RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.04.2012 Һуңғы һөйөү

Һуңғы һөйөү
ӘЗәйемдең (өләсәйемдең) өйөбөҙҙә һуңғы төнө – иртәгә уны мәңгелеккә оҙатабыҙ. Мәйет янында төн ултырырға килгәндәр бер аҙ ауыр тынлыҡҡа сорналып ултыра бирә лә, үҙ-ара нимәлер тураһында шыш-быш килеп һөйләшеп ала. Уларҙың тауыштарын ишетмәйем дә тиерлек, сөнки яҡын кешемде юғалтыу ҡайғыһы мине ергә тиклем баҫҡан. Ярым-ярты ҡайғыра, сабыр була белмәүем касафаты инде, йөрәгемде бөтөргәнемде белә-күрә үҙ-үҙемде ашайым, үкенестәргә һаҙлыҡҡа батҡандай батам. Күҙ йәшенә, ауыр уйҙарға күмелеп ултырған саҡта беҙгә сыбыҡ осо туған булған бер апай килеп инде. Уңайһыҙланып ҡына, оҙаҡ ултыра алмам, тине: «Һыйырым быҙауларға тора, өшөп ҡуймаһын тим». Ул килгәс, нисектер тын алыуы еңеләйҙе − үҙ итәм уны. Мәктәпкә бармаҫ элек үк үҙ әсәһенән ҡалып, мәрхәмәтле үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән алсаҡ холоҡло, көләс йөҙлө ҡатын бер ҡасан бошоноп, танауы төшөп йөрөмәй, әйләнә-тирәне лә ҡояш кеүек яҡтыртып ебәрә.
− Ярай, булған да бөткән, ҡайғырып ҡына хәлде төҙәтеп буламы ни, − тип ихлас көлөп ебәрә ул берәй күңелһеҙ хәлгә тарыһа. − Артабан йәшәргә кәрәк.
Был килеүендә лә ул ҡайғы болоттарын таратҡандай итте. Юҡ-бар хәбәр һөйләп ултырманы, иң мөһим, ҡыуаныслы яңылығы менән генә бүлеште:
− Мәйет янында быны әйтеүе лә ҡыйыныраҡ, ә шулай ҙа шатлығым эсемә һыймай, ташып сығып бара − мин ғашиҡ булдым! Бына, ышанаһығыҙмы-юҡмы, инде бишенсе тиҫтәгә яҡынлағанда йәш ҡыҙҙар кеүек үлеп ғашиҡ булдым. Үҙ бәхетемә үҙем күҙ тейҙермәһәм ярар ине, тип үҙем был хаҡта һөйләргә түгел, уйларға ла ҡурҡам, ә үҙем саҡ бейемәйем инде, атлап түгел, осоп йөрөгән һымаҡмын. Нисәмә тапҡыр кейәүгә сыҡтым, ә һөйөүҙе беренсегә генә татыуым, шуға мине хөкөм итмәгеҙ инде, ҡыҙҙар, йәме.
Һыйырымды ғына быҙау­латыр­ға тип ҡайтҡайным ауылға, уныһы ни, быҙаулаһа быҙаулап ҡуйманы, әлеге ваҡытта ирем янында булыр инем, йә инде, − тип йылмайып һуҡранған апай бер аҙҙан хушлашты, өйөнә ашыҡты. Һыйырымды имен быҙаулатып алғас, малды тейәп, бөтөнләйгә һөйгәнем янына йәшәргә күсәм, тиһә лә, яҙмыштың уға ҡарата үҙ иҫәп-хисабы булған – әзәйемдең ҡырҡын үткәргәндә, уның вафаты хаҡында хәбәр иттеләр. Шул килеш һөйөклөһөнә кире бара алмаған, тиҙәр уны. Башы ныҡ ауыртҡан­ға, һеңлеһе уның ай-вайына ҡарамай дауаханаға алып киткән, һәм тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә мейеһендә яман шеш булыуы асыҡланған. Табиптар уға тиҙ арала операцияға ятырға ҡушҡан. Нисауа, бына башты төҙәтеп алам да, һөйөклөмә ҡайтам, тип дәртләнгән ҡатын операциянан һуң иҫенә килмәгән. Әллә нишләп башы ауыртыуға түҙеп тик йөрөгән, алдан табиптарға мөрәжәғәт итһә, бәлки, иҫән дә булыр, бәхет шишмәһенән услап-услап һемереп, үҙенең дә өлөшөнә баҡыр түгел, алтын-көмөш төшкәнен белеп оҙаҡ йәшәр ине, тип ҡат-ҡат уйлайым.
Ул йәш сағында Башҡор­тостандан ситкә китеп, тәкәббер ҡала ҡатынының берҙән-бер улына кейәүгә сыға. Фартауай егеттең минең кеүек ҡарасҡыға ҡарауын әйт әле һин уның, тип бот сабып үҙе лә шуға аптырар ине. Үҙгәртеп ҡороу заманында ире «шайтан һыуы»на мөкиббән киткән. Уның эсеүенән, иреш-талаштан тамам биҙгәс, ҡатын балаларын алып тыуған яғына ҡайта. Ире артынан эйәреп килһә лә, күп тә үтмәй, «ҡара һаҡалы» ирҙең башына етеп ҡуя. Байтаҡ ваҡыт бер үҙе донъя йөгөн тартҡас, яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткәндер, апай эскеселәр тигән даны сыҡҡан ғаиләнән булған бер егет менән тормошон бәйләй. Ана шул ире һуғышып, ҡатынының башына ниндәйҙер ауыр әйбер менән һуҡҡан, тиҙәр, ысын булһа әгәр. Шунан алып башы ауырта башлаған.
Уңманым ирҙәрҙән, тиһә лә, икенсегә айырылышҡан апай өсөнсө тапҡыр кейәүгә сығыр­ға йөрьәт итә. ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ йәшәргә тейеш түгел, юғиһә уға ен эйәләшә, тип беҙҙе көлдөрһә лә, ул ысын күңелдән ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән икәненә ышанды. Тормошто бөтөн матурлығында яратҡан кеше шул тиклем бәхетле булырға ынтылды, тик бәхете һуңлап ҡына килде. Өсөнсө тапҡыр ирҙән айырыл­ғас, инде ир затынан биҙер, уларға күтәрелеп тә ҡарамаҫ һымаҡ ине. Ләкин ул һағышын эскә йомдо, башҡаларға бойоҡ йөҙөн күрһәтмәне. Бәлки, шуғалыр ҙа күктәгеләр уны һөйгәне менән осраш­тыр­­ғандыр. Тик бигерәк һуң ҡауыштырғандыр...
Операциянан һуң иҫенә килмәгән ҡатын һуңғаса, һөйөклөмә барасаҡмын, тип хыяллан­ған, талпынған һымаҡ, һәм йән биргәндә лә матур төштәрендә үҙен һөйгәне менән икәү бергә күргәндер кеүек тойола...

Б. Шәрипова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»