RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә-әпәт үҙгәрештәр көтә беҙҙе

31.08.2012 Ә-әпәт үҙгәрештәр көтә беҙҙе

Рәсәй – глобаль үҙгәрештәр, һелкенеүҙәр һәм киҫкен реформалар иле, тиҙәр. Был фекерҙе чиновниктар ваҡыты-ваҡыты менән дәлилләп ҡуя. Әле хоҡуҡ һаҡлау, әле мәғариф системаһындағы яңылыҡтарға шаҡ ҡатып бер булһаҡ, чиновниктар пыран-заран килеп пенсия өлкәһенә реформа әҙерләй ҙә башланы.
Быға тиклем һәр эшләүсе граждан РФ Пенсия фондының мәғлүмәттәр базаһына индерелде һәм уға страховкалау таныҡлығы тапшырылды (йәшел төҫтәге карта). Ә эш биреүсе индергән иғәнә граждандың шәхси иҫәбенә күсерелде. Ундағы сумма ни тиклем ҙур булһа, пенсия шул тиклем буласаҡ, тип көтөлгәйне. Әлеге реформа буйынса был система тулыһынса юҡҡа сығарыла һәм уның урынына ҡатмарлы формула булдырыласаҡ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, граждандың пенсияһы уның күпме эшләүенә һәм Пенсия фондына ниндәй суммала иғәнә индереүенә түгел, ә ул хаҡлы ялға сыҡҡан ваҡытта дәүләттең мөмкинлегенә ҡараясаҡ.

Пенсионерҙар армияһы арта

2002 йылда ил бюджеты бик ауырлыҡ менән тулыландырылғас, пенсиялар бик бәләкәй ине. Уның тупланма өлөшөн булдырыу шул ваҡытта эшләүсе берҙән-бер дөрөҫ ысул кеүек күренгәйне. Эш биреүсе индергән социаль иғәнәнең ҙурыраҡ өлөшө пенсионерҙарға түләнһә, икенсеһе – эшләүселәрҙең буласаҡ пенсияһы, тип уларҙың иҫәбенә яҙыла барҙы. Был реформанан һуң хаҡлы ялдағыларҙың матди хәле бер аҙ тотороҡланғайны.
2008 йылда совет осоронда эшләгән йылдар өсөн пенсияға валоризация үткәрелде. Һөҙөмтәлә, ул йәшәү минимумынан бер аҙ артты. Әммә оҙайлы иҡтисади көрсөк арҡаһында нефткә хаҡтар түбәнәйгәс, ил бюджеты наҡыҫайҙы. Һәм тағы ла пенсия мәсьәләһе бәкәлгә һуға башланы. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда РФ Пенсия фондының дефициты 924 млрд һум тәшкил итә, ә 2050 йылға был һан ике тапҡырға артасаҡ, тип күҙаллана. Илебеҙҙә йылдан-йыл пенсионерҙар һаны артыуын иҫәпкә алһаң (график), уртаса пенсия күләме түбәнәйәсәк. Һөҙөмтәлә халыҡ элекке эш хаҡының ни бары 20 процентын ғына алыуы ихтимал...
Чиновниктар пенсияның тупланма өлөшө системаһы бөгөн үҙ баһаһын юғалтыуы хаҡында белдерҙе. Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2004 − 2011 йылдарҙа Рәсәйҙә инфляция 215 процент тәшкил иткән, ә буласаҡ пенсионерҙарҙың пенсияһы һаҡланған «Внешэкономбанк» дәүләт идара итеү компанияһы был ваҡыт эсендә 149 процент килем туплаған. «Дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондында хәлдәр бер аҙ яҡшыраҡ, унда 159 процент тәшкил итә. Әммә барыбер был һан инфляциянан кәм», – ти Антон Дроздов. Эксперттар был фекер менән килешмәй: тупланма система туғыҙ йыл ғына эшләй, етмәһә шуның өсәүһе ҡатмарлы мәлгә – иҡтисади көрсөккә тура килгән.

Тәҡдим бар, тик...

