҡа алып барҙылар. Алама ғына карауат, өҫтөндә туҙып, бысранып бөткән, япмаһыҙ түшәк кәрәк-яраҡтары аунап ята. Мин Хәмит менән бергә эшләйәсәгебеҙҙе белдергәс, “Теләктәрегеҙ хаҡында онотоғоҙ, бөгөндән башлап, һеҙ һораған саҡта ғына яуап ҡына бирергә тейешһегеҙ, ә башҡаһын онотоғоҙ!” –тип екерҙеләр.
Аптырап ҡалдыҡ. Украинанан килгән Никола ғына: “Господи, опять в ловушку попал. А ведь все честным казалось”, – тип әсе итеп һүгенеп ҡуйҙы.
Беҙ Максим исемле йәш егет менән бер ни аңламай тегегә текләнек. “Нимә ҡарап ҡаттығыҙ? Ҡот­лайым, бөгөндән башлап һеҙ – ҡолдар!” – тип башын тотоп бысраҡ карауатҡа ауҙы.
Тик Николаға оҙаҡ ятырға тура килмәне, бер кеше килеп, беҙҙе эшкә алып китте. Тәрән, ер аҫтына киткән ҡоролма эшләргә тейеш булып сыҡтыҡ. Беҙҙән алда бында эш барған, тик ниңәлер туҡтап ҡалған. Бер ер уйымында өсәүләп көскә һыйып, таш соҡойбоҙ. Арманһыҙ булабыҙ. Тик рөхсәтһеҙ ял итергә түгел, һыу уртларға ла ярамай. Ҡараңғыла уятып, бутҡаға оҡшаған боламыҡ менән икмәк бирәләр ҙә, эшкә ҡушалар. Телефон да, сәғәт тә тартып алынғас, ваҡытты белмәйбеҙ. Төш мәлендәлер, күрәһең, тағы ла ниндәйҙер бер тәмһеҙ өйрә ашатып алалар. Артабан тағы ҡараңғы төшкәнсе эшләйһең. Өндәшеп тә булмай, янда йөрөгән әзмәүерҙәй ике һаҡсы һуғып осорорға әҙер генә тора.
Шулай итеп, беҙ ысынлап та, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡолдарға әүерелдек. Цивилизация, алдынғы заман технологиялары үҫешкән мәлдә, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл бит! Бындай ҡурҡыныс хәлдәр тураһында ишетергә тура килһә лә, ул үҙең менән булыуы мөмкиндер тип уйламайһың да. Исмаһам, радио тауышын ишеткәндә! Юҡ, беҙ кешелектән айырылып, ҡайҙалыр ситкә сығарып ташланған мәхлүктәр булып көн иттек. Ауыр физик эштән бысраҡ түшәккә ятыу менән йоҡлап китәбеҙ, тик һаташып, тынысһыҙ йоҡлайбыҙ. Николанан тәүге ҡоллоғо, унан нисек ҡотолоуы тураһында һорашабыҙ. Ул мәлдә лә ҙур аҡсаға ышанып, барып ҡапҡан икән. Николаны һәм тағы биш ирҙе бикләп эшләткәндәр. Улар евростандарт буйынса бер нисә мунса төҙөгән, бассейн урыны эшләгән. Эш бөткәс, бер тинһеҙ, документтарһыҙ урамға сығарып ырғытҡандар. Барыһын да бер көндә түгел, ә берәм-һәрәм ебәргәндәр. “Көн һайын беребеҙ юҡҡа сыға башлағас, ҡайҙан инде ул яҡшыны уйлау – шаһиттарҙан ҡотолалар, тигән фекерҙә инем. Шуға күрә урамда тороп ҡалғас, артымдан кемдер күҙәткән төҫлө тойолдо, хәҙер башҡа пуля килеп эләгә, тип көттөм. Иректә икәнлегемә оҙаҡ ышана алманым. Шул бит миңә һабаҡ булған – аңламағанмын. Ике тапҡыр бәхет эләкмәҫ – был юлы үлтерерҙәр инде”, – тине уфтанып Никола.
Беҙ үҙебеҙҙең имен ҡотола алыуыбыҙға ышанмай ҙа инек. Күңелдә тәүҙә ҡурҡыу йәшәне, унан ниндәй­ҙер вайымһыҙлыҡ баҫып алды. Тиҙҙән беҙ, донъяға ошо таш ерҙе соҡор өсөн генә тыуғанбыҙ, тип уйлай башланыҡ...
