RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Саф алтындан Әсә һыны ҡойоп, Һәйкәл ҡуйыр инем, Ҡоҙағый!

18.09.2012 Саф алтындан Әсә һыны ҡойоп, Һәйкәл ҡуйыр инем, Ҡоҙағый!

Саф алтындан Әсә һыны ҡойоп, Һәйкәл ҡуйыр инем, Ҡоҙағый!
… ҡайһыһы алданыраҡ тол ҡалғандыр: алты балаһын етем ҡалдырып, һөйөклө Фәниәһе был донъяны ташлап киткән Ғәзизме, әллә йәш кенә көйө өс бала менән яңғыҙ ҡалған Фәрихамы − уныһы хәҙер мөһим дә түгелдер. Ундай ваҡыттарҙа әйтелә торған «Үлгән артынан үлеп булмай» тигән һүҙҙәр ҙә күп тапҡыр ҡабатланғандыр. ҡатын кеше нисек тә балаларын етем итмәҫкә, яҙмышына күнеп, донъяһын сабыр ғына көтөргә тырыша. Алты балаға әсәйҙе алмаштырыр кеше кәрәк булыуы тураһында Ғәзиз үҙе лә күп уйланһа, ауылдаштары, яҡындары ла был турала йыш иҫенә төшөрә. Үҙе лә яҡшы аңлай: бигерәк тә сәңгелдәктә ятҡан һөйөклө ҡыҙы Фәнзиләһенә ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе кәрәк. Берҙән-бер көндө бар батырлығын йыйып, «Яҙмыштарҙы бергә бәйләйек», − тип Фәрихаға тәҡдим яһай. Әлбиттә, яңғыҙ әсә үҙенең өс балаһы өҫтөнә тағы ла алты балаға әсәй булыуҙы күҙ алдына ла килтермәй, тормошон ҡабаттан үҙгәртергә лә теләге булмай. Тик Ғәзиз генә ниәтенән кире ҡайтырға уйламай. Өгөтләп тә, инәлеп тә, асыуланып та ризалығын алыр­ға тырыша. «Балаларҙың күплегенән ҡурҡалыр», − тип, берҙән-бер көн Ғәзиз: «Илгиз менән Әсмәне интернатҡа бирәм», – тип әйтеп һала. «Шул һүҙҙән һуң өҫтөмә һалҡын һыу ҡойғандай булды. Балаларҙы кәметмәйһең, таратмайбыҙ, тип ризалығымды бирҙем», – тип хәтерләй ул көндәрҙе, инде 70 йәшен билдәләүенә ҡарамаҫтан, һаман да йәш, матур Фәриха ҡоҙағыйым. Ғәзиздең иң оло улы Ғәзим генә ул ваҡытта әрме сафтарында хеҙмәт итә. Ә ҡалған ете бала мәктәп уҡыусылары: Фәрүәз – 10-сы, Әүхәт − 9-сы, Рәхим − 8-се, Илгиз менән Гөлкәй − 6-сы, Әсмә − 4-се, Әфҡәт – 3-сө класс уҡыусыһы. Фәнзилә генә кескәй әлегә. Хәҙерге ваҡытта бер балаһын да ташлап киткән йәки өс балалыларҙы «күп балалы ғаилә» тип ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндә, ул ваҡытта бер өйҙән генә ете баланы мәктәпкә әҙерләп ебәреү күпме көс, аҡыл, уңғанлыҡ талап итеүен аңлауы ҡыйын түгел.
