RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе ағинәй

02.10.2012 Йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе ағинәй

Йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе ағинәй
Тырышлыҡты, яңылыҡҡа ынтылыуҙы талап иткән уҡытыусы һөнәрен һайлаған кешеләрҙең баҫҡыстары башҡаларҙыҡына ҡарағанда текәрәк тә, ҡатмарлыраҡ та. Улар – бар булмышын балалар тәрбиәләүгә һалыуҙан тыш, башҡалар­ҙың да тормошон йәмләгән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған һәм йылы һүҙҙәре менән дәртләндергән көслө рухлы заттар.
Салауат районының Шәрип ауылында йәшәүсе, бер быуатҡа яҡын ғүмер кисереүсе бәхетле кеше, мәғариф ветераны Зәйнәб Сәләх ҡыҙы Һаҙыева тураһында һүҙем.
Зәйнәб Сәләх ҡыҙы 1919 йылдың йәмле көҙөндә Салауат районының Миәшәгәр ауылында Сәләх Ялалетдин улы менән Бибинур Ғирфан ҡыҙы Емалетдиновтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы ҡырҡ йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән. Ғаиләлә үҫкән ун баланың етәүһе ата юлын һайлай.
1935 йылда Зәйнәб Сәләх ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. 1938 йылда йәш уҡытыусыны ҡыйғы районына эшкә ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын Зәйнәб инәйгә үҙ иңендә татырға ла тура килә. «1941 йылда мине ҡыйғы райо­нының Арыҫлан ауылына эшкә ебәр­ҙеләр. 22 июндә бергә эшләгән ҡыҙҙар менән Петрушка ауылында һабантуйҙа инек. Ниңәлер минең дә, дуҫтарымдың да кәйефе юҡ. Шуға ҡыҙҙар менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Петрушка ауылының бейек тауына менеп, һабантуй майҙанына ҡараһаҡ, бөтәһе лә таралыша башланы. Ауылға ингәс, беҙҙе Фуат ҡустым ҡаршы алды. Мине ҡосаҡлап, илай ҙа илай: «Апайым, мин һине ебәрмәйем. Германия һуғыш башлаған. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла алалар…» ҡайтып, документтарҙы йыя башланым. Ауылдан ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы фронтҡа алып китәләр. Һуғыштың беренсе көндәрендә, уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы фронтҡа алмаҫҡа, тигән бойороҡ сыҡты.
Ауылға яҡыныраҡ урынлашайым тип, 1941 йылда Түбәнге ҡыйғыла педагогик эшемде дауам иттем, дүрт йылым ошо ауылда үтте. Йәйгеһен отпускыға ҡайтмайынса, фронт өсөн тир түктек. ҡыш көндәрендә келәттәрҙә ашлыҡ таҙарттыҡ, ололар ойоҡбаш-бирсәткә бәйләне. ҡарттар, ҡарсыҡтар һәм балаларҙан башҡа ауылда бер кем дә ҡалманы. Ерҙе аттар менән һөрә торғайныҡ, улар күтәртеп үлә башланы, һыйырҙарҙы өйрәтеп, егеп, һабан тотоп һөргән саҡтарымды әле лә хәтерләйем», – тип күҙ йәштәре менән иҫкә алды ауыр һуғыш йылдарын Зәйнәб инәй. «Ир-егеттәр хушлашҡан саҡтарында ҡатындарын, балаларын ҡосаҡлап: «Беҙ ҡайтырбыҙ, балаларҙы уҡытығыҙ, уларҙы ташламағыҙ, кеше итегеҙ, беҙҙе көтөгөҙ!» – тип ат арбаларына ултырып сығып китә ине. Аслыҡтан үлгән кешеләр ҙә булды. Ниндәй генә ауырлыҡ булһа ла, балалар мәктәпкә йөрөнө», – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.
1946 йылда Зәйнәб уҡытыусы Ғәлимгә кейәүгә сыға. Салауат районының Шәрип ауылында пар аҡҡоштай ҡулға-ҡул тотоношоп матур тормош көтәләр. Ирле-ҡатынлы Һаҙыевтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Лилиә, Әлфиә, Илдар, Дим, Ләйлә – һәр береһе тормошта үҙ юлын тапҡан. «Бик бәхетлемен, мине хөрмәт итәләр, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүләләрем ярата. 47 йыл ҡәйнәм менән йәшәнем. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә ризалығын бирҙе, үҙең дә хөрмәттә, ихтирамда йәшә, тине. Йәштәргә әйтер һүҙем: сабыр, түҙем булығыҙ», – ти Зәйнәб инәй.
Мәғариф ветераны өс тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә эшләгән, шуның 26 йылы Шәрип мәктәбендә үткән. 93 йәшлек ағинәй тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Оло булыуына ҡарамаҫтан, еләк-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай.
Иманлы ағинәйгә ауылдаштары оло ихтирам менән ҡарай. Уны һәр сараға, бигерәк тә уҡыусылар менән осрашыуҙарға йыш саҡыралар. Инәйҙең үткән тормошо күптәргә һабаҡ булырлыҡ, биргән кәңәштәре фәһемле.
Зәйнәб Сәләх ҡыҙының килер көндәре яҡты, һөйөнөслө яңылыҡтарға бай булһын.

Марат ҒИЛМАНОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йорто тәрбиәсеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»