RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!

22.05.2012 Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!

Юҡ, үкенесле үтмәгән ғүмер, Антҡа хыянат итмәгән күңел!
Бәхетле парҙар ерҙә түгел, күктә ярала, тигән һүҙҙәр Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Рауза менән Хөрмәт Байегетовтарға төбәп әйтелгән кеүек. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 63 йыл тула. Гәүһәр туй шатлығын кисереү бик һирәктәргә генә тәтей. Рауза инәй менән Хөрмәт олатайҙың бала сағы, йәшлеге етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, улар бер ваҡытта ла намыҫына тап төшөрмәй, һәр ваҡыт кеше булып ҡала. Бәлки, шуғалыр ҙа, АллаһЫ Тәғәлә яратҡан бәндәләренә ошондай бүләк биргәндер. “Бөйөк яҙыусы А. Пушкиндың “Маҡтау менән яла яғыуҙы тигеҙ күрмә, алйот менән бәхәс ҡорма” тигән һүҙҙәрен һәр саҡ иҫтә тоттоҡ. Әсе булһа ла, дөрөҫлөк яҡлы булдыҡ. Үткәндәргә ҡарап бошонмайбыҙ, үкенестәр ҡалманы”, – ти ололар.
Хөрмәт олатай 1930 йылда Хәнифә менән Халис Байегетовтарҙың баш балаһы булып донъяға килә. Атаһы заманына күрә алдынғы ҡарашлы кеше була. Ул яңы ойошторолған колхозды етәкләй, шулай уҡ төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1939 йылда дүрт баланы етем ҡалдырып, әсәһе 32 йәшендә генә гүр эйәһе була. 1942 йылда атаһын һуғышҡа алалар. Үкенескә күрә, уға балаларының үҫкәнен күрергә насип булмаған – яу яланында ятып ҡалған. Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар ҡартатаһы менән ҡартәсәһе ҡарамағында ҡала. Был ике кешене Хөрмәт олатай йылы хистәр, тәрән ихтирам менән иҫкә алды. Улар дүрт баланы аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡлап ҡына ҡалмай, эшһөйәр, үҙҙәре кеүек оло йөрәкле, намыҫлы итеп тәрбиәләй, ерҙә ныҡ баҫып тороу өсөн көс-ҡеүәт бирә. Хөрмәт Халис улы, мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. 1948 йылда тыуған ауылында башланғыс синыф уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. “Әле лә хәтеремдә – балаларҙың кейемдәре бик насар ине. Хәйер, үҙемдә лә шул уҡ хәл. Әммә берәү ҙә һыр бирмәне. Хәҙерге уҡыусылар сәскә кеүек кейенешеп йөрөй. Уларға теләк: тормоштоң ҡәҙерен белеп, яҡшы уҡыһындар”, – тине олатай.
Хөрмәт Халис улы тормош юлдашы итеп ауылдашы Рауза Исмәғил ҡыҙын һайлай. Ул да етемлектең әсе һурпаһын татыған. Рауза туғыҙ айлыҡ сағында ғына әсә һөйөүенән мәхрүм ҡала. Атаһы Исмәғил Хәйретдин улы Яхин уҡытыусы, ауылдың беренсе комсомолы, матбуғаттың әүҙем хәбәрсеһе була. Тура һүҙле, яҡты киләсәк өсөн янып-көйөп йөрөгән Исмәғилдең дошмандары ла күп була. Уны 1935 йылдың 4 авгусында үлтереп китәләр.
1949 йылда Хөрмәт 17 йәшлек Раузаны кәләш итеп ала. Һоҡланғыс мөхәббәт тарихын ишетергә теләп, инәй менән олатайҙан: “Һеҙ нисек танышып-ҡауыштығыҙ?” – тип ҡыҙыҡ­һындым. Рауза инәй матур итеп йылмайҙы ла: “Кейәүгә сыҡҡанымды белмәй ҙә ҡалдым. Бер көндө буласаҡ ҡәйнәм апаһы менән беҙгә килде. ҡартәсәйем мине, бөгөн күршеләрҙә ҡунырһың, тип сығарып ебәрҙе. Иртәгәһенә ҡайтҡас, осона көмөш тәңкә бәйләнгән ҡыҙыл таҫманы күреп аптырап киттем. “Был нимә ул?” – тиһәм, өйҙәгеләр өндәшмәй. Бер аҙҙан беҙгә уҡытыусы Хөрмәт килде. “Бар, һөйләшегеҙ”, – тип мине сығарып ебәрҙеләр. “Уның менән ниндәй уртаҡ һүҙем булһын инде?” – тип албырғап ҡалдым. Хөрмәт хәлде аңлатып бирҙе. Үҙебеҙ булмаһаҡ та, ололар икебеҙгә никах уҡытҡан икән. Ул заманда дин тыйыл­ғас, мотлаҡ ғәмәлдәр йәшерен генә үтәлде. Шул ваҡыттан алып етәкләшеп йәшәп алып киттек”, – тип бәйән итте.
Йәштәргә баллы тормош тәтемәй. Йәш килен колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, оло йәштәге ҡәйнәһен, бәләкәй өс ҡәйнешен тәрбиәләй. Ул ваҡытта колхоз аҡса ла, иген дә бирмәй. Ауыр заман булһа ла, бер кем дә ризаһыҙлыҡ белдермәй.
Йәш ғаилә ҙур йорт һалып инә, бер-бер артлы ете балалары донъяға килә. 1951 йылда Рауза инәй ауыл магазинында һатыусы булып эш башлай. Хөрмәт Халис улы ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтының математика факультетын тамамлай. Ул оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй, Ленин исемендәге колхоздың парторгы ла була. 1990 йылда хаҡлы ялға сыға. Олатай бихисап Маҡтау ҡағыҙына, “Халыҡ мәғарифы алдын­ғыһы” исеменә лайыҡ. Ғәҙел, намыҫлы, шул уҡ ваҡытта талапсан булыуы менән халыҡ ихтирамын яулай. Ә Рауза Исмәғил ҡыҙының уңғанлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Балалар тәрбиәләү, йорт-ҡураны тәртиптә тотоу уға үҙ эшендә уңыштарға өлгәшеүгә ҡамасауламай. Ул 33 йыл сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ошо йылдарҙа ике тапҡыр Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, “Совет сауҙаһы алдынғыһы” исемен яулай, Башҡортостан Юғары Советының Почет грамотаһына лайыҡ була. Мәскәүҙә уҙған сауҙа хеҙмәткәрҙәре профсоюзы съезында ҡатнаша. Шулай уҡ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Рауза Исмәғил ҡыҙының үҙенсәлекле тауышы күптәрҙе һоҡландыра. Бер нисә йыл элек “Хазина” телетапшырыуын алып барыусы Юлай Ғәйнетдинов Япония, Венгрия вәкилдәрен Таулыҡай ауылына алып килә. Улар Рауза инәйҙән башҡорт халыҡ йырҙарын йырлата, тауышын яҙҙырып ала. Иҫ киткес тәрән моң ҡунаҡтарҙы әсир итә.
“Ғаиләбеҙ менән йыйылһаҡ, оло байрам була ла ҡуя”, – тип бәхетле йылмая инәй менән олатай. Байегетовтарҙың 16 ейән-ейәнсәре,12 бүлә-бүләсәре бар. Хөрмәтле аҡһаҡал менән ағинәйҙең һоҡлан­ғыс тормош юлы йәш быуынға өлгө булырлыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»