RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үкенерлек йәшәлмәгән был ғүмер

06.07.2012 Үкенерлек йәшәлмәгән был ғүмер

Үкенерлек йәшәлмәгән был ғүмер
Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылынан Лена һәм Әхәт Кирәевтар бына 52 йыл инде бер-береһен яратып, аңлап, ауырлыҡтарҙы ла, ыуаныстарҙы ла бүлешеп донъя көтә
Кирәевтарҙың юл сатында урынлашҡан йортоноң ихатаһына килеп ингәс, халҡыбыҙҙың, Уңған кеше һәр нәмәлә лә уңған, тигән мәҡәле иҫкә төштө. Заманса материалдарҙан төҙөлгән иркен йорт, төҙөк, башҡа ярҙамсы ҡаралтылар, тигеҙ рәттәр хасил иткән емеш-еләк ағастары, ныҡлы матур ҡойма бында егәрле кешеләр йәшәгәненә ишаралай. Эйе, беҙҙең һиҙемләү бушҡа түгел. Бында Көйөргәҙе райо­нының Айсыуаҡ ауылының абруйлы кешеләре − Лена Миңлеғәле ҡыҙы менән Хөрмәт Әхәт улы Кирәевтар йәшәй.
Мин был парҙы егерме йыл беләм. Беләм генә түгел, ә уларҙың башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп көн күреүенә, тырышып эшләүенә, балаларына тейешле тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеүенә, күрше-күләненә, ауылдаштарына кәрәк саҡта ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуына, әүҙем тормош позицияһында тороуына һоҡланам, фәһем алам. Йорт хужаһы ла, хужабикә лә, уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары аҙағында күп балалы ғаиләләрҙә тыуып үҫкән. Улар икеһе лә хеҙмәт юлын, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, иртә башлай. Ермолаевта донъяға килгән Хөрмәт Әхәт улы урындағы мәктәптә етенсе синыфты тамамлағас та «Көйөргәҙе» совхозында йылҡы малын ҡарарға тотона. Шулай уҡ хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша. Ә барыбер ҙә үҫмерҙең күңеле техникаға ынтыла. Был теләген белгән хужалыҡ, бүлексә етәкселәре уны комбайнға штурвалсы итеп тәғәйенләйҙәр. Егет өлкәндәр­ҙең ышанысын аҡлай, эшкә бар тырышлығын һала, техника серҙәрен ныҡлап өйрәнә. Күп тә үтмәй, баҫыу карабы менән үҙ аллы идара итеүгә өлгәшә. Техника еле ҡағылған Хөрмәт 1955 йылда совхозда ойошторолған механизатор­ҙар курсына ҙур теләк менән йөрөй. Бында бер йыл эсендә егет техник белемен камиллаштыра, үҙен уҡыу алдынғыһы итеп күрһәтә.
Курсты уңышлы тамамлаған егеткә хужалыҡтың ул саҡтағы директоры Фәйзрахман Мәҡсүтов өр-яңы «Сталинец − 6» маркалы комбайнын ышанып тапшыра. Совет Армияһы сафында өс йыл ил һаҡлап, сынығып ҡайтҡан Хөрмәт артабан да игенсе һөнәренә тоғро ҡала. Алтмышынсы йылдар башында алдынғы механизаторҙы Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан һөнәри-техник училищеның квалификация күтәреү курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет совхозда яңы маркалы дт-54 һәм мтз-5 тракторҙарында эшләүен дауам итә.
Хөрмәт Әхәт улы уларҙың тәүгеһендә ҙур күләмдә ер һөрһә, баҫыуҙарҙа культивация, катуклау алымдарын башҡарһа, икенсеһендә ҙур теүәллек, иғтибар талап иткән техник культуралар игеү менән шөғөлләнә. Үҙенә ышанып тапшырылған техниканы яратыуы, уға һаҡсыл ҡарауы, тейешле талаптарҙы ҡәтғи үтәүе уға эштә йыл да юғары күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Үҙем дә ошо хужалыҡта эшләгән кеше булараҡ, хәтерләйем − йыш ҡына алдынғы механизаторҙы башҡа бүлексәләргә лә ярҙамға ебәрә торғайнылар. Кәрәк булһа, уны ағас ташыуға ла, быуа эшләүгә лә йәлеп иттеләр. ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы, Хөрмәт ағай тегендә йә бында бармаҫҡа сәбәп эҙләмәне, тейешле эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы. Халыҡса әйткәндә, башын баҫып эшләп тик йөрөнө. Шул уҡ ваҡытта тырыш егет хужалыҡтың профсоюз комитеты ағзаһы вазифаһын да үтәне, йәштәрҙе кәңәшенән, тәрбиәһенән өҙмәне. 1994 йылда эш ваҡытында тимер сым өҙөлөп китеп, Хөрмәт Әхәт улының күҙе зарарлана, күреү һәләте кәмей. Шул сәбәпле абруйлы механизаторҙы хужалыҡ етәкселеге үҙәк бүлексәнең келәтенә мөдир итеп тәғәйенләй. Ул эштәге уңыштары өсөн яратҡан ғаиләһенә, иң тәүге нәүбәттә тормош иптәше Лена Миңлеғәле ҡыҙына бурыслы. Бына 52 йыл инде улар бер-береһен яратып, аңлап, ауыр­лыҡтар­ҙы ла, ҡыуаныстарҙы ла бүлешеп донъя көтә.
