RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матурлыҡтан ҡойолған донъя

10.07.2012 Матурлыҡтан ҡойолған донъя

Матурлыҡтан ҡойолған донъя
Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында өс тиҫтәнән ашыу бергә ғүмер кисергән Һәҙиә һәм Рәсүл Хәсәновтар ғаиләһе йәшәй. Ауылдың ғына түгел, районыбыҙҙың да ихтирамлы, абруйлы кешеләренең күптән түгел ғаилә ҡороуҙарына 35 йыл тулды.
Рәсүл Басир улы ғүмере буйы «Ағиҙел» ауыл хужалығы кооперативында алдынғы шофер, ә Һәҙиә Зиннур ҡыҙы ошо уҡ хужалыҡта алдынғы һауынсы булды. Уларҙың лайыҡлы хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланған: Рәсүл ағай күп һанлы маҡтау ҡағыҙына эйә, Һәҙиә апай «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен йөрөтә. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә тарта ул.
Тырыш, намыҫлы донъя көтөүҙәре менән абруй ҡаҙан­ған улар.
Хәсәновтарҙың иң ҙур байлығы, ғорурлығы – балалары. Хәҙер инде улар үҙҙәре атай-әсәй. Иң өлкәндәре Айгөл, ҡырмыҫҡалы профессиональ-техник училищеһын, Өфө китапхана техникумын тамамлап, менеджер һөнәренә эйә булды. Әлеге мәлдә Өфөлә эшләй. Ғаиләһендә тормош иптәше менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Улдары Ришат та үҙ ғаиләһен ҡорған. Ришат – баш ҡалала Затон янғын һүндереү хеҙмәтенең 29-сы отрядында отделение командиры. Иң кесеһе Айгизә лә, Өфө китапхана колледжын тамамлап, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әлеге мәлдә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, бер ул тәрбиәләй. Рәмилдәре ауылда төпләнгән. Кәләше Зөлфиә менән күптәргә өлгө булып йәшәйҙәр. ҡыҙҙары Айгүзәл Мәһәҙей мәктәбенең 3-сө класында белем ала, уҡыу алдын­ғыһы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем, оҫта бейеүсе лә. Рәмил – «Салов» шәхси хужалығында бригадир. Зөлфиә килен изге күңелле әсә, яҡшы хужабикә, өлгөлө ҡатын, оҫта ҡуллы булыуы менән айырылып тора. Өйҙәренең эсе, тышы гөл-сәскәгә күмелгән, баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк емерелеп уңа. Бына шулай Һәҙиә менән Рәсүл Хәсәновтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек бик уңған, әүҙем йәмәғәтсе. Һәҙиә апай менән Зөлфиә киленде ауыл сәхнәһендә, мәктәп, ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә йыш күрергә була.
Һәҙиә апай оҫта итеп шиғыр һөйләй, килене бейей. Был ғаилә бик ярҙамсыл да. Үҙҙәре ипле һүҙле, татыу. Рәсүл ағай үҙ техникаһы менән ауылдаштарын йомош-юлға район үҙәгенә алып йөрөй. Ял, байрам көндәрендә Һәҙиә һәм Рәсүл Хәсәновтарҙың йорто балалар тауышынан шау-гөр килеп тора. Был йортта ейән-ейәнсәр­ҙәр – көтөп алынған ҡунаҡ.
Егәрленең ҡулы ете, тиҙәр. Өй эсе, ихата алды таҙалыҡтан ялт итеп тора.
Быларҙың бөтәһе лә хужа­лар­ҙың уңғанлығы тураһында һөйләй. Ысынлап та, бөгөн Хәсәновтар бәхетле ғүмер кисерә. Һәр көндән рәхмәт кенә алып йәшәй улар.
Ил-йорт имен булһын, балалар бәхетле булһын, тигән теләктә йәшәүсе Һәҙиә һәм Рәсүл Хәсәновтарҙың үҙҙәренә лә гел шулай әлеге кеүек сабыр, киң күңелле булыу­ҙарын, бала-сағаһына терәк булып, һәр саҡ уларҙан игелек күреп, изгелек өләшеп, кәңәшсе булып, оҙон-оҙаҡ, һау-сәләмәт йәшәүен теләйек.
Өҫтәлдәренән йыл да район гәзите «Таң», республикабыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдар өҙөлмәгән, тырыш, эшһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтергән Хәсәновтар һымаҡ өлгөлө ғаиләләр республикабыҙҙа күберәк булһын ине.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»