RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур ғаиләгә ҙур йорт кәрәк

13.07.2012 Ҙур ғаиләгә ҙур йорт кәрәк

Йылдың икенсе яртыһында республикала бик күп ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреләсәк. Был, тәү сиратта, өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Шулай уҡ инвалид бала ҡараусылар ҙа участка алыу хоҡуғына эйә. 2012 йылдың 9 июненә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 34 мең 559 ғаилә йәшәй. Уларҙың 10 мең 420-һе бушлай ер алыу өсөн ғариза яҙған да инде. Ошо ғаиләләр­ҙең бөтәһе лә программаға ярашлы ер участкаһы алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған. 2011 – 2012 йылдарҙа республикала 925 участка бирелгән, ерҙең күпселеге быйыл таратылған. Был хаҡта РФ Федерация Советының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин хәбәр итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылдың 14 июненән торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына үҙгәрештәр индерелде. Уның буйынса өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәр, ғаиләһендә инвалид бала булған граждандар торлаҡ төҙөү маҡсатында бушлай ер алырға хоҡуҡлы. Шуныһы ҡыуаныслы – ер участкаһы алған кешеләр артабан да муниципаль фондтан торлаҡ алырға теләүселәр исемлегендә ҡала. Тимәк, улар артабан торлаҡ шарттарын яҡшырт­ҡан осраҡта ла ниндәйҙер өҫтөнлөктәр менән файҙалана аласаҡ. Ә бушлай ер участкаһы алған башҡа граждандар исемлектән төшөрөлә.
Әлбиттә, был ғаиләләрҙең бөтәһе лә участка алырға ынтылыр тип уйлау дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәҫ. Беренсенән, ерҙе тәғәйенләнешенә ярашлы файҙаланырға, тимәк, унда оҙаҡҡа һуҙмай йорт төҙөргә кәрәк. Икенсенән, бушлай ер алыу хоҡуғын быға тиклем файҙаланған күп балалы ата-әсәләр ҙә бар. Билдәле булыуынса, индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн ер ҡуртымға түгел, шәхси милек итеп бирелә. Был граждандарға ерен теләһә − һатырға, теләһә − бүләк итергә лә мөмкинлек аса. Инвалид балалар өсөн айырым, күп балалы ғаиләләр өсөн айырым исемлек төҙөләсәк. Әммә уларға ер участкалары параллель рәүештә бүленә.

“Тере” сиратҡа баҫығыҙ

Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә алдан ҡайҙалыр сиратта тороу талап ителмәй. Улар ер алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына иҫәпкә алына. Быға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса муниципаль исемлектәрҙә торғанһығыҙ икән, бер ниндәй ҙә проблема юҡ – ул исемлек дауам итә, ә ер участкалары бөтөнләй башҡа шарттарҙа бирелә. Ғаиләнең матди хәле лә иғтибарға алынмай, өс фатирың булһа ла, ер алырға хоҡуҡлыһың. Бер генә нәмә мөһим – ғаиләләге балаларҙың йәше 18-ҙән артмаҫҡа тейеш.
Участкалар биреү “тере” сират буйынса, граждандар мөрәжәғәт иткәндән һуң теркәлгән исемлеккә ярашлы бирелә. Бер ғаиләлә балаларҙың күберәк булыуы, йә булмаһа, ғаиләнең матди хәле насарыраҡ билдәләнеүе кеүек факторҙар иғтибарға алынмай. Бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн участкалар “тере” сират буйынса ғына таратыласаҡ. Шуға ла балаларығыҙ өсәү йәки күберәк икән, тиҙ арала ғариза яҙып, сиратҡа тороғоҙ. Тағы ла бер тапҡыр иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ – ер участкалары “тере” сират буйынса бирелә, был осраҡта ун балаһы булған кешенең өс балалы ғаиләләр алдында бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ.
Яңы ерҙәрҙе үҙләштереү, бүлеү өсөн сығымдар ҙа талап ителә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән республикабыҙҙың муниципаль райондарына һәм ҡала округтарына 67 726 мең һум аҡса күсерелде. Был аҡса ер участкаларында башҡарылған ыҙан үткәреүгә (межевание) тотонолған сығымдарҙы ҡаплау өсөн бирелә. Аҡса бурысҡа бирелмәй, ул субсидия итеп билдәләнгән. Тимәк, ер участкаларын алыусылар документтар йыйыу өсөн аҡса тотонмай.
Йорт төҙөү өсөн ер дәүләт һәм муниципаль милектә булған территориялар иҫәбенән бирелә. Участкалар индивидуаль торлаҡ төҙөү тәғәйенләнешендә булырға тейеш. Торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙа юл булыуы, ут, газ кеүек уңайлыҡтарҙың да алыҫ булмауы шарт. Шунлыҡтан иң тәүҙә бөтә уңайлыҡтары ла булған ерҙәр­ҙе тараталар. Күп бала ҡараған ғаиләләр күбәйгәндән-күбәйә. Шуға ла артабан торлаҡ төҙөү өсөн яңы ер майҙандары ла үҙләштереләсәк. Әлегә әҙер булғандарын таратыу маҡсат итеп ҡуйылған. Был юҫыҡта эш әүҙем бара.
Закон буйынса, торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участканың ҙурлығы 0,08 гектарҙан 0,20 гектарға тиклем ҡаралған. Ләкин һәр кем шуны аңларға тейеш: участканы кемгә һәм ҡайһы ерҙән бирергә урындағы муниципаль органдар хәл итәсәк. Участкалар, башлыса, 0,10 гектар самаһы була. Әммә был “алтын ҡағиҙә” түгел һәм ерҙең майҙаны төрлө урында төрлөсә билдәләнәсәк. Етмәһә, ер дүртмөйөш булып ҡына ятҡан урындар бик һирәк. Был да участкаларҙың майҙаны төрлөсә булыуына килтерә. Һәр кемдең өлөшөнә нимә яҙған, шул төшә инде.

Документтар

Өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләрҙең ер участкаһы алыу өсөн урындағы хакимиәткә ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейешлеге аңлашылалыр. Ер алыр­ға хоҡуҡты билдәләү өсөн ғаризаға ҡушып түбәндә билдәләнгән документтар тупланмаһы ла талап ителә:
– ата-әсәнең (баланы яңғыҙ кеше тәрбиәләгәндә тик шул кешенең) шәхесен раҫлаған документтар;
– никах танытмаһының күсермәһе (булған осраҡта);
– балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарының күсермәләре, улар 14 йәшен тултырған осраҡта паспорттарының күсермәләре;
– опека һәм попечителлек органдарынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки ителмәү тураһында белешмә;
– балаларҙың ата-әсәһенең бер ваҡытта ла бушлай ер алыу хоҡуғын ҡулланмауын күрһәткән белешмә. Был белешмә урындағы үҙидаралыҡ органдарынан алына;
– ата-әсәнең мөлкәте булып иҫәпләнгән күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡты күрһәткән белешмә. Был белешмә Берҙәм дәүләт теркәүе реестрынан алына. Унда күсемһеҙ милек менән башҡарылған төрлө операциялар ҙа күрһәтелергә тейеш.
Ғаиләһендә инвалид бала булған ғаиләләр, үрҙә атап үтелгән документтар тупланмаһына өҫтәп, баланың сирле булыуын раҫлаған белешмәнең күсермәһен дә килтерәсәк. Был белешмә дәүләт медицина-социаль экспертиза хеҙмәте учреждениеһынан алына.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»