НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алтын балыҡ, ҡап-ҡап, ярҙа ялтырап ят-ят!

Алтын балыҡ, ҡап-ҡап, ярҙа ялтырап ят-ят!


Алтын балыҡ, ҡап-ҡап, ярҙа ялтырап ят-ят!− Әпсен-төпсөн, балыҡ, ҡап-ҡап, эреһе лә, вағы ла... – миңә ышанып тапшырылған оҙо-он ҡармаҡтың ырғағына кеше күрмәгәндә генә төкөрәм дә һыуға ырғытам. Эстән генә имләүемде дауам итәм:
− Алтын балыҡ, ҡап-ҡап, ярҙа ялтырап ят-ят!
Ғүмеремдә беренсе тапҡыр балыҡҡа килгәнмен бит, шуға бөтә булған тылсымлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп, «сим-сим», «абракадабра»ны ла бергә бутап, ихлас балыҡ тотоп маташам. Бер остоҡ ҡына булһа ла балыҡ эләкһә, түбәм күккә тейер ине, валлаһи. Әммә әлегә ҡалҡыуыс ҡымшанмай ҙа тиерлек, тулҡын ғына уны бер аҙ ситкә йөҙҙөрә.
− Ә балыҡтың ҡапҡанмы-юҡмы икәнлеген ҡайҙан белергә, әгәр ҙә ҡалҡыуысты ел тегеләй-былай йөрөтһә? – шым тороуҙы килештермәй, ҡармаҡтың хужаһы Илнур Аҙнабаевҡа өндәшәм.
− Балыҡ селәүҙе эләктерһә, ҡалҡыуыс ныҡ ҡына батып китә, – тип яуаплай ул.
− Шуға күҙҙе лә алмай ҡалҡыуысты күҙәтергә кәрәк, − тип һүҙгә Илнурҙың өлкән улы Илшат ҡушыла. Улар үҙҙәре − Уралтау станцияһында тимер юлсы булып эшләгән Илнур ҙа, ун өс йәшлек Илшат та, ун бер йәшлек Фидан да − ҡармаҡ осонан күҙҙәрен дә алмай тыныс ҡына баҫып тора. Илнур менән Лилиәнең төпсөк улдары, дүрт йәшлек Ирек кенә тегеләй-былай йөрөп ята: йә машинаға барып һыу эсеп килә, йә селәүсендәр һалынған һауыттарҙы барлай, йә алыҫтан ғына ынтылып биҙрә эсендә ятҡан тотолған балыҡтарҙы ҡарай... Тәүҙә мамыҡ кеүек еңел генә күренгән ҡармаҡ ауырай­ғандан-ауырайҙы. Бер урында тик тороп аяҡтар талды. Хатта Иректән күҙҙе алып, ҡалҡыуысҡа ғына текәлеп тора торғас, баш әйләнгәндәй тойолдо. Ә балыҡ юҡ. Ҡапмай. Шуға тағы торам. Иҫнәтә башланы. Үлтереп башымдың түбәһе генә ҡысытырға тотондо, тик тырнарға әмәл юҡ, ике ҡул менән ҡармаҡҡа йәбешкәнмен (уныһының ауырлығы күҙ асып йомған һайын арта, әйкәйем!). Беләккә мөсәһеҙ, ихтраз ғына бер серәкәй килеп ҡунды (яңы ғына тыуған, ахыры). Ҡороғор, кит, тип әрләй-әрләй уға өрәм, әммә, томшоғон тирегә батырғас, өрөп кенә ҡурҡытырлыҡ түгел, ҡан эскес ихласлап тамағын туйҙырырға кереште. Эйәк менән уны эләктерәйем тигәнсе, ҡурҡып осто, ниһайәт. Ә ҡалҡыуыс йоҡланы, буғай, тик тора. Ипләп кенә Аҙнабаевтарға күҙ һирпәм, уларҙың йөҙө тыныс. Шым ғына тороп, телем дә арыны, тағы һүҙ башланым:
– Балыҡ тотҡанда һөйләшергә яраймы ул?
– Бәрҙене тотҡанда ғына шым тороу кәрәк, башҡа балыҡтарға барыбер кеүек, – ти Илнур Әлмир улы.
– Ә нимәгә тотаһығыҙ балыҡтарҙы?
– Күпселектә селәүсенгә, – был Илшат. –Ҡустым Фидан менән кистән үк баҡсанан селәүсендәрҙе ҡаҙып алып, әҙерләп ҡуябыҙ.
– Ҡайһы ваҡыт магазиндан ем һатып алам, – тип дауам итә ғаилә башлығы. – Суртанды иһә вибробалыҡ менән алдайбыҙ. Тартығыҙ ҡармаҡты!