Хәмиттең һөйләгәндәренән:
– Алмас юҡҡа сыҡҡас, аптыраным. Янымдағы танышып өлгөргән егеттәрҙән һорашыу ҙа бер ни бирмәне. Төндә беҙҙе йөк машинаһына тейәп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Көплө машинала барғас, бер ни күренмәй. Унан ҡыйығы емерелергә торған, бер яҡ ситкә аушайған баракка йоҡларға урынлаштырҙылар. Таң менән уятҡас, бар төҙөлөш майҙанының тимер сыбыҡ менән уратып алыныуын, уны эттәр менән һаҡлауҙарын күрҙек. Хас кинолағы концлагерь, тип уйлап ҡуйҙым. Ҙур эш хаҡына өмөт итеп, тоҙаҡҡа килеп ҡабыуымды аңланым. Ни эшләйһең инде, яҙмышҡа күнергә тура килде. Беҙ иртә таңдан төнгә тиклем ауыр төҙөлөш эштәрендә йөрөнөк. Ҡар­шы һүҙ әйтеү түгел, яйыраҡ ҡыбырлаһаң да эткесләй-төрткөсләй башлайҙар. Бер көн йылы аш таптырып ғауға ҡуптарыусыларҙы ҡайҙалыр алып киттеләр. Ошонан һуң беҙ улар­ҙы күрмәнек, улар урынына икенселәр килтерелде. Йөрәктәргә шом ултырҙы. Аҡса тураһында уйламайбыҙ ҙа, бар хыялыбыҙ – имен ҡотолоу. Күпмелер ваҡыт үткәс, мине һәм тағы биш кешене йөк машинаһына тейәп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Төҙөлөштә эш тамамланыуға бара ине. Шуға күрә беҙҙән ҡотолор­ға уйлайҙар, тигән уй ташламаны. Эстән генә бар донъя, яҡындарым менән хушлашып бөттөм. Янымдағылар ҙа шымтайып ҡалған. Бер урында туҡтап, беҙҙе икенсе машинаға күсеп ултырырға ҡуштылар. Ҡараңғы. Фонарь яҡтыһында ғына барабыҙ. Шунда бар көсөмдө тупланым да, йүгер­ҙем. Бер нисә мәртәбә эләгеп йығылдым. Торҙом да, яңынан йүгер­ҙем. Артымдан баҫтырғандармы-юҡмы, белмәйем, сөнки йөрәгем дарҫлап тибә, бер ни ишетерлек хәлдә түгел инем.
Йүгереп хәле бөткән Хәмит бер ташландыҡ йортта йоҡларға ята. Уянғас, юл буйлап китә. Бер ауылға барып еткәс, кешеләрҙең ишегенә шаҡый башлай. Тик уны бер кем дә индерергә теләмәй. Ҡайһы берәүҙәр хатта уҫал эттәрен һөсләтә. Колонканан һыу эскәндән һуң, Хәмит артабан китә. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән, бер ниндәй документһыҙ йәш ир кешеләрҙән бер телем икмәк булһа ла биреүҙәрен ялбара. Бер оло йәштәге бабай ғына уны йәлләп, йортона алып ҡайтып, кәртәһенә урынлаштыра. Бында Хәмит тамаҡ хаҡына сусҡа ҡарай, ишек алдын тәртипкә килтерә. Бабайҙан нисек кенә булһа ла, Баш­ҡортостанға ҡайтырға ярҙам итеүен ялбара. Әммә тегеһе: “Мин аҡса бирһәм дә, паспортһыҙ һине транспортҡа индермәйәсәктәр. Йөҙөңә ҡарап, вокзалда һинән паспорт талап итәсәктәр. Полицияға барып эләкһәң, бары­һын да асыҡлағансы, изоляторҙа оҙаҡ улты­рыр­ға тура киләсәк бит”, – ти.
Хәмиткә мөғжизә көтөргә генә ҡала. Ә бер көн ауылға һыу эҙләп бер йөк машинаһы килеп инә. Номерҙағы “02” һанын күреү менән Хәмиттең күңелен шатлыҡ тойғолары биләп ала. “Был бит Башҡортостандан!”– тип ҡыуана ул. Водителгә үҙенең хәлен аңлатҡас, тегеһе уны алып ҡайтырға ризалаша. “Тик юлда һаҡ булырға кәрәк буласаҡ. Әгәр полиция туҡтатып машинаны тикшерә башлаһа, миңә лә, һиңә лә яуап бирергә тура киләсәк”, – ти.
