RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше малы йәл түгел...

19.07.2013 Кеше малы йәл түгел...

Кеше малы йәл түгел...Ҡайһы бер кешеләрҙең башҡаларҙы ышандыра алыу һәләтенә, уларҙың ниндәйҙер албыр­ғатҡыс көсө булыуына хайран ҡалырһың. Бындай әҙәмдәр бурысҡа еңел генә аҡса ала, уны кире ҡайтармай, тағы ла барып һорай. Шуныһы ғәжәп − уларға кәрәкле сумманы тағы тоттороп сығаралар...
1976 йылғы Альберттың (әхлаҡи күҙлектән сығып, исеме үҙгәртеп алынды) тормош юлын өйрәнеп, мутлыҡ менән көн иткән ҡара уйлы кешеләр өсөн “дәреслек” төҙөп булыр ине. Хөкөм эскәмйәһенә эләккән ирҙең яуаплылығы сикләнгән өс (!) фирмаһы барлығы асыҡланды. Бары­һында ла директор булып эшләгән иргә алған аҡсаһы аҙ булып тойола, күрәһең. Беҙҙең яҡ кешеләренең күбеһенең бер ҡатлы булыуын белгән Альберттың башына еңел генә байығыу уйы килә. “Кәсепсе” Баймаҡ районына килә һәм мал һатып алыуы тураһында белдерә. Бының өсөн ул “ГАЗель” машинаһы булған бер водителде һәм мал тейәйәсәк кешене яллай.
Альберт һәр ауылды ентекләп өйрәнә, кешеләр менән матур итеп аралаша. Көр малды күреү менән күҙҙәре янып китә. Тәүҙә ул һатып алған һыйыр өсөн аҡсаны шунда уҡ түләй. Малын һатып, аҡса эшләргә хыялланған кешеләр тиҙ арала иҫәпләшкән Альбертты үҙҙәре эҙләй башлай. Шулай итеп, өс фирма директоры тәүҙә үҙенә беҙҙең районда реклама эшләй. Аҡсаһын йәлләмәй түләгән ит һатып алыусы тураһындағы хәбәр “йүкә телефон” аша ауылдан-ауыл­ға тарала.
Халыҡтың үҙенә тулыһынса ышаныуын аңлаған Альберт көткән сәғәтенең һуғыуын аңлай. Алдан һөйләшеү буйынса ул бер йорт хужаһының ишеген шаҡый. Унда Альбертҡа өс баш мал тәҡдим итәләр. Ир уларҙы ҡарағандан һуң һатып алырға әҙер булыуын, әммә аҡсаһын аҙаҡтан түләйәсәген белдерә. Хужаның икеләнеүен күреп: “Борсолма, аҡсаһын кисектереп түләгән өсөн, һуңынан хаҡын арттырып бирәсәкмен”, − ти. Шулай итеп, малына ғына күҙ терәп йәшәгән беренсе ғаилә алдана.
Альберттың малды алып, аҡ­саһын кисектереп түләгән өсөн хаҡын арттырыуын ишеткән кешеләр уға үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Кәсепсе уйламаған уңышҡа һөйөнөп бөтә алмай. Альберт халыҡтан йыйған малды ҙур ҡалаға алып барып, яҡшы ғына хаҡҡа осора. Шулай итеп, уның ҡулына аҡса ағыла башлай. Өс фирмаһынан күрмәгән аҡсаһын беҙҙең районда ул бер нисә көн эсендә эшләй.
Мал һатҡан кешеләр Альберттың үҙҙәрен алдауын башына ла килтермәй. Сөнки кәсепсе шартына килтереп килешеү төҙөй, ҡултам­ғаһын ҡуйып, расписка бирә. Әлбиттә, кешеләр ирҙең ошо көнгә тиклем республиканың төрлө район судтары тарафынан һигеҙ мәртәбә хөкөм ителеүен белһә, әҙерәк уйланыр ине. Уларҙың барыһы ла мутлыҡ юлы менән кешеләрҙең милкен ҡулына төшөргән өсөн. Һуңғы мәртәбә Альберт 11 енәйәт эше буйынса хөкөм ителгән була. Яҡшы тәртибе өсөн ваҡытынан алда иреккә сығарылған ир төҙәлергә уйламай ҙа. Хәйер, ул тик мутлыҡ менән генә аҡса эшләп өйрәнгәс, ҡулына көрәк-балта тотоуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Шыма теле, йылғырлығы менән айырылып торған ир иректә лә, төрмәлә лә үҙ кеше булыуға өлгәшә. Алдағанын белһә лә, уға барыһы ла ышана.
