RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәттә үтә ғүмере

25.09.2012 Хеҙмәттә үтә ғүмере

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Хәжәр инәй Һөйөндөкова 95 йәшен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән гөрләтеп билдәләне
Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән, тормошон хеҙмәт менән биҙәгән инәй-олатайҙар һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. 17 сентябрҙә 95 йәшен билдәләгән Хәжәр Мәһәҙи ҡыҙы Һөйөндөкованы ла ошондай бәхетле кешеләр рәтенә индерергә була. Хәҙерге көндә ул ҡыҙы Нәзифә Һөйөндөкова менән Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында гөрләтеп донъя көтә. ҡышҡы сатнама һыуыҡтар килеү менән Баймаҡ ҡалаһынан сертификат буйынса алған фатирҙарына күсенәләр. Шулай йәй − ауылда, ҡыш ҡалала матур, татыу йәшәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләрен тәрбиәләйҙәр.
Тыуған көнөндә Хәжәр инәйҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Йәндәүләтов, район ветерандар советы рәйесе Т. Бикҡолов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Р. Рәсүлева, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. Дәүләтшина, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф. Вахитова һ.б. тәбрикләне. Хәжәр инәй һәм уның яҡындары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл РФ Президенты В. Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырыу булғандыр. Унда: “Һеҙҙең тормошоғоҙ, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ йәш быуынға өлгө, беҙ һеҙҙең ҡаһарман үткән юлығыҙ алдында баш эйәбеҙ”, − тигән юлдар бар ине.
Шуныһы әһәмиәтле, Хәжәр Мәһәҙи ҡыҙының Ғәбиҙә исемле бер туған апаһы 113 йәшкә тиклем йәшәгән. Шулай уҡ 99 йәшкә тиклем ғүмер иткән туғандары бар. Хәжәр инәй ауыр йылдарҙа алһыҙ-ялһыҙ колхозда хеҙмәт итә. Балалары әйтеүенсә, уның иркенләп йоҡлаған сағын да күрмәйҙәр: әсәләре һәр саҡ эш менән мәшғүл була. Туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән әсәнең әле лә хәтере бик яҡшы булыуы һоҡландырҙы. Әсәһен ҡәҙер итеп, ысын күңелдән тәрбиәләгән Нәзифә апай ҡәҙерле кешеһенең тыуған көнөн өҫтәл тулы һый-ниғмәт менән ҡаршы алды. Беҙ ҙә Һөйөндөковтарҙың шатлыҡ-ҡыуанысына ҡушылып, хөрмәтле Хәжәр инәйҙең оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»