Шулай итеп, Хәмит ике айҙа, әҙәм балаһының ғүмерлек ыҙаһын күреп, аслыҡты тойоп, кәмһетелеп, тыуған яғына ҡайтып төшә.
Көн-төн әжәлен көтөп йәшәгән Алмасты һәм уның менән бергә эшләгән ирҙәрҙе, төҙөлөш эштәре тамамланғас, төндә ҡаланан ситкә алып барып ҡалдырып китәләр. Әмәлгә, уларҙың паспорттарын ҡайтарып бирәләр. Уларҙың береһе лә полицияға мөрәжәғәт итеү тураһында уйламай ҙа. Сөнки, беренсенән, ҡайҙа эшләгәндәрен дә аныҡ ҡына белмәйҙәр, икенсенән, был эштең осона сығып, ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу өсөн әллә нисәмә йылдар талап ителер ине.
Ирҙәр йәйәүләп ҡалаға табан юл ала. Ниндәйҙер эшкә урынлашырға маташыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, ҡара эш баҙарын элекке СССР-ҙың союздаш республикаларынан килеп тулған гастарбайтерҙар баҫып алған. Өмөтһөҙлөккә бирелгән Алмас вокзалды эҙләп китә. Өфөгә юлланған поезды һағалап йөрөй, хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡаса. Вокзалда аңҡы-тиңке булып, әллә нисәмә көн үтә.
“Ундай хәлгә төшөүҙе Хоҙай Тәғәлә бер кемгә лә күрһәтмәһен. Эргәңдән йөҙәрләгән кеше үтә, әммә улар һине ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып торғанда, ас йөрөүе айырыуса үҙәкте өҙҙө. Әллә берәй машина аҫтына ташланып үлергәме икән тип йыш уйланым. Әммә был аҙымдан мине ниҙер тотто. Ҡол булғанда, исмаһам, ятырға урын, ашарға бер тәрилкә өйрә бар ине. Төн яҡынлаша башлау менән уны ҡайҙа, нисек үткәрермен тип хафаландым”, – ти Алмас.
Асыҡҡан, хәлһеҙләнгән Алмас аҡтыҡ көсөн йыйып Мәскәү – Өфө поезының вагон ҡараусыһына барып ялбара. Тәүҙә тыңларға ла теләмәгән ҡатын йәш ирҙе йәлләй. Уның паспортын ҡарап, бәҙрәф янындағы урынға ултырта. Алмас һәр туҡталышта ҡаса-боҫа, поездан төшөрөп ҡалдырып ҡуймаһындар, тип ҡурҡа-ҡурҡа Өфөгә килеп етә. Вагон оҙатыусыға мең-мең рәхмәтен әйтеп, мотлаҡ риза итәсәген белдереп хушлаша.
Бына шулай, аҡса эшләү теләге йәш ирҙәрҙе ҡолға әүерелдерә, ниндәйҙер мәлгә рухтарын һындырып, өнһөҙ һәм телһеҙ итә. Ғүмерҙәренең был ҡурҡыныс мәлен улар оноторға һәм уйламаҫҡа тырыша. Алмас менән Хәмит бөгөн тыуған ҡалаһында эшкә урынлашып, ай һайын алған эш хаҡына риза булып, баш баҫып эшләй. Эйе, уларҙың ауыр кисерештәренән һуң юғалып ҡалмауы, алама ғәҙәттәргә һабышмауы ҡыуандыра.
Эйе, илдә эш эҙләп ҡоллоҡҡа эләккәндәр, вәғәҙә ителгән ҙур хеҙмәт хаҡы урынына тиндәр генә алған кешеләр бихисап. Ситтән килгән мигранттарҙың күплеге лә яуыз уйлы бәндәләргә еңел табышҡа юл ҡуя. Уларҙы баҙҙарҙа, йәшерен цехтарҙа тамаҡ хаҡына бикләп эшләтәләр.
Әлбиттә, ғаиләһен лайыҡлы шарттар­ҙа аҫрарлыҡ эш хаҡы түләһәләр, бер кем дә тыуған тупрағынан айырылып, ете-ят ергә, билдәһеҙ тарафтарға китеп бармаҫ ине. Шуға күрә эшкә урынлашыр, кемгәлер паспортыңды бирер алдынан ныҡлап уйларға кәрәк. Аҡса эшләйем тип азатлығыңды, һаулығыңды, хатта ғүмереңде юғалтыуың бар бит.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»