RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»

14.09.2012 «Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»

«Уйнаш, тип йөҙөмдән     алдың...»
Элек, ҡалаға яңы ғына күсеп килгәс, беҙ бер биш ҡатлы йортта фатирҙа йәшәгәйнек. Шул ваҡытта, сентябрь айының сыуаҡ көнөндә, балалар менән ихатаға уйнарға сыҡҡас, ялбыр ағас төбөндәге эскәмйәлә ултырған сит кеше күҙгә салынды. Ул беҙҙең балконға төбәлгәйне. Был мине бер аҙ шомландырҙы, әммә тиҙҙән уның турала шар ҙа шор килеп уйнаған балалар онотторҙо. Әммә аҙаҡ, йоҡлар алдынан бәләкәстәрҙең йыуылған кейемдәрен балкондан сығып алғанда, ҡараңғыла ят ағайҙың шәүләһен сырамытып, тағы һиҫкәндем − ул һаман беҙҙең тәҙрәләрҙән күҙен алмай ултырғандай ине. Ирем эштә, балаларым кескәй, улар өсөн ҡурҡыта (әҙме ни донъяла насар уйлы бәндәләр?), шулай ҙа түҙмәнем, янына сыҡтым. Эскәмйә тирәләй ер тәмәке төпсөктәре менән тулғайны. Асыуланып (бына тәртипһеҙ әҙәм!):
− Һеҙгә бында нимә кәрәк? − тип ҡаты ғына һораным.
− Ә-ә, ни тинегеҙ, аңламаным? − ул минең янына килеп тороуымды ла абайламай ҡалғайны, ахыры, тертләп китте, ауыҙын асҡан ыңғайы танауымды араҡы еҫе томаланы.
− Һеҙ нимә көнө буйы беҙҙең тәҙрәләрҙән күҙегеҙҙе алмай­һығыҙ, һеҙгә беҙҙән ни кәрәк? − һаҫыҡ еҫтән бер аҙым артҡа шылдым.
− Ә-ә, унда хәҙер һеҙ йәшәйһегеҙме ни, – тип аптырағандай һуҙҙы һалмыш ир. − Тиҫтә йыл элек унда беҙ йәшәнек, тәүге кәләшем менән. Хәҙер алыҫта йәшәйбеҙ, икенсегә өйләнгәнмен, туғандар ҡунаҡҡа саҡырғайны, бында килмәй түҙә алманым. Килеүен килдем дә, китеп булмай ҙа ҡуя. Уйҙар башты томалай.
− Уйҙар түгел, араҡы һеҙҙең башты томалай, – тинем йомшағыраҡ тауыш менән. − Һеҙ мине ҡурҡытаһығыҙ, зинһар, китегеҙ.
− Китәм, китәм, − ул урынынан торҙо, салбарын ҡаҡты. Шунан, кинәт кенә нимәнелер иҫләгәндәй, кире ултырҙы. − Балкондағы кер бауын мин элгәйнем. Мин әүәл эштән ҡайтҡанда тәүҙә гел балконға күҙ һала торғайным. Кер бауында берәй нәмә эленеп торһа, ҡыуаныстан ҡанатланып китәм, тимәк, кәләшем айыҡ − эсмәгәнендә көн дә кер йыуа ул. Йыуырға башҡа нәмә булмаһа, таҫтамалдарҙың кәрәген бирә ине.
Ирекәй, нимәнелер иҫләп, ҡыҫҡа ғына көлөп ҡуйҙы.
− Ә әле ул ҡайҙа? − китергә йыйынмағас, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип кенә һораным.
