RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауырлыҡтар менән уҡыһаҡ та, юғалып ҡалманыҡ

24.07.2012 Ауырлыҡтар менән уҡыһаҡ та, юғалып ҡалманыҡ

«Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып», − тип белеп йырлайҙар икән. Ул ағын һыу кеүек аға ла аға. Яңы ғына 25-ләп егет һәм ҡыҙ Темәс педучилищеһын тамамлаған кеүек инек. 60 йыл да үтеп киткән икән.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Өҫ-баш, аяҡ кейемдәре алама ғына, ашау-эсеү наҡыҫ. Ашханала ике тапҡыр ашаталар ҙа ул. Тик йәш организмға етеңкерәмәй. Беренсегә кәбеҫтә һурпаһы, икенсегә кишер йә манный бутҡаһы. Биргән икмәктәре кискелеккә ҡалмай. Пекарняға он килмәгән саҡтар ҙа булғылай.
Бөтәбеҙ ҙа тиерлек атайһыҙ ҡалған малайҙар, ҡыҙҙар инек. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, 1948 йылда хөкүмәттең ҡарары сыҡты. Училищеларҙа сиректәр бөтөрөлөп, семестрҙар индерелде. Һәр семестр һайын имтихандар тапшырырға тейеш булдыҡ. Бер «өслө» билдәһе алһаң, стипендия татемәйәсәк. Уҡыу өсөн түләү ҙә бар ине. Былар беҙгә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Сөнки күптәребеҙгә ашау-эсеү, кейенеү өсөн өйҙән ярҙам юҡ ине. ҡайтҡанда ҡорот, арыш талҡаны алып килгән булабыҙ, ул күпкә етәме ни? Стипендияға ғына ҡарап торҙоҡ. Шуға ла байтағыбыҙ, уҡыу башында йыйылғандарҙың яртыһы тиерлек, ҡайтып китергә мәжбүр булды.
Училище бинаһы – ауыл яғында, беҙҙең ятаҡтар Талашты, Шырҙы йылғалары аръяғында (ике саҡрым барҙыр) урынлашҡан. I курстағы ятағыбыҙ «тундра» тип атала ине.
Уҡыу башланғас, ятаҡтар янына һалам килтереп ауҙарҙылар. Уны беҙ матрас, яҫтыҡ тышлығына тултырып алдыҡ.
Яҙға табан һалам онталып бөтә, саңға әйләнә. Егеттәр матрас менән таҡта араһына салбарҙарын һалып, «үтекләп» ала. Бүлмәлә 20-ләп малай, бер унлы шәм. Быялаһы ҡоромлана, сатнап та киткеләй. 2 – 3-сө курстарҙа радио булғайны. Күпкә түҙмәне, боҙҙолар. Һирәкләп ауылға киноға барабыҙ. «Тарзан», «Граф Монте-Кристо» кеүектәрҙә халыҡ шығырым тулы, саҡ инәһең. Бүтән саҡта әҙәби китап уҡыйбыҙ.
Ауыл мәктәптәрендә рус теле насар уҡытылғас, училищела башта ауырға тура килде. Шулай ҙа ҙур тырышлыҡ үҙенекен итте. Һуңғы курстарҙа яҡшы ғына уҡып киттек. Күптәребеҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡыҙыл диплом алып сыҡты. Бер нисәбеҙ Бөрөлә математиканан, Бәләбәйҙә рус теленән бер айлыҡ курс бөтөп, ете йыллыҡ мәктәптәрҙә уҡыттыҡ.
Темәс педучилищеһы уҡытыусыларының төрлө фәндәр буйынса төплө белем биреп, уҡытыусы-тәрбиәсе һөнәренең бөтә нескәлектәренә өйрәтеп, үҙ эшенең оҫталары итеп сығарыуҙары артабанғы эшебеҙҙә күренде. Маҡтаулы, алдынғы уҡытыусылар, уҡытыу мөдирҙәре, мәктәп директорҙары булдыҡ. Уҡы­тыусыларыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Мәрйәм Зарип ҡыҙы Ғәлимова – төркөм етәксеһе, математиканан уҡытты. Сәлих ҡунаҡбай улы Алсынбаев −– директор, Төхфәт Хәлим улы Аслаев – уҡытыу бүлеге мөдире булды. Ул республикала билдәле, күренекле ғалим, педагогия фәндәре кандидаты булып китте. Яңыраҡ уның 90 йәшен билдәләнеләр. Рус теленән И. Васильев менән Е. Широкова уҡытты. Евдокия Ивановна яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлап килгәйне. Айбар егеттәр уны илатҡылап та алғыланы. Хәйривара Әхмәт улы Рәхимғолов −– географиянан, Миҙхәт Зәкир улы ҡәҙерғолов −– педагогика һәм психологиянан, Мөҡсин ҡәҙерғолов – физиканан, Разия апай Һаҙыева − башҡорт теленән беҙгә төплө белем бирҙе.
Училище беҙҙе артист та итте. Сәхнә оҫтаһы Ришат Зөбәйеров өйрәтеп, «Изге аманат» тигән пьесаны ҡуйҙыҡ. Уны үҙебеҙҙең студенттар, ауыл халҡы ла яратып ҡараны.
1948 йылда 80 малай-ҡыҙ уҡырға ингәйнек, уҡыуҙы 25 кеше тамамланыҡ.
Тормош үҙенең төҙәтмәләрен индер­ҙе. Башҡа һөнәр эйәләре булып китеүселәр ҙә булды. Ишмырҙа Һиҙиәтов (мәрхүм инде), бер йыл уҡытҡас, медицина институтына юлланды. Ул билдәле хирург, проктолог булып китте. Әбйәлил районының Салауат ауылында Рәсәйҙә беренселәрҙән булып онкологик ауырыуҙар өсөн хоспис асты. Медицина фәндәре кандидаты, профессор булып, медицина институтында уҡытты. Данлыҡлы 21-се дауаханала эшләне. ҡатыны Венера ханым да табип. Улы, ике ҡыҙы ла ата-әсәһе юлынан китте.
