RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәйбәт кешегә башҡалар ҙа күңел йылыһын йәлләмәй

03.07.2012 Һәйбәт кешегә башҡалар ҙа күңел йылыһын йәлләмәй

Һәйбәт кешегә башҡалар ҙа күңел йылыһын йәлләмәй
Сираттағы командировканан журналист булып эшләүемә ифрат һөйөнөп ҡайттым. Әгәр икенсе һөнәрҙе һайлаған булһам, Әбйәлил районының ҡырҙас ауылында йәшәүсе Миңденур Хәйбуллина кеүек иҫ киткес гүзәл, камил кешеләр менән тағы нисек, ҡасан танышыр инем?! Күптән хаҡлы ялда булһа ла, уның һәр хәрәкәтенән, ым-ишараһынан, тауышынан уҡытыусы булмышы сағыла. Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы алдында арҡа ла үҙенән-үҙе турая, һөйләшкәндә лә өҙөп-йолҡоп түгел, һәр һүҙеңде үлсәп, яуапты тулы ҡайтараһың – хас та дәрестә, парта артында ултыраһың.
Хәфиҙә менән Мәғәсүм Хәйбуллиндар ғаиләһендә Мөхәмәтбарый, Зөлҡәрнәй, Зөлфәр, Әхтәм исемле дүрт ир баланан һуң донъяға килгән берҙән-бер ҡыҙ бала ул. Унан һуң Әҡсән тыуа. Ғаиләләрендә аң-белемгә ынтылыш көслө булғандыр, сөнки алты баланың өсөһө – Әхтәм, Әҡсән һәм Миңленур уҡытыусы һөнәрен һайлай.
– Барый ағай тома һуҡыр булды, – тип һөйләй Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы. – Бала сағында бер күҙен һарыҡ тапаған, икенсе күҙен мылтыҡтан йәрәхәтләгәйне. Зөлҡәрнәй ағай фин һуғышында ҡатнашып, 1939 йылда ҡулһыҙ ҡайтты. Зөлфәр ағайым Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китте. Иҫән-һау булып, әйләнеп ҡайтһын инде, тип ятҡан-торған һайын теләк теләнек. Япондарға ла ҡаршы яуҙарҙа йөрөп, ҡырҡ етенсе йылда ғына тыуған тупһаһына ҡайтып йығылды – һаулығы шундай ныҡ ҡаҡшағайны. Балаларын да үҫтерә алмай, илле ике йәшендә үлде. Әхтәм ағай һуғышҡа киткәндә, уға егерме йәш ине. Бер ваҡыт «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ килде. Зар иланыҡ. Әсәйем бигерәк бөтөрөндө, йөрәк ярып сыҡҡан бала бит. Илап-илап, төңөлдөк тигәндә Әхтәм ағайҙың хаты килеп төшмәһенме! Хатында үҙе менән булған мажараны тәфсирләп яҙған. Баҡтиһәң, февралдең ыжғыр бурандары мәлендәге яуҙа ҡаты яраланып, иҫен юғалт­ҡан. Хәрәкәтһеҙ ятҡан кешене ни ҡар тиҙ генә күмеп тә ҡуйған. Шуға ла командирҙары «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ ебәргән. Әммә Әхтәм ағайҙың әжәле етмәгән булған, шөкөр. Яуҙан һуң, атыш тымғас, санитаркалар тағы бер ҡат яланды шыуышып айҡап йөрөгәндә, ҡар өйөмөндә шинель осон күреп ҡалған. Соҡой башлаһалар – унда боҙға әйләнгән һалдат кәүҙәһе. Инде үлгәндер, тип ҡул суғын тотоп ҡараһалар, саҡ ҡына йөрәк тибеше һиҙелгән. Йәһәт кенә уны лазаретҡа оҙатҡандар. Ана шунан, госпиталдән, беҙгә хат яҙған да инде. Һауыҡҡас, яңынан һуғышҡа ингән. Аҙаҡ, ҡырҡ өсөнсө йылда аяғы ныҡ йәрәхәтләнгәс, уны өйгә ҡайтарҙылар. Уның менән булған ваҡиғанан һуң ауылда, «ҡара ҡағыҙ»ға ышанырға кәрәкмәй, тигән хәбәр таралды.
Атайыбыҙ 1870 йылғы ине, оло булғас, уны һуғышҡа алманылар. Бейә көттө. 1942 йылда яҙға табан район үҙәгенә орлоҡ алырға ебәргәйнеләр. Аты юлда арыған да, атайым уны йәлләп, туҡтаған. Ана шунда үпкәһенә һыуыҡ үткәреп, ете ай тора алмай ыҙаланып ятты ла йән бирҙе.
Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы әйтеүенсә, тыуған ауылы Таһирҙа (Баймаҡ районы) элек өй һайын тиерлек ҡурайсылар булған. Уларҙың да ғаиләһе йыр-моңдан айырылмаған: ағайҙары – оҫта ҡурайсы, ҡустыһы моңло тауышлы йырсы булып танылған. Хатта Зөлфәр менән Әхтәм ҡурай тотоп Мәскәү, Ленинград сәхнәләрендә сығыш яһап йөрөгән. Дәртлеләр, һәләтлеләр заты бейеүгә лә маһир булған, тик ғүмергенәләре ҡыҫҡа үлсәнгән, шул үкенесле. Ә барыһына ла һуғыш ғәйепле...
Башланғыс синыф уҡыусыларына һабаҡ биргән, ун алты йыл интернатта тәрбиәсе булып эшләгән Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы үҙе лә ғүмер буйы йырлаған да, бейегән дә, быйыл ғына туҡтап тора. ҡартайыу ғәләмәте лә түгел, йәштәргә урын биреүе, ахыры (беҙҙең гәзитте уҡыған кеше ҡартлыҡтың ни икәнен беләме ни ул?!). Элек уҡытыусылар бер ауылдан икенсеһенә күсеп йөрөгән, Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы ла Таһир ауылынан 1951 йылда сығып киткән. Тормош иптәше Мөҙәрис Хәйривара улы Ноғоманов менән бер нисә мәктәптә эшләгәндән һуң ҡырҙаста төпләнгәндәр. Ә шулай ҙа ағинәй форсаты сыҡҡан һайын тыуған ауылына килеп урай. Туғандары уны һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай, ҡәҙер-хөрмәт итә. Үҙе кешеләргә һәйбәт булғас, уға ла күңел йылыһын йәлләмәйҙәр.
Бик матур, лайыҡлы тормош юлы үткән Ноғомановтар үҙ балаларына ла тейешле тәрбиә биргән, уларҙың исемдәре һәр тарафта маҡтап телгә алына (яҙыусы улдары Иҙрис Ноғоманов «Йәшлек» гәзите уҡыусыларына яҡшы таныш). Ә ата-әсә өсөн шул иң мәртәбәле баһа, иң оло ҡыуаныс. Миңленур Мәғәсүм ҡыҙы ошо шатлыҡты татыуы менән дә бәхетле инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»