RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҫраған малдарының файҙаһын күрәләр

04.09.2012 Аҫраған малдарының файҙаһын күрәләр

Аҫраған малдарының файҙаһын күрәләр
Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул ауылы биләмәһендә быйыл шәхси хужалыҡтарҙан 3000 центнер һөт йыйылып, бының өсөн халыҡҡа 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса таратылған
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн ауыл райондарында тулайым продукцияның 60 − 65 проценты шәхси сектор өлөшөнә тура килә. Ә һөт етештереүҙә улар күптән алғы планға сыҡты. Сөнки был төр продукцияның 70 процентын беҙҙә ваҡ хужалыҡтар бирә.
Шуның өсөн дә урындағы етәкселәр ауыл иҡтисадының шәхси секторын үҫтереүҙе иғтибар үҙәгендә тоторға, ерҙә үҙ аллы хужалыҡ итергә теләүселәргә, үҙ эшен башлаусыларға төрлө ярҙам күрһәтергә тейеш. Был айырыуса сәнәғәт үҙәктәренән, ҡалаларҙан ситтәрәк урынлашҡан ауыл биләмәләре өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул муниципаль берәмегендә беҙ крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтарын үҫтереүҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе күрҙек тә инде. Бында халыҡ үҙ көсөнә таянып йәшәргә, баҙар ихтыяжы өсөн эшләргә өйрәнгән. Шәхси секторҙан һөт һатып алыу буйынса ла улар районда гел алдынғы урындарҙы биләй.

Эшләгәнгә эш ҡарышмай

Аҫраған малдарының файҙаһын күрәләр
− Беҙҙең муниципаль берәмек районда иң ҙуры. 16309 гектар майҙанды үҙ эсенә алған биләмәлә эреле-ваҡлы туғыҙ ауыл урынлашҡан. Уларҙа барлығы 775 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә, − тип таныштырҙы беҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Тимерйән Хәкимов.
Ерҙәр иркен, иҡтисадтың шәхси секторын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр яҡшы булғанға күрә был яҡтар­ҙа халыҡ малды күп тота. Беҙгә биргән белешмәнән күренеүенсә, әлеге көндә шәхси ихаталарҙа ғына 1298 баш мал, шул иҫәптән 507 һауын һыйыр аҫрала. Был төбәктә крәҫтиән хужалыҡтары һарыҡсылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнә икән. һарыҡтар­ҙың һаны уларҙа 2112 башҡа тула.
− Эйе, ер алыуҙа ла беҙҙә бер ниндәй ҡаршылыҡтар юҡ, − ти Тимерйән Фәтҡелбаян улы. − Ә ерле кешенең хужалығы ла ныҡлы. Беҙ үҙ эшен башлаусыларҙы ҡурсаларға, уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Бына быйыл Һыуыҡҡул ауылынан Ришат Яҡупов үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштор­ҙо. Ауыл советы фондынан улар 100 гектар ер алды. Шуға ла үҙҙәренең агробизнесын уңышлы ғына башлап ебәрҙеләр. Лизинг аша өр-яңы МТЗ−82 тракторын һатып алдылар. Хөкүмәт программаһына ярашлы, шул техника хаҡының 40 проценты бюджет иҫәбенә ҡапланасаҡ.