90-сы йылдарҙа, бөтөн нәмәгә ҡытлыҡ ваҡытта бер-бер артлы гөрләтеп туйҙар уҙғарыу үҙе батырлыҡ ине. Ноябрь айында Фәрүәз ағаһының туйында танышҡан Әсмәһен декабрь айында Рәүф туғаныма һоратып барғас: «Әле генә туй уҙғарҙыҡ, әҙерәк хәл алайыҡ», − тимәне, «Сыҡ Рәүф ҡоҙаға, бәхетле булырһың», − тип фатихаһын бирҙе (ҡоҙа тигәндән, уға тиклем Әминә ҡәйенһеңлем уның улы Әүхәткә тормошҡа сыҡҡайны). Фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгәндер − ҡоҙағыйым инде ике тиҫтә йылға яҡын Родина ауылында гөрләтеп донъя көткән Әсмәһенә барып, һөйөнөп ҡайта. «Апайым беҙҙе айырып ҡараманы. Өҫтәлебеҙҙән ризыҡ өҙөлмәне. Бәлеш бешерһә, табаҡ тултырып бешерә ине», − тип рәхмәт менән иҫкә ала Әсмә киленем атай йортонда уҙған бала сағын. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул, тигәндәй, киленебеҙҙең үҙенең дә йортонан − кеше, өҫтәленән аш-һыу өҙөлмәй, бик тә тәрбиәле. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән алсаҡ киленемде күргән һайын эстән генә «ҡояш» тим. Биргән фатихаң өсөн дә, яҡшы тәрбиәң өсөн дә рәхмәт, ҡоҙағыйым.
… ҡасандыр селпәрәмә килеп ватылған ярсыҡтарҙы бергә йыйып, бер йөйөн ҡалдырмай түп-түңәрәк оло бер бөтөн ғаилә төҙөп, тау буйындағы йәмле йортта, ауылдаштарыбыҙҙы һөйөндөрөп, балаларына терәк-таяныс булып йәшәп ятҡанда ике йыл элек Ғәзиз ҡоҙабыҙ арабыҙҙан китеп барҙы. Моңло тауышы менән иң һуңғы тапҡыр Фәрихаһына арнап йырлаған йырына ла шаһит булыу бәхетен кисерҙем. 30 йылға яҡын бергә ғүмер итеп, шатлыҡ-ҡайғылар­ҙы уртаҡ кисергән тормош юлдашының яурынына ҡулын һалып:
«Әлдә һин бар әле бәхетемдән,
Әлдә һин бар әле донъяла», – тип йырлаған йыры шул ваҡытта тик ул ғына Фәрихаһына арнап йырлаһын өсөн генә ижад ителгәндер кеүек тойолғайны...
Ғәзизе мәңгелеккә ташлап киткәс, ҡайғыһын эш менән баҫырға теләгәндәй, быға тиклем икәү бергә тартҡан йөктө һис тә кәметмәй, тулы донъяның йәмен, ҡотон һаҡлап, ҡәҙерләп үҫтергән балаларының рәхмәтен ишетеп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, үҙе лә уларға кәңәшсе-терәк булып, ауылыбыҙҙы йәмләп йәшәй оло йөрәкле Әсә.
… Бөгөн дә уны күршеһендә генә йәшәгән оло улы Әүхәттең кесе ҡыҙы Әҙиләне балалар баҡсаһынан алған сағында осраттым. Һәр саҡтағыса, йөҙө яҡты, аҙымдары ышаныслы уның.
Юбилейы менән ҡотларға тип, балалары тағы ла бергә йыйылып ҡайтыр, рәхмәт һүҙҙәре әйтер. Ә ул уларҙы сабыр ғына тыңлар ҙа, ғәҙәтенсә, үҙҙәрен маҡтап, рәхмәт белдерер. Һаман да шулай бер-берегеҙгә рәхмәтле булып, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына бүләк итеп йәшәргә яҙһын! ҡоҙағыйымдың йөрәгенә барыһы ла һыйған кеүек. Шул йөрәктең бүлеп бирер йылыһы ла, наҙы ла барыһына ла етерлек: инде 16 булып киткән ейән-ейәнсәрҙәренә лә, ике бүләһенә лә…

Әлмира ЯҡШЫБАЕВА.
Ғафури районы,
Юлыҡ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»