Альберт районыбыҙҙың һәр ауылына тиерлек йөрөп, мал йыйып ала. Уның ялтырауыҡ һүҙҙәренә ышанып, ике баш малын юғалтҡан ағайҙың: “Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡайҙа ҡараны икән? Улар алдан уҡ Альберттың кем икәнлеген асыҡлаһа, беҙ ошондай хәлгә ҡалмаҫ инек”, − тигән һүҙҙәре менән дә килешеп булмай. Сөнки ит йыйып йөрөгән иргә ҡарата ябай протокол да төҙөп булмаҫ ине. Ул барыһын да малын һатҡан кешеләр менән килешеп эшләгән, һатыусы яҡтың да, һатып алыусы яҡтың да ҡултамғалары бар. Альберт бер кемдең дә малын тартып йәки талап алмаған − барыһы ла үҙ теләге менән тейәп ебәргән. Аҡсаһын һуңынан алырға ризалашыуҙары тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйғандар. Шуға күрә Альберт мал “һатып алып” йөрөгән мәлдә уға ҡарата бер ниндәй ҙә енәйәт эше генә түгел, ә административ эш тә ҡуҙғатып булмаҫ ине.
Хөкөм залында Альберт үҙен иҫ киткес тыныс һәм ипле тотто. Хатта унан зыян күргән яҡтың үҙен битәрләүе-ҡәһәрләүенә лә ғәйепле йылмайып ҡына ҡуйҙы. Альберт суд тикшереүҙәре үткәрмәйенсә лә үҙ ғәйебен тулыһынса таныуын бел­дер­ҙе. РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, утыҙ һигеҙ енәйәт буйынса ғәйепләнгән ир һигеҙ йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға ебәреүгә хөкөм ителде. Суд ҡарарын үтә лә тыныс ҡиәфәт менән тыңлаған Альберттың ҡыланышы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе, буғай. Шулай арауыҡ ваҡытҡа иректән мәхрүм ителәсәген белеп тә, йылмая алыуына аптырауымды белдергәс, ул, йылмайып: “Үлем язаһы түгел бит”, – тине.
Хөкөм ҡарары буйынса Альберт үҙенән зыян күреүселәргә аҡсаны ла ҡайтарырға тейеш. Һәр алданған кеше, малдарының күпме тороуын әйтеп, дәғүәһен белдерҙе. Аль­бертҡа уларға ете йөҙ мең һумдан ашыу аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Былары билдәле енәйәттәр буйынса ғына. Хәйер, алданған кешеләргә хәләл малының аҡсаһын ҡайтарыу өсөн оло сабырлыҡ тупларға кәрәк буласаҡ.
Эйе, әҙәм балаһын аңлауы бик ауыр. Бәғзе саҡта ҡандаш бер туғанын аңламай, яҡын килтермәһә лә, сит кешегә ул бер һүҙҙән ышаныр­ға, һуңғы мал-мөлкәтен биреп ебәрергә әҙер. Хәҙер ауыл халҡының тик малына күҙ терәп йәшәүе сер түгел. Һыйыр-үгеҙҙәрен һатып, балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләй, уның ағы менән кәсеп итеп, көндәлек тауарҙар ала. Шуға күрә кешеләр, көндән-көн күбәйә генә барған ит йыйып йөрөүселәргә үтә лә иғтибарлы булырға тейеш. Уларҙың документтарын тикшерергә, башҡа мәғлүмәттәр тураһында һорашыуҙан тартынырға кәрәкмәй. Ә инде: “Малығыҙҙы хәҙер алып китәбеҙ, ә аҡсаһы һуңынан”, − тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән был алыш-бирештән баш тартыуығыҙ хәйерлерәк булыр. Хатта паспортын тотоп ант итеп, документтарын ҡалдырып китәбеҙ тигән вәғәҙәләр бирһәләр ҙә. Шундай саҡта ғына хәләл малығыҙҙан ҡолаҡ ҡағып, ғаиләгеҙҙе хәсрәт утына ҡалдырмаҫһығыҙ.
Урман-ҡырҙа иркен йөрөгән мал да хәүеф-хәтәр тыуҙыра. Йәйгеһен улар айырыуса күҙгә ташлана. Берәҙәк малдың, оло тырышлыҡ менән үҫтергән иген баҫыуҙарын тәләфләүҙән тыш, еңел табышҡа әүерелеүе лә бар. Сөнки көтөүсеһеҙ йөрөгән һыйыр, һарыҡ, аттарҙы йөк машинаһына тейәп алып китеүе оҙаҡ түгел. Ай һайын мал юғалһа ла, халыҡ һаман да уларҙы иркен көтөүгә ебәрә.
Эйе, хәләл көсөң, үҙеңдең генә түгел, ә бар ғаиләңдең тырышлығы менән көтөлгән-тәрбиәләнгән малыңдан яҙыу − оло бәлә. Шуға күрә һәр кемгә абайыраҡ, сит кешеләргә ҡарата һаҡ булып өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта ғына мал-мөлкәтеңә бер кем дә ҡулын һуҙа алмаҫ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»