Һөт малсылығын үҫтереүгә йүнәлеш алған фермер хужалығының эшмәкәрлеге әле үк өмөтлө күренә. Бөгөн 11 һыйыр һауған хужа ҡатын Лена Яҡупованы күреп, беҙ уларҙың ерҙә үҙ аллы хужалыҡ итергә нисек тәүәккәлләүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
− Беҙгә башта үҙ эшебеҙҙе асыу өсөн райондағы мәшғүллек үҙәге аша 116 мең һум күләмендә субсидия бирҙеләр, − тине ул. − Был аҡсаны старт капиталы итеп файҙаландыҡ та инде. Шуға тағы банкынан алған ташламалы кредитты ла өҫтәп, нәҫелле тана һыйырҙар һатып алдыҡ. Бер йыл эсендә эре малдарҙы 25 башҡа еткерҙек. Бөгөн 11 һыйыр һауабыҙ. ҡалған танаҡайҙар быҙауламаған әле. Көтөүҙе күберәк ҡара-сыбар тоҡомло юғары продуктлы малдар менән тулыландырҙыҡ. Ихата эсендәге һарайҙы ике яҡлап ҙурайттыҡ. Беҙгә хөкүмәттең “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” тигән маҡсатлы программаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Яңыраҡ иптәшем Өфөгә министрлыҡҡа барып, ҡағыҙҙарын тапшырып ҡайтты. Яҡын киләсәктә һауын көтөүен 25 башҡа еткерәсәкбеҙ. Эште еңеләйтеү өсөн бер түгел, ике универсаль һауыу аппараты алдыҡ. Сөнки һыйырҙарҙы бер ҡатын менән икәүләп һауабыҙ. Уның иптәше лә беҙҙең хужалыҡта эшләй. Алды-ялды белмәй йүгер­һәк тә, бер көтөү малды ҡарарға, быҙауҙарҙы тәрбиәләргә үҙебеҙ генә өлгөрә алмайбыҙ.
Өр-яңы трактор менән бергә Һыуыҡҡул фермеры ерҙә эшләү өсөн кәрәкле тағылма инвентарын да алып ҡайтҡан. Шуға быйыл йәй мал аҙығын запасы менән әҙерләү уларға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаған. Рулондарға төрөлгән бесәнде буш торған бер ихатаға ҡайтарып өйөп ҡуйғандар. Һөт малсылығын үҫтереү буйынса бизнес-пландарын бойомға ашырыуға берҙәм тотонған Яҡуповтар киләсәктә 100 гектар ер менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәй. “Көтөүҙәге ишле мал өсөн иген фуражын да үҙебеҙгә етештерергә кәрәк буласаҡ. Федераль программала ҡатнашҡас, алдағы йылдарҙа беҙгә ер майҙанын киңәйтеүҙә лә ҡаршы килмәҫтәр, тип уйлайбыҙ”, − ти улар.
Фермер хужалығы менән яҡындан танышҡанда етештергән продукцияны нисек һатыуҙары менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
− Беҙҙә бит ирле-ҡатынлы Михаил һәм Нина Никитиндар һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Үҙебеҙҙең ихтыяждан артып ҡалған продукцияны уларға тапшырабыҙ, − тине Лена. − Әлегә көнөнә 30 литр ғына һатабыҙ, һөттө күберәк яңы тыуған быҙауҙарға эсерәбеҙ. Яҡын киләсәктә инде хужалыҡта һөт шишмәһе тулылана төшәсәк. Сөнки икенсе тапҡыр быҙаулағандан һуң нәҫелле тана һыйырҙарҙың продуктлылығы ла бермә-бер артасаҡ. Ул саҡта инде етештергән продукцияны үтемле итеп һатыу хаҡында ла уйланырға тура килер. Ни тиһәң дә, әҙерләүселәр ҡуйған хаҡ беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, иҫәпләп ҡарағанда, ул беҙҙең сығымдарҙы ла ҡапламай.
Һыйлы көнөң – һыйырҙа