Чиновниктар тик ятмай, улар был проблеманы хәл итеү өҫтөндә дәррәү эшләй. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы реформаның проектын әҙерләгән дә инде. Был ведомство дәүләт пенсия системаһы сиктәрендәге пенсияның тупланма өлөшөнән баш тартырға саҡыра. Әлеге мәлдә 1967 йылғы һәм унан йәшерәктәрҙең шәхси тупланма өлөшө бар. Эш биреүсе пенсия системаһына индергән иғәнәнең 6 проценты шунда йүнәлтелә. Әлеге министрлыҡ был өлөштө 2 процентҡа тиклем кәметергә йәиһә уны бөтөнләй юҡҡа сығарырға тәҡдим итә. Ә дәүләт пенсиялары совет осорондағы кеүек үк – стажға һәм алған эш хаҡына ҡарап иҫәпләнәсәк.
Әлеге мәлдә эшләүселәргә, ҡарт көнөндә өҫтәмә пенсия алыр өсөн, аҡсаны дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия йәки инвестия фондтарына йәиһә банк депозиттарына һалырға кәңәш ителә.
Эксперттар иһә бер ауыҙҙан был реформаның бик ашығыс барыуы һәм төптән уйланылмағанлығы хаҡында белдерә. Пенсия фонды дефицитын пенсияның тупланма өлөшөн бөтөрөү арҡаһында юҡҡа сығарған хәлдә лә, был система тиҫтә йыл эсендә генә тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ.
Бөгөнгө һәм киләсәк пенсионерҙар был яңылыҡты нисек ҡабул итер? Чиновниктар, тик халыҡ теләгенә генә таянып реформалар үткәрергә ярамай, тип аҡлана. Улар миҫалға Грецияны килтерә. Билдәле булыуынса, ундағы власть, халыҡ һорағас, пенсияны бик мул өләшә ине. Ә бер көн килеп бирерлек аҡсалары ҡалмауы асыҡлана. Һөҙөмтәлә, ил дә, пенсионерҙар ҙа ауыр хәлдә ҡалды.

Ә аҡса ҡайҙа?!

2011 йылда граждандарҙың пенсияһының тупланма өлөшөнөң дөйөм күләме 1,8 трлн һумдан ашҡан. Шуның 79 проценты «Внешэкономбанк» компанияһы иҫәбендә. Был банк аҡсабыҙ менән нисек идара итә? 2004 − 2011 йылда уның уртаса йыллыҡ килеме 5,1 процент тәшкил иткән. Тик был һан инфляциянан 1,5 тапҡырға кәм. Нәҡ шул пенсияның тупланма өлөшөн юҡҡа сығарыу­ға этәргес көс бирҙе лә инде.
Ошо урында һорау тыуа: әгәр ҙә бөтә система юҡҡа сығарылһа, быға тиклем иҫәбебеҙҙә йыйылып килгән аҡса ҡайҙа буласаҡ? Йылдар буйы тупланған һумдарыбыҙ банк иҫәбендә ҡаласаҡмы, әллә уны пенсияға сыҡҡанда түләрҙәрме? Әгәрҙә хаҡлы ялға тиклем әле 15 − 20 йыл ваҡыт булһа? Инфляцияның ниндәй темп менән үҫеүен иҫәпкә алһаң, был суммаға бер корвалол ғына алырға тура килмәһен...


