RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иртәгәһе көнөңдө уйла, әҙәм балаһы...

06.07.2012 Иртәгәһе көнөңдө уйла, әҙәм балаһы...

Иртәгәһе көнөңдө уйла, әҙәм балаһы...
Миңә көн дә урамда бер әбей осрай: йә яҡындағы Дан бульвары яғына үтеп китә, йә туҡтап, ағастарға ҡарап уйға сума, ҡайһы берҙә юлындағы кешеләргә һүҙ ҡуша. Ошо тирәләге йортта йәшәй ул. Күренеп тора, ул бер аҙ аҡылға еңел. ҡартлыҡ ғәләмәтелер инде, тип уйлай инем гел. Баҡһаң, бигүк оло ла түгел – эскәмйәләге күрше ҡарсыҡтары әйтеүенсә, илленән яңы уҙған, имеш. Шундайға әйләнергә сәбәбе булғандыр, тип фаразлауыма ҡаршы теге инәйҙәрҙең береһенең: «Бына тигән иренең, балаларының ҡәҙерен белмәгәнгә шулай ҡәҙерһеҙгә әйләнеп йөрөй, донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй шул», – тигән һүҙҙәре ҡолағыма килеп етә. Аптыраулы ҡарашымды, үҙе әйтмешләй, ошо төбәктә өйҙәр һалынғандан алып йәшәгән Миңниә инәйгә төбәйем һәм минең алға тотош бер ғибрәтле тарих йәйелеп ята.
...Ира менән Виталий яңы фатир­ға күсенә. Ниндәй шатлыҡ – хәҙер уларҙың да айырым йәшәү урыны булды, балаларына мәктәп тә яҡын. Ғаилә башлығы шофер булып эшләй, хужабикә – һатыу­сы. Эштәре бар, фатирҙары ла. Бәхеттең яртыһы түгелме ни ошо? Тик был бәхет тигәнең ҡайһы берҙә әллә ҡайҙа юғала ла ҡуя шул. Виталий бер көндө ялға ҡарай алыҫ сәфәргә юллана. Улы менән ҡыҙы, Дима һәм Лариса, өләсәләренә китә. Эше күплеккә һылтанып, балаларынан тороп ҡалған Ира ҡапыл яңғыҙлығына бошоноп, яңы күршеләренең береһе, шуҡ ҡатын Машаға (уның да ире командировкала йөрөй булып сыҡты, балалары әлегә юҡ ине) инә. Табын ҡорола, һүҙҙәр берегә, дөйөм таныштар ҙа табыла. Шунан инде билдәле бер күренеш – өҫтәлде «аҡбаш» биҙәй, осрашыу, танышыу хөрмәтенә рюмка күтәрелә. Артабан аңлашылалыр хәлдәрҙең нисек үҫешеүе. Ир арманһыҙ булып ситтә руль әйләндерә, балалар күп осраҡта өләсәйҙәрҙә, ә Ираның яңы, үҙенән йәшерәк булһа ла, «донъяны күберәк күргән» әхирәте бар. Тора-бара ир-ат әшнәләр ҙә барлыҡҡа килә... Был шаулы компания йыш-йыш осраша башлай, тәүҙә Машала, һуңынан Ираларға ла инәләр, күп осраҡта парҙарға бүленеп. Уларҙың өлкән күршеләренең береһе Миңниә, йәп-йәш ирле ҡатындарҙың шулай ҡыланыуына иҫе китеп, әле береһенә, әле икенсеһенә әйтеп ҡарай. ҡайҙа ул ишетеү? Ул саҡта, бынан 20 – 25 йыл самаһы элек бындай ҡырағайлыҡ барыбер ҙә тиҙ тыйыла ине. Күпмелер ваҡыттан һуң Ираларға ла сират етә. Әммә аҙғынлыҡтың икенсе төрлө юлы табыла – төҫкә-башҡа сибәр ҡатындар ирҙәргә түләүле хеҙмәт күрһәтеүгә тотона. Был турала бер тартыныуһыҙ үҙҙәре һөйләп, аҡса табыуҙары тураһында маҡтана ла. Тик был «бизнес» та оҙаҡҡа бармай, Машаның ире ҡатынының яңы «һөнәре» хаҡында тиҙ белеп ҡалып, уны ҡанға батырғансы туҡмап, өйҙән ҡыуып сығара. Шулай тарҡала был йәш ғаилә. Әхирәттәр артабан осрашамы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ, әммә Ира, үҙгәртеп ҡороу йылдарында эшһеҙ ҡалғас, тамам эскелеккә бирелә. Виталийының әйтеүен ҡолағына ла элмәй, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе килһә, уларҙы яман һүҙҙәр менән әрләп, өйҙән ҡыуа. Йылдар үтә килә Ира ғаилә­һенән сығып китеп тә йөрөй. Күп тапҡыр айныт­ҡыста ла ҡунып сыға. Туғандары күмәкләп уны дауаханаға ла һалып ҡарай. Шулай бер ваҡыт урам эскеселәре менән төндә мәжлес ойошторғанда араларында бәхәс ҡубып, янъял сыға, енәйәт ҡылына. Бер нисә кеше ауыр тән яралары ала, берәү үлә, ә Ира башы менән бетон стенаға бәрелеп, мейеһе һелкенә. Ошо­нан һуң дауаханала ятып ҡына бер аҙ әҙәм төҫөнә инә ҡатын, тик һуңынан тәүбәһенә килеп, эсеүен ташлаһа ла, ваҡыты-ваҡыты ме­нән еңеләйеп, алйып йөрөй, имеш. Үкенескә күрә, Виталийы оҙаҡ йәшәй ал­май, рулдә саҡта ҡапыл ғына инсульт булып, яҡты донъя менән хушлаша. Әле балаларының һәр береһенең үҙ ғаилә­һе бар, әсәләре улар үҫкәндә ныҡ йонсотҡанғалырмы, тыуған өйҙәренә һирәк киләләр. Ира кеше менән һөйләшкәндә һин дә мин кеүек, ә яңғыҙ ҡалдымы, донъянан ваз кискән һымаҡ бөтөнләй алмашына. Сәстәре салланған, күҙҙәрендә нур юҡ, кәүҙәһе, ел көслөрәк иҫһә, осоп китерҙәй. Нисек йөрөйҙөр, белмәҫһең. Миңниә әбей әйтмешләй, исмаһам, үткәнен уйлап үкен­һә ярай ҙа. Кеше, мәңге йәшәйем, тип уйлап хаталана шул, аҙымдарын үлсәп баҫмай. Ә бит бер генә гонаһ та, яҙыҡ эш тә иғтибарһыҙ ҡалмай, эҙһеҙ юғалмай. Хоҙай хөкөмөндә улар. Иралар, Маша­лар, шулар кеүек тағы бик күптәр­ҙең яҙмышы ни менән тамамланасағын һәр кем фаразлай ала, әгәр тырышһа. Уйла әле ошо хаҡта, замандаш.

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»