Беҙ юҡҡа ғына фермерҙар менән осрашып һөйләшкәндә продукцияны һатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Шуныһы яҡшы, Һыуыҡҡул муниципаль берәмегендә һөт әҙерләү системаһы көйлө генә эшләй. Булдыҡлылығы менән танылған ауыл эшҡыуарҙары Нина һәм Михаил Никитиндар шул бурыс­ты үҙ иңенә алған да инде. Улар үҙҙәре “Йәрмәкәй-Агро” йәмғиәте менән килешеү нигеҙендә эшләй. Был предприятиела шәхси секторҙан йыйылған һөттө тиҙ арала Бәләбәй комбинатына оҙатыуҙы хәстәрләйҙәр.
− Беҙҙең халыҡ үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған Никитиндарға бик тә рәхмәтле, − ти урындағы хакимиәт башлығы. − Уларҙың тырышлығы һәм уңғанлығы менән беҙ шәхси ихаталарҙан һөт йыйыуҙа районда алдынғы урындарға сыҡтыҡ. Михаил Никитин бөгөн ете ауылды хеҙмәтләндерә. “УАЗ” автомобиле менән үҙенең биләмәһен көнөнә ике тапҡыр әйләнеп сыға. Көн һайын ул халыҡтан 2 тонна һөт йыйып тапшыра. Эшкәртеүсе предприятие иһә аҡсаны уның банкылағы иҫәбенә күсерә. Шуға һөт аҡсаһын да шәхси хужалыҡтар ваҡытында ала. Беҙ продукция әҙерләүҙә быйыл да яулаған үрҙәрҙән сигенергә уйламайбыҙ. Бына йыл башынан шәхси секторҙан 3000 центнер тирәһе һөт һатып алынған, бының өсөн халыҡҡа 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса таратылған.
Һыйыры барҙың − һыйы бар, тип кинәйә менән әйтелгән фекер нәҡ һөт малсылығы менән шөғөлләнгән шәхси хужалыҡтарға ҡағыла торғандыр. Урындағы хакимиәттә Ялан-Шишмә ауылынан Валентина Кондратьеваны ла маҡтап телгә алдылар. Улар үҙ хужалыҡтарында быйыл туғыҙ һыйыр һауа икән. Эре малдарын 20 башҡа еткергәндәр. Шулай уҡ сусҡа аҫрай­ҙар, ике ат тоталар. Егәрле кешеләр көнөнә әҙерләүселәрҙең феләктәренә 65 − 70 литр һөт ҡоймай ҡалмай. Июнь айында Валентина Анатольевна бының өсөн − 27 мең, июлдә 25 мең һум аҡса алған. Бынан тыш, уларға һатылған һөт өсөн хөкүмәттән 3 мең һум дотация тейгән. Ғөмүмән, был уңған ғаиләнең кеременә вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөгән күп кенә ир-ат та көнләшеп ҡарай торғандыр.
Һөт һатыу ысынлап та шәхси хужалыҡтарҙың күбеһе өсөн ышаныслы аҡса сығанағына әйләнгән. Һөт йыйыусы Михаил Никитинды һәр көн иртән иртүк көтөп алған Леонид Михайлов һәм Татьяна Иванова ла алдынғылар исемлегендә. Уларҙың һәр ҡайһыһы быйыл 4,2 тоннанан артыҡ продукция тапшырған, ҡулдарына шунан 38 − 39-шар мең һум аҡса ингән.
Һыуыҡҡулда булғанда беҙ шуны иғтибарға алдыҡ: урындағы хакимиәт башлығы ауылдағы һәр ваҡ хужалыҡтың ниндәй һулыш алып йәшәгәнен белеп тора. Ул эш араһында әүҙем һөт тапшырыусылар рәтендә йөрөгән Ирина Кузьмина янына һуғылып, уның хәл-әхүәлен белешергә лә өлгөр­ҙө.
− Быйыл 4,8 тонна һөт һатҡан­һығыҙ, шуның өсөн һеҙгә 43700 һум аҡса яҙылған икән, − тип һүҙ ҡушты уға Тимерйән Фәтҡелбаян улы. − Былай күрһәткестәрегеҙ йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел. Ләкин һеҙ былтырғы йылдарҙа һөттө күберәк һата торғайнығыҙ. Әллә арып киттегеҙ инде – мал һанын кәметкән­һегеҙ, буғай.
− Дөрөҫ, элек алты һыйыр һауа инем. Йәйге муллыҡ осоронда һөт һатыуҙан ғына ғаилә бюджетын айына 15−16 мең һумға тулыландыра торғайныҡ, − тип яуапланы хужа ҡатын. − Быйыл һыйырҙарҙы өс баш ҡына ҡалдырҙыҡ шул. Никитиндар килеүгә былай 30 литр һөтөмдө әҙерләп ҡуям. Бәлки, арытып та кителгәндер. Алты баш һыйыр тотоу еңелдән түгел. Беҙ бит иптәшем менән “Һыуыҡҡул” хужалығындағы эшебеҙҙе лә ташламайбыҙ. Өлкән балаларыбыҙ ҙа үҫеп, тормошта үҙ юлдарын һайланы. Икенсенән, күпме һөйләһәләр ҙә, һөткә һатып алыу хаҡтарын күтәрергә уйламайҙар. Беҙ 3,7−4 процент ҡуйылыҡтағы яҡшы сифатлы һөт тапшырабыҙ, шуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә литрына 9 һум 50 тин генә түләйҙәр. Ауыл етештереүселәренең мәнфәғәтен кем яҡларға тейеш? Нишләп муниципаль властар, хөкүмәт хаҡтар сәйәсәтенә йоғонто яһай алмай?
Баҙар ҡанундарын яҡшы үҙләштергән Ирина Кузьмина хаҡ һүҙ һөйләй. Һөт әҙерләүҙә лә ауыл етештереүселәре өсөн яҡшы стимул тыуҙырырға кәрәк. Баҙар иҡтисадының ҡырыҫ шарттарында крәҫтиән дә һанарға, теге йәки был төр продукция һатыуҙан инәсәк табышын самаларға өйрәнде. Шуға уның һүҙенә ҡолаҡ һалырға, хаҡтар сәйәсәтендә ғәҙеллеккә юл асырға ваҡыт түгелме икән? Үҙҙәренең монополия хоҡуғы менән файҙаланған эшкәртеүселәр крәҫтиәндең мәнфәғәтен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Әгәр улар шундай аҙымға барһа, был инде ваҡ тауарлыҡлы хужалыҡтарҙа продукция етештереү һәм һатыуҙы арттырыуға иҡтисади яҡтан ҙур этәреш бирәсәк.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Йәрмәкәй районы.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»