RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ысын күңелдән яратам өләсәйемде

28.09.2012 Ысын күңелдән яратам өләсәйемде

Ысын күңелдән яратам өләсәйемде
Ул олуғ, ул матур, ул донъяла иң йәмлеһе
Тормош аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә, уның ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә кәрәк, ти өлкәндәр. Ысынлап та, әгәр был донъяға килгәнһең икән, кем өсөндөр, нимә өсөндөр йәшәргә, яҡты эҙ ҡалдырырға тейешһең. Бына тап шундай кешеләрҙең береһе – Ишембай районының ҡолғона ауылында йәшәүсе Йәмилә өләсәйем тураһында яҙып үтмәксемен.
Йәмилә Сәйфетдин ҡыҙы Аллабирҙинаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тап килә. Ул 12 йәшенән үк артелдә ҡап һуға. Тал сыбығындай нескә ҡыҙҙың эшләмәгән эше ҡалмай. Ағасын да ҡырҡа, утынын да яра, ирҙәр менән типә-тиң тороп бесәнен дә саба. 1951 йылда Зәйнулла олатай менән ҡулға-ҡул тотоношоп татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер аҙ ваҡыттан егәрле, эшһөйәр, талапсан өләсәйем ҡолғона мәктәбенә йыйыштырыусы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Олатайым ҡолғона урман хужалығында таҡта ярыу эштәрен, бригадир вазифаһын башҡара. 1965 йылда мәктәпкә завхоз булып урынлаша. Олатайым менән өләсәйем уңған, үҙҙәренә иш булырлыҡ биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Үкенескә күрә, 1987 йылда олатайым үлеп ҡала.
Биш балаһын оло юлға сығар­ғансы алды-ялды, көндө-төндө белмәй, күпме тырышырға, көс һалырға тура килгән өләсәйемә. Маңлайындағы тәрән йыйырсыҡтар, ҡара төҫөн юйған сал сәстәре ошо йылдар кисерештәре эҙелер.
– Миңә ҡәһәрле һуғыш һалған оло ҡайғы-хәсрәтте бала көйө генә татырға тура килде. Ул йылдарҙа бар халыҡҡа төшкән аслыҡты, ялан­ғаслыҡты уйлаһаң, йөрәк әрней. Күп халыҡ, күршеләрем дә ошо матур, мул тормошто күрә алмай, үлеп ҡалды.
Беҙ, йәш кенә балалар, илгә килгән михнәттең бар ауырлыҡтарын иңебеҙҙә татыныҡ. Ул ваҡыттарҙа “Бөтәһе лә фронт өсөн!“ тигән саҡырыу булды. Һәр өйгә, һәр әҙәм башына йөкләмә бирәләр ине. Бер һыйырың бар икән, ит, май бирергә тейешһең, үҙеңә шул аслыҡтан йығылмаҫлыҡ ҡына ҡала. Әсәйем май бешә башлаһа, эргәһендә шым ғына көтөп торабыҙ. Баш бармаҡ башындай ғына итеп йомарлап бирә. Уныһы ла булһа берәрҙе генә инде, уны яйлап һурған булабыҙ. Икмәккә туйған ваҡытты хәтерләмәйем. “Эй, туйғансы икмәк ашаһаң ине ул“, – тип уйлай торғайным.
Ололар ыңғайына һалабаш һалдыҡ, һыҙырҙыҡ. Яҙ көнө ҡарлы-боҙло һыуҙа һал ағыҙабыҙ. Шешәнәктәрҙән ағастарға ултырып (ташҡында) Усолка-Карташовка тигән урынға тиклем ағып, оҙатып бара инек. Күптәр һалдан ҡолап төшөп үлде. Ағасты шунда һаталар ҙа, беҙгә әҙләп аҡса бирәләр. Яртышар килограмм он, шәкәр, тоҙ өсөн 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Петровское ауылына йәйәү йөрөү, сабата тишелһә, ялан аяҡ боҙло һыу кисеп ҡайтып инеү – барыһы ла хәтерҙә, үҙәкте өҙә.
Аслыҡ булһа ла, мәктәпкә йөрөгән булабыҙ. Уҡырға, яҙырға өйрәнеп ҡалдыҡ. Оҙаҡ көттөргән Еңеү яҙы килде. Бөтә халыҡ шатлана, байрам итә, туғандарын, яҡындарын юғалтҡандар илай... Былар барыһы ла иҫемдә.
Һуғыштан һуң да етешһеҙ, ауыр тормош оҙаҡҡа һуҙылды. 1951 йылда, һуғыш тамамланып, байтаҡ ваҡыт уҙғас, ҡолғонаға Зәйнулла исемле егет ҡайтты. Һалабашта (мин ҡоҙаштан инем) осрашып, танышып киттек. Оҙаҡламай өйләнештек. Икебеҙ ҙә урмандан ағас­ты яурынға һалып ташып, өй һалып индек. Ныҡыш, тырыш булғанбыҙ, тип ҡуям. Аслыҡтан башҡа, бер ниндәй ҙә ауыр хеҙмәт ҡурҡытманы беҙҙе, – тип хәтерләй үткәндәрен өләсәйем.
Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Һайлап алған яҙмыш“ романындағы образдарҙың прототиптарының береһе лә ул өләсәйем. Был романда Сәйфетдин олатайҙың һәм ғаиләһенең тормош юлы сағылдырыла.
Халыҡта, эшенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Йәмилә өләсәй тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Ауылда уны барыһы ла ихтирам итә. Бәләкәйҙән эштә сынығып үҫкән өләсәйем, 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә оло терәк. Бер урында тик кенә ултырырға яратмай, вәр ваҡыт аяҡ өҫтөндә. Телеңде йоторлоҡ аштарын да бешерә һәм башҡа бик күп эште башҡара. Ошо түгелме ни бәхетле ҡартлыҡ?!

Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»