RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хөрмәт нигеҙе – хеҙмәттә

27.04.2012 Хөрмәт нигеҙе – хеҙмәттә

Хөрмәт нигеҙе –  хеҙмәттә
1927 йылғы Шәмсинур Мөбәрәкова, эш беҙҙең быуынды сыныҡтырҙы ғына, ти
Ултыраһың шунда илап, эсемде бошороп, ни, исмаһам, кәләшкә ярарлыҡ ерең юҡ, тигән тауыш­ҡа ун алты йәшлек Шәмсинур тертләп китә. ҡышҡы зәһәр һыуыҡтарҙа ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡып, устары ярылғанға, үҙәгенә үткәнсе аяҡтары өшөгәнгә, эсендә ас бүреләр олоғанға күрә үҙен-үҙе йәлләп, бер төпкә генә ултырғайны ла, ана бит, бронь буйынса тороп ҡалған егеттәрҙең береһе уны күреп тә ҡалған. ҡыл да ҡыбырлатырлыҡ хәле юҡ ине, ә шулай ҙа, күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һөртә-һөртә, көс-хәл менән тороп китте. Нисек тә булһа, теште ҡыҫып, дүрт кубометр ағасты ҡырҡып, бирелгән көндәлек норманы үтәргә кәрәк. Юғиһә көнө буйы иҫкә төшөп ауыҙ һыуын ҡоротҡан икмәк тәтемәйәсәк, бөтөнләй ас ҡалаһың. Усҡа ғына һыйырлыҡ бәләкәй, ҡап-ҡара булһа ла, икмәк бит ул. ҡәҙерләп, һәр валсығын тел өҫтөндә әүәләп ашаһаң, йәнгә рәхәт.
Шул мәлдә бер аҙға ғына булһа ла йылы өйөңә, әсәйең янына ҡайтҡандай булаһың. Унда һин ҡәҙерле, ә бында, күрендә, һине бер кем дә аяп, йәлләп тормай: өҫтөңә ағас ауып иҙәме, һал ағыҙғанда боҙло һыуға тәгәрәп төшөп баҫылып үләһеңме, һалҡын тейҙереп үпкәң шешһенме һин ни бары эш көсө. Сөнки барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү хаҡына.
– Аслы-туҡлы ыҙалана торғас, беҙ, бер төркөм үҫмер ҡыҙ, башҡаса түҙер әмәлебеҙ ҡалмағас, һөйләштек тә, ҡастыҡ, – тип хәтерләй алыҫ томандар артында ҡалған 1943 йылды Шәмсинур Мөбәрәкова. – Алты ҡыҙ ҡасып ҡайтҡайныҡ, артыбыҙҙан килеүселәр ҡайһы берәүҙәрҙе Белорет районының Николаевка ауылына күренгә һаҡ аҫтында кире алып китте. Ә мин ҡайтыу менән эшкә ингәйнем, шуға ҡалдырҙылар. Эт күрмәгәнде күрҙек инде ул, һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға ундайҙы күрергә яҙмаһын.
– Беҙ ундай ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаҫ инек, – тим.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип элеп алды әңгәмәсем. – Сөнки һеҙ әҙергә бәҙер өйрәнгәнһегеҙ, беҙҙең һымаҡ этләнеп үҫмәгәнһегеҙ. Уйлап-уйлап ултырам да, ҡалай ҙа һаулыҡ ныҡ булған икән, тип ҡуям. Анау ҡәҙәре ыҙалар­ҙы үтеп, ат көсө етмәҫтәй ауырлыҡтар­ҙы сибек кенә иңдәребеҙгә йөкмәп, алда матур тормош көтә, тип, әллә нимәгә ышанып йәшәп тик ятҡанбыҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, дүрт малай, өс ҡыҙ үҫтерәм, көн дә ҡул менән егерме биш һыйыр һауам, көн аша туғыҙ икмәк һалам, шуның араһында күпме кер йыуырға кәрәк, ашарға әҙерләргә – бер ҙә бирешмәгәнмен. Бына әле генә аяҡтар һыҙлап ҡаңғырта. Шул элекке ыҙаларҙың касафаты инде.
1927 йылғы Шәмсинур ҡасим ҡыҙы Ирәмәл тауы итәгенә һыйынған Әбделҡасим ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Атаһы урмансы булып эшләй, әсәһе өйҙә донъя көтә, бала ҡарай. Мөйөш һайын фәрештә, һәр береһе бер эштә, тигәндәй, балаларҙың береһе лә ел һуғарып йөрөмәй, хәленән килгәнде эшләй, ата-әсәһенә ярҙам итә. Шуға ла ул бала сағын баллы-татлы итеп хәтерләмәй – хәстәрҙәре күп була, көндәре аҡлы-ҡаралы үтә.