Лена апай ҙа хеҙмәт юлын бик иртә − 7-се класты тамамлағас та элекке Мораптал совхозында иң тәүҙә төрлө эштәрҙә, һуңынан һауынсы булып дауам итә. 1959 йылда Хөрмәт ағай менән яҙмышын бәйләгәс, Ермолаевта урындағы хужалыҡтың үҙәк бүлексәһендә һауын һыйырҙар төркөмөн ҡабул итеп ала. Бәләкәй сағынан уҡ хеҙмәткә өйрәнеп, һәр эште еренә еткереп башҡарған ҡатын бында ла үҙен һынатмай, продукция алыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Алтмышынсы йылдарҙа Кирәевтар ғаиләһендә бер-бер артлы ҡыҙ һәм ике малай донъяға килә. 1976 йылда үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнашып, оҫта йырлаған, бейегән, ойоштороу һәләте булған Лена апайҙы урындағы мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Быға тиклем кис уҡып урта белем алған, махсус мәҙәниәт курсын тамамлаған Лена Кирәева яңы урында ең һыҙғанып эш башлай.
Хәтеремдә, уҙған йөҙ йыллыҡтың һикһәненсе йылдары уртаһында совхоздың үҙәгендә йөҙ кешенән артып киткән хор эшләп килде. Хужалыҡтың үҙешмәкәр артистары шул осорҙа район күләмендә уҙғарылған төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа призлы урындарға лайыҡ булды. Урындағы сәхнә оҫталары бүлексәләр халҡы алдында ла йыш ҡына сығыш яһаны. Лена Миңлеғәле ҡыҙы ошо сараларҙы ойоштороп, үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән хужалыҡта ғына түгел, район күләмендә лә абруй ҡаҙанды. Әле лә иҫтә, ул етәкләгән мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеген башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙылар, тәжрибәһен өйрәнделәр.
Шәхестәрҙең эше хаҡында, халыҡ ихтирамынан тыш, уларға бирелгән бүләктәр асыҡ һөйләй. Кирәевтарҙа ошоно дәлилләүсе тотош бер архив һаҡлана. Күп һанлы маҡтау грамотаһы, диплом, рәхмәт хаты Хөрмәт ағай менән Лена апайҙың нисек эшләүе хаҡында асыҡ һөйләй.
Бынан тыш, ғаилә башлығының күкрәген өс орден һәм ике миҙал биҙәй. Алдынғы механизатор шулай уҡ бер нисә тапҡыр СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнаша.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, Кирәевтар өс балаһына ла юғары, махсус урта белем алыр­ға ярҙам итеп, ҙур тормош юлына сығарҙы. Өлкән ҡыҙы Лилиә бына күп йылдар инде Ермолаевтағы 1-се мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, уртансылары Фәрит, Мәләүездә һөт эшкәртеү техникумын тамамлап, алған һөнәре буйынса эшләй. Ә кеселәре Рәшит Ырымбур ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлап, оҙаҡ ҡына йылдар аграр тармаҡта хеҙмәт итте, әле Ермолаев ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын үтәй. Хөрмәт ағай менән Лена апай хәҙер инде һигеҙ ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Өлкәндәр мөмкин булғанса уларға ла ярҙам итә, кәңәштәренән өҙмәй. Ял, байрам көндәрендә хеҙмәт ветерандарының иркен, бөхтә йортона балалары ғаиләләре менән йыйыла, күңелгә яҡын өйҙән дәрт, илһам алып таралыша. Сөнки улар­ҙың көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем күҙҙең яуын алырлыҡ шау сәскәләргә, емеш-еләк, йәшелсә түтәлдәренә күмелеп ултырған ожмах мөйөшөн хәтерләткән ихатаһынан тирә-яҡҡа сафлыҡ, матурлыҡ, илһам тарала. Юҡҡа ғынамы ни Кирәевтар йыл да тип әйтерлек ауыл советы биләмәһендә уҙғарыл­ған «Иң күркәм ихата» конкурсында еңеүсе тип танылмай.
Халыҡта, ныҡлы ғаилә − ил күрке, тигән бик тә тәрән мәғәнә һалынған әйтем бар. Оло, емешле хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, илгә лайыҡлы граждандар тәрбиәләгән, күптәргә өлгө булып, мохтаждарға мөмкин булғанса ярҙам итеп, гөрләтеп донъя көткән Лена Миңлеғәле ҡыҙы менән Хөрмәт Әхәт улы Кирә­ев­тарҙың йәшәйеше уға тулыһынса тап килә.

Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»