− Мәрхүм булды кәләшем, − ирекәй тәмәке алып тоҡандырғас, мин ирекһеҙҙән тағы ситкәрәк күстем. − Йәшләй генә. Ә уның менән танышҡанда беҙгә ун бишәр йәш ине... Мин үҫмер саҡта атай бер май байрамынан һуң боларып китеп, әсәйҙе күм-күк иткәнсе туҡмағайны. Хәйер, ул эскән һайын туҡмағы миңә лә, ике ҡустыма ла күп эләкте. Әммә был юлы әсәйем, башҡаса түҙә алмайым, тип беҙҙе алды ла, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып китте. Беҙ унда йыш барманыҡ, ике-өс йылға бер генә, сөнки районы алыҫ, юлдар юҡ, машиналар ҙа иҫәпле. Барһаҡ та, гел эш менән булабыҙ, шуға таныштар ҙа аҙ. Өләсәйҙең йорто бәләкәс кенә, тығыҙ, әсәй менән өләсәй урындыҡта йоҡлап йөрөй, беҙ өсөбөҙ иҙәндә ҡунабыҙ. Мәктәпкә барғас, барыһы ла ситләткән һымаҡ, айырыуса егеттәр бүре күҙҙәре менән ҡарай. Бер генә ҡыҙ миңә йылмайып баҡты ла, күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп китте. Кәйефем юғыраҡ ине, орҙо-бәрҙе генә һорауҙарына яуап бирҙем. Түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыҫҡа сәсле Сәлиә исемле ҡыҙы­ҡай­ҙың йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй. Кеше шул тиклем дә алсаҡ булыр икән, тип ҡыуаныр урынға ниңәлер йәнем ҡарайҙы. Бер-ике аҙнанан синыф мине ҡабул итте. Минең менән һөйләшә башланылар, айырыуса ике егет менән һүҙебеҙ беректе − улар ҙа техника менән ҡыҙыҡһыналар икән. Иң тәүҙә һүҙ ҡушҡан ҡыҙыҡай менән генә борсаҡ бешмәне. Мәктәптән ҡайтһам, йөҙө күҙ алдымдан китмәй, нисек итеп уға һүҙ ҡушырға икән, тип баш ватам. Икенсе көнөнә мәктәптә Сәлиәнең һәр кем менән йылмайып-көлөп кенә һөйләшкәнен күрәм дә, йәнем көйә. Миңә һүҙ ҡушһа, теш ҡыҫып ҡына яуаплайым, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарайым, йәнәһе лә, нимә кәрәк һиңә, нимә кешегә бәйләнәһең. Инде уҡыуҙар тамамлан­ғас, документтарымды колхоз үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына тапшыр­ҙым. Унда стипендия түләйҙәр, ашаталар, кейендерәләр. Киң профилле тракторист-машинисҡа уҡып сыҡҡас, колхозда эшләп алдым, унан аҙаҡ хәрби хеҙмәткә барыр ваҡыт етте. Бәләкәй генә ауылда йәшәһәк тә, өс йыл эсендә Сәлиәне бер нисә тапҡыр ғына күрергә яҙҙы. Ул унынсыны уҡып бөткәс, юғары уҡыу йортона уҡыр­ға инеп маташ­ҡан, тик белеме етмәгән. ҡалала балалар баҡсаһына эшкә урынлашып, ауылға аҙна һайын ҡайтты. Һирәк күрһәм дә, үҙен уйламаған көнөм юҡ. Эсемдә ҡайнаған хис-тойғоларҙы уға белдереп яҙырға ҡат-ҡат уҡталдым да ярты юлда туҡтап ҡалдым, ул көлөр, мине мәмәй тип ҡабул итер, тип яндым. Сәлиә тип ут йотҡанымды башҡаларға асыу түгел, хатта үҙемдән йәшер­ҙем. Клубҡа, тансыларға йөрөргә әүәҫлегем булманы, ә ул кеше уртаһында ҡайнарға яратты. Тансыға барып сыҡһам, уның йырлап, бейеп күңел асҡанын күрәм дә, үҙен быуып үлтерер хәлгә етәм. Сөнки башҡа егеттәрҙең ҡулдары уның йылы устарынан тота, йомшаҡ биленә ҡағыла, күҙҙәре осҡонло күҙҙәренә ҡарай... Ә уның өсөн мин бар ни, юҡ ни, уға барыбер. Шарҡылдап көлөп, елбәҙәк күбәләк кеүек осоп-ҡунып тик йөрөй. Шулай ҙа бер көн, армияға китергә ике ай ваҡыт самаһы ҡалғайны, буғай, бөтә батырлығымды йыйып, уны бейергә төшөрҙөм. Ул йылмайып усын усыма һалды, ҡыймай ғына ҡулымды биленә төшөрҙөм. Бәхеттән таҡта кеүек ҡаттым. Аяҡтарына баҫа-баҫа (ә ул сытыраймай ҙа, башҡа ҡыҙҙар кеүек юрый асыуланып ҡысҡырмай ҙа, әйтерһең дә, һиҙмәй!) бер-икене әйләнеп тә өлгөрмәнек, гармунсы көйҙө тамамланы ла ҡуйҙы. Сәлиә инде китәйем тигән саҡта, ҡулым яңылыш уның ҡабарып торған түшенә тейҙе. Тәнемде ток һуҡҡандай тойолдо! Усым өрөлөп янып сыҡтымы ни, шундай ҡыҙҙы! Сәлиә бер ни булмағандай китеп барҙы, ә мин аңшайып тороп ҡалдым. Аҙаҡ ҡып-ҡыҙыл булып, йылғаға һыпырттым. Барған ыңғайы усымды еҫкәйем, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә Сәлиәнең еҫе килә. Үҙем иҫерәм был еҫтән, үҙем барыһы менән дә бейергә әҙер булған, үҙенең тәненә ят ҡулдарҙы ҡағылдырған көләкәс ҡыҙға