Пенсия тирәләй бәхәстәр тынмай

Пенсия өлкәһенә ҡағылышлы фекер алышыуҙар дауам итә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Пенсия фонды әҙерләгән “2030 йылға тиклем Рәсәйҙә пенсия системаһы үҫеше стратегияһы” проектында пенсия системаһы үҫешенең төп йүнәлештәре күрһәтелгән. Ике дәүләт ведомствоһы тупланма өлөш иҫәбенән пенсияны финансларға, ә 2015 йылда уны кире тергеҙергә тәҡдим итә.
Финанс министрлығы хеҙмәткәрҙәре, әлеге документта күрһәтелгән саралар Пенсия фондының дефицитын кәметмәйәсәк, тигән фекерҙә. Улар пенсияны индексациялауҙың тәртибен үҙгәртергә тәҡдим итә. Быға Рәсәй Пенсия фонды һәм Хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡәтғи ҡаршы. Улар йә пенсияның тупланма өлөшөн юҡҡа сығарырға йә бюджет дотацияһын һаҡлап ҡалырға кәрәк, ти.
Финанс министрлығы тупланма өлөштө ҡыҫҡартыуға ҡаршы. Сөнки уның байтаҡ өлөшө федераль заем облигацияһына һалына, шуның иҫәбенән сығымдар (шул иҫәптән пенсия өсөн дә) ҡаплана. Ошо ведомствоның министры Антон Силуанов: “Әгәр ҙә хәҙер таратыу системаһын тупланма өлөш иҫәбенән арттырһаҡ, был киләһе быуындың кеҫәһенә инеү бит!” — тигән.
Әлеге мәлдә пенсия, бер пенсионерға ҡарата инфляция кимәле һәм Пенсия фондының килеменә ҡарап, йыл һайын индексациялана. Ә Финанс министрлығы уны инфляция үҫешенә һәм эш хаҡына ҡарап индексацияларға тәҡдим итә.
Демографик картинаның үҙгәреүе пенсия стратегияһын яңынан ҡарап сығыуға этәрә. Эшләүсе-пенсионер пропорцияһын икенсеһе файҙаһына үҙгәртеү системаһы эшләмәй. Юғиһә, эшләүсе граждандың хеҙмәт хаҡының 50 проценты пенсия түләүгә китеүе ихтимал.
Яңы пенсия реформалары үҙ көсөнә инһә, 40 – 45 йыл хеҙмәт стажы булған кеше эш хаҡының 70 проценты күләмендә пенсия аласаҡ, тиелә был документта. Пенсия норматив эш стажына ҡарап иҫәпләнергә тейеш, тип тә әйтелә. Тик был документта норматив һәм минималь эш стажы ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылмай.
Бөгөн пенсия күләме йәшәү һәм хеҙмәт урынына бәйле. Мәҫәлән, Мәскәү пенсионерҙары айына 12 мең һумдан кәм алмай. Ә эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрбиҙәрҙең минималь пенсияһы – 17 мең һум. Дәүләт хеҙмәте өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сығыусылар хеҙмәт хаҡының 75 проценты күләмендә пенсия ала.
Ә бына ябай Рәсәй кешеһенә, дәүләт хеҙмәте үтәмәгән, погондар таҡмаған халыҡҡа, пенсияның яҡынса күләмен иҫәпләүе бер ҙә еңел түгел. Яңы пенсия стратегияһында хаҡлы ялға сығыу йәше тураһында ла, хеҙмәт стажы хаҡында ләм-мим. Бары: “Пенсия өс сығанаҡтан тора һәм эш хаҡының 70 процентын тәшкил итәсәк. Уның тәүге кимәле кәмендә 40 процент буласаҡ”, – тиелә. Ә ысынында иһә 100 мең һумдан күберәк эш хаҡы алған кешегә, әле йәшәп килгән пенсия иҫәпләү системаһына ярашлы, ҡарт көнөндә бер ҡасан да 40 мең һум пенсия бирелмәйәсәк. Башҡа аңлашылмаған яҡтар ҙа бар.
Пенсия фонды даими рәүештә беҙгә “бәхет хаттары” – мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында тупланған шәхси иҫәптәр тураһында хәбәр ебәрә. 85 миллион Рәсәй гражданына эш биреүсе уның иҫәбенә күпме аҡса күсергәне, тупланма өлөштө инвестициялау ниндәй килем һәм сығымдар алып килгәне һ.б. тураһында хәбәр ителә. Эш хаҡы, иғәнәләр тураһында тулы мәғлүмәт булғас, етмәһә компьютер технологияһы заманында, халыҡтың буласаҡ пенсияһын иҫәпләүҙә проблемалар тыумаҫҡа тейеш кеүек.
Әммә бындай мәғлүмәт бер ҡасан да булманы һәм, ахыры, булмаҫ та. Пенсия фонды һәм Хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән әлеге стратегияла пенсия фондының бюджет дефицитын кәметеү тураһында бәйән ителһә лә, үҙгәрештәрҙең эҙемтәләре тураһында һүҙ ҙә юҡ. Был реформа кем өсөн әҙерләнде икән?
15 сентябргә тиклем пенсияның тупланма өлөшө тураһындағы мәсьәлә хәл ителергә тейеш. Унан һуң был документ ил хөкүмәтенә тәҡдим ителәсәк.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»