Салауат Галин (ул да мәрхүм) – күренекле фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Уның фәнни хеҙмәттәре башҡорт фольклористикаһы тарихына, фольклорҙың поэтика жанрына бағышланған.
Шәрип Ишматов Магнитта ҡорос ҡойоусы булып эшләне.
Күбебеҙ мәғариф өлкәһендә эшләнек. Миңләхмәт Алсынбаев – Баймаҡ райо­нының күренекле математигы. Тәүҙә Йомашта, Түбәлә уҡытты. 39 йыл Баймаҡтың 1-се мәктәбендә математика дәрестәре алып барҙы. Хеҙмәте юғары баһаланды. Ул – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, уҡытыусы-методист, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Йәнә баймаҡтарҙан Тамара Лоҡманованы (башланғыс синыф уҡытыу­сыһы, Рәйсә Абдуллинаны (Алһыу Бәхтиеваның әсәһе), Сәғирә Асаинованы, Сөнәғәт Әбсәләмовты (дүртәүһе лә мәрхүм, йәндәре йәннәттә булһын) атарға була.
Әбйәлилдәрҙән Зөһрә Шөғөрованы, Нәфисә Мәғәсүмованы, рус теле уҡытыу­сыһы, әүҙем хәбәрсе Буранбай Әйүповты (мәрхүм) иҫкә алырға мөмкин.
Булат Низаметдин улы Абдуллин, училищены тамамлағас, Әбйәлил районының Байым, Балапан мәктәптәрендә физика-математиканан уҡытты. Унан тыуған яғына ‒– Амангилде урта мәктәбенә ҡайта. Ситтән тороп Магнитогорск пединститутының физика-математика факультетын тамамлай. Булат Амангилделә уҡытыусы, уҡытыу-тәрбиә бүлеге мөдире, директор булып эшләй. 70-се йылдарҙа яңы ҙур мәктәп төҙөтә. Амангилде мәктәбе 1-се республика интернат-мәктәбенең базаһы була. Ғ. Абдуллин үҙенең элекке уҡытыусыһы Т. Аслаев менән хеҙмәттәшлек итә. Ул үҙенең ҡаҙмаш ауылында ла ҙур, матур ике ҡатлы мәктәп һалдырта.
Фәрит Әбүбәкеров тәүге дәрескә математик, һуңғыһына географ булып инә. Ситтән тороп БДУ-ның география факультетын тамамлай. Уға Бөрйән райо­ны мәктәптәрендә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә эшләргә насип була. Уҡытыуҙан тыш, шахмат уйнай (I разряд). Үҙнәшер ысулы менән юморескалар китабы сығара. Тағы берәүһе Өфөлә сират көтә. Ул – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, СССР мәғарифы отличнигы, уҡытыусы-методист.
Уҡығанда мәҙәк хәлдәр ҙә булғыланы.
Ауылына ҡайтып килгән Ғәйнетдиндең барлы-юҡлы икмәге юғала. Тәрбиәсе апай беҙҙе йыйып һораша. Тик ғәйепле кеше юҡ. Апайыбыҙ бөтәбеҙгә лә шырпы тарата ла: «Арағыҙҙан берегеҙ икмәкте ашаған булһа, уның шырпыһы оҙоная», − ти. Иртәгеһенә шырпыларҙы йыйып, иғтибар менән ҡарай. Н-дың шырпыһы ҡыҫҡарған була.
III курста июнь айында географиянан имтиханға әҙерләнәбеҙ. ҡайһы берәүҙәр яҡындағы сауҡалыҡ ышығында уҡыуҙы хуп күрә. Бүлмәлә Яҡуп менән мин генә. Койкаларға ятып алғанбыҙ. Дуҫым китабын битенә ҡаплап йоҡлап киткән, үҙе хырылдығы сыға. Мин уға һалам яҫтыҡты бәрҙем. Яҡуп тертләп уянды ла, одеялының бер мөйөшөн төйнәп, мине дөмбәҫләргә килә. Мин сыҡ та ҡас, үҙем тәҙрә ситенән ҡарап торам. Яҡуп мине ишек төбөндә һағалап тора. Мин сауҡалыҡ яғына кит тә бар. Шул мәл география уҡытыусыһы Рәхимғолов ағайыбыҙ килеп сыҡмаһынмы. Яҡуп, мин тип, уҡытыусыбыҙға одеял менән тондор­ған бит... Дуҫым яҡшы ғына уҡый ине. Икенсе көндө имтиханға, «өслө» ҡуя инде, тип ҡурҡып ҡына барҙы. Беҙ ишек төбөндә көтәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ: «Ну, Мофаззалов ҡусты, кисә миңә эләктер­ҙең-эләктереүен. Шулай ҙа «бишле» һуғам. Һәйбәт яуап бирҙең», ‒– тине. Әйткәндәй, аҙаҡ Яҡуп үҙе географ булып китә.
Совет заманында ауыл уҡытыусылары партия ойошмаһының, ауыл советының, хужалыҡ етәкселегенең төп ярҙамсыһы ине. Улар комсорг, парторг, агитатор, политинформатор, пропагандист, лектор булды. Кәрәк икән, артисҡа ла әйләнделәр. Үҙҙәре йә балалар менән колхоз, совхоз баҫыуҙарына, фермаға эшкә барырҙар ине. Элек шулай булды, ә хәҙер хәл башҡасараҡ.

Б. АБДУЛЛИН.
Ф. ӘБҮБӘКЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»