енләнәм. Асыуымдан ярыла яҙып, усымды һалҡын һыуҙа әллә күпме йыуҙым, ә ул һаман янды... Хәҙер генә ул егеттәр менән ҡыҙҙар ғишыҡ-мишыҡ уйындарын иртә башлай, был барыһы өсөн дә ғәҙәти хәл. Ә беҙҙең саҡта ҡыҙҙарға ҡағылыу ҡайҙан, оялдыра ине. Армияға киткәнсе башҡа тансыға аяҡ баҫманым, Сәлиәне оноторға маташтым. Хеҙмәттә саҡта танауҙарына еҫ керә башлаған ҡустыларымдан оҙаҡ ҡына уның турала һорашырға ҡыйыулығым етмәне. Шулай ҙа бер йылдан һуң синыфташтарҙың (барыһын да исемләп) хәлен һорап яҙҙым. Яуапты зарығып көттөм. Минән ике йәшкә кесе ҡустым хатында барыһы тураһында ла тәфсирләп яҙып тормаған, теге кейәүгә сыҡты, был армияла, ә был уҡып йөрөй, теге урамда б... тибә, ә быларҙы белмәйем, тиеү менән сикләнгәйне. Мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған Сәлиә хаҡында ләм-мим. Шуға, Сәлиә лә кейәүгә сыҡтымы әллә, тип төпсөнөп яҙыр­ға тура килде. Яуап хатын тыным менән һурып алғандаймын. Өс аҙна тигәндә, ниһайәт, яуап килде. ҡустым, механизатор ярҙамсыһы булып эшләйем, баҫыуҙан һуң арып ҡайтыла, шуға яуапты тотҡарланым, тигән. Бында һинең төн йоҡоларын йоҡламай хат көтөүеңдә эше юҡ. Йөрәгемде өҙгән һорау­ға, Сәлиәгә нимә булһын, йөрөй шунда ихахай-михахай килеп һикерәңләп, тип яуаплаған. Бер яҡтан, Сәлиәгә шулай һүҙ тейҙергәне өсөн ҡустыма асыуланам, икенсе яҡтан, һөйөнәм − иң мөһиме, ул кейәүгә сыҡмаған! Күңел төбөндә йәшерен уй нығынғандан-нығына − ҡайтҡас та Сәлиәгә өйләнәм. Ә Сәлиә миңә кейәүгә сығамы-юҡмы, тип баш ҡатырмайым, сөнки ул турала уйлай башлаһаң, ниәтеңдән ваз кисергә лә мөмкин. Армиянан, барыһына ла бүләктәр алып, изге йома көнө елкенеп ҡайтып төштөм. Сәлиәгә тигән бүләкте − модалы ҡайышты − сумаҙандың иң төбөнә йәшергәнмен. Минең иҫән-һау ҡайтыуым хөрмәтенә әсәйемдәр табын әҙерләне. Әсәйҙәрҙән йәшереп кенә ҡустылар менән бал эсеп ҡыҙышып алғас, тиҙерәк клубҡа ашыҡтыҡ. Йәштәр күп, мин армияла саҡта үҫеп буй еткергәндәр байтаҡ, улар араһында Сәлиә күренмәй. Барыһы ла килеп мине ҡосаҡлай, күрешә, ҡыуана, ә минең танау һәленде. Инде бөтөнләй кәйефем төштө тигәндә, Сәлиә килеп инде. Ул өлкәнәйеп киткәндәй, һурылған йөҙөндә борсолоу күләгәһе. Шулай ҙа мине яҡын кешеһендәй күреп, ҡосаҡлап алды, хәлдәрҙе һорашты. ҡыуанысымды күрһәгеҙ! Түбәм күккә тейҙе, тигәндәрен шунда белдем. Хәҙер мин етлекмәгән үҫмер түгел, ир ҡорона ингән кеше. Шуға ла бөтә күңелемде асып һалам, тип дәртләнеп, уны етәкләп урамға, кеше күҙенән алыҫҡараҡ алып киттем. Клуб артына сығып, икәүҙән-икәү ҡалғас, әсегән бал шатлыҡ менән ҡушылып мине бөтөнләй иҫертте. Бүләгемде усына йомдороп, мин һине оҡшатам, тигәс, Сәлиә: «Нимәмде оҡшатаһың һуң, мин бит ни сибәр түгел, ни һомғол түгел?» − тип ҡайышты әйләндереп-тулғандырҙы, ипле генә көлдө. Ана шул саҡта миңә уны ҡосаҡлап ирендәренән һурып үбәһе лә бит, ә мин иҫерек баштан, һуң һин уйнаш ҡына бит, тип яңылыш әйттем дә ташланым. Көләкәс, уйынсаҡ ҡынаһың, тип әйтергә теләгәйнем, ә ауыҙымдан бөтөнләй икенсе һүҙ килеп сыҡты. Сәлиә көлөүҙән шып туҡтаны, битемә шап иттереп сапты ла, һинең ни хаҡың бар миңә шулай тиергә, тип ҡараштары менән көйҙөрөп ҡарап, бүләк ҡайышты йөҙөмә бәреп, ҡараңғылыҡҡа атылды. Башымда балдың эҙе лә ҡалманы. Мин артынан ынтылдым: «Ғәфү ит мине, зинһар, ғәфү ит, мин һине бөтөнләй уйнаш тип уйламайым, һине яҡты йөҙлө, барыһы менән дә аралашып бараһың, тиергә генә теләгәйнем». Ләкин ул артына боролоп та ҡараманы, өйҙәренә инеп юғалды. Таңғаса ишек алдарында эскәмйәлә ултырып, башымды ташҡа бәрерҙәй булып, ҡара янып ҡайттым. Хеҙмәттән һуң ял итергә ваҡыт бирелһә лә, шул уҡ көндө ҡалаға йүнәлдем, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә урынлаштым. Сәлиәнең эшләгән урынын белешеп, янына барҙым. Ләкин ул минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Ныҡышып, көн дә эштән һуң балалар баҡсаһына йөрөнөм, артынан бер тотам ҡалмай, ятағына ҡәҙәр оҙатып ҡуя инем.