Ул шундай кинәт, аңғармаҫтан әйтте, ҡармаҡты бар көсөмә өҫкә тартҡан ыңғайы саҡ быуаға ҡолап төшмәнем! Ҡыуаныстан йөҙөм балҡып, әллә ҡайҙа артымда һелкенгән ҡалҡыуыс яғына боролоп ҡараным. Ләкин ырғаҡта һыуҙа ағарынған бахыр селәүсендән башҡа бер нәмә лә юҡ ине...
– Ә балыҡ ҡайҙа? – аптырап, иҫәр кеүек һорап ҡуйҙым.
– Ысҡынды, – тип көлөштө Аҙнабаевтар. Шул арала Илнур бер балыҡ тотто. Тик ул уны, был бәләкәс, үҫһен әйҙә, тип һыуға кире ебәрҙе.
– Ырғаҡҡа бер эләккәс, йәрәхәтләнеп, үлмәйме ни ул? – мин кире үҙемдең халәтемә ҡайттым, тағы һорауҙар менән бимазаларға тотондом. Юҡ, тигәнде ишеткәс, ә һеҙ балыҡ тотор өсөн берәй тылсымлы һүҙ әйтәһегеҙме, тинем.
– Ҡайһы саҡта, бисмилләһир-рахмәнир-рахим, тип әйтеп ебәрәм, – тип Илшат ауыҙ йырҙы. Башҡалар, юҡ, тигәнде белдереп, баш сайҡаны. Үәт, әй, Илшат ырғаҡҡа эләктергән селәүсенде тағы бер алабуға оҡшатты – килде лә ҡапты! Тамағына баш була алмағас, биҙрәгә төшөп ятты. Ә мин һаман буш ҡул, дөрөҫөрәге, буш ҡармаҡ, тора бирәм. Шуға эсем бошоп китте. Балыҡҡа ем булған селәүсендәрҙе, ҡармаҡҡа ҡапҡан балыҡтарҙы йәлләргә тотондом. Гуманизм тураһында бер кәлимә әйтергә тип ауыҙҙы асҡайным ғына, баш осомда ялт-йолт йәшен ялтланы.
– Йәшен! Һыуҙан ситкәрәк китәйек! Бәләһенән баш-аяҡ!
Бесән сапҡанда берәү, алдымда – тал, ялҡауға – ял, тигән һымаҡ, мин тиҙ генә ҡармаҡты хужаһына тапшырҙым да, Ирек менән машина эсенә инеп йәшерендем.
– Мин балыҡ тоттом, ә һин тота белмәй­һеңме? – Ирек миңә ғәжәпһенеп ҡараны.
– Юҡ шул, – тигәс, өлкән апай, ә үҙе балыҡ та тота белмәй, тигәндәй, көлөмһөрәне.
– Миңә атайым өйрәтте, ошолайтып «һоп» итәһең дә сығараһың балыҡты! – ул ҡулдары менән балыҡ тотоп күрһәтте. Тик балыҡ тотоу оҫталығы тураһында фекерен артабан дауам итә алмай ҡалды, тағы йәшен ялтлап, шатыр-шотор күк күкрәне.
– Һин ҡурҡаһыңмы йәшендән? – тип һораны бәләкәс, минең яҡҡа ауышыбыраҡ ултырып.
– Ныҡ ҡурҡам, – тип дөрөҫөн әйттем.
– Мин дә ҡурҡам. Йәшен бабайҙа балта бар, ул шуның менән һелтәнһә, шартлап китә. Шуға һыуҙа торма, ул һыуға шартлата.
Иғтибарым ямғырға иҫтәре лә китмәй, һаман балыҡ тотҡан өлкән Аҙнабаевтарға күсте:
– Йәшен ваҡытында һыуҙан ситкәрәк китеүегеҙ хәйерле!
– Был болот үтеп бара ул, сите генә бында эләгә, – тип, күккә күҙ һирпте Илнур.
– Ямғыр һибәләгәндә балыҡ яҡшыраҡ ҡаба, – тип атаһын йөпләгәндәй итте Илшат. – Әйҙәгеҙ, балыҡ тоторға!