Мең михнәтле Николаевка күрененән ҡасып ҡайтҡас, Шәмсинур Илтабан лесничествоһына урмансы булып эшкә инә. Бында ла ҡыҙға ағас ҡырҡырға тура килә. Хәйер, ул осорҙа һәр ғаилә шахта өсөн утын әҙерләй.
– Беҙ ағасты ауҙарып, ҡырҡып, ботаҡтарын турайбыҙ, шунан һуң ҡаҙаҡтар утынды, дөйәләргә тейәп, рудникка алып китә, – ти Шәмсинур инәй. Нарядты үтәүе еңел түгел, шулай ҙа өйҙә йәшәүе рәхәтерәк, үҙеңде яҡлаулыраҡ тояһың. Ике йылдан урмансылыҡтан шахтаға эшкә күстем. Кательщик булып эшләнем.
Ундай ҙа һөнәр бармы ни, тип эстән генә аптырайым. Күрәһең, дөрөҫөрәге катальщик, йәғни тәгәрәтеүсе булғандыр, тип үҙемсә һығымта яһап ҡуям. Уйҙарымды белгәндәй, Шәмсинур инәй асыҡлап китә: «Ике бәләкәй тәгәрмәсле арбаға мәғдән тейәйһең дә, шуны шахтанан ташыйһың. Ауыр инде, ә ҡайҙа бараһың?! Беҙҙең заманда еңел эш булманы, ҡайҙа ла егелеп эшләргә кәрәк ине».
1948 йылда фронттан ҡайтҡан Иманғол егете Шиһабетдин Хилажетдин улы Мөбәрәков та ошо уҡ рудникка эшкә килә. Йәштәр бер-береһен тәү ҡараштан оҡшатып, күп тә үтмәй, сәстәрен сәскә бәйләй. Бер-бер артлы балалары тыуа.
– Шундай ихлас бала үҫтереп-үҫтереп, һуңынан өс улымды ер ҡуйынына оҙаттым, әсә өсөн шунан ауырыраҡ нимә бар? – Шәмсинур инәй ҡулын һелтәне. – ҡуй, йөрәкте тулатып, был турала һөйләшмәйек әле...
Инәй рудникта ғына түгел, торф сығарыуҙа ла эшләгән. Минъямал Янсапова, Майжиһан Ниғәмәтуллина менән бергә торф ташыған.
Бынан тыш, егәрле, сабыр холоҡло Шәмсинур инәй үҙ ғүмерендә кем генә булып эшләмәгән: һыйыр ҙа һауған, быҙау ҙа ҡараған, ашнаҡсы ла булған, үлсәүсе һөнәрен дә үҙ елкәһендә татыған... Бар күңелен һалып, дәртләнеп эшләгәнгә, хеҙмәттә илке-һалҡылыҡтың ни икәнен белмәгәнгә күрә Шәмсинур Мөбәрәкова Башҡорт АССР-ның Юғары Советына Учалы районынан депутат итеп һайланған.
– Дүрт йыл тырышып тарттым был йөктө. Элек бит депутаттар араһында гел шулай ябай хеҙмәт кешеләре булды, етәкселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, – ти ул түшенә миҙалдарын ҡаҙаған арала.
– ҡул эш рәтен белгәс, тел дә, теш тә үтте инде, бер ҙә ҡурҡып торолманы. Һис тә тормошома үкенмәйем тиер инем, ҡайсаҡ бала саҡта эшләгәнде хеҙмәт стажына индермәгәндәренә хөкүмәткә үпкәләп ҡуйыла.
Шәмсинур инәйҙең хәләл ефете Шиһабетдин Хилажетдин улы күптән был донъянан киткән. Шулай ҙа инәй яңғыҙлығын тоймай – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ата йортона һуҡмаҡты һыуытмай, әсәй-өләсәйҙәре бик тә ҡәҙерле кеше. Оломон тип тормай, инәй өйөн бөхтә, таҙа тота. Уның йөҙө һәр саҡ яҡты, күңеле киң. Ә ҡытыршы устары йылы ғына, йомшаҡ – арҡанан тупылдатып һөйөп, ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡалды:
– Донъялар имен торһон, бәхетле йәшәгеҙ, балаҡайҙар!

Баныу ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»