− Әсәй! Әсәй, һин ҡасан керәһең? − балкондан ишетелгән тауышҡа икебеҙ ҙә бер юлы һиҫкәндек. Ағайҙың тауышына иҙрәп, уның хикәйәһен мөкиббән китеп тыңлап, янына эскәмйәгә үк килеп ҡунаҡлағанмын, имеш. Ырғып торҙом да, хәҙер, балам, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, хәҙер инәм, тип балкон яғына өндәштем. Улым, ярай атыу, тип, кире инеп китте.
− Артабан ни булды? − тим, ҡарһаланып. Сәйер ағайҙың мөхәббәт тарихы ни менән бөткәнен ишеткем килә. Ул тәмәке алып, ҡабындырырға уйланы ла, был уйынан дүнеп, сигаретты бөтәрләргә тотондо.
− Шул... − өҙөлгән фекер ебен яңынан тотоп алып, дауам итте. − Тамсы ташты тишер, тип, һөйләшкеһе лә килмәгән Сәлиәгә тәҡдим яһаным. Баш тартыр, тип уйлағайным, ә ул, бер генә күтәрелеп ҡараны ла, ризалашты ла ҡуйҙы. Тиҙ генә туй яһаныҡ. Сәлиә мәжлес мәлендә аш бүлмәһенә аҫтыртын ғына инеп-сығып йөрөй торғас иҫерҙе һәм китте шашып: бейейме, йырлаймы шунда, барыһын да ҡосаҡлап үкһеп илаймы, шарҡылдап көләме. «Һин ниңә минең кеүек уйнашты бисәлеккә алдың ул?» − тип күҙенең ағын әйләндереп минең муйынға аҫылынамы...
Был тамашаға эсеп иҫергән ҡунаҡтарҙың иҫе китмәне, айыҡтар ғына аптырап баш сайҡаны. Сәлиәнең ата-әсәһе, туғандары иһә ҡыҙарынып-бүртенде, уны тыйырға маташты. Минең күңелдә ҡапма-ҡаршы хистәр бураны уйнаны. Үҙем бер грамм да эсмәнем. Беренсе никах төнөн бер туҡтау­һыҙ уҡшыған кәләшкә ҡарап үткәрҙем. Икенсе көнө ул сәсрәп ауырып китте, машина яллап ҡалаға алып килдем, уны шунда уҡ дауаханаға һалдылар. Һалҡын тейҙергән, тинеләр. Әммә эш һалҡында ғына түгел ине шикелле. Отгул алып, ул ятҡан палатаға ингәйнем, миңә тура ҡарар­ға уңайһыҙланып, күҙҙәрен стенаға төбәп тик ятты, һөйләшкеһе лә килмәне, «эйе», «юҡ» тип кенә башын ҡаҡты. Бер ай икебеҙ ике ятаҡта йәшәнек. Аҙаҡ миңә эштән ошо йортта бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Тәүҙән үк тормошобоҙ көйләнмәне. Бына үҙең уйлап ҡара − ул минең законлы ҡатыным, ә беҙҙең йоҡлағаныбыҙ ҙа юҡ. Мине үҙенә яҡынлатмай һәм вәссәләм. Бер көн мин эштән бер аҙ төшөрөп ҡайтҡайным, иркәләнеп артынан килеп ҡосаҡланым, ә ул мине уҫал ғына этәрҙе. ҡаным ҡайнап китте лә, ҡулын шаҡарып тотоп ирендәренән үбергә тотондом, диванға этәрҙем...
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»