Ләкин мине трактор менән дә йәшен аҫтына (етмәһә, һыуға яҡын урынға!) һөйрәтеп сығарырлыҡ түгел ине. Шуға тирә-яҡты байҡауҙан башҡа эш ҡалманы. Аҙна­баевтарҙан бер аҙ ситтәрәк тағы бер нисә машина килеп туҡтаны. Икеһенән ял итеүселәр сығып, табын ҡороп ебәрҙеләр, һыу инә башланылар. Башҡаларынан балыҡсылар сыҡты. Оҙон ҡуныслы итек, хаки төҫөндәге кейем кейгән эшләпәле Белорет урыҫтары иң тәүҙә ҡармаҡтарын, башҡа кәрәк-яраҡтарын барланы ла, өсәүләп тәмәке көйрәтергә кереште.
– Үткәндә Оҙонгүлдә суртан тоттом, бына ошонда-а-й, – буйға иң бәләкәйе, мыйыҡлыһы, ҡулдарын йәйеп, утыҙ сантиметрҙай оҙонлоҡто күрһәтте. Шунан нимәһендер килештермәй, ҡулдарын тағы киңерәк йәйҙе – «балығы» илле-алтмыш сантиметрҙай булды. Уның шаштырғанын күреп торам, саҡ пырхылдап көлөп ебәрмәнем. Ләкин мыйыҡлының иптәштәре етди рәүештә хуплап баш ҡаҡты.
– Эйе, мин дә шундай суртандарҙы күп итеп тотҡаным булды, – ти әле ул, етмәһә, береһе. – Миндәк күлендә лә элек шундай елле балыҡтар бар ине.
Улар ностальгияға бирелеп, йәш саҡтарын, кем ниндәй ҙурлыҡтағы балыҡ тотҡанын һөйләй-һөйләй, китеп барҙы. Иғтибарым икенселәргә күсте. Йүгереп йөрөп мауығып балыҡ тотҡан бер балыҡсыны баянан бирле йәш ҡатыны көйһөҙләнеп ҡаңғырта ине. Шул бисә машинала ултырып арыны шикелле, сығып, һыуға ҡарап торҙо, тегеләй-былай йөрөп килде. Әммә уға иғтибар итеүсе булманы. Гел иғтибар үҙәгендә булырға күнеккән һылыуҡай, был хәлгә ышанмағандай, башын борғолап ҡаранды ла, күрегеҙ, бына ниндәй зифа минең кәүҙәм, тигәндәй, яйлап өҫтөндәге кейемен матур ғына итеп сисеп һалды. Барыһы ла июлгә ҡояшҡа янып ҡарайып бөтә, ә был ҡатын баҙ аҫтынан сыҡҡан картуф үҫентеһе кеүек ап-аҡ ҡына инде. Кәүҙәһе, ысынлап та, төҙ, биле нескә, янбаштары текә. Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ләкин быуа буйында быны минән башҡа күреүсе булманы. Көйһөҙ сибәркәй башын текә тотоп, яр буйлап инде ярым шәрә килеш уйнаҡлап үтте. Тик балыҡсыларҙың ике күҙе ҡармаҡта, бар уй-ғәмдәре балыҡ тотоуҙа, уларҙа бисә-сәсә ҡайғыһы юҡ, әйләнеп тә ҡараманылар. Иғтибарҙан мәхрүм ҡалған һылыуҙың кәйефе бөтөнләй төштө, һыу ҙа инеп тормай, шартлата баҫып машина яғына кире үтте, елтерәтеп кейемен кейҙе лә, иренә ҡысҡырҙы: «Ялҡытты һинең балығың, ҡайттыҡ әйҙә». Селәүсендән дә бахырыраҡҡа әйләнгән ире, мөлдөрәп һыуға, башҡа балыҡсыларға ҡарай-ҡарай, ҡармағын йыйҙы. Исмаһам, берәй балыҡ тотһа, шул тиклем ҡараймаҫ ине, моғайын...
Мине лә үҙемдең егеттәр ҡайтырға саҡыр­ҙы. Аҙнабаевтар менән хушлашып, ирем, улдарым янына килһәм, мине көткән арала улар ике тиҫтәгә яҡын балыҡ тотоп өлгөргән! Бер бөртөк тә балыҡ ҡаптырмауымды белгәс, ярай, һиңә тигән балыҡ әле тыумаған, ахыры, көтә бир, тип йыуаттылар. Ә мин тамсы ла ҡайғырманым – балыҡсылыҡ минең шөғөл түгеллеген күптән белә инем. Тотҡан башҡалар тотһон әйҙә, ә мин ашаусылар рәтендә ҡалам!

Баныу ҠАһАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 11:29 | Ҡаранылар: 1233
|
  • Елле балыҡ, эйе бит!
  • Шәшке һәм балыҡ мажараһы
  • Стәрлетамаҡта 8 мең балыҡ ағыуланған
  • Мәҙәктәр
  • Балыҡтар нимә һөйләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM